Буласаҡ йырсының музыкаль һәләттәре уның бала сағында уҡ асыҡлана. Радик Яңауыл ауылында күп балалы йыр-моң һөйөүсе ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Үҙ-үҙен белгәндән йырлап үҫә, шуға күрә музыка училищеһында, аҙаҡ сәнғәт институтының вокал бүлегендә уҡығанда ла моңло егет бер ҡыйынлыҡһыҙ, ысын мәғәнәһендә "йырлап ҡына уҡый". Институттың 2-се курсында уҡығанында уҡ һәләтлә егетте опера театрына эшкә саҡыралар. Тыуған йортондай яҡынға әйләнгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ул ғүмеренең ахырынаса эшләй Йәш кенә сағында уҡ "Мистер икс" арияһын башҡарып, ул СССР Дәүләт телерадиоһының билдәле эстрада-симфоник оркестры дирижеры Юрий Силантьевты хайран итә. Билдәле дерижер был арияны быға тиклем тик Георг Отс башҡарыуында ғына үҙ иткән. 1983 йылда Сочиҙа үткән политик йырҙар халыҡ-ара фестивалендә "Уралым" йырын башҡарып, Гран-при яулай Радик Гәрәев, 1985 йылда "Йыл йыры" йомғаҡлау концертын "Во имя жизни" йыры менән башлап ебәреүҙе лә тик уға ышанып тапшыралар. "Уның ҡатнашлығындағы "Травиата", "Севиль цирюльнигы" спектаклдәренә билет алып булмай торғайны, халыҡ шул тиклем яратып ҡараны, һоҡланғыс талант эйәһе булды", - тип хәтерләй замандаштары. Радик Гәрәевты тамашасылар опера йырсыһы булараҡ ҡына түгел, бай һәм төрлө репертуарында классика, халыҡ ижады һәм Башҡортостан композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраған концерт башҡарыусыһы булараҡ та белә һәм ярата. Ул йомшаҡ, обертондарға бай баритон тауышы менән генә түгел, яҡшы вокаль мәҙәниәте, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белеү һәләте менән айырылып тора, хайран итә. Радик Гәрәев Башҡортостан менән Рәсәй генә түгел, сит ил тамашасыларын да үҙенең көслө, йылы тембрлы тауышы менән әсир итеп өлгөрә. Йырҙары, ҡабатланмаҫ ижады менән үҙенә мәңгелек һәйкәл ҡоя ул ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә...