+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Эш күп булған һайын йәшәү ҡыҙығыраҡ»

Башҡортостан телевидениеһына - 60 йыл.

Беҙ бала саҡта Шишмә районы Сыуалкип ауылы ҡыҙы Рәйсә Абдуллинаны белмәгән бала һирәк булғандыр ул. Сөнки «Башҡортостан пионере» гәзите, «Пионер» журналы һәр өйгә килә торғайны. Ә Рәйсә Абдуллина – был баҫмаларҙың даими авторы булды, уның исеме аҫтына «йәш хәбәрсе» тигән яҙыу ҙа ҡуйыла ине. Ябай ғына ваҡиғаны ла оҫта тел менән мауыҡтырғыс итеп һүрәтләү һәләтенә эйә ҡыҙыҡай ине ул. Мәҡәләләренән тыш, шиғырҙары, хикәйәләре, әкиәттәре, хатта һүрәттәре йыш ҡына ташҡа баҫылып торҙо.
Өлкән кластарҙа ул 1-се һанлы башҡорт гимназия-интернатынан хәбәрҙәр ебәрә башланы. Аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филологияһы факультетында белем алған Рәйсә Абдуллина менән бер осорҙа уҡырға, таныш булырға тура килде. Шунда уның яҙыу-һыҙыуға ғына түгел, ә бар яҡлап талантлы, үҙе сибәр, аҡыллы, тәрбиәле, күркәм холоҡло кеше булыуына ла һоҡландыҡ. Гел «бишлегә» уҡыуҙан тыш, ул вуздың ансамблендә бейене, баянда ла уйнай торғайны, ҙур ихласлыҡ менән студенттарҙың «Шоңҡар» әҙәби түңәрәген етәкләне, спорт сараларында әүҙем ҡатнашты, төркөмдөң, факультеттың, университеттың йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаны. Бер юлы өс балаһын институтта яңғыҙ уҡытҡан әсәһенә еңелерәк булһын тип, дүрт йыл буйы кистәрен эшләп тә йөрөнө Рәйсә. Әммә эш тә, һанһыҙ башҡа йәмәғәт бурыстары ла тырыш ҡыҙға БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамларға ҡамасауламаны. Тәү ҡарашҡа, ул оялсан, бер аҙ ҡыйыуһыҙ күренһә лә, осраҡ сыҡҡан һайын, ошо йомшаҡлыҡ эсенә йомолған ғәжәп көслө характеры, рух ҡеүәте үҙен һиҙҙереп тора торғайны. Ябай ғына кеше булмаҫ был Рәйсә тип фаразлағанда, уның Ейәнсура егетенә тормошҡа сығып, йүнәлтмә буйынса иренең тыуған яҡтарына уҡытыусы булып эшкә китеүен күптәр нисектер яңылыш аҙым кеүек ҡабул итте. Әлбиттә, Рәйсә Рәйес ҡыҙы район үҙәге Иҫәнғолдағы мәктәптә лә уҡытыусы, завуч сифатында бынамын тигән итеп эшләгәндер, уҡыусыларының хәтерендә ҡалғандай ҡыҙыҡлы һәм тәрән йөкмәткеле дәрестәр биргәндер, шигем юҡ. Ләкин уның кеүек тә сағыу, ижади шәхес, төпкөлгә китеп, юғалып йә онотолоп ҡала торғаны бар инеме һуң инде?!
Һәм, ысынлап та, бер ни тиклем ваҡыттан Рәйсәбеҙҙең яғымлы тауышы «Юлдаш» радиоһында яңғырай башланы. Уҡытыусылыҡ менән бер рәттән, ул Башҡортостандың көньяк төбәге буйынса үҙ хәбәрсе сифатында радио аша шунда йәшәгән халыҡтың тормошон яҡтыртыуға тотондо. Бер аҙҙан «Даирә» кеүек етди, яуаплы ижтимағи-сәйәси радиожурналды, тура эфирҙарҙы алып бара башланы. Беҙ, һабаҡташтары, уның көндән-көн оҫтара, үҫә барыуын тойоп шатландыҡ. Әлбиттә, мәктәптә эше, ғаиләһе, ике бәләкәй улы бар кешегә алыҫ райондан башҡалаға йыш йөрөүе еңел булмағандыр. Ә, бәлки, улай ҙа түгелдер, сөнки кеше хыял-маҡсатына ынтылғанда, үҙен иңдәренә үҫкән ҡанаттарҙа осоп йөрөгәндәй тоя. Рәйсәнең дә бала саҡтан килгән «мотлаҡ журналист булам» тигән хыялы тормошҡа ашырға тейеш ине бит.
2002 йылда ғаиләһе менән Өфөгә күсеп, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй башлағас, Рәйсә Рәис ҡыҙы тулыһынса үҙ урынын тапты тип әйтергә мөмкин. Бында уның беренсе ҙур эше – драматург Азат Абдуллин тураһында «Хәҡиҡәт юлында» тип аталған телетапшырыу була. «Бик етди әҙерләндем: авторҙың бөтә китаптарын уҡып сыҡтым, анализланым, «Раббым баҡсаһы» пьесаһы геройы Рудольф Нуриев менән драматург яҙмыштарының уртаҡлыҡтарына ҡоролған сценарий яҙҙым. Ә геройым үтә лә талапсан булып сыҡты: әйтеләсәк һәр һүҙгә, һәр интонацияға, һәр хәрәкәткә мәғәнә һалды, үҙенсә генә булыуын талап итте. Ҡабат-ҡабат төшөрөргә тура килде», – тип хәтерләй тележурналист ул мәлде. Берәү булһа, бындай талымға түҙмәҫ тә ине, әммә сабыр, итәғәтле Рәйсә тәүге еңел булмаған сирҡаныс алыуҙы яңы һөнәрҙә оло тормош мәктәбе тип ҡабул итә. Уның ҡарауы, һуңынан, тапшырыу эфирға сыҡҡас, Азат Абдуллиндың: «Ниһәйәт, үҙемде аңлаған, мин булып фекерләгән журналисты осраттым», – тип әйтеүе йәш белгескә оло баһа була.
Был ваҡиғаға хәҙер 20 йыллап ваҡыт үткән инде. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллина, нәҡ пионер саҡтағы гәзит биттәрендәге мәҡәләләре кеүек, һәр йортҡа аҙна һайын телевизор экраны аша сәләм бирә. Хәҙер уны бөтә республика белә, ҡарай, тыңлай. Әлеге көндә ижад әһелдәренә арналған «Автограф» телеочерктар циклының, тарих төпкөлдәрен айҡаған, ваҡыт һынауын уҙған ваҡиғалар, билдәле кешеләр яҙмышына бөгөнгө күҙлек­тән байҡау яһаған «Үткән ғүмер» хәтернамәһенең, егәр­ле, оҫта ҡуллы ауыл, ҡала ғаиләләре менән таныштырған «Бай баҡса» тапшырыуының авторы ул. Р. Абдуллинаның бығаса эшләгән «Майҙан» социаль-аналитик ток-шоуын, «Арҡайым» зыялылар клубын, арабыҙҙан иртә киткән йәш таланттар тураһында «Нәҙер», яугир әҙиптәр тураһында «Ватан улдары»тапшырыуҙарын, «Төнгө канал» программаһын һәм башҡаларҙы тамашасылар яҡшы хәтерләй әле. Ике тиҫтә йыл дәүерендә эфирға 700-ләп тапшырыу сығарған ул. Әлбиттә, эш һандарҙа түгел.
Мин күберәк Рәйсә Рәйес ҡыҙының үҙ һөнәрен ныҡ яратҡан, уны биш бармағы кеүек белгән һәм урын-еренә еткереп башҡарған кеше булыуы хаҡында һөйләргә теләйем. Был сифаттарҙың һуңғы икәүһе уның оло яуаплылыҡ тойғоһо һәм ижади егәрлелеге менән барып тоташа. Тапшырыу әҙерләй икән, эшләп ҡотолһам булды тип түгел, тамашасыһын экрандан айырыла алмай ҡарарлыҡ, уйланырлыҡ, фәһем алырлыҡ, ә геройын «мине аңлаған һәм тулыһынса аса алған журналисҡа тап булдым» тип ҡыуанырлыҡ хәлгә еткереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Кемдер йә нимәлер хаҡында төшөрәһең икән, тәүҙә ул теманы үҙең яҡшы белеүең кәрәк. Әйтәйек, «Автограф»тың геройҙары булған яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып һәм артистарҙың спектаклдәрен ҡарап сыҡмайынса, тормош һәм ижад биографияларын өйрәнмәйенсә, улар менән осрашыуы ла оят. Унан геройҙы һөйләтеп ултырып ҡына эшләнгән тапшырыуҙың тамашасы өсөн ҡыҙығы ла юҡ. Башҡа сығанаҡтарҙан өҫтәп материалдар, фондтан ҡыҙыҡлы кадрҙар эҙләргә, архивты аҡтарырға, геройҙың үҙенсәлекле яҡтарын асып бирә алғандай кешеләрҙе йәлеп итергә тура килә.
«Автограф» – Башҡортостандың шағир, яҙыусы, рәссам, артист, йырсы, бейеүсе кеүек ижади профессияларының йәмғиәттә танылыу тапҡан һәм хөрмәт ҡаҙанған сағыу вәкилдәре тураһында цикл. «Был тапшырыуҙар барыһы ла телевидение фонды өсөн төшөрөлөүе менән ҡәҙерле. Уларҙың тарихта һаҡланыр хеҙмәт булыуҙары айырым яуаплылыҡ өҫтәй, – ти Рәйсә Рәйес ҡыҙы. – Ә бит был арҙаҡлы кешеләр тураһында материалдарҙы, үҙҙәре иҫән сағында төшөрөп ҡалған кадрҙарҙы күптәр эҙләйәсәк, файҙаланасаҡ һәм беҙгә рәхмәт уҡыясаҡ әле». Ә бит уйлап ҡараһаң, ысынлап та, тележурналистарҙың күпме хеҙмәт емеше, елгә осҡан кеүек, бер көн күрһәтелә лә юҡ булып тора.
«Автограф» геройҙары тапшырыуҙа оҫталыҡ серҙәре, ижади пландары менән бүлешеп кенә ҡалмай, тормош, яҙмыш, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланыуҙарға ла бирелә. Ә уларҙың эске кисерештәрен сәтләүек ярған ише асып һалырға мәжбүр итеү – етмәһә, камера алдында – ай-һай еңел түгел. Ә Рәйсә быны эшләй, иң кәрәкле ҡылдарҙы сиртә белә. Әңгәмәсеһе асылып етмәгән хәлдә лә, ул һиҙгер, һаҡ кеше булараҡ, әйтелмәгәнде лә тойомлай, хатта үтә күрә белә һәм мәғлүмәтте геройын уңайһыҙ хәлдә ҡуймаҫлыҡ, шул уҡ ваҡытта тамашасыға ҡыҙыҡлы булырлыҡ кимәлдә кадр артындағы һүҙҙәре менән еткереп ҡуя. «Ҡайҙан белдең был турала? Мин бит һөйләмәгәйнем», – тип аптырайҙар һуңынан улары. Рәйсә үҙенә генә хас тыйнаҡлыҡ менән йылмайып, үҙенә генә хас сәсәнлек менән һүҙҙе шаяртыуға бороп ҡуя. Сәсәнлек тигәндәй, Р. Абдуллинаның тапшырыуҙарында автор булараҡ һөйләгән текстары ни тиклем уйланылған, сәпкә тейеп кенә тороуын, тәүге фразанан уҡ геройының төп булмышын асып бирә белеүен күптәр аңғаралыр, моғайын. Әлбиттә, был йор телмәр оҙаҡ йылдар һүҙ менән эш итеүҙән, башҡорт теленең бар нескәлектәрен асырға ынтылыуҙан, уның тәмен һәм йәмен тоя белеүҙән килә. Журналист таланты инде был, бер һүҙ менән әйткәндә.
Ә бит телетапшыру – кино түгел, бер төшөрҙөм дә бөттөм тип булмай. Улар һәр аҙна һайын тв-программала үҙ ваҡытында ҡабатланып тик тора. Шуға яңынан-яңыһын төшөрөү өсөн аҙна һайын командировкаларға сығырға, геройҙар эҙләргә, ҡайтҡас, тапшырыуыңдың сценарийын яҙырға, материалды монтажларға, кадр артындағы тауышты, килешле музыкаһын табып яҙҙырырға кәрәк. Сөнки телевидениела эшләү дәүерендә Рәйсә бындағы барлыҡ һөнәрҙәргә лә өйрәнгән тиергә була: үҙе сценарист, үҙе режиссер, алып барыусы, тәржемәсе, инженер-монтажлаусы һәм башҡалар. Эйе, монтажлау кеүек техник бурысты ла ул үҙе башҡара. Коллегаларына ышанмауҙан да түгел, ә монтаж бүлмәһендә үткәрәсәк көндөҙгө эш ваҡытын йәлләүҙән. Ул быны төндә өйөндә башҡара.
Быларҙан тыш, Рәйсә Абдуллина Башҡортостан юлдаш телевидениеһының нәфис тапшырыуҙар бүлегенең етәксеһе лә бит әле. Быйыл уға тағы бер эш өҫтәлде: телевидениела титрҙар өсөн тәржемә бүлеге асып, уның хеҙмәткәрҙәрен дә нәфис тапшырыуҙар бүлмәһенә урынлаштырҙылар һәм етәкләүҙе башҡортса ла, русса ла берҙәй яҡшы белгән минең геройыма тапшырҙылар. Хәҙер Рәйсә Рәйес ҡыҙының ҡул аҫтында ун бишләп ҡатын-ҡыҙ эшләй. Ә ҡатын-ҡыҙҙар коллективының ағзаһы булыуы ла еңел түгел, ә етәкселек итеү тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Гүзәл заттарҙың оло хөрмәте менән файҙаланған осраҡта ғына улар менән идара итеп була. Рәйсә Абдуллина нәҡ шундай. Ул үҙенең талапсан, әммә ғәҙел остаз булыуы, һәр ваҡыт кешене аңлай һәм хәленә инә белеүе, шулай ҙа һәр мәсьәләне төп эшкә зыян килтермәҫлек итеп, ниндәй генә ситуация тыуһа ла, башта һалҡын аҡыл менән уйлап алып, сәбәләнмәй, тыныс ҡына хәл итергә тырышыуы менән коллегаларының ихтирамын яулаған. Бөтәһе лә аңлай: Рәйсә – берәү, ундай ижади фекерле, егәрле, башлы, белемле кешеләр был донъяла булһа ла бик һирәк. Шундай кешене хөрмәтләргә һәм ҡәҙерләргә кәрәк.
Беҙ ҙә, һабаҡташтары, ҡайһы саҡ үҙ-ара: «Ошо Рәйсәбеҙҙең берәй килешмәгән йә етешмәгән яғы бармы икән ул?» – тип һөйләшеп алабыҙ. Бер мәл был турала үҙенән дә һораныҡ. Ул һәр ваҡыттағыса тыйнаҡ ҡына көлөмһөрәне лә: «Бар, ниңә булмаһын? Мәҫәлән, берәй эш ҡушһалар, кешегә кире яуап бирә белмәйем, үҙемә өҫтәмә мәшәҡәт алам да ҡуям», – тине. Уныһы шулай. Беҙҙең халыҡта шәп бер мәҡәл дә бар бит: йөкмәгәнгә йөкмәтәләр.
Шулай бер ваҡыт Рәсәйгә аҙыҡ-түлек санкцияһы иғлан иткән илдәргә яуап итеп, ситтән килте­релгән йәшел­сә-емешһеҙ ҙә, үҙ еребеҙҙә үҫтерелгән ризыҡтар менән үҙебеҙҙе аҫрай ала­быҙ тигән фекерҙе иҫбат­ларға тейешле «Бай баҡса»ны эшләүҙе Рәйсәгә ҡуштылар. Арҙаҡлы шәхестәр тураһында зыялы, фәлсәфәүи тапшырыуҙар төшөрөп йөрөгән кеше, әлбиттә, был үҙе өсөн сит теманан ҡыҙыҡ тапмаҫ кеүек тойолдо. Үҙенән шул турала һорағас, ул: «Ә мин ҡыҙыҡ булмаған нәмәнең дә үҙемә ҡыҙыҡлы һәм мәғәнәле булған бер яғын табып ала беләм ул. Был юлы ла шулай итермен әле», – тине бошонмай ғына. Һәм, ысынлап та, шулай булып сыҡты: Рәйсә баҡсасылар өсөн тапшырыуҙы ғәҙәти булмаған шаян форматта әҙерләй башланы. Уға был эштә үҙе эҙләп тапҡан алып барыусылары – хаҡлы ялдағы шағир-журналистар Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдина булышлыҡ итте. Уларҙан һуң тапшырыуҙы шаярыулы диалог аша Рәйсә үҙе башҡарған Гөлбикә менән Албикә образдары дауам итте. Баҡсалағы мәшәҡәтле, еңел булмаған хеҙмәт тураһында шундай күңелле, әммә файҙалы программа килде лә сыҡты һәм бына нисә йыл ул эфирҙан төшмәй. Башҡортостандың баҡса һөйөүселәрен бер ҡорға йыйған, уларҙың үҙ-ара кәңәш-төңәш иткән, баҡса серҙәрен бүлешкән урыны булған, тамашасыларҙың яратҡан тапшырыуы булып килә «Бай баҡса». Рәйсә унда әленән-әле ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштора, үҙе бағыусылар табып, теплица, беседка кеүек әһәмиәтле бүләктәр уйната, «Бәйләнештә» селтәрендә тапшырыуҙың төркөмөн дә йәнле итеп алып бара.
Журналист һөнәренең романтикаһы командировкаларҙа тип һанайым мин. Шуға юл-сәфәрҙәрҙән баш тартҡан коллегаларҙы тулыһынса журналист тип атарға телем дә бармай. «Яратам мин юл йөрөргә: яңы ерҙәр, яңы кешеләр, яңы дуҫтар, – тип дауам итә Рәйсә Рәйес ҡыҙы ла. – Башҡортостандың мин булмаған районы, ҡалаһы ҡалманы. Сәфәрҙәрҙән көс-илһам алып ҡайтам. Бер аҙна ҡайҙалыр сыҡмай торһам, үҙемә урын тапмай башлайым». Әйткәндәй, ул яңыраҡ Благовар районынан бер класс уҡыусылар менән Әстрхан ҡалаһына барып ҡайтты. Благовар эҙәрмәндәре бында 21 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан беренсе булып Советтар Союзы Геройы исеме алған яҡташтары Михаил Криворотовтың ерләнеүен асыҡлаған. Ул бында госпиталдә дауаланған мәлдә вафат булған. Ә бит был герой тураһында башҡортостандар яҡшылап белмәй ҙә. Рәйсә Абдуллина шул хатаны төҙәтеүҙе үҙенә алып, «Утлы танкист» тип аталасаҡ документаль фильм төшөрөүгә тотондо. Уның быға тиклем Аҡмулла тураһында «Илгиҙәр» телефильмын төшөрөү тәжрибәһе бар ине. Журналист бының менән сикләнмәй, Михаил Криворотов исемен йөрөткән Благовар районы Троицк мәктәбенең музейын да төҙөкләндерергә ярҙам итеүҙе үҙенә маҡсат итеп ҡуйҙы.
– Бына шундай ун кешегә етерлек өлгөрлөктөң, егәрлелектең сере нимәлә ул? – тип һорамайынса булдыра алманым. «Ҡандан киләлер, – тине Рәйсә Рәйес ҡыҙы. – Әсәйем, Роза Әбүбәкер ҡыҙы, шундай кеше. Йәшләй генә тол ҡалған ҡатынға нәҡ шул уңғанлығы өс балаһын атайлыларҙан былайыраҡ итеп үҫтерергә ярҙам иткәндер, тип уйлайым. Икенсенән, тормош шундай ҡыҙыҡ, бай, күп төрлө. Ә бит ғүмер берәү генә. Уның һәр минутының ҡәҙерен белеп, күп нәмәгә өлгөрөргә тырышып йәшәргә кәрәк. Мин дан артынан да, аҡса артынан да ҡыумайым. Эштән күңелемә кинәнес алыу, йәм табыу миңә күпкә ҡәҙерлерәк. Әҙ генә буш булһам – эсем боша башлай. Мең мәшәҡәт өйөлһә, бер эш артынан икенсеһе ҡыҫтап торһа, мин дә, заманса әйткәндә, «драйв» барлыҡҡа килә, булғандарын тиҙерәк атҡарырға ла, яңыларын эҙләргә тотонғо килә...»
Бына шундай кеше эшләй бөгөн БСТ каналында. Башҡортостан телевидениеһының 60 йыллыҡ тарихына күп талантлы кешеләр үҙҙәренең исемен яҙған. Шуларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Рәйсә Абдуллинаның әле ең һыҙғанып, күп төрлө ижади пландарға сумып эшләп йөрөгән сағы. Ул киләсәктә лә әллә күпме яңы программалары, фильмдары, тапшырыуҙары менән тамашасыны ҡыуандырыр тигән өмөттә уға уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Рәхимә Хәмитова
Читайте нас: