+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Кем һуң ул - йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш булып балҡыған ябай ауыл малайы?

Ул башҡарған йырҙарҙа тыуған еребеҙ гүзәллеге, халҡыбыҙҙың бай рухи хазинаһы иҫ киткес моң булып ағыла... Уның һоҡланғыс ижады милли йыр сәнғәтебеҙҙең йөҙөк ҡашына әүерелде. Уның сәхнәләге ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы, тәбиғи һәләте үҙ һөнәренең маһиры булыуын дәлилләй. Кем һуң ул -йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш булып балҡыған ябай ауыл малайы?

Солтанов Абдулла Афзал улы — үҙешмәкәр башҡорт йырсыһы, ҡурайсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1996), үҙешмәкәр йырсыларҙың Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты, Учалы районының почетлы гражданы (2016).
Абдулла Солтанов 1928 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Ҡобағош ауылында тыуған. Хеҙмәт йылдары тулыһынса тыуған ауылында үтә, ул башта Ленин исемендәге колхозда, аҙаҡтан «Байрамғол» совхозында малсы (йылҡы һәм һарыҡ көтөүсеһе) булып эшләй.
Ғәжәйеп матур тауышлы егет моңло йырлай, йәш сағынан төрлө кимәлдәге үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Профессиональ сәхнәгә Абдулла Афзал улы 1955 йылда сыға. “Юлдаш” (һуңыраҡ “Ләйсән”) бейеү ансамбле составында СССР-ҙың төрлө ҡалаларында, Германияла, Португалияла, Польшала сығыш яһай. Уның исеме республикабыҙҙа ғына түгел, ә сит ил тамашасыһына ла киң билдәле. Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Япония, Болгария, Франция һәм башҡа ил-тарафтарҙы башҡорт моңона ғашиҡ итте ул.
Киң диапазонлы тауышы, юғары ноталарҙы күкрәк резонаторы менән алыуы, башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡарыуы ябай ер кешеһен данға күмә. Абдулла Солтановтың репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры: «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе Ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар. Һамар, Ульяновск һәм Мәскәү сәхнәләрендә, Германия, Португалия һәм яҡын сит илдәрҙең ҡалаларында сығыш яһаған. Солтанов башҡарған күп кенә башҡорт халыҡ йырҙарының яҙмалары «Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы», Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор кабинеты, Өфө дәүләт сәнғәт институты, ҡайһы берҙәре шулай уҡ «Останкино» Телерадиокомпанияһы һәм Мәскәүҙәге Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка педагогия институтының фондтарында һаҡлана.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: