+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тормошом маяғы

­

Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы Арыҫланова 1919 йылдың 31 ғинуарында Бүздәк районы Иҫке Көҙәй ауылында тыуа. 1969 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған исеме, 1974 йылда БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы исемдәренә лайыҡ була. 1951 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 1949–1987 йылдар – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актрисаһы. Минең бәхетемә күрә, театр сәхнәһендә талантлы Зәкиә Арыҫланова ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙе күрергә насип булды. Осрашыуҙарҙа, семинарҙарҙа йыш ҡына бергә булырға тура килде. Күренекле яҡташтарым тураһында яҙа башлағас, Зәкиә апайҙың өйөндә ҡунаҡта ла булдым. Байтаҡ ваҡыт үтеп китте инде. 2000 йылдар башы. Зәкиә апайҙың тормош һөйөүсән яҡты образы, аҡыллы, матур, нәзәҡәтле ҡатын-ҡыҙ һыны – хәтерҙә мәңге ҡаласаҡ.
«Ундағы энергия, һөйкөмлөлөк, аҡыл – бына ошо йәшәү стиле!» – тип өндәшер инегеҙ һеҙ ҙә, алдығыҙҙа Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зәкиә Арыҫланованың ғорур, ихлас баҫып тороуын күреп.
Ишекте миңә бик матур, мөләйем ҡатын асты. Хужабикә сағыу һары күлдәк кейгән ине. Ҡыйғас ҡара ҡаштары, керпектәре матур итеп буялған, көләс йөҙлө ҡатын ихлас йылмайып, мине өй түренә саҡырҙы. Ҡыҫҡа сәс Зәкиә апайҙы күпкә йәшәртеп күрһәтә – ул саҡта Зәкиә апайға 80 йәштәр самаһы ине. Айырыуса еңел атлауы, ҡунаҡсыллығы нәзәкәтлек, матурлыҡ өҫтәй үҙенә. Халыҡ артисткаһына ҡунаҡҡа беҙ ейәне Руслан менән барҙыҡ. Хужабикә беҙҙе шунда уҡ өҫтәл артына сәйгә саҡырҙы. Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы үҙе бер ҙә ултырманы, өҫтәлгә бер туҡтауһыҙ һый-хөрмәт ташыны, шул арала икебеҙ менән дә һөйләшеп өлгөрҙө. Энергияһы, дәрте ташып торған ҡатындың өйөндәге тәртипкә, таҙалыҡҡа иҫең китер.
Зәкиә Арыҫланованың тормошонда иң мөһиме – театр ине. Театр тураһында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы бик күп мәҡәләләр яҙа. Күп баҫмалары 1999 йылда сыға. Ул вакытта инде Зәкиә апайҙың 80 йәшлек юбилейын һәм Башҡортостандың аткаҙанған артисы Ғата Арыҫлан улы Арыҫланов менән бергә йәшәүҙәренә 60 йыллығын үткәргән саҡ ине.
Оҙаҡ йылдар тырыш хеҙмәте өсөн Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, Башҡортостан юғары Советының бик күп грамоталары менән бүләкләнә (1947, 1949, 1955 йылдар). Ижад юлында 150-нән ашыу Маҡтау кағыҙҙары менән билдәләнә. 1960 йылда Мәскәү ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында эстрада артистары араһында дипломант исеменә лайыҡ була. Был диплом шуныһы менан ҡиммәтле – унда билдәле артистарҙың – Рина Зеленаяның, Аркадий Райкиндың һәм башҡаларҙың ҡултамғалары бар. 1968 йылда бөйөк пролетар яҙыусыһы А.М.Горькийҙың тыуыуына 100 йылға арналған тасуири шиғыр һөйләү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында лауреат исемен яулай Зәкиә ханым.
Ҡаҙаныштары өсөн талантлы ижадсыға 1969 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған, 1974 йылда – БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы исеме бирелә. Зәкиә апайҙың тәрбиәһенә ҙур өлөш индергән ҡыҙҙың әсәһе Хәпифә Усман ҡыҙы шөғөлләнә. Хәпифә Усман ҡыҙы өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерә. Беренсе тормош иптәше был яҡты доньяларҙан иртә китә, Зәкиә Арыҫланованың атаһы Хөсәйен Абҡадир улы Чанышевҡа ни бары 29 йәш ине. Унан әсәһе Хәпифә апай Булатов Шәйдулла Тимербулат улына тормошҡа сыға, ул Зәкиәне ҡыҙлыҡҡа ала. Етенсе синыфҡа тиклем ҡыҙ тыуған ауылы Көҙәйҙә уҡый. Ярлыраҡ йәшәйҙәр, шуға күрә атаһы шахтер булып Баймаҡ руднигына эшкә бара. Ғаилә Баймаҡҡа күсеп килә һәм ҡәҙимге ҡала тормошо менән йәшәй башлай. Зәкиә мәктәптә яҡшы билдәләренә генә уҡый һәм матур итеп башҡортса һөйләшергә, яҙырға өйрәнеп ала.
Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Зәкиә төҙөлөш техникумына уҡырға инә. Әммә сәнғәткә булған һөйөүе Өфө театр сәнғәт училищеһына алып килә. Яҡшы уҡыу һөҙөмтәләре күрһәтеп, 1939 йылда училищены тамамлай. Бала саҡтан уҡ иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән ҡыҙ бөтә яҡлап та ал бирмәй – йүгереү буйынса ла, бейеүҙә лә, йырҙа ла.
Зәкиә Арыҫланова 1988 йылдан 1994 йылға тиклем халыҡ театрының режиссеры булып эшләй, Учалы районында мәҙәниәт халыҡ ижады үҙәгендә методист вазифаһын башҡара. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» пьесаһын сәхнәләштерә, Нуриман районында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» драмаһын ҡуя. Зәкиә апай шулай уҡ Хәбибулла Ибраһимовтың «Һыу юлы», «Башмағым» спектаклдәрен сәхнәләштерә.
Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы башҡорт халыҡ йырҙарының йыйынтыҡ аудиотаҫмаһын ҡуйып ебәрҙе, спектаклдәрҙә башҡарылған йырҙар ине был. Ошондай матур, моңло фонда беҙҙең әңгәмә дауам итте. Йөрәк түрҙәренән сыҡҡан илаһи моңдо – Ғата һәм Зәкиә Арыҫлановтар башҡарыуындағы ғаилә дуэтын тыңланыҡ. Хужабикә хәтергә төшөороп алды, бер мәлде Ҡазан ҡалаһында, Ғата Арыҫлан улын 45 минут буйы сәхнәнән ебәрмәнеләр, ти, халыҡ уны ныҡ яратты, хөрмәт итте.
Зәкиә Арыҫланованы бөтә булған республика халыҡ театрҙары конкурсына жюри ағзаһы итеп саҡырҙылар. Үҙенең тыуған яғында үткән шиғыр һөйләүселәр конкурстарын үткәрҙе һәм ойошторҙо.
Әйткәндәй, ижади үрҙәр яулауы ла, конкурстар лауреаттары булыуы ла, күпселек ата-әсәләренең ҙур өлөшө. Улар оҙаҡ йәшәүселәр рәтендәгеләр –әсәһе 92 йәшенә етә. Ул ҡыҙын хужалыҡ эштәрен алып барырға, балалар тәрбиәләү, ғаилә эсендә бәхетте һаҡлап ҡалыу, таҙалыҡ, эшһөйәрлек, кешеләргә ҡарата, бигерәк тә ололарға иғтибарлы, ихтирамлы булырға өйрәтеүҙә күп көс һала. Үҙе лә өлгө булып тора – изгелеккә, миһырбанлыҡҡа, көнөнә биш тапҡыр намаҙын онотманы. Үҙенең ҡыҙын да ошо уҡ сифаттарға өйрәтте. Ошо мәлдә намаҙ ваҡыты еткәнгә күрә, Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы минең атайымдың исем-шәрифен һорап, намаҙын башланы. Намаҙ аҙағында миңә һаулыҡ, шатлыҡ-бәхеттәр, уңыштар теләп, доға ҡылды. Беҙ йәнә ижад тураһында һүҙебеҙҙе дауам иттек. Уның яҡты зиһененә, матур уй-фекерҙәренә ысынлап хайран ҡалдым, әйтерһең дә ул яңы ғына театрҙан сыҡҡан.
1949 йылда Зәкиә Арыҫланова Башкорт академия театрында эшләй башлай. Уның беренсе роле А.Г.Бикчәнтаев менән Р.Х.Хәйруллин драмаһында – Сәғиҙә. Зәкиә апайҙың ролдәре бихисап була: М.Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендә – Ғәлимә, Мостай Кәримдең «Айгөл иле» повесында – Зәлифә, И.А.Абдуллинаның «Ҡоҙалар» комедияһында – Зөлфиә, Т.Г.Миңнуллиндың «Һайлап алынған яҙмыш»ында Мөнирә ролен ифрат уңышлы уйнай. Л.Н.Толстойҙың «Власть тьмы» драмаһында Анисья образы, «Бездна»ла – Натали, «Снежок»та – мисс Филлер, У.Шекспир «Ромео и Джульетта» драмаһында ҡабатланмаҫ сағыу образдар тыуҙыра. Ул уйнаған персонаждарҙы һанап бөтөрөрлөк тугел – классик драматургтарҙың ҡабатланмаҫ геройҙары. Сәхнәлә бер рәттән Зәйтунә Бикбулатова, Рәғиҙә Йәнбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Дариға Фәйзуллина, Рим Сыртланов, Әмир Зөбәйеров, Фидан Ғафаровтар менән бергә ижад итә. Онотолмаҫ ролдәрҙе Ғата Арыҫланов менән С.Ҡудашевтың «Мәжит Ғафури» спектаклендә бергә уйнайҙар. Ғата – М.Ғафури, ә Зәкиә – Зөһрә ролендә. Бөтәһен дә һанап бөтөрөрлөк түгел, улар 1940 йылдан алып 1983 йылға тиклем бергә уйнайҙар. Зәкиә Арыҫланова Башкорт дәүләт драма театрына сәхнәһенә ижад юлын 1987 йылға тиклем бағышлай.
Бөтә ғүмере буйы Зәкиә апай матур кешеләрҙең сифаттарына һоҡланып йәшәй: якшы, тәртипле, иғтибарлы, тәрбиәле кешеләрҙе яҡын күрә. Үҙе лә гел зауыҡ менән кейенеүгә, матур телмәргә ҙур иғтибар бирә, балаларында ла шундай уҡ күркәм сифаттар тәрбиәләй. Һаранлыҡ, үпкәләү, тәкәбберлек – уларҙың ғаиләһендә бөтөнләй ят күренеш.
Зәкиә Шәйдулла Арыҫланова һымаҡ йондоҙ балҡыуы – беҙҙең халыҡ өсөн оло мәртәбә, беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Уның сағыу образдары яңы көс, яңы дәрт менән йәшәргә ярҙам итә.
Зәкиә Шәйдулла ҡыҙы һәм Ғата Арыҫлан улы Арыҫлановтарҙың ҡунаҡсыл өйҙәренән сыҡҡас, ирекһеҙҙән күҙҙәрем йәшләнде. Ғата ағай ул ваҡытта ауырый ине. Уларҙың башҡарыуындағы моңло йырҙар һәм илаһи дуэттар ҡолағымда оҙаҡ сыңланы. Шундай легендар кешеләрҙең был фани донъяларҙа әҙ йәшәүҙәре үкенесле. Улар – үҙ ғүмерҙәрен матурлыҡҡа, нәфислеккә бағышлап, дөрөҫлөктө, тоғролоҡто үҙ иткән ғашиҡ йәндәр. Уларҙың һоҡландырғыс, күркәм тормош юлдары йәш быуындарға мәңге маяҡ булып балҡыясаҡ.
Зәйфә ЦУКАНОВА,
Журналистар союзы ағзаһы.
Рифат ЙӘМЛИХИН әҙерләне
­
Читайте нас: