+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

МӘҺӘҘИЕВ һабағы

Мәһәҙиев Мәкәрим Әҙеһәм улы Башҡорт театры тарихында беренсе профессиональ белемле режиссер булараҡ билдәле. «Ә ни өсөн беренсе, уға тиклем дә театр булған бит», – тип әйтеүселәр ҙә булыр. Эйе, ул – беренсе, сөнки Мәһәҙиевҡа тиклем, театрҙа һәүәҫкәр, белемһеҙ, әммә һәләтле режиссерҙар спектаклдәр ҡуйған.
Беҙ белгән бөгөнгө драма театры, революциянан һуң, Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта ойошторола. Һалдат театрында эшләп, тәжрибә туплап ҡайтҡан Ғиниәт Ушанов һәләтле йәштәрҙе йыйып, һәүәҫкәр театры ойоштороп ебәрә. 1919 йылда, Өфө баш ҡала булғас, Ушанов театрын Өфөгә күсереп, хөкүмәт театры итеп эшләйҙәр. Етәксе итеп Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы тәғәйенләйҙәр, ә Ушанов режиссер һәм артист булып ҡала.
Мортазин-Иманский сығышы менән Ырымбурҙан. Шунда мәҙрәсәлә уҡып белем алғандан һуң, Ырымбурҙың урыҫ театры өлгөһөндә һәүәҫкәр татар театры ойоштороп тәжрибә туплай. Унан Татарстанға килеп, бөгөнгө Ғ.Камал исемендәге татар театрына нигеҙ һалыуҙа ҡатнаша, ә Башҡортостанға «Сәйәр» татар театрын ойоштороу маҡсаты менән килә. Бәлки шуға күрәлер ҙә, уны башҡорт театрына етәксе итеп ҡуйғандарҙыр. Әммә Мортазин-Иманский театрҙа оҙаҡ эшләмәй, ике йылдан һуң ҡайтып китә. Унан һуң театрҙа етәкселәр күп алышына. Фәҡәт Исхаҡ Зәйни етәксе итеп тәғәйенләнгәс кенә, театр тотороҡло эшләй башлай.
Мәкәрим Мәһәҙиев башҡорт театрына 1930 йылда артист һәм режиссер итеп эшкә алына. Өс йылдан ул художество етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Быға тиклем байтаҡ юл үтә ул.
Мәкәрим Мәһәҙиев 1901 йылдың 21 декабрендә Татарстандың Әлмәт өйәҙе Түбәнге Ока ауылында тыуа. Ауыл мәҙрәсәһендә белем алғандан һуң Ҡазанға барып татар уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға инә. Ҡазандағы һәүәҫкәр театрына йөрөй башлағас, уға «театр ене» ҡағыла.
1917–1921 йылдарҙа төрлө күсмә антреприза театрҙарында ҡатнаша. Өфөләге Ҡыҙыл Армияның политбүлеге эргәһендәге татар-башҡорт театрында эшләгәндән һуң, Мәскәүгә уҡырға китә. 1922–1926 йылдарҙа ундағы Үҙәк театр сәнғәте техникумында уҡыу менән бер рәттән, эшсе татар театрында ла эшләй. 1926 йылда Өфөгә килеп, Башҡорт дәүләт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡыта һәм шул бүлеккә етәкселек итә. Хатта үҙе 1934 йылда колхоз-совхоз театрҙары өсөн курс йыйып уҡытып сығара.
Ул театрҙар бөтөрөлөп ҡалаларға күскәс, Мәһәҙиевтың бер нисә уҡыусыһы Башҡорт театрына эшкә килә. Баймаҡ театры Сибайға, Ауырғазы театры Салауат ҡалаһына күсә, улар бөгөн дә матур итеп эшләп килә.
Бөгөнгө күҙлектән артистар донъяһы тарихына байҡау яһаһаҡ, Мәһәҙиев уҡытып сығарған артистар Башҡортостанда иң көслө һәм һәләтлеләр иҫәбендә. СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков, Зәйтүнә Бикбулатова, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Вәли Ғәлимов һәм башҡалар.
Вәли ағай Ғәлимов 22 йыл театрҙа баш режиссер булып хеҙмәт итә. Ул миңә уҡытыусыһы Мәһәҙиев хаҡында байтаҡ нәмәләр һөйләгәйне.
– Бер көндө Мәһәҙиев дәрескә бик кәйефһеҙ килеп инде. Беҙ аптырап ҡалдыҡ, ни булды икән уҡытыусыбыҙға? Ул беҙҙең менән иҫәнләшеп тә тормай, ҡулын ғына һелтәп ултырырға ишара яһаны ла, өҫтәле эргәһенә барып, арты менән байтаҡ баҫып торҙо. Шунан ҡапыл боролоп, йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты. Беҙ тертләп киттек. Уҡытыусыбыҙ шул ҡыҙыулыҡ менән шиғыр һөйләй башланы. Беҙ шаҡ ҡатып тыңлайбыҙ, шиғыр тыңлауҙан хатта сәстәр үрә торған һымаҡ булды. Мәһәҙиев шиғырын һөйләп бөттө лә, бер аҙ беҙгә ҡарап торғандан һуң, йылмайып ебәрҙе. Беҙ бер ни аңламайбыҙ. «Тамашасыны ошолай итеп тетрәндерә алһағыҙ, һеҙҙән артист сығасаҡ», – тине.
Уҡыусыһы Вәли ағай ҙа спектакль ҡуйған сағында йәш артистарға уйнап күрһәтеп ебәрә торғайны.
Мәкәрим Мәһәҙиев театрҙы етәкләй башлағас, бик ҙур үҙгәрештәр башлана. Ҡайһы бер спектаклдәр, кимәле түбән тигән сәбәп менән сәхнәнән алып ташланыла, (бәлки шулай булғандыр), сөнки Мәһәҙиев спектаклдәргә профессиональ күҙлектән, Мәскәү кимәленән ҡараған. Күпселек артистар белемһеҙ – үҙешмәкәр. Наполеон, иң ауыры – хөкүмәт һәм театр төҙөү, тип юҡҡа әйтмәгәндер. Мәһәҙиев та театрҙы профессиональ кимәлгә күтәреү маҡсатында ең һыҙғанып эшкә тотона, ә был уға еңелдән бирелмәй.
1929–1930 йылдар Башҡорт театры тарихында ижади һынылыш осоро була. Әйтәйек, ошоға тиклем 4-5 репетиция яһалып спектаклдәр суфлер менән уйналһа, Мәһәҙиев бер ай репетиция яһап, артистарҙы спектаклдең һүҙҙәрен ятлатып уйната башлай. М.Мәһәҙиев беренселәрҙән булып 27 репетиция яһап, Н.Гоголдең «Ревизор» пьесаһын сәхнәләштерә. Был уның башҡорт театры сәхнәһендә классик әҫәрҙәр ҙә йәшәй ала, тигәнде иҫбатлау ҙа булып тора. Театр репертуарында Мәһәҙиев ҡуйған «Борис Годунов» (А.С.Пушкин), «Юлбаҫарҙар», «Мәкер һәм мөхәббәт» (Ф.Шиллер), «Һарыҡ шимәһе» (Лопе де Вега), «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» (Н.Островский) спектаклдәре урын ала. Мәһәҙиев Башҡортостан драматургтары менән эшләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Уларҙың кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул А.Таһировтың «Алатау», «Завод», «17-30», «Себерәк Ғилман», С.Мифтаховтың «Пандар илендә», «Зимагорҙар», Н.Иҫәнбәттең «Портфель», «Культуралы Шәнгәрәй» пьесаларын ҡуйып, республикала драматургтар булдыра.
Ҡаты ҡуллы, белемле етәксе үҙ маҡсатына ирешә, репертуар яңыра, театр иркен һулыш ала. Һәр үҙгәреш хаталарһыҙ булмай. Был Мәһәҙиевҡа ла хас булғандыр, сөнки ижад кешеһен ҡайһы саҡ хистәре әйҙәп алып китеүсән, ә был ҡаршы килеүселәргә һәр ваҡыт аҙыҡ була. Әйтәйек, ул үҙе спектаклдәр ҡуйыу менән бер рәттән төп ролдәрҙе лә башҡара башлай. Студенткаһы Зәйтүнә Бикбулатоваға өйләнгәс, уны төп героиня итә. Мәҫәлән, У.Шекспирҙың «Отелло» спектаклен ҡуйғас, үҙе Отелло, ә ҡатыны Дездемона образдарын башҡара. Был спектакль бик уңышлы килеп сыға, Мәскәүҙә уйнағандан һуң, театр белгестәре Башҡорт театрына ҙур баһа биреп, уның профессиональ кимәлен күтәрә. Нисек кенә яҡшы башҡармаһындар, бындай хәлде артист халҡы яратмай, сөнки һәр кемдең сәхнәгә сыҡҡыһы, уйнағыһы килә. Булдыра аламы-юҡмы, уны уйлап тормай, мин яҡшыраҡ уйнар инем, тип уйлай.
Театр танылыу ала барған һайын ҡаршылыҡтар артҡандан-арта бара. Өҫтөнән ялыу яҙа башлайҙар. Әммә был ялыуҙар бик һөҙөмтә бирмәй. Ниһайәт, М.Мәһәҙиев политик хата ебәрә. Ил дошманы Зәки Вәлиди хаҡында спектакль ҡуйып, уны үҙе уйнай. Ана шунан һуң уға халыҡ дошманы ғәйебе тағалар.
Ҡулға алыу өсөн партия ойошмаһының һығымтаһы кәрәк була. Коммунистар юғарынан ҡушыу буйынса йыйылыш үткәрә. Театрҙың партия ойошмаһы секретары Ғәлләм Саттаров була. (Миңә шунда булған хәлде бер ветеран һөйләгәйне).
Партия йыйылышына Мәһәҙиев бик ҡаты ауырыһа ла, килгән. Әҙерләнгән коммунистар уға ғәйеп ташлап сығыш яһаған, нисек тә ҡаты ҡулдан үс алырға уйлаған. Парторг:
– Мәһәҙиев, баҫ, яуап бир, шулай булдымы?
– Егеттәр, мин баҫа алмайым, хәлем юҡ, ауырыйым, ултырған ерҙән генә яуап бирәйем...
– Ба-а-ҫ! Беҙ һинең алда баҫып ҡалтырап торғанда яҡшы инекме? Бына хәҙер һин беҙҙең алда баҫып, ҡалтырап тор! – тип, Мәһәҙиевты баҫырға мәжбүр иткән парторг.
Билдәле булыуынса, уға халыҡ дошманы тигән ҡарар сығаралар. Мәһәҙиевты ла, ҡатынын да ҡулға алалар. 1937 йылда Мәһәҙиевты атырға тигән хөкөм сығаралар. 1938 йылда ул атып үлтерелә. 1957 йылда ғына М.Мәһәҙиевты аҡлайҙар.
Бер ваҡыт рус театры артисы Лев Арон улы Бенин: «Театрҙа дуҫтар булмай, ә мөхәббәт булыуы бар», – тигәйне. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк барҙыр, сөнки унда һәр ваҡыт ярыш бара…
Бөгөн Башҡорт театрының тарихына күҙ ташлаһаң, төрлө сәбәптәр менән байтаҡ һәләттәр юҡҡа сыҡҡан. Ижад кешеһе халҡының патриоты булырға тейеш, юҡһа һинең ижадың кемгә кәрәк. Ә патриотлыҡ менән милләтселек араһында сик табыуы бик ҡыйын...
Был яҙмам киләсәк быуын ижадсыларына һабаҡ булһын ине. Сөнки тарих үткәнде генә түгел, киләсәкте лә асыҡлай. Тормошта хәлдәр ҡабатланып тора, тик уның йөҙө һәм ысулдары ғына үҙгәрә...
Әхтәм АБУШАХМАНОВ
Читайте нас: