+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Яңы китап Тынғыһыҙ ҙа донъяларҙы яратҡан шәхес

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә уҡымышлы, фәһемле һәм тормошсан китаптар нәшер ителеп тора. Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһының һəм Рәсәй Федерацияһының журналистар Союзы ағзаһы Ғарифулла Хəбибулла улы Япаровтың «Беҙ яратҡан донъя» исемле китабы донъя күрҙе.
Киң даирәле, батыр йөрәкле был шәхес йөрәгендә ғәме булған милләттәштәргә яҡшы таныш. Әүҙем тормош алып барыусы автор менән беҙ ҙә әңгәмә ҡорҙоҡ.
«Беҙ яратҡан донъя» йыйынтығының үҙенсәлеге – тормошсан ваҡиғалар еңелсә юмор аша мауыҡтырғыс итеп һүрәтләнеүе. Китаптың төп геройы Ғәлим аша уҡыусы ғибрәт һәм фәһем алырлыҡ донъяуи ваҡиғалар менән таныша. Һағынып иҫкә алырлыҡ бала сағы, тормоштағы иҫкә алырлыҡ матур хәтирәләре, яҙмышҡа йоғонто яһарлыҡ кешеләре булған авторҙың, һәм ул шуларҙы ябай тел менән ҡыҙыҡлы, уҡыусы күңеленә инеп ҡалырлыҡ итеп тапшыра алған. Китапты уҡып сыҡҡас, Ғәлим исемле малайҙың китап авторы менән бик оҡшаш тормош юлы үтеп, көслө шәхес булып нығыныуын күрергә була. Ҡорос бына шулай нығына икән, тигән уй ҡалды миндә. Әңгәмәне Ғарифулла Хəбибулла улының үҙе менән танышыуҙан башлайыҡ.
– Бик гүзәл тәбиғәтле, йәшел урман-таулы Архангел районы Əйтмəмбəт ауылында тыуып үҫтем. Аҙау урта мəктəбен тамамлағас 1976 – 1978 йылдарҙа Совет Армияһы сафында курсант, бүлек командиры, взвод командиры урынбаҫары булып хеҙмəт иттем. Туйҙырыусы тыуған ергә, тупраҡҡа һөйөү мине Аксен ауыл хужалығы техникумының «Агрономия» бүлегенә, ә унан һуң инде Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына алып килде. Уны тамамлап ғалим-агроном һөнәрен үҙләштергәс, тормош талабы ҡушыуы буйынса Свердловск юғары партия мəктəбен тамамланым һәм политолог, юғары уҡыу йорттары уҡытыусыһы, совет һəм партия эштəре белгесе булып сыҡтым. Унан һуң инде «Юриспруденция» белгеслеге буйынса БР Президенты эргәһендәге Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын, «Бойондороҡһоҙ бизнес баһалаусы», «Кризисҡа ҡаршы идарасы» белгеслектəре буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, «Ер кадастры инженеры» белгеслеге буйынса Башҡорт дəүлəт ауыл хужалығы университетын тамамланым. Бына шулай ғүмер буйы белем, тәжрибә арттырыу, камиллашыу тормош девизыма әйләнде.
– Бик күп юғары уҡыу йорттарын тамамлап, күп яҡлы белемдәргә эйә булғанһығыҙ, фән менән мауығыуығыҙ ҙа осраҡлы түгелдер әлбиттә.
– Эйе, фән менән ҡыҙыҡһыныуым да емешле булды. Үткəн быуаттың 70–90-сы йылдарында колхоз бригадиры, агроном, колхоз рәйесе, райсовет рәйесе урынбаҫары, район хакимиəте башлығы урынбаҫары булып эшлəү дәүерендә йәштәрҙе өйрәтерлек күп кенә тәжрибә тупланылды. Ауыл хужалығы мəсьəлəлəре һəм төбәк өсөн кадрҙар уҡытыу һəм əҙерлəү мəсьəлəһе буйынса республика, Бөтə Рəсəй һəм халыҡ-ара фəнни конференцияларҙа ҡатнашыуҙар ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. 2004 йылда Ырымбур ауыл хужалығы университетында – кандидатлыҡ, 2009 йылда Ижевск дəүлəт ауыл хужалығы академияһында докторлыҡ диссертациялары яҡланым һәм 2013 йылда профессор ғилми дəрəжəһенə лайыҡ булдым. 2014 йылда Рəсəй дəүлəт тəбиғи фəндəр академияһы академигы итеп һайландым. 210-ға яҡын фəнни эш, 4 монография һәм 2 уҡыу әсбабы авторымын. Завод, колхоз, совхоз, АПК, агрофирма кеүек предприятиеларҙа 160-тан ашыу кризисҡа ҡаршы идаралыҡ процедуралары үткəрергә тура килде.
– Шундай әүҙем тормош алып барған кешенең хеҙмәтен баһалаусы наградаларығыҙ бихисаптыр, әлбиттә. Һәр ололап бүләкләүҙең дә күңел өсөн иң ҡәҙерлеләре була.
– Күп һанлы Почет грамоталары һəм Рəхмəт хаттары һәммәһе лә бик ҡәҙерле. «Атҡаҙанған фəн һəм мəғариф хеҙмəткəре», «Рəсəйҙең алтын кафедраһы» билдəлəре, «Гражданлыҡ батырлығы», «Тиңдəр араһында беренсе», «Хеҙмəт һəм белем менəн» ордендары, «Рəсəй фəненең абруйын нығытҡан өсөн», В.И.Вернадский һəм Н.И.Вавилов миҙалдары минең өсөн бигерәк тә әһәмиәтле.
– Һөҙөмтәле эшләүсе ауыл хужалығы фəндəре докторы, профессор дәрәжәһенә тиклем күтәрелгән кеше генә түгел, бик абруйлы йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та милләттәштәребеҙ араһында хөрмәт ҡаҙандығыҙ. Бөтә был эштәрҙе алып барыр өсөн бик көслө рухлы булырға кәрәктер.
– Əүҙем йəмəғəт эштəренә башкөллө сумыуҙы гражданлыҡ бурысым тип һанайым.
Рəсəй Юристары ассоциацияһы, Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы ағзаһы, Адвокаттар коллегияһы адвокаты булараҡ ябай кешеләрҙе түрәләрҙең башбаштаҡлығынан яҡлау буйынса бер нисə резонанслы эш алып барырға тура килә. Мəскəү Халыҡ-ара иҡтисад һəм хоҡуҡ институтының Өфө ҡалаһы филиалы директоры булып та эшләп алынды. Башҡортостан Республикаһының Юғары һəм Арбитраж, Ырымбур, Свердловск, Силəбе һəм башҡа өлкəлəрҙең Арбитраж судының беренсе, аппеляцион һəм кассацион инстанцияларында 1100-ҙəн ашыу процестарҙа ҡатнашып халыҡ мəнфəғəтен яҡлауҙы ла тыуған халҡыма хеҙмәтем һәм хөрмәтем тип һанайым.
– Һеҙҙәге ташып торған илһөйәрлек һоҡландыра. «Табын», «Архангел яҡташтары», «Башҡорт» йәмәғәт ойошмаларының ойоштороусыһы һәм етәксеһе булараҡ халыҡ һөйөүен яуланығыҙ. Ошондай әүҙем гражданлыҡ позицияһы, Ватанға һөйөү, туған халҡына, уның идеалдарына сикһеҙ бирелгәнлек һеҙҙең ижадты ҡыҙыҡлы һәм замандаштарыбыҙға кәрәкле яһай.
– Емешле ижадҡа илһамды мин тыуған яғымдан алам. Тыуған ауылым Əйтмəмбəт тарихына арналған «Күңелемдə ауылым тарихы» исемле ике нəшерле китап авторҙашы, Архангел районы тарихы буйынса 2 томлы «Күп йөҙлө яҙмыш», «Ерҙең тартыуы», «Хəҙерге заман тарихы: Архангел районы ни өсөн бөлдө?», «Бөгөнгө көн тарихы. Архангел районы: Закон кемгə тəртə?», «Тəҡдир», «Инйәрҙәге Париж», «Беҙ яраткан донъя» исемле китаптарым донъя күрҙе. Тарихи-нəфис һәм публицистик яҙмаларым республика гəзиттəрендə һәм журналдарында баҫылып тора.
– Яҡташтарығыҙ тыуған Əйтмəмбəт ауылы урта мəктəбендə башланғыс, урта һəм юғары кластағы иң яҡшы уҡыусыларға стипендия, иң яҡшы сығарылыш уҡыусыларына дəртлəндереү премиялары булдырыуығыҙ, һеҙҙең ярҙам менән мәсет төҙөү, XVIII быуаттың тарихи һəм мəҙəни ҡомартҡыһы булған Архангел ауылындағы Архангель Михаил храмын тергеҙеү буйынса ҙур эштәр башҡарыуығыҙ тураһында ғорурланып һөйләйҙәр. Төрлө сараларҙы спонсорлаусы булараҡ та һеҙгә ҙур рәхмәтле яҡташтарығыҙ.
– Архангел районының яҡташтар ойошмаһы рəйесе булараҡ, бер нисə тапҡыр республика һəм район кимəлендə күренекле яҡташтар менəн осрашыуҙар уҙғарып, улар хөрмəтенə концерттар ойошторҙом. Шулай уҡ Архангел районында республика етəкселеге һəм төбəктең 100-ҙəн ашыу имамы ҡатнашлығында БР Мосолмандарының Үҙəк рухани идаралығы Пленумы үткəрелде. 2015 йылда Əйтмəмбəт ауылында Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған 50 һалдатҡа мəрмəрҙəн һəм кирбестəн мемориал һәйкәл төҙөү ойошторолдо. Ауылдың социаль мəҙəни объекттарында, шулай уҡ урамдарҙа ремонт эштəре башҡарылды. Әлеге көндә Әйтмәмбәт ауылында туғыҙ йыллыҡ мәктәп бинаһы төҙөлдө, Оҙондар ауылы янында Инйәр йылғаһы яры нығытылып бөтөп бара.
– Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән, – тигән халыҡ әйтемен һеҙ тулыһынса раҫлайһығыҙ. Һеҙҙеңсә, кешеләге ниндәй сифаттар уңыш нигеҙе булып тора? Шулай уҡ халыҡта Һәр бөйөк ирҙең артында аҡыллы ҡатын тора, тигән әйтем бар.
– Халыҡтың аҡыллы һүҙҙәре менән тулыһынса килешәм. Ҡатыным, ҙур тəжрибəле педагог, Башҡортостандың мəғариф отличнигы, Рəсəй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зифа Миңнеғəле ҡыҙы менəн ике ҡыҙ тəрбиəлəп үҫтерҙек. Ҡыҙҙарым да бик тырыштар, иҡтисад фəндəре кандидаттары, хəҙер Рəсəйҙең иң яҡшы вуздарында уҡытып йөрөйҙәр.
Ә уңышлы булыуҙың төп сере – тырышлыҡ. Был – бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу – әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ. Маҡсатлы булырға кәрәк. Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур маҡсатлы булыу мотлаҡ түгел, ә үҙеңдең ҡулыңдан килерлек, тормошҡа мәғәнә бирерлек булһын ул.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: