+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хәтер. «Ижад юлында, уның ялҡынында янырға ине...»

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең дәүләт, Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге премиялар лауреаты Флорид Бүләковтың иҫтәлегенә...
Уның хаҡында заманында театр белгестәре «ул сәхнәгә комета кеүек атылып килеп инде» тигәйнеләр. Ысынлап та, пьесалары сәхнәләштерелеп, халыҡҡа еткәнсе, Флорид Бүләковты, яҙыусы, драматург булараҡ, таныусы юҡ ине, тиерлек. Беренсе пьесаһын сәхнәләштергәндә уға 40 йәштәр тирәһе була. Әҙәбиәт донъяһына һуң килеүен Флорид ағай миңә биргән бер интервьюһында бына нисек аңлатҡайны.
«Мин Мишкә районының Ҙур Шаҙы ауылында тыуып үҫтем. Бабич иле. Әсәйем Сания Ғабдулла ҡыҙы яҡлап өләсәйем Ҡыйғаҙынан, Бабичтар нәҫеленән. Ә был ауылда сәнғәткә мөхәббәт һәр кемдең ҡанында. Ҡайһыһын ғына уҡытма – артист сығыр ине, йә булмаһа – яҙыусы. Атайым Миңлемулла Шәрәфетдин улы йәш сағында уҡ ауылда театр ойоштора. Алтмыштан артыҡ кеше уйнай ине уның спектаклдәрендә. Хатта Ғәлимйән исемле үҙе һаңғырау, үҙе телһеҙ ағайға ла роль таба: ҡарауылсы һалдат образын оҫта башҡара ине ул. Әсирҙәргә мылтығы менән киҙәнә, үҙенсә мығырҙап әрләй, халыҡ шау килә ине уның ҡыланышынан. Шунан атайымды район үҙәгенә саҡырҙылар. Бында ла шәп театр тупланы ул. Мин ауылда бишенсе класты тамамлаһам да, районға килгәс, урыҫса насар белгәнлектән, йәнә бишенсе класта ҡалдырҙылар. Минең асыу килде-килеүен, тик... Асыуымды гармун төймәләренә һалдым. Атайым гармун алып биргән ине, шунда уйнарға өйрәндем. Был мауығыуым бик ярап ҡалды. Ун биш йәшемдә үк мәҙәниәт йортона баянсы итеп эшкә алдылар. Үҫмер өсөн ниндәй мәртәбә! Ул саҡта районда бер-ике генә гармунсы булғандыр.
Район үҙәге Мишкәлә күпселекте мариҙар тәшкил итә. Мари мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә иғтибар шул тиклем көслө ине – сәнғәткә ғашиҡ башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа мариға әйләнеп бөтә яҙҙы.
Республикала үткәрелеүсе сараларға беҙҙән милли бейеү, мари йырҙарын һорайҙар ине. Мари халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойошторорға булдыҡ. Тик бер генә бейеү көйө лә юҡ. Киттек ауылдар буйлап өлкәндәрҙән бейеү көйҙәрен тупларға. Тапҡан бер көйҙө нотаға һалам. Профессиональ эшкә тотондом, шулай итеп. Көйҙәрҙән йыйынтыҡ туплап, Йошкар-Олаға ебәрҙем. Баҫтырабыҙ, тинеләр. Ун һигеҙ йәшлек егет өсөн был ҙур ҡаҙаныш ине. Ысынлап та, баҫылып сыҡты ул йыйынтыҡ. (Флорид Бүләковтың 2008 йылда сығасаҡ беренсе пьесалар йыйынтығына ҡәҙәр берҙән-бер ижад емеше була был бейеүҙәр китабы. Ф.Г.). Дәртләнеп китеп, көйҙәр ҙә яҙа башланым. Йошкар-Оланан Василий Грохов һүҙҙәренә «Мишкәм – минең йырым» тип аталған йыр ижад иттем. Ул Мари-Илендә гимн булараҡ йырланды хатта. Әле лә радионан йыш ҡына башҡаралар. (Мишкәлә лә әле был йыр гимн булып йырлана – Ф.Г.). Әгәр тормошомда үҙгәреш килеп сыҡмаһа, мин бәлки профессиональ композитор булып китер инем. Егеттәрҙе ир ҡорона еткереүсе хәрби хеҙмәт үтеү бар бит. Мин Манғышлаҡ яҡтарында үтәнем был бурысымды. Һәм бында үткәргән йылдарым донъяға ҡарашымды ла, холҡомдо ла үҙгәртте, ғөмүмән, тормошомдоң аҫтын-өҫкә килтерҙе. Әҙәбиәт донъяһы менән бәйләнешем дә шунда башланды. «Гөлнара» исемле беренсе повесымды шунда яҙҙым. Тик әҙәбиәт донъяһына юл йыраҡ ине әле.
Армиянан ҡайтыу менән киске мәктәптә урта белем алып, уны экстерн рәүештә тамамланым. Бөрө педагогия иститутында ситтән тороп уҡыным. Шунан 1973 йылдан башлап үҙемде журналистикаға бағышланым. Мишкә һәм Бөрө райондары гәзиттәрендә, «Ленинец», «Советская Башкирия»ла фельетондар, кеше яҙмышына ҡағылған, кемделер яҡлап яҙған очерктар баҫтырҙым. Баш ҡала ығы-зығыһынан азат булған Ишембай ҡалаһында йәшәп, торғонлоҡ осоронда уҡ үткер генә мәҡәләләр яҙғылай инем: беренселәрҙән булып Салауат Юлаевҡа тыуған ерендә һәйкәл булдырыуҙы күтәреп сыҡтым, рейхстагҡа байраҡ ҡаҙаусының да Башҡортостан егете Ғ.Заһитов икәнлеген яҙҙым. Шулай итеп, ике тиҫтә йыл ябай гәзитсе булып эшләнем.
Ошо йылдар эсендә ғазапланып ижади юлымдың киләсәген, жанрын эҙләнем. Шиғырҙар, повесть, романдар яҙып өҫтәл тартмаһына һалдым, матбуғатта хикәйәләр баҫтырҙым. Ниһайәт, бәләкәйҙән атайымдың эшенә һоҡланып, уның театрына табынып үҫкән күңелдә сәхнә саҡырыуы ишеттем. Һәм драматургияға килдем. Беренсе яҙған пьесам «Медовый месяц» тип аталды. Татарсаһы нисек икән? Мин уны урыҫса яҙҙым. Теге саҡта бишенсе класта ике йыл ултыртҡан уҡытыусыға үс итеп, урыҫ телен шул ҡәҙәр яҡшы үҙләштерҙем – хәҙер пьесаларымды татар-башҡорт телдәренә тәржемәселәр әйләндерә. Шуныһы үкенесле: теге уҡытыусымдың ғүмере ҡыҫҡа булды, урыҫса яҙыуымды белһә, шаҡ ҡатыр ине... (2005 йыл, август)».
Шулай итеп, ошо беренсе пьесаһы 1988 йылда Стәрлетамаҡ театрында ҡуйыла. Ул ваҡытта Флорид Бүләков Ишембайҙа йәшәгән була. Иң яҡын театр – Стәрлетамаҡта. Унан һуң, дәртләнеп китеп, тиҙ арала «Атылған өйөр» пьесаһын яҙа ла, Салауат театрына илтә. Уныһы ла шунда уҡ планға индерелә. Флорид Бүләковтың баш ҡаланы яулағыһы килә. Башҡорт дәүләт академия драма театры Мәләүездә гастролдә сағында, Флорид Бүләков бер юлы өс – «Әбейҙәргә ни етмәй?», «Ҡанатланып ос, Толпарым», «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» пьесаһын күтәреп, театрҙың ул саҡтағы режиссеры Рифҡәт Исрафиловҡа килә. Режиссер уларҙы бер төндә уҡып сыға, барыһын да оҡшата һәм улар бер-бер артлы баш ҡала сәхнәһендә ҡуйыла.
Быға тиклем театр донъяһында, улай ғына ла түгел, әҙәби мөхиттә исеме лә ишетелмәгән кешенең кинәт кенә бер-бер артлы пьесалары әллә нисә театрҙа ҡуйылғас, комета кеүек килеп керҙе, тигәндәрҙер инде.
Флорид Бүләковтың пьесалары республика сиктәренә генә һыймай. Мәҫәлән, «Әбейҙәргә ни етмәй?» пьесаһы 1991 йылда «Современная драматургия» журналында баҫылғас, иң беренсе булып Иркутск театры ҡуйырға рөхсәт һорап элемтәгә сыға. Бер-ике йыл эсендә «Әбейҙәр...» йөҙҙән ашыу театрҙа: М.Ғафури, Г.Камал театрҙарынан башлап, Белоруссияның Брест, Полоцк, Ҡаҙағстандың Астана, Алма-Ата, Монголияның «Современник», Украина, Төркмәнстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Воркута, Тубыл, Ырымбур, Талдыҡурған, Могилев, Киров өлкәләре, Тамбов, Махачкала, Пенза, Түбәнге Новгород, Улан-Удэ, Бобруйск, Тамбов, Чернигов, Екатеринбург, Хабаровск, Владимир, Черкесск, Яҡут, Элиста, Абакан, Целиноград һәм башҡа театрҙарҙа ҡуйыла. Уларҙың һанын да белмәй ине хатта Флорид Бүләков.
Заманында актер Михаил Ульянов «Бибинур, ах, Бибинур!» спектакле тураһында бына нимә ти: «Раздольная, как степь, бодрящая, как кумыс, легкая, как ковыль «Бибинур» покорила нас». Режиссер Марк Захаров «Рампа» журналында былай тип яҙа: «...Нам показали живой театр, замечательное творческое братство, прекрасное, веселое, сверхъестественно-оптимистическое, но глубокое, планетарное мышление. Честно говоря, мы, присутствующие на этом спектакле и видевшие его, многократно испытывали чувства волнения и вместе с тем гордости за прекрасную игру актеров, за наше башкирское искусство».
Шулай итеп, Флорид Бүләков тиҙ арала Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәле драматургҡа әйләнә. «Онотолған доға» («Забытая молитва») пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль өсөн 1994 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Ә «Бибинур, ах, Бибинур!» спектакле өсөн Флорид Бүләковҡа 1996 йылда Рәсәйҙең дәүләт премияһы бирелә. «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән мәртәбәле исемде лә иҫән саҡта йөрөтә алыуы уны яратҡан тамашасылар өсөн шатлыҡ булды.
Һуңғы йылдарҙа Флорид ағай менән социаль селтәрҙәр аша, асығыраҡ әйткәндә, «Бәйләнештә» селтәрендә аралаштыҡ. Яҙыусыларҙан Интернет менән иң беренсе дуҫлашҡан кеше ул булды, тиһәм, хата булмаҫ. Ҡайһы пьесаһының ҡайҙа ҡуйылыуын да шул интернет селтәре аша белә ине. Мин уға шул ваҡытта «Тимәк, һеҙ бик бай кеше?» – тип, төрттөрөп һорау ҙа биргәйнем. Уның яуабы ла бик ҡыҙыҡлы булды. «Барыһы ла шулай уйлай микән? Мин бит аҡыллы кешеләр пьеса яҙмағанда тотондом был эшкә. Барлыҡ драматургтар тынып ҡалған ваҡыт ине. Пьесаларым сәхнәләштерелә башлағас, журналистиканы ташланым. Гәзит эше бөтә булмышымды йота: тел бутала – әҙәби һәм публицистика. Ул заманда «Советская Башкирия»ла эшләй инем. Яҙыусылар союзы ағзаһы түгелмен. Бер пьесам сәхнәлә бара, икеһе әҙерләнеп ята. «Тимәк, уларҙан ингән аҡсаға йәшәп була», – тинем дә, ғариза яҙҙым. Дуҫ-иштәрҙең иҫе-аҡылы китте, мөхәррир аптыраны. Атайым әрләп ташланы. Ул минең һәр мәҡәләмде уҡып бара, ғорурлана ине. Бер йыл да үтмәне, инфляция башланды. Ҡыҫҡаһы, үҙем ултырған ботаҡҡа балта менән саптым. Ғаиләне ас ҡалдырҙым. Спектаклдәр гөрләп барһа ла (хатта бер миҙгелдә биш спектаклем ҡуйыла ине, айына егерме дүрт спектаклдең ун етеһе минеке булыр ине), байып булманы. Сөнки ул йылдарҙа халыҡта аҡса юҡ ине. 90-сы йылдар уртаһында ала алмаған гонорарҙы биш-алты йыл үткәс түләнеләр ҙә ул, тик ул саҡтағы ҙур аҡса әле килеп тингә ҡалғайны шул. Авторҙар хоҡуғын яҡлаған ойошма ла тарҡалғайны. Әле лә бөтә ҡеүәтенә эшләмәй ул авторҙар хоҡуғын яҡлаусы ойошма.
Ҡатыным Светланаға мең рәхмәтлемен. Ике ҡулында ике бала булған килеш икешәр эштә эшләп, ғаиләне туйҙырҙы. Гәзит эшенә ҡабат ҡайтырға теләгемде әйткәс, ебәрмәне, башлаған юлымды дауам итергә тәҡдим итте. Был хәл-ваҡиғаларҙы мин үҙемдең «Ай ҡыҙы» сериалында ҡулландым.
Хеҙмәткә түләүгә, йәғни авторлыҡ хоҡуҡтарына килгәндә, был өлкәлә беҙҙә тәртип юҡ. Бер генә фактты алайыҡ. Телевидение минең пьесаларҙы күрһәтә. Ә бит улар башта минең менән килешеү төҙөргә тейештәр ине. Һәр пьесаны яҙҙырыу өсөн дә килешеү булырға тейеш. Төҙөмәнеләр ҙә, түләмәнеләр ҙә. Мин, аптырағас, авторлыҡ йәмғиәтенә мөрәжәғәт иттем. Унан килгән яуаптан телһеҙ ҡала яҙҙым: һәр күрһәтелгән спектаклгә йөҙ мең һумлап гонорар алырға тейеш булғанмын».
Утыҙға яҡын пьесаһы бөтә Рәсәй, хатта сит ил сәхнәләрендә гөрләп барғанда Флорид Бүләковтың бер генә китабы ла булмай. Уларҙың бер нисәһе йә «Тамаша», йә «Ағиҙел» журналдарында, йә иһә күмәк йыйынтыҡта ғына донъя күргән була. Уның ҡарауы, Флорид Бүләковтың пьесалары бик күп театр конкурстарында ҡатнашып, гел призлы урындар яулай. Беренсе төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашҡан пьесаһы беренсе премияға лайыҡ була һәм ул Мәскәү, Смоленск, Карелия, Ҡалмыҡ республикалары сәхнәләрендә бара. «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» трагикомедияһы 1993 йылда уҡ Авиньон халыҡ-ара театрҙар фестивале йәрминкәһендә ҡатнаша. «Туғанлыҡ», «Театрҙар яҙы», «Жест», «Современная драматургия» фестивалдәренең даими гран-при эйәһе була. Хатта Флорид Бүләковтың пьесаларын сәхнәләштереп, күп кенә театрҙар юғары исемдәр ҙә яулай. Мәҫәлән, Монголияның «Современник» театры «Әбейҙәргә ни етмәй?» спектакле өсөн Дәүләт премияһы менән бүләкләнгән. Киров өлкәһендә ошо спектакль 1995 йылда уҡ 100-сө тапҡыр күрһәтелгәйне. Ижевскиҙағы удмурт милли, Элистағы ҡалмыҡ театрҙарында пьеса унар йыллап сәхнәнән төшмәй.
Пьесалар йыйынтығы булмауын да Флорид ағай файҙаға ғына һанай ине. «Уларҙың баҫылмауҙары ла яҡшы, – тигәйне ул бер һөйләшеүҙә. – Пьеса француз шарабы кеүек бит ул, оҙағыраҡ торған һайын тәмләнә, үҙгәртергә, камиллаштырырға мөмкин. «Әбейҙәргә ни етмәй?»ҙең генә лә өс варианты бар инде».
Һуңғы йылдарҙа Флорид Бүләков киносценарийҙар яҙҙы. «Ай ҡыҙы»н тамашасылар йотлоғоп ҡараны. Ул «Гөлнара» тигән иң беренсе яҙылған повесына нигеҙләнеп төшөрөлә. 50 сериянан киноның 33 серияһы күрһәтелгәнен хәтерләйем. Кискеһен халыҡ бөтә мәшәҡәттәрен ташлап, телевизор алдына ултыра ине. Йән байрамы булды ул фильм. Сәнғәт белгестәре билдәләүенсә, «Ай ҡыҙы» республиканың мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиға булды. Унан һуң «Һуңғы доға», «Мөхәббәт араһы» фильмдары... Флорид Бүләков – күп ҡырлы талант эйәһе. Композитор, журналист, драматург, киносценарист, музыкант. Уның уңыштарына шатланып, социаль селтәрҙә шатлығымды ла белдерә инем. Ул шунда: «Советская драматургия» журналында минең хаҡта «драматург булып тыуған» тип яҙып сыҡтылар. Ҡайһы ваҡыт был донъянан бер кемгә лә кәрәкмәҫ кеше булып китмәмме, тигән уйҙар килә башҡа. Бынан күп йылдар элек музыканан баш тартып, үҙ-үҙемә бер хыянат иткәйнем инде. Әле булһа, уйын ҡоралдарына эске бер ҡурҡыу менән ҡарайым. Ҡулға алһам, ташлай алмам кеүек. Ә күңелде, аңды ҡайҙа ҡуйырға? Йылдар үткән һайын нығыраҡ һиҙҙерә ул музыканан айырылыу – күңелдә әленән-әле яңы көй тыуа. Мин үҙемдә һәр саҡ симфония йөрөтәм. Ҡайһы берҙәре уның драмаға әүерелде, ҡайһы берҙәре һаман йәнде телгеләй. Ә шулай ҙа ошо ижад юлымда, уның ялҡынында һүнәһе килә...», – тигәйне.
Юҡ, Флорид ағай, Һин һүнмәнең, ул ялҡында дөрләп яндың... һәм йылыһын беҙгә ҡалдырҙың. Әле булһа Һинең ижад утың беҙҙе йылыта: М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрында ғына ла һуңғы йылдарҙа «Шайморатов-генерал»,«Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?» спектаклдәре, Ҡазанда – «Әбейҙәргә ни етмәй?» гөрләп бара. Ә инде башҡа төбәктәрҙе әйтәһе лә түгел!
Социаль селтәрҙә һуңғы аралашыуыбыҙ 2015 йылдың 15 ғинуарында булған. Әле һаман ул яҙыу миндә һаҡлана... Һуңғы ярты йылда Флорид ағай «Бәйләнештә»ге фотоһын үҙгәртте. Ҡара плащ кейгән ир кейеменең сабыуҙарын елгә осороп, башын аҫҡа эйеп, беҙҙән китеп бара... Ул үҙенең беҙҙән айырылыуын алдан уҡ һиҙгән (18 ғинуарҙа Яҙыусылар союзына ҡайғылы хәбәр килде). Әҙәбиәт донъяһына нисек комета кеүек килеп керһә, комета кеүек, балҡып янып, китеп тә барҙы...
Фәниә ҒӘБИҘУЛЛИНА
Читайте нас: