-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Йәш таланттар

«Башҡортостан» Дәүләт концерт залында төрлө йүнәлештәрҙә эшләгән балалар коллективтары хаҡында бөгөнгө һүҙебеҙ

«Чудетство» балалар йыры эстрада театры
«Башҡортостан» Дәүләт концерт залында бик күптән инде «Чудетство» балалар йыры эстрада театры эшләй. Был коллективта 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге 60-тан ашыу бала шөғөлләнә. Балалар бер нисә төркөмдә эшләйҙәр. Түләүле кесе әҙерлек төркөмөндә 3-5 йәшлек балалар һәм 5-7 йәшлек балаларҙы туплаған коллективтар бар. Бюджет нигеҙендә урта йәштәге балалар (7-9 йәшлек һәм 9-13 йәшлек балалар) менән 2 төркөм эшләй. Шулай уҡ 13-16 йәшлек үҫмерҙәр менән шөғөлләнеүсе ҙурҙар төркөмө бар.
Балалар йыры эстрада театрының етәксеһе – Гончар Ольга Ивановна. 1995 йылда 2-се һанлы Өфө педагогия училищеһының музыкаль тәрбиә биреү бүлеген тамамлағандан һуң балалар менән эшләп оло тәжрибә туплаған белгесте 2007 йылда, әле ул ваҡытта «Нефтсе» мәҙәниәт һарайына, «Ассоль» вокал-хореографик студияһына етәксе итеп эшкә алалар. 2006–2009 йылдарҙа Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһында уҡып юғары махсус белемгә эйә була. Театр, кино һәм телевидение факультетын ситтән тороп тамамлап, «театрлаштырылған тамашалар һәм байрамдар режиссеры, уҡытыусыһы» тигән квалификацияға эйә була. Һәләтле белгес илһамланып һәм тырышып ижад итә. 3 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар менән эшләй. Балаларҙы тауыштарына ҡарап төркөмдәргә һайлап алыу, репертуар өҫтөндә эшләү, ҡала, республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашыу кеүек эштәрҙе ул бик әүҙем, үҙ эшен яҡшы белгән оҫталарса алып бара.
– Мәҙәни сараларҙа уңышлы сығыш яһап, күптән инде хаҡлы рәүештә тамашасылар һөйөүен яулаған, һәләтле балаларҙы туплаған коллектив ниндәй йүнәлештәрҙә эшләй? – тигән һорау менән «Чудетство» эстрада театры етәксеһе Гончар Ольга Ивановнаға мөрәжәғәт иттек.
– Коллективтың дөйөм йүнәлеше – эстрада вокалы. Эстрада йыры үҙендә бик күп йыр йүнәлештәрен берләштерә. Унда халыҡ мотивтарын да, джаз элементтарын да, рок-музыканы ла ишетергә була. Шулай уҡ автор йырҙарын да ҙур ихласлыҡ менән башҡаралар. Эстрада вокалы академик йырлауҙан бер аҙ айырыла, тауыш унда асығыраҡ һәм тәбиғи яңғырай.
Төп 3 йүнәлештә эшмәкәрлек алып барабыҙ:
– хореография йүнәлеше (классик һәм заманса хореография)
– актерлыҡ оҫталығы, сцена телмәре
– яңғыҙ һәм вокал ансамблдә йырлау.
– Һәләтле балалар менән эшләүсе кешеләргә ата-әсәләрҙең, йәмғиәттең, етәкселектең дә талаптары айырыуса ҙур була. Ундай балалар менән эшләүселәр иңенә яуаплылыҡ та икеләтә күберәк ята. Балаларҙың һәләтен үҫтереү өсөн ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Йыр-моңға маһир балалар бик хисле һәм бик тырыш, ныҡышмал була. Һәләтле балалар менән эшләү үҙе бер ҙур шатлыҡ ул. Балаларҙың дөрөҫ йырлауын үҫтереү, тауыштарын дөрөҫ ҡуйыу өсөн беҙ төрлө формалар ҡулланып эшләйбеҙ. Иң беренсе дөрөҫ тын алырға өйрәтеүсе күнегеүҙәр эшләйбеҙ. Акапелла йырлау, күп тауышҡа йырлау күнекмәләре үткәрәбеҙ. Өфө композиторҙары менән тығыҙ эшмәкәрлек алып барабыҙ, яңы авторҙарҙы асырға, улар менән бергәләп ижад итергә тырышабыҙ.
– Театрҙың һәр төрлө мәҙәни сараларҙа даими сығыш яһағанын беләбеҙ. Һуңғы йылдарҙа яуланған ниндәй еңеүҙәрҙе, уңышлы сығыштарҙы телгә алырға мөмкин?
– 2011 йылда беҙҙең коллективтың тәрбиәләнеүселәре Мәскәүҙә үткән балалар Евровидениеһының ярамфиналына үттеләр һәм уңышлы сығыш яһанылар. «Чудетство» театры күп һанлы халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Республика конкурстары һәм фестивалдәре еңеүсеһе булды.
«Ассорти» балалар театр мюзиклы
«Башҡортостан» дәүләт концерт залында бик ҡыҙыҡлы, яңыса сәхнә жанры «Ассорти» балалар театр мюзиклы 2012 йылда барлыҡҡа килә. Нимәһе үҙенсәлекле, «Ассорти» – Башҡортостанда балалар өсөн беренсе мюзикл.
– Нимә һуң ул мюзикл? Башҡа жанрҙарҙан ул нимәһе менән айырыла? Мюзиклдың үҙенсәлеге нимәлә? Был турала күберәк белер өсөн «Ассорти» балалар театр мюзиклы етәксеһе, 1-се категориялы педагог, Өфөнөң ҡала педагог-вокалистары методик берекмәһе етәксеһе Лазарева Мария Александровнаға мөрәжәғәт иттек.
– Мюзиклдың үҙенсәлеге – уның башҡа театраль жанрҙарға ҡарағанда ҡатмарлыраҡ булыуында. Мюзикл – үҙендә драманы, йырҙы, хореографияны, опера сәнғәтен берләштереүсе сәхнә әҫәре. Был инде үҙ йәһәтендә репертуарҙың да күп төрлө булыуына килтерә. Репертуарҙың ҡатмарлы булыуы һөҙөмтәһендә бөтә вокал номерҙар, сығыштар тауыш режиссеры тарафынан эшкәртелә һәм аранжировкалана. Һөҙөмтәлә һәр башҡарыусының индивидуаль мөмкинлектәренән сығып, уның үҙе өсөн генә «минус» фонограммалар яҙыла.
Беҙҙең «Ассорти» балалар театр мюзиклы өс йүнәлештә үҫеш ала: театр, вокал һәм хореография. Традицион дәрестәрҙән тыш, уҡыусылар художестволы материалды төрлө тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре ярҙамында өйрәнә. Дәрес-спектакль, дәрес-репетиция формалары ла киң таралған.
Дәрестәр ваҡытында мюзиклда шөғөлләнеүсе балалар тауыш яҙҙырыу аппараттары менән, төрлө микрофондар, концерт майҙанындағы микшер пульты һәм башҡа техника менән эшләргә, дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә. Киләсәктә һөнәр һайлағанда бөтә был шөғөлдәрҙе белеү ныҡ ярҙам итә. Тимәк, беҙ профориентацион йүнәлеш биреү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Был бик мөһим. Спектакль – мюзикл әҙерләп ҡуйған саҡта балалар үҙҙәренең уҡытыусы-педагогынан ғына түгел, ә рәссам-декораторҙан, гримерҙан, тауыш режиссерынан, яҡтыртыу буйынса режиссерҙан, видео-операторҙан төрлө шөғөлгә, һөнәргә өйрәнә.
– Төрлө йүнәлештә эшләүсе «Ассорти»ҙың ниндәй уңыштары бар?
– Мюзиклдың тағы ла бер үҙенсәлеге – уның бик оҙаҡ әҙерләнеүе. Декорация һәм сығыштарҙы ентекле әҙерләү кәрәк. 2013 йылда «Ассорти»ның йәш артистары «Ҡар королеваһы» фильмының тауышын, йырҙарын яҙҙырған саҡта уңышлы ҡатнашты. Шулай уҡ йыл һайын «Йөрәгемде балаларға илтәм» тип аталған уҡытыусыларҙың Республика бәйгеһендә ҡатнашалар.
Йыл дауамында, ижади миҙгел барышында театр-мюзиклда шөғөлләнеүсе балалар күп төрлө байрамдарҙа, концерттарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһайҙар.
Уҡыу йылы аҙағында халыҡ алдында премьера спектакле менән сығыш яһайҙар.
– Мария Александровна, шундай үҙенсәлекле жанрҙа балалар менән эшләүсе етәксе тураһында тулыраҡ белергә мөмкинме? Үҙегеҙ тураһында бер аҙ һөйләп китһәгеҙ ине.
– Мин 1-се категориялы педагог. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының «эстрада-джаз йырлау» класын, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп йәшендәге балаларға музыкаль белем биреү» факультетын, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетын «социаль-мәҙәни эшмәкәрлек менеджменты» һөнәре буйынса тамамланым. Үҙ эшемә яуаплы ҡарайым һәм бик яратып башҡарам. Бөтә Рәсәй кимәлендәге һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ла уңышлы сығыш яһағаным бар. Иң сағыу еңеүҙәрҙән түбәндәгеләрҙе атап әйтергә мөмкин.
International arts Festival-Concourse «Euro vision Espana Star» халыҡ-ара конкурста 1-се дәрәжә лауреаты;
International Porto Competition халыҡ-ара конкурста 1-се дәрәжә лауреаты;
Le Festival International Perfect – Paris – Franze халыҡ-ара конкурста 1-се дәрәжә лауреаты;
International Competition in San Francisco (United States of America. California) халыҡ-ара конкурста 3-сө дәрәжә лауреаты.
«Ассорти» балалар театр мюзиклы белем биреү программаһы 2 төркөм менән эшләй. Әҙерлек төркөмөнә балалар 3 йәштән алына. Төп төркөмгә балалар 5 йәштән йөрөй башлайҙар. Сәнғәт серҙәренә төшөндөрөү өс йүнәлештә алып барыла:
1) Театр сәнғәте. Мюзиклда шөғөлләнеүсе балалар актерлыҡ оҫталығына, сценала дөрөҫ һөйләү телмәренә, сценала үҙ-үҙеңде тотоу серҙәренә, образға инергә, баҫымды дөрөҫ яһап, дөрөҫ интонация менән һөйләргә өйрәнә.
2) Вокал сәнғәте. Уҡыусылар яңғыҙ йырлап, төркөмдә ансамбль менән йырлап күнекмәләр үткәрәләр. Дөрөҫ тын алырға, тауышты дөрөҫ ҡуйырға, тауыш диапозонын табырға, уны тоторға, микрофон менән эшләү дәрестәре ала.
3) Бейеү (хореография) сәнғәте. Был йүнәлеш уҡыусы балаларға ритмик хәрәкәттәр эшләү, классик һәм заманса хореография дәрестәре бирә. Артислыҡ сифаттарын, хәрәкәттәрҙе аңлап, ролгә инеп эшләргә, кәүҙәне матур йөрөтөргә, буй-һынды дөрөҫ тоторға өйрәтә.
«Ассоль» өлгөлө вокал-хореографик студия
«Ассоль» өлгөлө вокал-хореографик студия 1997 йылда балалар музыкаль төркөмө булараҡ, Дим биҫтәһендә барлыҡҡа килә. 2005 йылдан ул «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында шөғөлләнә башлай. Әлеге ваҡытта коллективта 4 йәштән 22 йәшкә тиклемге балалар, йәштәр өс төркөмгә бүленеп шөғөлләнә: кескәйҙәр төркөмө, урта йәштәгеләр һәм ҙурҙар төркөмө. Вокал дәрестәре автор программалары буйынса алып барыла. Балалар бигерәк тә шаян йырҙарҙы, билдәле хиттарҙы яратып өйрәнә һәм ихлас башҡара. Был студияла йыр аша балаларҙың һәләте асыла, тирә-яҡты танып-белеүе үҫешә, бер-береһе менән матур мөғәлләмә итергә өйрәтелә.
«Ассоль» вокал-хореографик студияһы менән 2005 йылдан алып «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» Светлана Викторовна Андреева етәкселек итә. Етәксе балаларҙың тауышын дөрөҫ ҡуйыу өҫтөндә, йыр сәнғәтенең серҙәренә төшөндөрөү өҫтөндә арымай-талмай эшләй. Көй ыңғайына ритмик хәрәкәттәр эшләргә, сценала үҙеңде тоторға өйрәтә. Коллективта шөғөлләнеүселәрҙең сәхнәләге сығышы йылдан-йыл камиллаша, оҫтара бара. Ҡалала һәм райондарҙа үткән төрлө байрам сараларында әүҙем ҡатнашалар. Инвалид-балалар өсөн хәйриә концерттары ойошторалар. Өфөлә үткән балалар олимпиада һәм паралимпиада уйындарын асыу һәм ябыу тантаналарында даими ҡатнашып торалар.
«Ассоль» өлгөлө вокал-хореографик студияһының һуңғы йылдарҙа яулаған уңыштары:
- 2000 йылда Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсында 2-се урын дәрәжәһе лауреаты;
- 2001 йылда Орел ҡалаһында Халыҡ-ара балалар ижады конкурсында 1-се урын дәрәжәһе лауреаты;
- 2001 һәм 2003 йылдарҙа Бөтә Рәсәй «Керәшин һалҡындары» («Крещенские морозы» ) конкурсында Гран-при;
- 2013 йылда Йәш башҡарыусыларҙың «Йәштәр тыныслыҡ йырын йырлай» конкурсында 1-се урын дәрәжәһе лауреаты;
- 2013 йылда «Аҡ һыуһар» эстрада йырҙары конкурсында 1-се һәм 2-се урын дәрәжәһе лауреаты;
- 2013 йылда Алматыла үткән «Бостурғай» Халыҡ-ара вокал конкурсында Гран-при;
- 2014 йылда Түбәнге Тагил ҡалаһында үткән «Алтын әтәскәй» Бөтә Рәсәй телевизион конкурста 1-се урын дәрәжәһе лауреаты;
- 2014 йылда Кустанайҙа үткән «Алтын микрофон» Халыҡ-ара конкурсында 1-се урын дәрәжәһе лауреаты.
- 2020 йылда Өфөлә үткән VII Бөтә Рәсәй «Башҡортостан таланттары» балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында 2-се урын дәрәжәһе лауреаты булды.
«Дельфин» балалар-үҫмер вокал студияһы
«Дельфин» балалар-үҫмер вокал студияһында 12 йәштән 25 йәшкә тиклемге үҫмер балалар һәм студенттар шөғөлләнә. Көй, хәрәкәт, моң яратыусылар өсөн төрлө йүнәлештә эш алып барыла: яңғыҙ йырлау, ансамблдә йырлау, ритмик хәрәкәттәр менән уйындар үткәреү, гитарала уйнау һәм йырлау. Студияла шөғөлләнеүселәрҙең яратҡан стиле – джаз, акапелла, эстрада йырҙары, яңы стиль менән этно-фольк. Дәрестәрҙең төп формаһы – студияла тауыш яҙҙырыу, концерттар менән сығыш яһау, дәрес-репетициялар.
Балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе төрлө яҡтан үҫтергән был коллектив күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй вокал конкурстарында сығыш яһап, призлы урындар яулай. Өфө, Волгоград, Һамар, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында уҙған йыр-моң конкурстарында лауреат, призер булып, еңеү яулап ҡыуандыра был һәләтле балалар. Баш ҡалабыҙҙа үткән байрамдарҙың йөҙөк ҡашы булған был коллективтың сығышын ололар ҙа, балалар ҙа ихлас ҡарайҙар, яратып ҡабул итәләр.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: