+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бер картинаның тарихы

Республиканың Нестеров исемендәге художество музейының фондында Башҡортостан Республикаһының ойошторолоу тарихына бәйле бер үҙенсәлекле картина һаҡлана. Уның авторы – рәссам Борис Пискунов.

Картина акварель буяу менән эшләнгән. Һүрәттең аҫтында автор: «Переход Башкирских белых войск на сторону красных у д. Темясово 19 февраля 1919 года» тип яҙып ҡуйған. Картинаның ҙурлығы 46х63,5 см. Был картинаға мин осраҡлы рәүештә генә юлыҡтым: «Акварель яҙ» исемле күргәҙмәнең каталогында. Унда картинаның бәләкәй генә, аҡлы-ҡаралы төҫтәге һүрәте һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирелгән: «Из акварельного наследия, оставленного художниками первого поколения, интересен (не столько своей художественной ценностью, сколько самим фактом появления в башкирской акварели редкого опыта исторической композиции) «Переход башкирских войск на сторону Красной Армии» Б. Пискунова». Каталогты төҙөүселәр менән килешмәй булмай. Ысынлап та был картина тәғәйен тарихи ваҡиғаға бағышланыуы менән ҡыҙыҡлы. Иң мөһиме шунда: беренсенән, Башҡортостан дәүләтселеге ойошторолоу тарихының һынылышлы осор – Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре совет власына яғына сыҡҡан ваҡиғаны һүрәтләгән картина. Икенсенән, был һүрәт 1930 йылда, Зәки Вәлидигә «буржуаз милләтсе», ә ул етәкләгән Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен «контрреволюцион» тигән ярлыҡ тағылған осорҙа ижад ителеп, беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән ҡиммәтле. Картинаның авторы Борис Пискунов әлеге ваҡиғаның шаһиты булманымы икән? Әллә хөкүмәт ҡушыуы буйынса төшөргәнме? Быны әйтеүе ҡыйын, сөнки Нестеров музейында рәссам тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ тинеләр. Уның 1942 йылда вафат булғанлығы ғына билдәле, тинеләр. «Книга памяти Республики Башкортостан» китабында әҙерәк материал бар. Борис Пискунов 1888 йылда Польшала тыуған. 30-сы йылдарҙа Башҡортостанда «Башхудожник» ширҡәтендә рәссам булып эшләгән икән. Тимәк, әлеге һүрәтен тап «Башхужоник» ширҡәте рәссамы булараҡ эшләгәндер. Хөкүмәт заказы ла булғандыр. 1937 йылдың ҡанлы Сталин репрессияһы рәссамды ла урап үтмәй. 1937 йылдың 4 сентябрендә уны ҡулға алалар, өс айҙан һуң 13 декабрҙә атыла. Репрессияға уның ижады, атап әйткәндә, әлеге картина ла сәбәпсе булғандыр, моғайын. Билдәле булыуынса, 1937 йылда милләтселектә ғәйепләнеп, башҡорт интеллигенцияһының аҫыл вәкилдәре һәләк ителә. Борис Пискуновтың исеме Сталин үлгәндән һуң, 1957 йылдың 13 декабрендә аҡлана.
Әйтеп үткәнемсә, картинала автономия өсөн көрәштең һынылышлы осоро һүрәтләгән. Билдәле булыуынса, Башҡортостан автономияһы бынан 100 йыл элек, 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбурҙа, Каруанһарай йортонда, иғлан ителә. Шул уҡ йылдың декабрендә 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында автономия раҫлана һәм тәүге хөкүмәт ойошторола. Әммә бер нисә айҙан, Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алына. Хөкүмәт ағзалары 1918 йылдың апрелендә генә иреккә сыға, уларҙы Ырымбурға сапҡын яһаған башҡорт һәм казак отрядтары ҡотҡара. Силәбегә барып урынлашып, автономия хөкүмәте милли ғәскәр туплай башлай. Граждандар һуғышы барғанда мәлдә ғәскәрһеҙ автономияны яулап булмаясағын аңлай милли хәрәкәт лидерҙары. Тиҙ арала 6 полктан торған милли армия үҫеп сыға. 1918 йылдың көҙөндә аҡтар яғында Колчак власты ҡулына алғас, автономия һәм милли ғәскәрҙәрҙе бөтөрөргә тигән бойороҡ бирә. Башҡортостан хөкүмәте Колчактың фарманына үтәмәй, үҙ ғәскәрҙәренә таянып, эшмәкәрлеген дауам итә. Әммә, аҡтар яғында автономия алып булмаясағын аңлап, хөкүмәт совет власы менән һөйләшеүҙәр башлай.
1919 йылдың 30 ғинуарында билдәле милли хәрәкәт эшмәкәре Муллаян Халиҡов Өфөлә большевиктар менән осрашып, һөйләшә. Совет власы ныҡлы ғәскәре булған Башҡортостан автономияһын ҡуш ҡуллап танырға риза була. «...при условии создания единого фронта с башкирскими полками против Колчака. Со стороны советской власти гарантия национальной свободы башкир полная», – тип телеграмма һуға Өфөгә Мәскәүҙән Ленин менән Сталин.
Халиҡов ҡайтып хәбәр иткәс, Башҡортостан хөкүмәте эште оҙаҡҡа һуҙмай Совет власы яғына сығырға ҡарар итә. Ҡыҙылдар яғына сығыу көнө итеп 18 февраль билдәләнә. Башҡорт полктары 18–20 февралдә ҡыҙылдар яғына сыға. Рәссам башҡорт һалдаттарын ҡыҙылдар яғына шат йылмайып, бүректәрен күккә сөйөп яҡынлашып килә тип һүрәтләгән. Был тарихи дөрөҫлөккә бер ҙә тап килмәй, әлбиттә. Беренсенән, ҡыҙылдар башҡорт ғәскәрҙәрен ҡолас йәйеп ҡаршыламағанлығы тарихтан яҡшы билдәле. Башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлидиҙең хәтирәләренә күҙ һалайыҡ: «...18 февраль иртәһендә фронт аша сығыуҙың мотлаҡ бер юл икәнен төшөндөрмәйенсә, һис бер ғәскәри часты фронт һыҙығына йүнәлтеп булмаясаҡ, күрәләтә ут аҫтына ебәрелгән кеүек күренәсәк. Фронт һыҙығын үҙем башлап сығырға булдым. Әхмәтйән исемле бик ышаныслы әмер тапшырыусымды, ике унтер-офицерҙы һәм аҙ ғына һаҡсы алып, ун кеше сәғәт унда Советтарҙың 1-се Армияһы фронтына яҡынлаштыҡ һәм килеүебеҙ хаҡында полк сардарына хәбәр ебәрҙек. Совет офицерҙары килде. Минең артымдан 1-се кавалерия полкының беренсе батальоны сыҡты... 19 февраль төштән һуң 1-се Армия командармы Гай менән күрештем. Командарм миңә полктарҙың был яҡҡа сығыуын үҙемә күҙәтеп торорға тәҡдим итеп, бәғзе офицерҙар менән кире фронтҡа ебәрҙе. 20 февралдә полктар үҙ күҙ алдымда ҡыҙылдар яғына сыҡты.
Ян-яғына эйәрле ике атым бәйләнгән егеүле санала ултырған килеш ғәскәр хәрәкәтен күҙәттем. Күҙ йәштәремде көскә тыйып, уларҙы сәләмләнем, һалдаттар илаша. Улар үтеп бөткәс, янымдағы Әхмәтйәндең яуырынына башымды эйеп үкһеп иланым. Былай үкһеүем ғүмеремдә, күп булһа, ике-өс тапҡыр булғандыр. Барыбыҙ ҙа инанған демократия һәм азатлыҡ фекерен фиҙа итеп, шәхси, милли һәм ижтимағи ихтыярыбыҙҙы беҙгә билдәһеҙ маҡсатта ҡулланасаҡ Тоболин, Колесовтар ҡулына тапшырыу, аяуһыҙ һуғышҡан дошмандың аяғы аҫтында ҡалыу, милләтебеҙҙең киләсәге ҡараңғылығы, яратҡан ғәскәрҙәребеҙҙең башына һәләкәт төшөү мөмкинлектәре күҙ алдыма килә ине».
Пискуновтың картинаһында тағы бер деталь күҙгә ташлана: башҡорт ғәскәрҙәре аҡ флаг тотҡан, һалдаттарҙың бүректәренә аҡ таҫмалар тағылған. Былар ҙа тарихи дөрөҫлөккә бөтөнләй тап килмәй. Сөнки 1918 йыдың йәйендә үк башҡорт армияһының хәрби символикаһы, милли униформаһы барлыҡҡа килә.
Тарихи дөрөҫлөктән йырағыраҡ торһа ла, Борис Пискуновтың «Переход Башкирских белых войск на сторону красных у д. Темясово 19 февраля 1919 года» тип исемләнгән был картинаһы бөгөнгө көндә үҙе бер тарихи ҡомартҡы (уның үҙенә 87 йыл бит). Икенсенән, башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сығыу ваҡиғаһын сағылдырған бөгөнгө көндә берҙән-бер картина булып тора. Рәссамдар республика тарихының 1917–1919 йылдарҙағы данлы һәм шанлы осорон, атап әйткәндә, бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихына бәйле ваҡиғаларҙы үҙҙәренең ижадында сағылдырырға ашығып бармай, шикелле. Әлегә тиклем, ундай картиналар күренгәне юҡ, үкенескә ҡаршы. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы, милли дәүләтселек тарихына бағышланған яңы картиналар тыуыр, тип өмөт итке килә.
Азат ЯРМУЛЛИН
Читайте нас: