-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт халҡының арҙаҡлы ир-уҙаманы, яугир, йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев

Арҙаҡлы шәхестәр
Ата балаһы, ир уҙаманы, күп ҡырлы талант эйәһе, һүҙ оҫтаһы, йыраусы-сәсән мәшһүр Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев башҡарған йырҙар моң-зар, һағыш, һыҡтау, ғәм, һөйөү, хис менән тулы. Халҡыбыҙ моңоноң аҫыл хазиналары нәҡ уның башҡарыуында халыҡсан башҡарыуҙың эталоны булып ҡалды.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, яугир, йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев 1924 йылдың 22 декабрендә Хәйбулла районының Һаҡмар Наҙарғол (Һаҡмар Бүреһе) ауылында тыуған. Әсәһе Шәмсибаһар Аҡһыйыр ауылының указлы муллаһы Сәйетгәрәй Бәхтеғәни улы Ғәлиәкбәровтың һәм уның абыстайы Шәмсикамалдың берҙән-бер ҡыҙы була. Ата-әсәһенең ризалығы менән бәләкәс Мөхәмәтйән бер йәше тулыр-тулмаҫтан ҡартатаһы тәрбиәһендә үҫә. 1931 йылда Абдулла Ҡаҙаҡбаевтың ғаиләһен Себергә һөргөнгә ебәрәләр. Өлкән улы Мөхәмәтйән ҡартатаһында йәшәүе арҡаһында ғына тороп ҡала. Ил тарихында яман шеш кеүек булған репрессия йылдары ауырлығын бөтә әселеге менән үҙ елкәһендә татыған ғаилә ул Ҡаҙаҡбаевтар. Себерҙә ике ҡыҙҙары мәрхүм булғас, сирле улдары Мөхәмәтханды алып, ғаилә Себерҙән ҡасып ҡайта. Әммә уны һаҡлап алып ҡала алмайҙар. Аҙаҡ килеп алырбыҙ тип ҡалдырған ҡыҙҙары Раузаны ла юғалталар. Абдулла Ҡаҙаҡбаевты Беломорканал ҡаҙырға алып китәләр. Унан ҡайтҡас та, эҙәрләү туҡтамай. Сәйәси сәбәп табып, 1937 йылда Абдулла Ҡаҙаҡбаевты һәм уның ҡайныһын да ҡулға алалар. Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәров 1938 йылда Өфө төрмәһендә үлеп ҡала. Ә Абдулла Ҡаҙаҡбаев тамам йонсоп, ауырып ҡайтып, 1941 йылдың март айында вафат була. Әсәһе Шәмсибаһар һөргөндән ҡайтҡас, башынан үткәндәрен «Йософ менән Зөләйха» көйөнә бәйет итеп сығара.
Борондан атай-олатайҙарҙан ҡала килгән рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлаусы ла, шул ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе беҙгә килтереп еткереүсе лә ул – Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев. Башҡорт традицион башҡарыу мәктәбенең сағыу вәкилдәренең береһе. Бик күп йырҙарҙың уникаль, һирәк варианттарын, башҡорт музыкаль фольклорының бик таралмаған өлгөләрен һаҡлаусы.
Ул боронғо йырҙарҙы башҡарыр алдынан легендаһын һөйләй. Был маһирлыҡ уға быуын-быуындан күсә килә. Бик һирәк кенә ишетелгән «Мәрғиә», «Ирмәк», «Наполеон Бонапарт» тигән йырҙарҙы һәм көйҙәрҙе лә белгән йырсы-сәсән ул. «Ирмәк» йыры халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидигә арнап сығарылған.
Репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон көй: «Шаһибәрәк», «Шәүрә», «Шафиҡ» йырҙары, «Ҡаһарман кантон», «Кәмәлек», «Һыр», «Ғәзизә», «Мәғри», «Силәбе», «Муса Мортазин», «Йәнтилә ҡашҡа» марштары һәм башҡалар.
Аҡмулла, Бабич, Туҡай шиғырҙарын, көнсығыш шиғриәте классиктары әҫәрҙәрен, боронғо мөнәжәттәрҙе, бәйеттәрҙе көйләп уҡыу, һамаҡлап башҡарыу оҫталығын һаҡлап алып ҡалыусы йыраусы-сәсән ул.
«Аҡылға һыя торған эш түгел был, тарихта бындай әхлаҡһыҙлыҡ, насарлыҡ ҡылынғанын ишеткәнем юҡ, киләсәккә ғибрәт булһын» тип сығарылған, «Төн ҡараңғы» тигән мөнәжәтте тетрәнмәй уҡып булмай. Ҡартатаһы Сәйетгәрәй Ғәлиәкбәровтың 30-сы йылдарҙағы золомға хөкөм булып яңғыраған был мөнәжәтен һәм әсәһе Шәмсибаһарҙың Себерҙә сығарған бәйеттәрен дә һаҡлап алып ҡалыусы вариҫ ул.
Йырсы, сәсән, йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаевтың 90 йәшлек юбилейына арнап балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре тырышлығы менән « Ер һәм йыр улы» китабы сығарыла. Авторҙары Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Мөхәмәтйән олатайҙың килене Бүләкбикә Ҡаҙаҡбаева һәм ейәнсәре Раушания Ҡаҙаҡбаева. Был китапты күҙ йәштәрһеҙ уҡып булмай. Уның ҡатмарлы һәм фәһемле тормош юлын сағылдырған хәтирәләре тасуирлана. Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улының репертуарындағы халыҡ йырҙары, мөнәжәттәр, таҡмаҡтар бәйән ителә. Ил ағаһы хаҡында төрлө йылдарҙа донъя күргән мәҡәләләр, документтар, фотографиялар һәм Мөхәмәтйән Абдулла улының ижады тураһында Ғәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр, Юлай Ғәйнетдиновтарҙың уй-фекерҙәре урын алған. Шул тиклем дә нахаҡ йәберләүҙәр кисереп тә, рухын һындырмайса һоҡланғыс кешелек сифаттарын һаҡлап алып ҡала алған кешенең, тәүге тыңлағанда уҡ илатыр, тетрәтер моңға эйә булыуы бер ҙә ғәжәп түгел.
«Өфөгә барһам да, Мәскәүгә барһам да йырлар йырым бар минең», – ти йыраусы-сәсән. Был һүҙҙең дөрөҫлөгөн япон профессоры Танимотоны илатырлыҡ итеп йырлауы иҫбатланы.
2000 йылда Японияның Осака ҡалаһында уҙған «Вашшои» Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнашып, башҡорт халыҡ йырын һәм ауыҙ-тел ижадын бөтә донъяға танытҡан кеше ул.
Танимото Кадзуюки, япон ғалимы, фольклор белгесе:
– Оҙон көйҙәрегеҙҙе юғары профессиональ кимәлдә башҡарыусы йырсыларығыҙ күп. Әммә милләт моңон, башҡорттоң үҙенә генә хас, боронғо, халыҡсан йыр сәнғәтен әлегә берәү генә һаҡлай алған. Ул – йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев. Был кешелә ысын халыҡ йыры, халыҡ моңо һаҡланып ҡалған. Уға нота ла кәрәк түгел, моңонда халыҡ рухы, халыҡ күңеле ярылып ята. Ә һеҙҙә оҙон көй – ысын мәғәнәһендә милләттең рухи сығанағы.
Ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов:
– Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың башҡарыу сәнғәте бөгөнгө көндә халыҡ-ара кимәлдә өйрәнелә. Эйе, бында һис тә арттырыу юҡ. 1998 йылда алыҫ Япониянан башҡорттоң оҙон көйөн фәнни өйрәнеү маҡсатында профессор Танимото килгәйне. Мөхәмәтйән ағайҙың йырлауын тыңлағас, уның бөгөн минең иң бәхетле көндәремдең береһе, тип күҙенә йәш алыуының шаһиты булырға тура килде. Профессор Танимото етәкселек иткән «Айну халҡы мәҙәниәте үҙәге»ндә япон иленең төп халҡы һаналған 20 мең самаһы айну халҡының мәҙәниәте менән бергә тамырҙары оҡшашлығы тойомланған мәҙәниәттәр, әйтәйек, япондың ойвакеһына яҡын монголдың уртындуһы, башҡорттоң оҙон көйө кеүек рухи хазиналар ҙа өйрәнелә. Мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн профессор Танимото Венгрия Республикаһы ордены менән бүләкләнгән. Халыҡ-ара билдәле ҙур ғалимдың, Мөхәмәтйән ағайҙың башҡарыу сәнғәте ни хәтле халыҡсан, тәрән тамырлы булыуын тойоп, күңеле тулыуы ғәжәп түгел.
Шәүрә Ғәппәсова, йәш композитор, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың ейәнсәре:
– Беҙ, ҡартатайымдан баһалап бөткөһөҙ оло тормош дәрестәре алып үҫкән вариҫтары булараҡ бик бәхетлебеҙ. Аңыбыҙға, рухыбыҙға һеңдерелгән илһөйәрлек, тыуған ергә, үҙ милләтеңә мөхәббәт, башҡорт мәҙәниәтен хөрмәт итеү кеүек сифаттар беҙгә олуғ ҡартатай ҡаны менән күскән һәм тормош девизы итеп алынған. Халыҡ сәнғәте маһиры булып танылған ҡартатайыбыҙҙың беҙҙең өсөн һәр һүҙе, һәр хәрәкәте, башҡарған эше үрнәк булды. Ул өгөт-нәсихәт менән түгел, үҙ өлгөһө менән тәрбиәләне. Әгәр һин үҙең өсөн йәшәргә теләйһең икән, кеше өсөн йәшә – тигән һүҙҙәре күңелгә ғүмерлек дәрес итеп һалынды.
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың яҡташы, уның ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе фольклорсы, йыраусы Камил Илембәтов:
– Совет власы ҡолатылғас, Рәсәйҙә йәшәгән күп немецтар Германияға ҡайтты. Шул ваҡытта Орский ҡалаһында йәшәгән, олатайҙың немец знакумы (бәлки, дуҫылыр ҙа) иң беренсе килеп Мөхәмәтйән олатайҙың йырҙарын яҙҙырған, Германияға ҡайтҡас, тыңларға,тип. Был юлдарҙы яҙғанда, минең күҙемә йәш килә, һәм ҡысҡырғым килә: – Башҡорт, үҙеңдең йырыңдың, моңоңдоң ҡәҙерен беләһеңме? – тип. Мөхәмәтйән олатайҙың йырҙарын тыңлау өсөн ниндәйҙер кимәлдә әҙерлек кәрәк. Шунһыҙ олатай башҡарған йырҙарҙың фәлсәфәһен, тәрәнлеген төшөнөп булмай.
Сәсәндең ижады халыҡ тарафынан юғары баһалана.
1989 йыл – Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика халыҡ сәнғәте байрамында боронғо башҡорт йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһендә беренсе урын яулай.
1991 йыл – Башҡортостан дәүләт радиоһы ойошторған «Башҡорт халыҡ йыры» радиоконкурсында Гран-приға лайыҡ була.
1992 йыл – «Аҡмулла» исемле телевизион фильмда мәшһүр шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла образын ижад итә (сценарий авторы Рәшит Шәкүр)
2000 йыл – «Урал хазиналары» башҡорт фольклор ансамбле составында Японияла 70 илдең халыҡ сәнғәте оҫталары араһында Бөтә донъя фольклор фестивалендә ҡатнаша, «Урал моңдарында – башҡорт күңеле» тигән компакт дискыһы донъя күрә.
2004 йыл – «Башҡорт халыҡ йырҙары» серияһында 15 оҙон көйлө йыр, мөнәжәт, ҡобайырҙарҙан төҙөлгән альбомы донъя күрә (ҡурайҙа – Юлай Ғәйнетдинов оҙатыуында).
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: