Мин, әлбиттә, шунда уҡ юлға сыҡтым. Ул көслө уколдан һуң йоҡлай ине. Оҙаҡ көттөм, ләкин төн яҡынлашҡас, хушлашып китергә тура килде. Икенсе көндө иртәнге һигеҙҙә яңынан килдем. Алғы бүлмәләге диванда өс балаһы: өлкән ҡыҙы Дилара, улы Рөстәм һәм кесе ҡыҙы Әлфиә ултыра ине. Уларҙың төнө буйы керпек тә ҡаҡмағаны күренеп тора. Залдағы диванда Нәжиб ағайҙың ултырғанын күрҙем, янына барайым тигәйнем, ҡулы менән ишаралап көтөп торорға ҡушты. Уны аҡ халатлы ҡатын ҡырындыра ине (Уның кем икәнен белмәйем). Ҡырынып бөткәс, Нәжиб ағай ымлап ҡына мине саҡырҙы. Залға үттем. Күҙ йәштәрен ҡайҙа ҡуяһың!.. Улар, мине тыңламай, үҙҙәренән-үҙҙәре аҡты ла аҡты... Янындағы ултырғысҡа сүгәләргә теләгәйнем, ул үҙе янына диванға саҡырҙы. Күрәһең, көсөн һаҡлағандыр, ым-ишара менән аралашты. Ни әйтергә, һүҙҙе ниҙән башларға? Шунда Нәжиб ағай көтмәгәндә һораны:– Туҡһан ете мәктәпте ябырға теләйҙәр икән, шул дөрөҫмө?– Белмәйем. Дөрөҫтөр, был хәбәрҙе интернеттан уҡыған инем. Мин барыһын да көттөм, ләкин үлем түшәгендә ятҡан 91 йәшлек аҡһаҡалдан бындай һорауҙы ишеткәс, телдән яҙҙым. Һушымды йыйып өлгөрмәнем, ул дауам итте:– Мине бүлдермә, тыңла ғына... Телевидение саҡыртыр инем, ҡиәфәтем кешегә күрһәтерлек түгел, үҙем яҙыр инем, көсөм ҡалманы... Һинән башҡа ышаныслы кеше тапманым. Йыназамда туғандарым исеменән сығыш яһарһың. Балаларыма әйттем – улар риза. Башҡаса һүҙ бирмәҫтәр, тип ҡурҡам. Унда минең менәнбәхилләшергә бөтәһе лә килер, Аҡ йорттан да... Минең васыятты ишетһендәр! Улар милли мәктәптәрҙе ябырға тейеш түгел! Сөнки ул мәктәптәр, ҡағиҙә булараҡ, башҡорт мәктәптәре. Әгәр улар быны эшләһә, ауыл үлер, тел үлер, шулай булғас, театр ҙа үлер... Быға юл ҡуйырға ярамай, аңлайһыңмы? Шуға күрәҡурҡма, түкмәй-сәсмәй бөтә кеше ишетерлек итеп әйт. Был минең һиңә һуңғы үтенесем...Ул быларҙы әйткәндә күҙҙәремә туп-тура ҡараны, әйтерһең дә, минең уны ҡыйын хәлгә ҡалдырмауыма ышанғыһы килде. Ризалығымды белдереп, башымды ғына ҡаҡтым, сөнки һөйләргә көсөм юҡ ине. Ах, ул ҡараш... Был ҡарашты бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын... Бер килке ял иткәс, йәнә һорау бирҙе. Уныһына яуабым юҡ ине.– Һин нисек уйлайһың, мине – керәшен татарын – мосолман зыяратына ерләрҙәрме икән?.....Уны ҡосаҡланым да бүлмәнән сыҡтым... Бер көндән һуң ул фани донъяны ҡалдырып китте. Барыһын да әҙип ҡушҡанса эшләнем. Уның менән М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бәхилләштек. Республиканың бөтә зыялылары, күрше Татарстандан ҡәләмдәш дуҫтары килде. Йәше лә,ҡарты ла бар ине. Башҡортостандың бар юғары хөкүмәт вәкилдәре лә бында ине. Матәм митингыһын ул саҡтағы БР вице-премьеры Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова алып барҙы. Ул минең сығышымдан һуң былай тине:– Беҙ аҡһаҡалыбыҙҙың васыятын мотлаҡ үтәрбеҙ! Уны 63 йыл буйы мөхәббәттә һәм татыулыҡта ғүмер иткән яратҡан ҡатыны Наилә апай янына ерләнеләр. Балалары әйтеүенсә, Нәжиб ағай минең менән осрашҡандан һуң, мулла саҡыртып, ислам динен ҡабул иткән... Йөрәгемә ҡәҙерле булған Нәжиб Вилдан улы Асанбаев кеүек Кеше менән осраштырған өсөн яҙмышыма тағы ла бер тапҡыр рәхмәт уҡыйым. Ул ошолай тип әйтер ине: ”Мин милләтем буйынса татар, ләкин үҙемде башҡорт драматургы тип иҫәпләйем”. Эйе, ул ғүмеренең һуңғы секундына ҡәҙәр башҡорт телен һаҡлау өсөн көрәште.Былар буш һүҙ түгел, ә яу яланын үткән аҡһаҡал һүҙҙәре...