-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ХӘТЕР. ИХЛАСЛЫҒЫ ҠАЛДЫ КҮҢЕЛДӘРҘӘ

Етмешенсе, һикһәненсе йылдар… Башҡорт мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең сәскә атҡан осоро. Айырыуса музыка сәнғәте ҙур күтәрелеш кисерә. Филармония шау-гөр килеп йәшәй. Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Гайсин, Рамазан Йәнбәков кеүек бөйөк артистар сәхнәләрҙе дер һелкетеп сығыш яһаған ваҡыт була. Филармонияла режиссер Иршат Сиражетдинов тарафынан ҡуйылған тамашаларға, ижад кисәләренә, яҙыусылар, шағирҙарҙың юбилейҙарына халыҡ дәррәү йөрөй.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Иршат Фәрит улы, ысынлап та, Башҡортостандағы һәр төр профессиональ һәм халыҡ музыкаһын үҙ эсенә алған берҙән-бер мәҙәни усаҡҡа – филармонияға, яңынан тын өрөп ебәреүсе, сағыу, бай йөкмәткеле тамашалары менән һоҡландырыусы һәләтле режиссер, художество етәксеһе була. Ул гүзәл тәбиғәтле, талантлы кешеләргә бай Учалы районы Туңғатар ауылында 1954 йылдың 19 июнендә донъяға килә. Ауылдаштары араһында Сиражетдиновтар ғаиләһе йыр-моңға ғашиҡ, өлгөлө ғаиләләр иҫәбендә була. Өҫтәүенә Иршаттың атаһы Фәрит ағай тирә-яҡта дан алған оҫта скрипкасы ла. Буласаҡ режиссер мәктәптә уҡығанда үҙешмәкәр театр түңәрәгендә яратып шөғөлләнә, буш ваҡыттарында күп әҙәби әҫәрҙәр уҡый. Шулай бер ваҡыт һәүетемсә генә йәшәп ятҡан төбәккә баш ҡаланан ҡунаҡтар килеп төшә. Улар сәнғәт училищеһына ҡурсаҡ театры өсөн махсус курс йыйыу маҡсаты менән килеүҙәрен әйтә, актерҙар бүлегенә уҡырға ебәрерлек йәштәр менән ҡыҙыҡһына. Бына нисек иҫкә ала был ваҡиғаны ҡунаҡтарҙың береһе булған Башҡортостандың халыҡ артисы Әнисә Яхина: ”Ғөмүмән әйткәндә, Сиражетдинов Иршат Фәрит улының ижад юлы, киләсәге минең ҡатнашлығымдан башланды тип әйтергә мөмкин. Мин ҡурсаҡ театрында эшләй инем ул ваҡытта. Ҡурсаҡ театры өсөн сәнғәт училищеһына студенттар йыйыу маҡсаты менән мине райондар буйлап командировкаға ебәрҙеләр. Беренселәрҙән булып Учалы районына юл тоттом. Унда “Комсомол” совхозында туҡталып, етәкселәр менән һөйләшкәндән һуң, былар өс егет алып килделәр. Шуларҙың береһе һигеҙенсе класс уҡыусыһы Иршат ине. Ул бик матур итеп шиғыр уҡыны. Ҡыйыу егет шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. “Апай, мине алмаҫтар ул актерҙар бүлегенә. Унда бит тик сибәрҙәрҙе генә алалар” тигәне иҫтә ҡалған. Һине алырҙар ул, һис шикһеҙ алырҙар. Һиндә өмөт бар” тип яуап бирҙем мин уға. Шулай итеп, өс Учалы егете лә сәнғәт училищеһына уҡырға инеү бәхетенә ирештеләр. Улар араһында Иршат та бар ине.”
Сәнғәт училищеһында уҡыған осорҙа Иршат Сиражетдинов үҙен тырыш, һәләтле студент итеп күрһәтә. Белемгә, камиллыҡҡа ынтылышы уҡытыусыларҙа ла, бергә уҡыған һабаҡташтарында ла һоҡланыу уята. Вәли Ғәлимов, Рафаэль Аюпов, Кәшфи Ғәҙелшин кеүек үҙ эштәренә мөкиббән, изге күңелле кешеләрҙә уҡый ул.
Училищены тамамлағас, йәш егет совет армияһы сафында Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй. Унан ҡайтҡас, тыуған районының Комсомол ҡасабаһындағы мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй башлай. Унда йәштәр менән бик күп мәҙәни саралар үткәрә, режиссер булараҡ үҙен һынап ҡарай. Тик күңеле ауыл мәҙәниәт йортондағы ҡаҙаныштар менән генә ҡәнәғәт булмай, яңы үрҙәргә ашҡына. Өфөлә сәнғәт институты асылыуын ишетеүе була, Иршат Сиражетдинов күп уйлап тормай, режиссерҙар бүлегенә документтарын тапшыра. Ҙур конкурста еңеп, 1977-1982 йылдарҙа институтта уҡый. Юғары белемле, тәжрибәле режиссер интститутты тамамлағас, бер йыл Өфө ҡалаһының Химиктар мәҙәниәт һарайында башҡорт театры коллективының етәксеһе булып эшләй. 1983-1985 йылдарҙа Республиканың халыҡ ижады ғилми –методик үҙәгендә методист булараҡ, райондарҙағы мәҙәниәт усаҡтарына ҙур ярҙам күрһәтә.
Әммә сәнғәткә булған һөйөү, ижадҡа ынтылыш үҙенекен итә. Иршат Фәрит улы А.В.Луначарский исемендәге Театр институтының юғары театр курстарында эстрада режиссеры һөнәрен үҙләштерә һәм 1986 йылдан алып 2005 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эстрада режиссеры вазифаһын башҡара. Был ваҡытта филармонияла билдәле сәнғәт эшмәкәре Фәтих Ихсанов художество етәксеһе була. Улар бергәләп тамашасы зауығына яуап бирерлек бихисап күркәм тамашалар, концерттар ҡуя. Республикала беренселәрҙән булып фольклорға ҡоролған “Бөгөн байрам, бөгөн туй” исемле программа әҙерләйҙәр. Ошонан һуң танылған “Йәдкәр” төркөмө төҙөлә.
Ул замандарҙа филармонияла концерт бригадалары күп була. Иршат Фәрит улы ете эстрада бригадаһының һәр береһенә үҙенсәлекле йөкмәткеле программа әҙерләй. Булдыҡлы режиссер ай һайын йондоҙнамәгә ҡоролған күркәм концерттар менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Бындай концерттарҙа бер йондоҙлоҡ аҫтында тыуған шәхестәр: йырсыһы ла, бейеүсеһе лә, шағирҙар һәм композитор ҙа бер сәхнәлә сығыш яһай.
“Иршат Сиражетдинов ғәжәп ҡыҙыҡһыныусан, эҙләнеүсән кеше ине. Яҙыусыларҙың, бығаса эшләгән артистарҙың тормош юлын, ижадын яҡшы белде. Шуға күрә ул ҡуйған ижад, хәтер кисәләре үҙенсәлекле һәм ифрат бай эстәлеклеле булыуы менән айырылып торҙо”, – тип иҫкә ала Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Азат Айытҡолов.
Иршат Сиражетдинов ижад иткән тамаша-концерттар драматургия ҡанундарын боҙмауы менән башҡаларҙан айырылып тора. Әҙерләгән программаларында төрлө жанрҙарҙы оҫта файҙалана. Уның концерттарында айырым номерҙар үҙенең бәләкәй генә эстәлеге менән бай йөкмәткеле һәм конфликтҡа ҡоролған, бер епкә теҙелгән ваҡиғаларҙы тыуҙыра. Шул бәләкәй ваҡиғаларҙы логик яҡтан оҫта бәйләүгә ирешә режиссер. “Хәтер”, “Тере һыу” исемле программалар быға дәлил булып тора. Шулай уҡ Иршат Фәрит улы һүҙ жанрына ла ҙур иғтибар бүлә.
“Иршат режиссер эшенә бик яуаплы ҡараны, ҡуйған программаларында үҙенең эске донъяһын да асып һала, жанрҙар төрлөлөгөндә образдар тыуҙыра, яҙмыштар тураһында һөйләй алды”, – тип иҫләй Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, режиссер Салауат Итбаев. Иршат Фәрит улы ҡуйған программалар менән филармония артистары Мәскәү, Санкт-Петербург, Рига, Таллин һәм Урта Азия ҡалаларында ла була. Һәр төбәккә ярашлы өҫтәлмәләр индереү өсөн, яуаплы гастролдәргә үҙе йөрөргә ярата атаҡлы режиссер.
Иршат Сиражетдинов Башҡортостан композиторҙар союзы менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Ул шағирҙар һәм композиторҙарҙы бер сәхнәлә йыйып үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы музыкаль-шиғриәт кисәләре әҙерләп күрһәтә. Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Илшат Хәлилов кеүек йәш композиторҙарҙы билдәле музыка әһелдәре Роберт Ғәзизов, Рим Хәсәновтар, шағирҙар Рауил Бикбаев, Тимер Йосоповтар менән бергә бер концертта туплай. Бындай сығыштар йәш композиторҙар өсөн дә, шағирҙар өсөн дә бик мөһим була, сөнки халыҡ уларҙы белә, таный башлай.
Иршат Сиражетдинов йырсыларға, композиторҙарға бер ваҡытта ла йылы һүҙен, аҡыллы кәңәшен йәлләмәй. Артистарға хас ихласлыҡ, бер ҡатлылыҡ сифаттары хас була уға. Һәр кемдең күңеленә асҡыс таба, сәхнәлә лә, тормошта ла һәр ваҡытта бер төрлө булып ҡала белә. Һөнәрен мөкиббән китеп яратҡан режиссер үҙенең ҡабатланмаҫ сағыу, үҙенсәлекле тамашалары менән халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.
Наҙлыгөл Аҙнабаева,
Башҡорт дәүләт филармонияһының
әҙәби бүлеге мөдире (Архивтан).
Читайте нас: