+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

УНЫ КИЛӘСӘК УТТАРЫ САҠЫРҘЫ

«Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тағы бер ҡәләм оҫтаһы – Фәрит Вәлинур улы БОГДАНОВ донъяға килде. Иманым камил, ул да Зәңгәр шишмәнең көмөштәй саф һыуын эсеп ләззәтләнгәндер, Ғәлимйән Ибраһимов кеүек, Ҡондоҙло күле ярына баҫып, тәбиғәт матурлығына һоҡланып ҡарап торғандыр. Кем белә, бәлки был тойғолар менән артыҡ мауығырға ваҡыты ла булмағандыр. Сөнки ауыр йылдар Фәритте башынан һыйпап үҫтермәне»

Билдәле драматург тураһында ғалим һәм яҙыусы Суфиян Поварисов: «Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тағы бер ҡәләм оҫтаһы – Фәрит Вәлинур улы Богданов донъяға килде. Иманым камил, ул да Зәңгәр шишмәнең көмөштәй саф һыуын эсеп ләззәтләнгәндер, Ғәлимйән Ибраһимов кеүек, Ҡондоҙло күле ярына баҫып, тәбиғәт матурлығына һоҡланып ҡарап торғандыр. Кем белә, бәлки был тойғолар менән артыҡ мауығырға ваҡыты ла булмағандыр. Сөнки ауыр йылдар Фәритте башынан һыйпап үҫтермәне» – тип яҙғайны.
Фронтта һәләк булған яугир Вәлинур Богдановтың улы Фәриттең бала сағы һәм үҫмер йылдарын Солтанморатта күптәр хәтерләй әле. Буласаҡ юрист-драматургты ауыр һуғыш осоро йәшләй үк тормош арбаһына егелергә мәжбүр итә. Бәләкәйҙән колхозда төрлө эштәр башҡара. Әҙәбиәтте, журналист һөнәрен яратыу уны етенсе класты тамамлағандан һуң район гәзитенә эшкә алып килә. Был йәһәттән уға бәхет йылмая – ул дәүерҙә Солтанморат ете йыллыҡ мәктәбе директоры булып эшләп алған элекке хәрби осоусы, һуғыш ветераны Имаметдин Ғилметдин улы Мөлөков район гәзите мөхәррире итеп күсерелгәс, Фәритте лә үҙе янына техник секретарь итеп эшкә саҡыра, бер аҙҙан уны яуаплы сәркәтип итеп куя.
Имаметдин ағай ул замандағы бер ваҡиға тураһында ҡыҙыҡ итеп иҫкә ала торғайны: «Ул саҡта учреждениелар хеҙмәткәрҙәрен партия райкомы бинаһына төнгө дежурға ҡуйыу ғәҙәте бар ине. Бер ваҡыт беренсе секретарь колхозда йөрөп, ярты төн ауғас ҡына тура райкомға ҡайтып инә. Уға ишекте бик ярлы кейенгән үҫмер аса. Район хужаһы хатта шөрләй төшә: «Һин кем, ҡайҙан?» – ти. «Мин редакция хеҙмәткәре, дежурҙа торам». Беренсе секретарь иртүк мине үҙенә саҡыртып алды: «Ниндәй малай эшләй ул һиндә?» – ти. «Атаһы фронтта үлеп ҡалған, бик ярлы йәшәйҙәр, Солтанмораттан үҙем менән эшкә алып килдем, мәктәпте отличноға тамамланы», – тием. «Нисегерәк һуң, редакцияла эшләп китә алырлыҡмы?» «Бик отҡор, тырыш егет, бына тигән журналист сығасаҡ үҙенән». «Улайһа, бына нимә, иптәш Мөлөков, – ти беренсе секретарь. – Һин ул малайҙы бөгөн үк райсоюз кибетенә алып барып, өр-яңынан кейендер. Уның аласаҡ хеҙмәт хаҡы иҫәбенә түгел, редакция иҫәбенә!»
Ул ҡушҡанса эшләнем – Фәритте кейендерҙем, кибеттән сыҡҡанда уны танырлыҡ та түгел ине, ысын егеткә әйләнде лә ҡуйҙы. Үҙе тураһындағы бындай хәстәрлекте ғүмере буйы онотманы, яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап ҡайтара торған кеше ине шул ул».
1952–1956 йылдарҙа әрмелә хеҙмәт иткәндә авиамеханик һөнәренә эйә булған Фәрит Богданов тыуған ауылы мәктәбендә машинаға өйрәтеү уҡытыусыһы булып эшләй, үҙе кистәрен уҡып урта белем ала. ВЛКСМ райкомы инструкторы булып та эшләп ала. 1958–1962 йылдарҙа Саратов юридик институтында уҡый, аҙаҡ Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары прокуратураларында, Өфөлә эске эштәр органдарында тикшереүсе, Башпотребсоюзда ревизор булып эшләй, шул уҡ ваҡытта әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға тәүге ынтылыштар яһай.
Фәрит Вәлинур улы драматургияға оҙон, әммә ышаныслы аҙымдар менән килә. Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре тураһындағы «Һин кем?» тигән тәүге пьесаһы 1969 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Был әҫәр СССР Яҙыусылар берлеге һәм Эске эштәр министрлығы Дипломына һәм премияһына ла лайыҡ була.
Ул осорҙа башҡорт әҙәбиәтенә байтаҡ юристар үҙҙәренең һөнәр эшмәкәрлегенә ҡағылған темалары менән килде. Шул иҫәптән Фәрит Богданов та. Ләкин ул ҡәләмдәш-хеҙмәттәштәренән айырмалы рәүештә, енәйәтселәрҙе, ҡараҡтарҙы фаш итеүҙе, язаға тарттырыуҙы һүрәтләү менән генә сикләнмәне, сөнки былар ғына уҡыусы, тамашасы күңеленә рухи аҙыҡ бирә алмай. Уның тәүге пьесаларының уҡ драматик нигеҙен ижтимағи-хоҡуҡи һәм әхлаҡи-этик проблемалар тәшкил итте. Әҙәбиәт, сәнғәттең кеше яҙмышы өсөн көрәш сәхнәһе икәнлеген аңлап ҡәләмгә тотондо.
«Һин кем?» милиция начальнигы, полковник Зәки Усмановтың эш бүлмәһендә башланып китә. Шаршау асылғанда ул радио тыңлай: «Кеше аҡылы – тәбиғәт үҫешенең бөйөк бер ҡаҙанышы. Уның камиллығы шундай дәрәжәгә еткән, хатта ул атом ядроларына үтеп инә, ғаләм киңлектәрен байҡай, тәбиғәт үҙе төҙөй алмаған матурлыҡты ижад итә. Сөнки рухи тормош тарҡалыу реакцияһынан да көслө, гигант йондоҙ балҡыуынан да яҡты, галактикалар хәрәкәтенән дә мөһабәт, тәбиғәттең барлыҡ матурлыҡтарынан да нәфис, илһамлы бер донъя ул. Рухи тормош, ижад процессы – ҙур ләззәт шишмәһе, бәхет сығанағы. Ләкин ни өсөндөр беҙҙең ҡайһы бер кешеләребеҙ уға бирелгән ошо бәхеттән мәхрүм ҡала, үҙен бысраҡ һәм түбән хистәрҙең ҡоло итә, енәйәтсегә әйләнә...»
Зәки, динамикты туктатып, «Енәйәтселек... Был нимә? Кеше аҡылының ҡаймығыуымы? Ауырыу булһа, башланғыс симптомдары ниндәй?» – тигән һорау бирә.
Артабан да Фәрит Богданов хоҡуҡ һағында тороусылар, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш темаларына ижад итә, бер үк ваҡытта тормоштоң тәрәнлеген өйрәнеүен дауам итә: заводтарға барып йөрөй, Ағиҙел аша күпер һалыусы эшселәр араһында ҡайнай. Академия драма театры сәхнәһенә уның бер-бер артлы «Мөхәббәт һәм енәйәт» (1972), «Күпер» (1974), «Иртәнге томан» (1975) драмалары сыға. Һуңғы икеһе рус теленә тәржемә ителеп, Бөтә Союз Авторлыҡ хоҡуҡтары агентлығы уларҙы айырым-айырым брошюра итеп баҫтыра, улар РСФСР-ҙың байтаҡ театрҙарында ҡуйылалар. «Шулар араһында минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – Уссурийск ҡалаһының рус драма театрында ҡуйылған спектакль булды, – тип һөйләгәйне драматург. – Театр Владивосток, Партизанск, Волочаевка кеүек легендар урындарҙа, шулай уҡ Сахалин, Камчатка буйлап гастролдәрҙә йөрөнө. Әйтергә кәрәк, пьесаларым Дағстанда ҡумыҡ телендә, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында – балҡар, Ҡарасәй-Черкес Автономиялы өлкәһендә ҡарасәй телендә барҙы. Төньяҡ Кавказдың төрки телле театрҙары, минеңсә, юғары профессионализмға, нескә эстетик зауыҡҡа эйә. Миҫал өсөн шуны ғына әйтеү ҙә етә тип уйлайым: Ҡарасәй драма театры «Күпер» спектакле өсөн 1978 йылда СССР халыҡтарының драматургияһы һәм театр сәнғәтенең Ленинградта үткәрелгән Бөтә Рәсәй фестивалендә беренсе дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Шундай уҡ Дипломды ул хатта миңә лә алып бирҙе».
Сәхнә ҡанундарын тағы ла камилыраҡ үҙләштереү маҡсатында Фәрит Богданов А.В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институты ҡаршыһында курстар ҙа тамамлап ҡайта.
«Иртәнге томан»ды кешеләр яҙмышы драматургияһы тип тә атарға булыр ине, – тип яҙҙы драматург Кәбир Аҡбашев. – Әҫәр үҙәгендә – юғары уҡыу йорттарына инә алмаған һәләтле йәштәрҙең әсе яҙмышы. Ул аталар һәм балалар миҫалында тасуирлана. Драматург бында дөйөм кешелек ҡиммәттәренә өҫтөнлөк бирә. Изгелек, күңел сафлығы, ысын мөхәббәт һүрәтләнә. Әҫәр өмөт хисе менән һуғарылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, спектаклдән һуң күңелдә юшҡын ҡала. Драматургтың хафаланыуы тамашасыларға ла күсә, йәштәрҙең киләсәге өсөн көйөнөү көсәйә. «Иртәнге томан» академия театры менән бер рәттән Салауат һәм Сибай ҡалаларында ла барҙы. Бер пьесаны республиканың бер юлы өс театры сәхнәләштереүе бик һирәк күренеш ул. Автор әйтерһең дә үҙе «Иртәнге томан» менән, томандар артынан күтәрелгән ҡояш кеүек балҡып китте һәм шифалы нурҙарын тамашасыларға өләшеп бирҙе».
1993 йылдың октябрендә академия театрында Фәрит Богдановтың «Атылған йондоҙ» (тәүге исеме «Мине саҡырған уттар») драмаһы сәхнәләштерелде. Тәүге күренештәр был әҫәр сәнәғәт, енәйәт эҙәрлекләү, суд-тикшеренеү темаларына яҙылған тигән фекер тыуҙыра. Тап ошо темаларға уңышлы ижад итеп килгән драматург, фантазияһы көслө булыуға ҡарамаҫтан, ижадта бер ҡасан да реаль тормоштан айырылманы, үҙ әҫәрҙәре өсөн геройҙарҙы сит планеталарҙан да, боронғо грек аллалары араһынан да эҙләп интекмәне. «Атылған йондоҙ»ҙо ла айырым бер ерлеккә таянып, йәғни хужалыҡ эшмәкәрлегенең бер тармағы – ауылдарға электр сымы һуҙыусылар эшен, йәшәү рәүешен өйрәнеп, белеп, тормошсан итеп яҙған. Әммә сәнәғәт темаһы тигәнебеҙ бында дөйөм фон ғына. Артабанғы күренештәрҙә бөгөнгө фажиғәле заманыбыҙ, кешеләр араһындағы аяуһыҙ мөнәсәбәттәр, кисәге менән иртәгәһе көндөң үлемесле бәрелеше тасуирлана, айырым кеше яҙмыштары аша ҙур ижтимағи, фәлсәфәүи, әхлаҡи дөйөмләштереүҙәр яһала. Беҙҙең йәмғиәттә ни өсөн талантлы, көслө, намыҫлы кешеләргә көн юк? Драматург был әҫәрендә ана шул һорауға яуап эҙләй. «Был илгә интеллектуалдар кәрәкмәй, – тип әрнеп һөйләй төп героиняларҙың береһе Фазиләт. – Бында көрәк менән һәнәк тотҡан кеше баһалана. Шулай булғас, нисек алға китһен был ил?»
1995 йылдың мартында тамашасыларға тәҡдим ителгән «Төнгө ҡунаҡ» – Фәрит Богдановтың дөйөм алғанда унынсы һәм академия театрында ҡуйылған алтынсы спектакле ине. Кешеләр араһындагы аяуһыҙ мөнәсәбәттәр, енәйәт эҙәрлекләү, суд-тикшеренеү темаларына уңышлы әҫәрҙәр ижад итеп үҙенең ныҡлы стилен, алымдарын, позицияһын булдырған авторҙың яңы пьесаһының идея эстәлеге исеменә үк һалынған. Төнгө ҡунаҡ. Ул – хәҙерге заманда беҙҙең өҫкә ябырылған енәйәтселек. Был исем – ваҡиғаларҙың барышына ишара ла, алынған проблемаларҙы дөйөмләштереү ҙә. Ирекһеҙҙән төнгөлөккә бер бүлмәлә ҡалған ир менән ҡатын төрлө социаль ҡатлам кешеләре, береһе – енәйәтсе, икенсеһе – хоҡуҡ белгесе, уҡытыусы. Тормошҡа ҡараш һәм позициялар тура килерлек түгел. Улар антиподтар. Ләкин улар яңғыҙҙар, ярты йәндәр, икеһе лә ғүмер буйы үҙҙәренең яртыларын эҙләйҙәр. Улар ана шул үҙҙәрен айырған кәртәләр, сәнскеле тимерсыбыҡтар, рәшәткәле тәҙрәләр аша бер-береһенә ынтыла. Был икәү шундай тиҙлек менән үҙҙәренең һағыш-хыял донъяһына алып инеп китә – һин уларҙың Алла ҡарғаған яҙмышы менән йәшәй башлайһың.
Әйткәндәй, 1996 йылда «Төнгө ҡунаҡ»ты Ташкентта Үзбәкстандың Хәмзә исемендәге академия драма театры ла сәхнәгә ҡуйҙы. Премьераға автор ҙа барҙы һәм матбуғат биттәрендә Ташкентҡа сәфәре хаҡында ҙур күләмле интервью ла бирҙе.
«Ни хәл, яҡташ, аҙаш! » – тип күрешә торған ине ул телефон аша хәбәрләшкәндә йәки осрашҡанда. Яҡташ, аҙаш менән кәмендә егерме йыл даими аралашып торорға насип булды миңә. Уның, йәиһә башҡа авторҙарҙың спектаклдәрен бергәләп ҡарап, фекер алышыу, ғөмүмән, театр, драматургия, әҙәбиәт хаҡында һөйләшеү үҙе бер дәрес була торғайны. Фәрит Богдановтың матбуғат биттәрендә баҫылған интервьюлары, рецензиялары, ижади портреттары, китап уҡыусылар һәм тамашсылар алдындағы сығыштары фәһемле булыуҙары менән айырылып тора. Был йәһәттән уның «Тамаша» журналының 1999 йылдың 2-се һанында баҫылған әңгәмәнән бер өҙөк килтерәм.
– Халыҡ яратып ҡарарлыҡ пьесалар була, шулай уҡ, «юғары сәнғәт» өсөн, йәғни тәнҡитселәргә оҡшаһын өсөн яҙылған пьесалар була. Һеҙгә уларҙың ҡайһыһы яҡыныраҡ?
– Тамашасыға йәки тәнҡитселәргә оҡшарға тырышып пьеса яҙғаным юҡ. Кешеләргә әйтер һүҙең булғанда ғына әҫәр яҙырға кәрәк. Ысынлап та, әле киң ҡатлам тамашасыһы өсөн һәм «юғары сәнғәт» өсөн (уны «элитный» тип тә ебәрәләр) тигән төшөнсәләр йәшәй. Был, минеңсә, төптән дөрөҫ түгел. Ни өсөн ул тамашасыға яраҡлашып түбән төшөргә тейеш? Киреһенсә, тамашасы юғары сәнғәткә ынтылһын, юғары зауыҡҡа эйә булырға тырышһын. Әйтергә кәрәк, беҙҙең академтеатр был йәһәттән шаҡтай уңышлы эшләй. Мин быйыл миҙгел асылғанда «Шайморатов генерал» спектаклен тағы бер тапҡыр ҡараным. Был – юғары сәнғәт. Драматург Ф. Бүләков менән режиссер А. Нәҙерғолов генерал Шайморатовтың яҙмышы аша киҫкен фәлсәфәүи һәм әхлаҡи проблемаларҙы күтәргәндәр. Был – «элитный» спектакль.
– Ә киләсәктә үрҙә әйтелгән ике йүнәлештең ҡайһыһы алға сығырға тейеш?
– Әлбиттә, юғары зауыҡлы әҫәрҙәр өҫтөнлөк алырға тейеш. Мин аңлайым, таҡмаҡтарға, бейеүҙәргә ҡоролған тамашалар ҙа була һәм уларҙы хозурланып ҡараған тамашасы ла күп. Әммә был осраҡта йыр һәм бейеүҙе һөйгән, уға мөкиббән киткән кешегә ысын ҡиммәттәр урынына төрлө шалтырауыҡ биреү, дөрөҫөрәге, оҫта итеп тамашасыны алдау килеп сыға түгелме? Һүҙ ҙә юҡ, йыр-бейеүле тамаша кәрәк. Ләкин ул эстәлекле, фәһем алырлыҡ музыкаль комедия, йә музыкаль драма булһын. Тамашасы бит эстрадаға түгел, ә драма театрына килгән.
– Драматург үҙен борсоған идеялар хаҡында ғына яҙырға тейешме, әллә конъюнктур әҫәрҙәр ҙә яҙырға кәрәкме?
– Үҙен борсоған әйберҙәр хаҡында яҙырға тейеш. Конъюнктур проблемалар яҡын булып, улар һине тулҡынландыра икән – яҙ, әгәр һин уларға битараф икән – тотонма.
– Һеҙҙең театрҙар менән эшләү принциптарығыҙ нисек? Пьеса өҫтөндә бергә эшләйһегеҙме, әллә театрға бирәһегеҙ ҙә, улар нисек эшләһә лә, ҡуйһалар булды тип, барыһына риза булып ултыраһығыҙмы?
– Минең театрҙар менән эшләү төрлөсә булды. Әйтәйек, Ғабдулла Ғиләжев «Атылған йондоҙ» пьесаһының бер генә һүҙен дә үҙгәртмәй академтеатр сәхнәһендә ҡуйҙы. Ә Вәзих Сәйфуллин автор менән эшләргә ярата. Диалогтарҙы киҫкенләштереү, йәиһә уларҙы ҡыҙыҡлыраҡ, йәнлерәк итеү өсөн, йә булмаһа әҫәрҙең идеяһын көсәйтеү маҡсатында мин үҙем дә был режиссер менән мауығып эшләнем. Бер үк пьесаны төрлө театр төрлөсә ҡуя. «Аманатҡа хыянат»ты бер нисә профессиональ һәм байтаҡ халык театры ҡуйҙы.
А. Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театрында (режиссер Рафаэль Әйүпов) һәм академтеатрда (Вәзих Сәйфуллин) – һәр береһенең үҙ вариантын эшләнек һәм икеһе лә минең өсөн мөһим, етди эш булды. Күп вариантлылыҡ – ул үҙе бер ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс өлкә. Бер үк әйберҙе төрлө яҡтан, төрлө ракурстан ҡарау тигән һүҙ. Дөрөҫ, режиссер менән ярашмаған, ризалашмаған ваҡыттар ҙа була. Бында инде һөйләшә-һөйләшә «консенсус» табаһың».
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрит Вәлинур улы Богданов ижадтан тыш та шактай яуаплы вазифалар башҡарҙы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашты. 1979 йылдан башлап Бөтә Союз Авторлыҡ хоҡуҡтары буйынса агентлыҡ (ВААП) вәкиле, 1991 йылдан һуң Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡаршыһындағы Интеллектуаль милек агентлығының Башҡортостан буйынса инспекторы булып эшләне. Республикабыҙ Яҙыусылар берлеге драма секцияһы етәксеһе, «Ағиҙел» журналы мөхәрририәте ағзаһы булды. Мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында балалар һәм йәштәр алдында тәрбиә темаларына әленән-әле сығыштар яһаны, әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙарҙа теләп ҡатнашты. Бынан тыш егерме йылдан артыҡ Башҡортостан Тыныслыҡты яҡлау комитеты һәм Совет тыныслыҡ фондының республика бүлексәһе ревизия комиссияһы рәйесе булып торҙо.
Уның һуңғы драма әҫәре – «Батырша» трагедияһы ине. Ғәйәт ҙур күләмле, ҡатмарлы әҫәр. Яҙылған ваҡытта һәм яҙылғас, уның менән оҙаҡлап фекер алышҡан иҫтә. Компьютерҙа баҫылып төпләнгән бер данаһын «... хеҙмәттә һәм ижадта бергә ҡайнап йәшәгән йылдарҙың иҫтәлеге итеп, тәрән ихтирам менән» тигән һүҙҙәр яҙып миңә бүләк итте. 2000 йылдың 10 ноябре ине был көн. Аяныслы үлеменә өс айҙан артығыраҡ ҡына ваҡыт ҡалған булған икән.
Фәрит Богданов тормошта ла, ижадта ла намыҫлы, әҙәпле, һүҙендә тороусан, теүәл, бөхтә, кешелекле һәм кеселекле кеше ине. Оҙаҡ ваҡыттар буйы, айырыуса ғүмеренең һуңғы йылдарында республика гәзиттәрендә әллә күпме ижади портрет, очерк, спектаклдәргә йәиһә әҙәби әҫәрҙәргә рецензиялар баҫтырҙы. Бик матур хикәйәләре, нәҫерҙәре, новеллалары ла күренә башлағайны. Һуңғы йылдарҙа пьесалары башҡортса «Иректәге тотҡонлоҡ», русса «Остались одни огни» тигән йыйынтыҡтарға тупланып сыҡты.
Фәрит Фәтҡуллин
(Архивтан)
Читайте нас: