+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Зөлхәбирә"

Башҡорт халыҡ йырҙары араһында ҡатын-ҡыҙҙың ауыр тормош күреп йәшәүҙәре, сит яҡҡа кейәүгә бирелеп ыҙа сигеүе хаҡында бәйән иткән йырҙарҙың айырым урыны бар. Таштуғайҙы үҙһенмәгән Көнһылыу, теләгенән тыш кейәүгә бирелгән Зөлхизә, һанай китһәң күп… 1963-сө йылда Әбйәлил районы Ниязғол ауылында яҙып алынған вариант буйынса Зөлхәбирә йрының барлыҡҡа килеү тарихы түбәндәгесә.Мостафа исемле мулла ғаиләһендә һылыу Зөлхәбирә исемле ҡыҙ үҫә. Мулланың бер ғәҙәте бар икән – көнө-төнө кәрт уйнай.

Бер мәл Мостафа мулла ҡайҙалыр Ҡаҙан яҡтарында оҫта кәрт уйнаған кеше барлығын белеп ҡалып, шул яҡҡа юл тота. Оҫта кәртсе Рәхип исемле бер ҡарт сыуаш булып сыға. Мостафа мулла Рәхипте таба ла, былар кәрт уйнарға керешеп китәләр. Тәүге ике-өс тапҡырын еңеү мулла яғында була, ләкин һуңынан Рәхип ҡарт тегенең бөтә булған аҡсаһын ғына түгел, өҫтөндәге кейеменә тиклем отоп ала. Шунда Рәхип, икебеҙҙең дә кейәүгә бирерлек ҡыҙҙарыбыҙ бар, әйҙә шуларға уйнайыҡ, тип тәҡдим итә. Мулла риза була, уйнай, ләкин уңыш йәнә ҡарт сыуаш яҡлы була.
Мостафа мулла Ҡаҙанда булған саҡта, уның ҡыҙы Зөлхәбирә өйөнә әхирәттәрен саҡыра. Былар төрлө уйын уйнайҙар, кемдең кемгә кейәүгә сығыуын фаразлайҙар. Зөлхәбирәгә йәмһеҙ бер ҡарт эләгә.Был ҡартты Зөлхәбирә һуңынан төшөндә лә күрә. Имеш, ҡыҙҙар йәнә уйын уйнай – урамда кемде беренсе итеп осратаһың, шуға кейәүгә сығаһың. Йүегереп сыҡһалар, Зөлхәбирә ҡаршыһына йәнә теге кәкре, албаҫтылай йәмһеҙ ҡарт килеп сыға. Мостафа мулла өйөнә ҡайтып төшкәс, бер кемгә бер ни өндәшмәй шым йөрөй. Бер ай ваҡыт үтеп киткәс, ҡыҙына өндәшә: "Ҡаҙанда минең дуҫым йәшәй, һинең йәштәге ҡыҙы ла бар, дуҫлашырһығыҙ", - тип, Зөлхәбирәне үҙе менән Рәхип ҡарт янына алып китә. Ҡыҙ күңеле алдан һиҙгәндәй, Зөлхәбирә нимәләр булырын көтөп, йырлап-моңайып ала. Ҡаҙанда Рәхип ҡарттың ишеге алдына барып еткәс, Зөлхәбирә ни күҙе менән күрһен - ҡапҡаны төшөндә күргән ҡарт асып тора.Атаһы уға эштең ниҙә икәнен аңлатып бирә. Зөлхәбирә шул саҡ атаһының аяғына ташланып үкереп-үкереп илай, ҡартҡа ҡалдырмауын үтенә. Ләкин ҡыҙға сыуаш ҡарты Рәхип янында ҡалырға тура килә. Рәхип Зөлхәбирәнең ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡыҙҙы туҡмап сиркәүгә алып бара, үҙ диненә күсерә.
Зөлхәбирә Рәхип йортонда рәхәт күрмәй, ыҙа сигеп йәшәүгә түҙә алмай, аҡылдан яҙа һәм һыуға батып үлә. Ҡыҙының үле булыуын белеп ҡалып, әсәһе йөрәге түҙмәй үлеп китә, мулла иһә үҙ-үҙенә ҡул һала. Мулланың кәрт уйнарға яратыуы ғаиләһен дә, үҙен дә юҡ итә.
Читайте нас: