+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Быуындар бәйләнеше Моң һәм мөхәббәт

Бәғзе балаға моң әсә ҡарынында уҡ бүләк ителә. Әгәр әсә моң эйәһе булһа, әлбиттә. Ә инде бишек моңонда бала әсәнең шәрбәтле һөтө, наҙлы күҙ ҡарашы, һөйкөмлө йылмайыуы, иманлы рухы менән ләззәтләнә. Тәпәй баҫып, донъя ожмахы ҡуйынына инеп киткәс, ул алһыу таңдар, ҡояш нурҙары, шәфәҡ балҡышы, көмөш һыулы шишмәләр, серле урмандар, мәғрүр тауҙар, сәскәле болондар менән осраша; һандуғас һайрауын, күгәрсен гөрләүен, кәкүк моңон тыңлап әҫәрләнә. Тәбиғәт матурлығы нәфисләй уның хис-тойғоларын. Наҙлы елдәр әллә ҡайҙарҙан әллә ниндәй моңдар ташый. Бала үҙенә кәрәк моңдо эләктереп ала. Тәбиғәт моңо был. Ҡайһы бер үҙешмәкәр йәки профессиональ йырсылар, баш төҙәтәм тип күҙ сығарғандай, үҙгәртә-үҙгәртә, боҙоп та ташлай ул моңдо. Ә бына йырсы Илшат Сибәғәтуллин моңонда ундай “шаштырыу” һиҙелмәй. Шөкөр!

Был ике һүҙ, бер ҡараһаң, ябай, аңлайышлы, тәбиғи. Ул кешенең аң-аҡылы, хис-тойғоһо, йөрәге, күңеле, йәне, ҡаны менән бәйле. Күсмә мәғәнәлә әйтһәк, ер шарында, күктә, ғаләм-йыһан киңлектәрендә лә йөрәк бар. Ер шары – үҙе бер мөхәббәт йомғағы. Моң уның эсендә лә, тышында ла. Кеше – Ер һәм Күктең мөхәббәт емеше. Был емеш мөхәббәт һәм моң менән ғиззәтләнә. Әҙәм балаһындағы моң һәм мөхәббәт Алла рухы менән баһалана: “Моңло кеше – уйлы кеше”; “Мөхәббәтле кеше – мәрхәмәтле кеше”.
Бәғзе балаға моң әсә ҡарынында уҡ бүләк ителә. Әгәр әсә моң эйәһе булһа, әлбиттә. Ә инде бишек моңонда бала әсәнең шәрбәтле һөтө, наҙлы күҙ ҡарашы, һөйкөмлө йылмайыуы, иманлы рухы менән ләззәтләнә. Тәпәй баҫып, донъя ожмахы ҡуйынына инеп киткәс, ул алһыу таңдар, ҡояш нурҙары, шәфәҡ балҡышы, көмөш һыулы шишмәләр, серле урмандар, мәғрүр тауҙар, сәскәле болондар менән осраша; һандуғас һайрауын, күгәрсен гөрләүен, кәкүк моңон тыңлап әҫәрләнә. Тәбиғәт матурлығы нәфисләй уның хис-тойғоларын. Наҙлы елдәр әллә ҡайҙарҙан әллә ниндәй моңдар ташый. Бала үҙенә кәрәк моңдо эләктереп ала. Тәбиғәт моңо был. Ҡайһы бер үҙешмәкәр йәки профессиональ йырсылар, баш төҙәтәм тип күҙ сығарғандай, үҙгәртә-үҙгәртә, боҙоп та ташлай ул моңдо. Ә бына йырсы Илшат Сибәғәтуллин моңонда ундай “шаштырыу” һиҙелмәй. Шөкөр!
Илшат Сибәғәтуллин 1978 йылдың 4 авгусында Илеш районының Үрге Мансар ауылында тыуа. Халыҡ йырҙарындағы моңдо уның йөрәгенә әле булһа ғәзиз әсәһе Сафия һылыу кәрәҙләп тора. Атаһы Әнәс уҙаман, гармун уйнап, ул кәрәҙгә донъя йәме оҫтәй. Ата-әсәнең дәртле моң ҡушылмаһы Илшат күңелендә күркәм дарман булып нағышлана. Илшат, ауыл клубындағы концерттарҙа ҡатнашып, халыҡ йөрәгенә бәләкәй саҡта уҡ юл һала башлай. Үрге Мансар урта мәктәбендә туғыҙ йыл белем алғас, Илеш район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге 86-сы һөнәрселек училищеһында слесарь булыу өсөн уҡый. Уны тамамлағас, йәне һөйгән тыуған ауылына ҡайтып, дүрт йыл колхозда эшләй. Тимерҙәрҙе иретеп йәбештергәндә сәсрәгән ут сатҡыларында ла ниндәйҙер моң бар кеүек. Ҙур бәхеттең һыҙғанып эшкә бирелгәндән килеүен аңлай. Хеҙмәттә мөхәббәт тә бар, моң да бар. Хеҙмәттең ағы ла, ҡараһы ла аң-аҡыл, хис-тойғо талап итә икән. Шуларҙың икеһенән дә, моң йомғағы балҡып килеп сыға. Уларҙың икеһе лә ижади эшсәнлеккә мохтаж. Икеһе өсөн дә имтиханды, ҙурлап әйтһәк, Алланың үҙенә тапшырырға кәрәк. “Моң” тигәнең сәнғәт донъяһына илаһи мөхәббәт менән томоролоуҙы һорай. Дүртөйлө районындағы Етегән (Семилетка) Мәҙәниәт йортона эшкә килә Илшат. Быға тиклем оператор булып эшләгәндә лә, Үрге Мансар клубында күп йырлаған ине инде ул. Клуб мөдире Фирҙәүес Латипов сәхнәлә үҙеңде нисек тоторға, ҡаушамаҫҡа, бөгөлөү-һығылыу ҡыланыштары яһамаҫҡа, ялған матурлыҡтарҙан ҡасырға, йырлағанда айырым һүҙҙәргә генә түгел, һәр хәреф-ауазға, уларҙың моң хосусиәтенә, нәфислегенә, сәнғәтлелек дәрәжәһенә иғтибар итергә өйрәтә. Беренсе остазы Фирҙәүес Латиповҡа рәхмәте донъя ҙурлыҡ Илшат Әнәс улының. Шундай уҡ сәнғәти талапты Етегәндә лә тоя ул.
1999 йылда Башҡортостан йәштәренең “Туған тел” конкурсы булғайны. Илшат Әнәс улы башҡорт халыҡ ижады ынйыһы “Һандуғас”ты йырлай. Йырсы моңонан әҫәрләнгән жюри рәйесе Фәриҙә Ҡудашева Илшатҡа ижади теләктәшлек белдерә. Фәриҙә апай менән уны моң дуҫлаштырғандыр инде. Ҡазанға, райондарға бергә барған саҡтары ла булды.
…Йәштәр концертында мин дә бар инем. Һуңынан моң тураһында Фәриҙә апай менән кәңәшләшеп тә алдыҡ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең дә күңелдәрҙе тетрәндерҙе ул саҡта Илшат моңо. Ҡайһы бер оҫта йырсылар, үрҙә әйткәнсә, яһалмалыҡҡа бирелеп, моң самаһын онота. Илшатта йөрәк менән ҡабул ителә торған саф самими моң!
Һәр милләттең – үҙ моңо. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң миңә Тянь-Шань тауҙары араһында йәшәгән ҡырғыҙ моңон да, дала халҡы ҡаҙаҡ моңон да, эҫе тәбиғәтле үзбәк моңон да, башҡа бик күптәрҙекен дә тыңларға насип булды. Ҡырғыҙ менән башҡорттоҡо ныҡ оҡшаш. Ләкин айырма ла бар. Моң – ҙур төшөнсә. Бөйөк төшөнсә. Ул сағыштырып ҡарауға ла мохтаж. Йырлай-йырлай ошо хәсиәтте лә аңлай Илшат. 2002 йылда уға Илеш делегацияһы менән бергә Баймаҡҡа барыу бәхете йылмая. Баймаҡ – бай яҡ, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Башта тәбиғәт әҫәрләндерә йәш йырсы күңелен. Унан бай күңелле башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы шатландыра уны. 2003 йылда Илшат, күңелендәге был күстәнәсте күтәреп, Ҡазанға Илһам Шакиров исемендәге татар йырҙарын башҡарыу йыйынына китә. Конкурста 200-ҙән ашыу делегация ҡатнаша. Бында ла Илшат йыр яратыусыларҙы әлеге саф, наҙлы, мәғәнәүи моңо менән шаҡ ҡатыра. Илшат моңонан Илһам Шакиров үҙе лә ғиззәтләнә, хатта. Тантанаға йомғаҡ яһағанда ул Илшат йөрәгендә мәғрүр Урал тауҙары араһында аҡҡан йылғалар ҡушылмаһы моңо булыуы тураһында әйтеп үтә. Илшат Ҡазанда Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдиновтың ҡайнар ҡотлауы менән ҡанатлана. Фәриҙә Ҡудашева, Илһам Шакиров, Рөстәм Маликов һ.б. таланттар даирәһе йоғонтоһо менән илһамлана. Репертуарын С. Садыҡова, Р. Яхин, Р. Хәсәнов кеүек күренекле композиторҙар әҫәрҙәре менән байыта.
2004 йылдың 14 апрелендә Илшат Әнәс улы Сибәғәтуллинға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә. Ундай данлауҙары күп уның. Оҫта йырсының шулай булыуы тәбиғи. Урын тарлыҡҡа һылтанып, башҡаларын яҙып тормайыҡ. Йырсы моңона ғашиҡ булғандар ҙа бихисап. Илшат көндәлектәр яҙыу менән дә мәшғүл. Уның хаҡында Фәриҙә Ҡудашева: “Беләһеңме, Илшат, һине шул тиклем тулҡынланып тыңлайым! Күңелемдең иң нескә ҡылдарын сиртәһең. Үҙемде гүзәл Ағиҙелкәй өҫтөндә ҡанат ҡаҡҡан ҡоштай хис итәм. Рәхмәт һиңә, туғанҡай!” – тигәне үҙе бер хөрмәт йәш йырсы өсөн. Йыр бөркөтө Илһам Шакировтың хисле сағыштырыуын үҙ һүҙҙәре менән бирәйек: “Тауышың Урал тауҙарынан урғылған саф һыулы йылға ағышын хәтерләтә, ҡустым. Ҡазанға консерваторияға уҡырға кил!”
Фәриҙә менән Илһам моңо бөтә мосолман донъяһын, күп милләттәр күңелен яуланы. Илшат моңона ла киләсәктә шул насип булһын! Амин! Хәйер, Илшат моңо ла сит илдәрҙәге ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең күңелен наҙлайҙыр хәҙер. Уның райондаштары (илештәр) үткән быуаттың икенсе яртыһында ер эшкәртеү мәҙәниәте шәфәғәтлелеге буйынса Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Рәсәй Федерацияһында өлгө күрһәтте. Улай ғына ла түгел әле. Иген-икмәк өлкәһендә эшләгән ер ғалимдары сит илдәрҙән дә килеп, кандидатлыҡ, докторлыҡ диссертацияһы яҙыу өсөн материал йыйып киттеләр. Беҙҙең халыҡ: “Бер бөртөк бойҙай эсендә игенсенең бер бот тире бар”, – ти. Ана шул тирҙә ер кешеһенең моңо ла бар. Бер осор илештәр ул моң менән сит ил халҡының да күңелен тетрәндерерҙе. Концерт менән Германия, Чехословакия, Венгрия, Польша, тағы ла ҡайҙарҙа ғына булманылар. Һоҡланған тамашасылар уларҙан ниндәй сәнғәт институты тамамлау тураһында һорайҙар икән. Береһе – һауынсы, икенсеһе – тракторсы, өсөнсөһө – комбайнсы, дүртенсеһе – хисапсы, бишенсеһе – иҡтисадсы, алтынсыһы – мал ҡараусы булыуҙары тураһында әйткәс, ышанмай торғандар хатта.
Былтыр ноябрь айында райондаштарым көҙгө уңыш байрамына саҡырҙы. Ҡайттым. Бәй, аҙна үттеме-юҡмы, Татарстандың Аҡтаныш районынан килеп алып киттеләр ҡунаҡҡа. Унда мәктәп директоры булып эшләгән инем (1955–1958 йылдар). Икеһендә лә хеҙмәткә бәйле концерт күрһәтелде. Хеҙмәт моңонда кешегә, илгә, тәбиғәткә, йәшәйешкә ҙур мөхәббәт бар! Тормош ауыр тип зарланабыҙ. Ҡасан еңел булған һуң ул? Киләсәктә лә бәхетте, алтын арбаға тейәп, алдыбыҙға килтереп түкмәйәсәктәр. Беҙ фашизмды ҡорал менән генә түгел, рухи ныҡлыҡ менән дә еңдек. Рухта моң да бар, мөхәббәт тә бар. Әлеге ике концерт та – ер ожмахы матурлығы. Был матурлыҡты балҡытыусылар – шул уҡ һауынсы, тракторсы, машина йөрөтөүсе, мал ҡараусы, хисапсы, иҡтисадсылар…
Ә бына үҙ моңо менән ил тажы шәхесен, моң фәрештәһе Фәриҙә Ҡудашеваны, моң пәйғәмбәре Илһам Шакировты (әгәр шулай әйтергә яраһа) тетрәндергән Илшат Әнәс улының бөгөнгө төп хеҙмәтен беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ – әйтәм: ябай оператор ул. Саҡмағош нефть сығарыу идаралығында эшләй. “Мин – нефтсе” тигәнде ҙур ғорурлыҡ менән әйтә. Үрге Мансар ауылында йәшәй. Үҙе һалған йортта. Мал аҫрай. Умарта үрсетә. Балыҡ тота. Үҙе кеүек аҡ эште лә, ҡара эште лә яратҡан, моң-хискә бай, мөхәббәтле хәләле Зирина менән донъя көтөүе бик күңелле уға. Ике бала был күңеллелеккә йәм өҫтәй-өҫтәй үҫә. Профессионал йырсы булып ҡына йәшәргә ҡушҡан моң фәрештәһенең дә, моң пәйғәмбәренең дә кәңәштәрен килештереп бөтөрмәне ул. Шулай ҙа, йырсы өсөн дә белем кәрәклеген аңлап, уҡыны ла уҡыны. Сәнғәт академияһын тамамланы. Был йәһәттән мин үҙем дә Илшат яҡлы. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер ерҙә лә эшләмәй, йырлап ҡына тамаҡ туйҙырыусыны өнәп бөтөрмәй инем. Алла биргән талант менән генә маһая, йәнәһе. Яҙыусының бер бөртөк таланты мең бөртөк тир менән мансыла. Был хаҡта хәбәрҙарбыҙ. Йырсыныҡы ла шулай икән. Тамаҡ төбө шартлап ярылыу дәрәжәһенә еткәнсе ҡысҡырып йырлау талант түгел икән ул. Тупаҫ итеп әйтһәк, уны ишәк тә булдыра ала. Тамашасы йөрәген тулҡынландырыу өсөн ишәк тауышы түгел, һандуғас моңо кәрәк. Ә бит һандуғас та гел бер моң менән һайрамай. Моңон даими үҙгәртеп тора. Тимәк, ижад итә…
Илшат Әнәс улы кассетаһында әле 16 йыр: “Уйыл”, “Яратам”, “Һағынам, дуҫтар”, “Һыу һибегеҙ гөлдәргә”, “Атайым йүкәләре”, “Бөрлөгән”, “Хушлашырға ашыҡма”, “Бәхет”, “Арса”, “Сибай”, “Китмә, һандуғас”, “Абаға”, “Осоп ҡайтам”, “Танго”, “Хуш, ауылым”, “Өммөгөлсөм”. Һәр береһенә айырым моң кәрәк. Бына ҡайҙа моң ижады. Хәҙер аңланым быны. Был аңлау – үҙем өсөн генә. Ә Илшатҡа аңлау – меңләгән тамашасы алдында имтихан тотҡанда кәрәк. Йырсы Илшатты өс илаһилыҡ ҙурлай: Алла иманына ныҡ ышаныу, кешеләрҙе яратыу, хеҙмәт һөйөү.
Ике маҡсатым бар. Беренсеһе – Илешебеҙҙе, илебеҙҙе иманлы моңо менән данлаһын. Икенсеһе – илгә иш булған изге Илеш тураһында әҙерләгән яңы китабымда моң ҡәҙерен белгән бер йырсы хаҡында бер кәлимә йылы һүҙ әйтеү. Мин моң профессоры ла, мөхәббәт мөғәллиме лә түгел. Яҙыусының төп ҡоралы – ҡәләм. Йырсының төп хыялы – моң. Мөхәббәтле моң! Мөхәббәт һәм моң – йәшәү илаһиәте!
Суфиян Поварисов,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (архивтан)
Читайте нас: