+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл йәмле уңғандары менән!

Ғүмер тигәндәрең тиҙ үтә икән шул... Ҡайҙа баҫҡандарын белмәй, йүгереп йөрөгән кисәге апай-ағайҙар бөгөн килеп, бәйгенән һуң һалмаҡ аҙымдарға күскән сабыш аты шикелле, нисектер баҫылып, олпатланып ҡалғандар... Тик йөрәктәрендәге дәрт-дарман, йәшлек айбарлығы ғына һаман да элеккесә, һаман да ҡул ҡаушырып ултырырға ирек бирмәй уларға. Йылы өйҙә диванда ҡырын ятып, телевизор текләйһе урынға, йәмәғәт эше, тип яналар, халыҡ, ауылдаштары менән бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәйҙәр.

Йылайыр районының Сәләх ауылында һәүетемсә генә донъя көткән Таһировтар ғаиләһенән сығып яҙам мин был юлдарҙы. Ғаилә башлығы Ҡорманғәле Әбделғәләм улы менән хужабикә Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы илле йылдан ашыу башҡаларға өлгө булырлыҡ татыу ғаилә булып йәшәй. Ҡорманғәле ағай үҙе сығышы менән ошо уҡ райондың әле юҡҡа сыҡҡан Тиләк (рәсми исеме Шәмсетдин) ауылында Сәйҙә һәм Әбделғәләм Таһировтарҙың ҙур ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Әрме хеҙмәтенә ҡәҙәр күҙ һала ул Ғәлиә апайға һәм, хеҙмәтен тултырып, ҡайтып килешләй үк Ғәбиҙә инәй менән Кинйәғәле олатай Аҡҡужиндарҙың өйөнә һуғылып, ҡыҙҙарының ҡулын һорай. 1968 йылдың көҙөндә була был хәл һәм күп тә тормай Аҡҡужиндар йорто ҡоҙа ҡаршылай.
Кейәү кәләшен оҙатып алып, туғандарына күрһәтә лә, үҙе йәш сағынан оҡшатып йөрөгән ауылда (бер туған апаһы шунда йәшәй) – Сәләхтә төпләнергә ҡарар итә. Ауылдың гөрләп торған сағы, эшләйем тиһәң, рәхим ит – совхоз эшенә сығырға, йәки башҡа берәй шөғөл табырға була. Ҡайны-ҡәйнәһенә ҡаршы буш торған иҫке генә бәләкәй йортта үҙ аллы донъя көтә башлай йәштәр. Ғәлиә апайҙың үҙҙәре менән бер осорҙа эйәле башлы булған класташы Ҡанифа һәм Батырйән Рәмовтар менән үҙ-ара саҡырышып, матур ғына ғаилә тормошона аяҡ баҫалар. Был йылдарҙа ауыл магазинында һатыу иткән Ғәлиә апай үҙенең ирәбелеге, кеселеклелеге, итәғәтле булыуы менән ауылдаштарының ихтирам-хөрмәтен ҡаҙанып өлгөрә лә инде. Ә йәш ғаилә башлығы, район үҙәгендәге кино селтәрендә курс үтеп, киномеханик булып эшләй һәм иҫке генә кинопроектор ярҙамында ауыл халҡын төрлө фильмдар менән һөйөндөрә. (Хәтеремдә, 60-сы йылдар аҙағында һәм 70-се йылдарҙа йәше-ҡарты эркелешеп клубҡа кино ҡарарға йөрөрҙәр ине. Бигерәк тә һинд фильмдары үтемле булды. Беҙ, ваҡ балалар, киноны сәхнәлә ятып, йә иһә сәхнә ситенә теҙелешеп ҡарай инек).
1975 йылда өс бала әсәһе булған хужабикә ауыл клубын үҙ ҡулына ала, бер үк ваҡытта тормош иптәшенән кинопроектор серҙәренә өйрәнә... Эх, ул йылдар! Бала сағымдың һәм йәшлегемдең онотолмаҫ хәтирәһе булып әле лә күңел түрендә һаҡлана... Клубта ниндәй генә саралар үтмәй ине! Ул концерттар, байрам кисәләре, халыҡ йолалары, юбилейҙар, туйҙар. Халҡыбыҙҙың «Ҡаҙ өмәһе», «Кәкүк сәйе», «Ҡарға бутҡаһы» кеүек боронғо байрамдары Сәләх ауылында нәҡ Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙының тырышлығы һәм уның башланғысында яңы төҫ алды һәм күмәк халыҡ ҡатнашлығында шаулап-гөрләп үтер ине.
Клубта берәй сара үткәрер алдынан Ғәлиә апай менән Ҡорманғәле ағай, ауыл йәштәрен бергә туплап, совхоздың теге йәки был эшенә өмәләр ойошторорҙар ине. Ферма малдарының аҫтын таҙартыу, ялан кәртәләр эшләү, ҡураларҙың ҡыйығын рәтләү, малдар өсөн япраҡ бәйләү кеүек күмәк көс талап иткән ваҡ-төйәк эштәрҙе ауыл егеттәре бер-ике көндә атҡарып, үтәсәк байрам сығымдарына етерлек аҡса тупланы. Төшкән аҡса иҫәбенә байрамдарҙа һәр кем иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. Иң ҡыҙыҡлыһы, моғайын, урам-ара ойошторолған алмаш концерттар булғандыр ул! Быға ҡәҙәр өндәшмәй генә йөрөгән инәй-олатайҙар, апай-ағайҙар һәм ҡыҙ-малайҙарҙың үҙенсәлекле сәм һәм дәрт менән концерт программаларына ҡушылыуын, сәхнәлә матур-матур сығыштары менән хайран итеүҙәрен хәҙер һағынып һөйләргә генә ҡалды. Һәр кем үҙ донъяһына бикләнгән бөгөнгө көндә үткәндәрҙең ошо сағыу биттәрен нисек оноторға була?! Ә бит был сараларҙың башында һәр саҡ Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы менән Ҡорманғәле Әбделғәләм улы Таһировтар торҙо. Уҙған быуаттың 70–80-се йылдары йәштәре исеменән уларға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә!
Ҡорманғәле ағайҙың ул саҡтағы «Башҡорт» совхозының Ҡыпсаҡ бүлексәһенә ҡараған Сәләх бригадаһы бригадиры булып эшләгән йылдары айырым бер тема. Йәй баштарында совхоз малдарына сенаж, бесән әҙерләү мәлдәре айырыуса күңелле була торғайны. Трактор арбаларына, йәки машина кузовына тейәлеп, йырлаша-көлөшә эшкә барыуҙар, төшкө аш мәлендә бер табынға өйрөлөп, ашнаҡсыларыбыҙ Фәрзәнә апай Иҫәнбаева, Мәүәзиә апай Рәмова-Таймасова әҙерләгән тәмле аш һәм йәш ҡыҙҙар йыйып килтергән ҡарағат, еләк, сейә япраҡтары, мәтрүшкә һалынған хуш еҫле сәйҙән һуң шау-гөр килеп шаярыуҙар ваҡыт-ваҡыт һағындырып иҫкә төшә... Шулай ҙа иң ҡыҙығы бригадир Ҡорманғәле ағайҙан ҡасып, бер нисә саҡрымдағы Бараҡал йылғаһының Ҡара һарыҡ ятыуына һыу инергә йөрөүҙәребеҙ булғандыр ул! Йәш-елкенсәк инде генә ихласлап һыу инә башлаһа, асыулы һөрәнләп, бригадир артыбыҙҙан килеп етә... Әммә шаян егеттең асыуы тиҙ һүрелә һәм үҙе лә беҙҙең менән бергә донъяһын онотоп һыу инергә, уйнап-шаярырға тотона. Бары ике-өс сәғәттән һуң ғына барыбыҙ ҙа әлһерәшеп эш урынына киләбеҙ һәм, табынға яңынан йөгөнөп, сәй эсеп алғас ҡына эшкә тотонабыҙ... Шуныһы хәтергә һеңгән – Ҡорманғәле ағай ҙа, хисапсыбыҙ Юнир ағай мәрхүм Солтанов та ғәҙел булдылар. «Эш ваҡытында ихалай ҡороп йөрөнөләр» тип, наряд яҙмай ҡалғандары булманы! Сөнки көндәлек нормабыҙҙы һәр саҡ артығы менән үтәй инек...
Ҡорманғәле ағайҙың иртән-иртүк өйҙән-өйгә йөрөп, халыҡты эшкә әйҙәүе төрлө мәҙәктәргә лә бик бай булды. Төнө буйына клубта, Аҡбейек һәм Ҡаршытауҙағы киске уйындарҙа, күрше ауылдарҙа йөрөп, йоҡолары туймаған егет-еләнде, ҡыҙ-ҡырҡынды кәртә баштарынан, усаҡлыҡтарҙан аяҡтарынан һөйрәп уятыр, кемеһендер һалҡын һыу менән ҡойондорор, булмаһа башҡа берәй этлек уйлап табыр ине әрһеҙ бригадир. Әммә уға бер кем дә үпкәләмәне, аҙаҡ башҡаларға ҡыҙыҡ итеп һөйләп көлөр ине.
Клубта үткән ярыш-конкурстарҙың, яңы йыл кисәләренең дә ҡото булды бригадирыбыҙ. Һәр кемгә килешле шаяртыу һүҙҙәрен табып, иң моңһоҙҙарҙың да дәртен ҡуҙғытып ебәрергә тик ул ғына булдыра ала ине. «Ике итек – бер пар», – тигәндәй Ҡорманғәле ағай менән Ғәлиә апай һәр эштә лә бер-береһенә терәк булып, берлектә эш иттеләр. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы, йәмәғәт башланғысында гәзит-журналдар таратыусы булараҡ, өй һайын йөрөп, һәр ғаиләгә кәмендә 7-8 дана баҫма яҙҙырҙы. Шуғалыр ҙа инде ауылыбыҙҙың хат ташыусыһы Нурия апай мәрхүмә Атанбаева, ҙур сумкаһын көскә йөкмәп, көн аралаш ҡара тирен һыпырыр ине.
Әйткәндәй, ауылдар араһында алмаш мәҙәни саралар үткәреү йолаһын да Таһировтар башлап ойошторҙо беҙҙең яҡтарҙа. Бер ауыл Советына ҡараған Ҡыпсаҡ, Сәләх, Һаҡтау, Яңы Яҡуп ауылдары халҡы берлектә ойоштороласаҡ теге йәки был байрамды ашҡынып көтөп алды һәм ҙур ихласлыҡ менән күмәкләшеп күңел асты. Ҡайһылыр ауылдың бер-ике өйөндә үткән «Ҡаҙ өмәһе», мәҫәлән, тотош ауыл Советы биләмәһендә ҙур байрамға әүерелде, йәше-ҡарты ҙур теләк менән ҡатнашты.
«Һабыр» совхозының профсоюз комитеты рәйесе, совхоз директоры, Ҡәнзәфәр ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән йылдары ла Ҡорманғәле Әбделғәләм улы Таһиров тураһында матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Сөнки ул һәр ваҡыт халыҡ өсөн эшләне, уның мәнфәғәтен алғы планға ҡуйҙы. Үҙе йәшәгән Сәләх ауылын ғына алып ҡарағанда ла, етәксенең бихисап хеҙмәтен күрергә мөмкин. Ҡот осҡос батҡағы менән дан алған ауыл урамына 5-6 мәртәбә ҡом-таш түшәтеп, аҙаҡ уға бына тигән асфальт йәйҙереүе өсөн генә лә мең рәхмәтле уға ауыл халҡы! Ә бит ошондай оло эштә юғары органдар тупһаһын әҙ тапарға тура килмәй... Ҡайҙа майлап, ҡайҙа хәйләләп тигәндәй үҙ һүҙен һүҙ итә етәксе, уның ҡарауы ауылдаштары алдында йөҙө яҡты! Иҫке генә клуб, мәктәп биналарын яңыртыу, йорттарға «зәңгәр яғыулыҡ» индереү һ.б. эшендә лә кисәге етәксенең өлөшө ҙур. Тик, йәл, ҡайһы берәүҙәр уның был хеҙмәттәрен күрмәмеш булырға, кисәге етәксегә юҡтан ҡара яғырға тырыша... Халыҡ һүҙе – диңгеҙ тулҡыны, тигәндәре шулдыр инде...
Бөгөн Таһировтар икеһе лә хаҡлы ялда, балаларын эйәле-башлы итеп, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнә. Әммә, алда әйткәнемсә, «мейес башына менергә» ашыҡмайҙар әле улар. Былтыр – үҙҙәренең Алтын туйҙары йылында, мәҫәлән, Таһировтар районды һәм күрше райондар халҡын ғаилә концерты менән һоҡландырҙы. Ҡорманғәле Әбделғәләм улы менән Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙы, ҡыҙ-улдарын, ейән-ейәнсәрҙәрен бергә туплап, ысын мәғәнәһендә талантлы труппа төҙөнө һәм ауылдан-ауылға йөрөп, тамашасыларға һоҡланғыс концерт программаһы тәҡдим итте. Тамаша үҙәгендә, билдәле, оло Таһировтар үҙҙәре торҙо. Кистәрен яратҡан гармуны менән элек балаларын, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәрен бейетеп йырлатҡан ғаилә башлығы сәхнәлә үҙен аһәңле йырсы итеп тә күрһәтте һәм дәррәү алҡыштарға лайыҡ булды. Ғөмүмән, Таһировтар үҙҙәренең йырлы-моңло ғаилә икәнлеген аныҡ эштәре менән раҫланы!
Әйткәндәй, Ғәлиә Кинйәғәле ҡыҙының хеҙмәт юлын бөгөн улдары Тәлғәт дауам итә – ауыл клубын етәкләй. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән!» – тип юҡҡа әйтмәгәндәр атай-олатайҙар! Тәлғәт тә клубты буш ҡуймай, әлдән-әле төрлө саралар үткәреп, ауыл халҡының ялын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Бәләкәй генә ауылға профессионал артистар ҙа йыш күҙ һала. Илле өйлө генә ауылдың эре ауылдар менән бер рәттән районда үткән мәҙәниәт сараларында ҡатнашыуы үҙе үк күп нәмә тураһында һөйләй. Хатта «Айыҡ ауыл» республика конкурсында үҙҙәрен күрһәтергә лә йөрьәт итте сәләхтәр.
Сәләх ауылында Таһировтар ише дан ғаиләләр етерлек. Мөнирә һәм Айбулат Иҫәнбаевтар, Миңлегөл һәм Булат Аҡҡужиндар, Мәрзинә һәм Баймырҙа Солтановтар, Таңсулпан һәм Рөстәм Тотмановтар, Мәрхәбә һәм Шәрифйән Асайыновтар, Роза һәм Әнүр Таймасовтар, Әлфирә һәм Хәбир Ҡадаевтар, Миңзифа һәм Нурулла, Әнисә һәм Әхәт Рәмовтар, Гүзәл һәм Радик, Шәһиҙә һәм Рафайыл Солтановтар һәм башҡалар ауылдың йәме һәм ҡото булып торалар. Уңған да, тернәксел дә, берҙәм дә халыҡ йәшәй шул был ауылда.
Мотал Рәмов
Читайте нас: