+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йырлы ғүмер

“Мин үҙем башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ кешемен”, – ти Рәсих Ханнанов
Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Әнғәм Атнабаев исемендәге премиялар лауреаты, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсих Нурғәле улы Ханнанов Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитетының Юғары партия мәктәбендә журналистика факультетын тамамлай. Үҙенең ижади эшмәкәрлеген мәктәп йылдарында башлай. Райондың «Колхоз юлы» гәзитендә тәүге шиғырҙарын, хикәйәләрен баҫтыра. Беренсе шиғырҙар йыйынтығын төҙөй. Унда ингән күпселек шиғырҙар, һуңынан көй яҙылып, йырға әйләнә.
Күп һанлы гәзит-журнал мәҡәләләре, очерктар, әҙәби һәм театраль рецензиялар менән бер рәттән, Рәсих Нурғәле улы робағиҙар, поэмалар, хикәйәләр, новеллалар, повестар ижад итә. Уның “Йәшлек ҡанаттары”, “Диңгеҙ ҡарлуғасы”, “Күңел нуры”, “Көтөгөҙ мине, тирәктәрем!”, “Юл буйында күк сәскә”, “Ҡатынға бүләк”, “Яҙмышмы, ҡарғышмы”, “Күр әле бер генә”, “Робағиҙар”, “Ишәк – етәксе” һәм башҡа (егерменән артыҡ) йыйынтыҡтары уҡыусылар, тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡаршылана.
Рәсих Ханнановтың ижадында йырҙар айырым урын алып тора. Башҡортостан һәм Татарстандың профессиональ композиторҙары тарафынан уның шиғырҙарына ике йөҙгә яҡын йыр ижад ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәре халыҡ йырына ла әйләнә. “Яңғыҙ аҡҡош күлдәрҙә” йыры, мәҫәлән, Татарстанда йылдың иң яҡшы йыры тип табыла. “Күр әле бер генә” йыры халыҡ-ара Гран-при ала. “Минең Өфөм – Уралдың саф гөлө” йыры республика конкурсында еңеп, баш ҡалабыҙҙың байрам гимны тип ҡабул ителә. “Онотма”, “Минең әсәй гөл ярата ине“, “Йылмайыу”, “Торналар киткән саҡта”, “Мин тормошто яратам!”, “Иҫеңдә тот” кеүек йырҙары, грампластинкаларға яҙылып, бөтә Советтар Союзына тарала. Композитор Тәлғәт Шәрипов менән берлектә аудиокассета, Рим Хәсәнов көйҙәренә Мәскәүҙә “Рәсих Ханнанов йырҙары” тигән компакт-диск сығарыла.
Драматург булараҡ, уның тарафынан ун туғыҙ пьеса, музыкаль комедия яҙылған. Уларҙың байтағы төрлө республикалар сәхнәһендә ҡуйылған. Һуңғы ваҡытта Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин һәм Ҡәнзәфәр Усаевтарға арналған драма ижад итте. Балалар өсөн “Салауат һәм Ҡараһаҡал йәйәһе” тигән пьесаһы ла ҡыҙыҡлы.
Яҙыусы ҙур йәмәғәтселек эштәре алып барҙы. Партия өлкә комитетының район гәзиттәре буйынса референты, Тыныслыҡты яҡлау фондының идара ағзаһы, Халыҡ контроле комитеты ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Шәһит Хоҙайбирҙин премиялары буйынса комиссиялар ағзаһы: утыҙ йылдан ашыу “Һәнәк” журналы редколлегия ағзаһы; БР Журналистар союзының ревизия комиссияһы рәйесе булды. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн миҙалдар һәм юғары ойошмаларҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Рәсәй матбуғатының 300 йыллығы уңайы менән Рәсәй Журналистар союзы уны Ватан журналистикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн, “Иҫтәлек” миҙалы менән бүләкләне. Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа актив эшләүен баһалап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уға үҙенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Ошо биографик белешмә лә Рәсих ағай Ханнановты яҡындан белмәгәндәргә ярты быуаттан ашыу ижад эшмәкәрлегенең бай һәм йөкмәткеле булыуы хаҡында һөйләй. Ә инде ул “Ҡыҙыл таң”дың баш мөхәррире сағында уның үҙе менән яҡындан аралашҡандар өсөн, өҫтәүенә минең кеүек тиҫтә йылдан ашыу бергә эшләгәндәр өсөн Рәсих ағайҙың егәрлелеге, уңғанлығы һәм ныҡышмаллығы хайран ҡалдыра. Ғөмүмән, Рәсих ағай менән аралашыу, гәпләшеү бик күңелле. Уның менән теләһә ниндәй темаға ла әңгәмә ҡороп була. Ошондай бер әңгәмәне тәҡдим итәм.
– Рәсих ағай, яҙыусы булып танылып та, ижадтан туҡтап ҡалған әҙиптәр бармы беҙҙә?
– Ундайҙарҙы белмәйем. Яҙыусы, исеме үк әйтеп тора, ҡәләме ҡулынан төшөп киткәнсе яҙырға тейеш. Уға бүтән төрлө яҙмыш бирелмәгән. Беләһегеҙ, мин ғүмерем буйына журналистикаға хеҙмәт иттем. Күпселек яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрен беҙҙең гәзиттә баҫтырҙы. Мин һәр ваҡыт уларға иң алдан юл бирергә тырыштым. Сөнки мин әҙиптәрҙең хәлен, икенсе төрлө әйткәндә, ижади шарттарының ниндәй икәнен белдем һәм ярҙам итергә теләнем.
– “Ижади шарттар” тигәнгә һеҙ нимәләрҙе керетәһегеҙ?
– Иң беренсе – уларҙың тормош мөмкинлектәрен. Яҙыусыларға ҡарата бигүк дөрөҫ булмаған ҡараш йәшәп килә. Ҡайһы берәүҙәр яҙыусылар хаҡында, күңел асып, затлы тормошта йәшәйҙәр, тип уйлай. Быға ҡаршы мин бер шиғырымда ошолай тип яҙғайным да инде:
Ҡулда ҡәләм, эшең еңел, тиҙәр,
Ҡарайһың бит ҡайһы яғынан.
Мин йыш ҡына һабан һөргән саҡты,
Урман киҫкән саҡты һағынам.
Яҙыусының иңдәрендә – донъя йөгө. Беҙҙең, Лев Толстойҙыҡы кеүек, имениеларыбыҙ юҡ. Ғүмер буйынса ике фронтта эшләргә тура килә. Беренсеһе – тамағын туйҙырыу, ғаиләһен ҡарау өсөн мотлаҡ рәүештә ҡайҙалыр эшләргә тейеш. Мин бүтән төрлө яҙыусыны белмәйем: күбеһе журналистикала эшләне һәм эшләй. Шунлыҡтан әҙәби әҫәрҙәр ял сәғәттәре, һаулыҡ иҫәбенә яҙыла. Мин быны үҙемдән беләм.
– Шундай ҡыйынлыҡ менән яҙылған китаптарҙы уҡыйҙармы һуң? Телевизор, интернет кеүек саралар барлыҡҡа килгәс, халыҡ китап уҡымай, тигән һүҙҙәр ишетелә башланы бит.
– Был дөрөҫ түгел. Кеше китапһыҙ йәшәй алмай. Китаптар төрлө-төрлө булырға мөмкин, йәғни йөкмәтке һәм сифат яғы айырылып тора. Ләкин был һис тә “китап кәрәкмәй” тигән һүҙ түгел. Яҙыусы ниндәй генә үҫеш кимәлендә булмаһын, ул образдар аша ниндәй ҙә булһа яңы фекер әйтә, халыҡҡа мөнәсәбәтен белдерә. Икенсе төрлө әйткәндә, уҡыусы күңеленә яҡшылыҡ һәм яҡтылыҡ ойотҡоһо һала, уны уйланырға, йәшәйештә тотҡан урынын билдәләргә ярҙам итә. Китаптар күп булырға тейеш, тип уйлайым мин. Улар, йәнһеҙ интернетҡа ҡарағанда, үтемлерәк, фәһемлерәк. Китап өсөн аҡсаны йәлләргә ярамай. Әҙәби әҫәрҙәр халыҡтарыбыҙға күңел байлығы, рух күтәренкелеге, тыуған илгә, изге еребеҙгә бирелгәнлек рухы, мөхәббәт булып кире ҡайта. Был хаҡта, күп һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Шул уҡ ваҡытта яҙыусылар тураһында хәстәрлек кәрәклеген дә оноторға ярамайҙыр. Улар бер осорҙа ла күпте өмөт итмәне, аҙына ла ҡәнәғәт булды. Күрә, аңлай белеү, йылы һүҙ әйтеү – иң тәүҙә шул кәрәк. Әгәр тарихҡа күҙ һалһаҡ, бының миҫалдарын күп күрәһең. Әле үткән быуаттың егерме һигеҙенсе йылында уҡ Һаҙый Таҡташ, әсенеп, яҙыусыларҙы клуб эшсәндәренән дә түбән ҡуялар, тигән кеүегерәк фекер әйткән. Уйланыр нәмәләр бар бында.
– Дәүләт тарафынан китаптарҙы йыш сығарып булмай. Киләсәктә, бәлки, эш яҡшырыр. Шул уҡ ваҡытта икенсе бер етди мәсьәләгә – үҙнәшер менән китап сығарыуға туҡталғы килә. Был ғәмәлгә нисек ҡарайҙығыҙ?
– Әлбиттә, ыңғай ҡарайым. Был сара бер бөгөн генә уйлап табылмаған. Яҙыусыларға элек тә ихтирам күрһәткәндәр: бай, хәллерәк кешеләр ярҙам иткән. Яҙыусы нәшер иткән өсөн аҡса ла алған хатта. Хәҙер – киреһенсә. Мин һуңғы өс йылда шиғырҙар, пьесалар, робағиҙар, мәҫәлдәр һәм нәҫерҙәр сығарҙым. Бында икенсе мөһим мәсьәләгә тап булдым. Үҙнәшер менән сығарылған китаптарҙы магазиндар һатырға алмай. Бөтә һүҙҙәре шул: “Һатып булмай”. Нимә эшләргә? Беҙ үҙебеҙ һатып йөрөй алмайбыҙ бит. Етди рәүештә, хөкүмәт дәрәжәһендә берәй сара уйлап табырға кәрәктер. Киләсәктә был алым киң тараласаҡ. Әле лә ул аҙ түгел. Райондар күләмендә лә үҙнәшер күбәйә. Быны күрмәҫкә тырышыу – хата. Бер “Китап” нәшриәте генә булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә алмай. Һүҙ ҙә юҡ, һуңғы ваҡытта ул тырыша, китаптарҙың йөкмәткеһе лә, йөҙө лә ныҡ матурланды.
– Ул үҙнәшер китаптары дәүләт сығарғандар менән ярыша аламы һуң?
– Бөтә хикмәт тә шунда, ярыша алмай. Бигерәк тә йөкмәткеһе яғынан. Бешеп етмәгән алманы ашап булмаған кеүек, уларҙыү байтағын яратып уҡып булмай. Нимә эшләргә һуң? Минеңсә, бер генә юл бар: ярҙам итергә. Ҡулъяҙмалар мотлаҡ рәүештә Яҙыусылар союзының ижади бүлектәре аша үтергә, рецензия яҙылырға тейеш. Элек шулай ителә ине. Был һис тә ижад иркен сикләү түгел. Яҡшы китап сығарһа, уның авторы өсөн йөҙ аҡлығы бит. Мин танылған шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән Назарҙың һүҙҙәре менән килешәм. Ул: “Етлекмәгән, образлы фекерләүҙең нимә икәнен дә белмәгән шиғырҙарҙың шул яғы ла бар: уларҙы уҡыған ябай кешеләрҙең, ысын шиғриәт шулай була икән, тип уйлауҙары мөмкин, ә автор үҙен “мин шағирмын” тип алданып йөрөйәсәк, эстетик зауыҡҡа, критерийҙарға торошһоҙ, түбән кимәлдәге әйберҙәре менән гәзит, журнал редакцияларын тултырасаҡ,” – тигәйне.
Дөрөҫ, һәр шиғыр яҙған кеше Туҡай булырға йыйынмай, шулай ҙа китап тиклем китап сығарғанда талап ҙур булырға тейеш. Нисек кенә, ҡайһы яҡтан ғына ҡараһаң да, теләһә ниндәй китап үҙ жанрының үҫеш кимәлен билдәләү булып торорға тейеш. Шуны онотмаһаҡ ине.
– Һеҙ республикабыҙҙың иң күренекле композиторҙары менән дуҫлыҡта күп йырҙар ижад иткән шәхес. Бөгөнгө йырҙар торошо һеҙҙең ҡарашҡа нисек?
– Йырҙар күп йырлана, был һәйбәт, йәш йырсылар күбәйҙе. Йырҙарҙың да һәйбәттәре осрап ҡуя. Ләкин, тотош алғанда, күп лирик йырҙар “мин һине яратам, ташлап китмә, етем итмә” тигән кеүек бөтәбеҙгә лә билдәле булған һүҙ теҙмәһенән ары китә алмай. Һәр йыр, сәнғәт әҫәре булараҡ, кешегә яңылыҡ, матур, тапалмаған хистәр алып килергә бурыслы. Әлеге мөхәббәт тураһындағы йөҙҙәрсә йырҙарҙан бер нисәһе, “Туған тел”, “Азамат”, “Тәфтиләү”ҙәр кеүек, киләсәккә барып етерме, әйтеүе ҡыйын. Бер-береһенә оҡшаш көйҙәр, әллә күпме ҡабатланған һүҙҙәр оҙаҡ йәшәүгә өмөт итә алмай.
Халыҡ күңеленә үтеп инерлек яҡшы йырҙар яҙыу өсөн ике яҡтың да тәрән белемле, зауыҡлы булыуы кәрәк. Ә ҡайһы саҡта нотаны белмәгән “композиторҙар” ҙа үҙҙәрен йондоҙға һанай, улар тураһында гәзиттәр ҙә маҡтап яҙып сығалар.
Мин үҙем башҡорт халыҡ йырҙарына ғашиҡ кешемен. Әсәйем дә уларҙы яратып йырлай ине. Күрәһең, ошолар күңелемә ойотҡо һалғандыр. Бөгөн башҡорт халыҡ йырҙарына ҙур әһәмиәт бирелә, билдәле булмағандары эҙләп табыла. Халыҡ көйҙәре – тарихтан килгән ҡабатланмаҫ мираҫ. Мин уларға яңылыҡ индерергә теләүселәрҙе аңламайым. Бер “белгес” хатта, “беҙҙең хәҙер шундай музыка ҡоралыбыҙ бар, уларҙы ҡулланып, халыҡ көйҙәрен, “запад”тыҡына илтеп еткерергә кәрәк”, – тип әйтеүгә барып етте. Шуға ҡаршы бер һүҙ өндәшеүсе булманы. Халыҡ йырҙарына ундай ниәт менән ҡағылырға ярамай, улар нисек барлыҡҡа килгән, шулай рухи байлығыбыҙ булып һаҡланырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән “запад” уларҙы үҙе килеп өйрәнер.
Йырҙар тураһында һүҙ барғас, мин тағы ла шуны әйтер инем: Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов кеүек атаҡлы композиторҙарыбыҙҙың йырҙары бик һирәк яңғырай. Беҙ шуларҙы тыңлап үҫтек һәм йәшәнек, йәштәр ҙә уларҙан ләззәт алһын. Йәштәр янына улар түгел, улар янына йәштәр һыйынһын ине.
– Рәсих ағай! Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА
Читайте нас: