+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Данға күмелгән театр

Билдәле булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителгәйне. Йыл аҙағында ғәҙәттә башҡарған ғәмәлдәргә һөҙөмтәләр эшләнә, йәки себеште көҙ һанайҙар, тигән әйтемдәге кеүек, мәл етте.

29-сы ижад миҙгелен асҡан Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе нисек үткәрҙе икән Театр йылын, тигән һорау менән берләшмәнең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты Харис Зәбих улы ӘБДРӘХИМОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Харис Зәбих улы, әңгәмәне үҙегеҙ менән таныштырыуҙан башлайыҡ.
– Күгәрсен районында тыуып үҫтем. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлағас, Ғафури районы Ҡорманҡай ауылында уҡытыусы булып эш башланым. Унан һуң үҙемдең тыуған районыма ҡайтып, райкомда эшләнем, артабан оҙаҡ ҡына йылдар Күгәрсен районында мәҙәниәт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарҙым. «Хеҙмәткә дан» гәзитендә баш мөхәррир булып та эшләргә тура килде. Һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына эшкә саҡырҙылар, унда тәрбиә, социаль һорауҙар буйынса проректор эшен алып барҙым. Күгәрсен районы хакимиәте саҡырыуы буйынса, кире тыуған районыма ҡайтып район башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары, һуңынан район Советы секретары вазифаларын башҡарҙым. 2016 йылда Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһен етәкләргә тигән тәҡдим иткәстәр, был коллектив менән яҡындан таныш та булғас, риза булдым. Ғаиләм дә ошо ҡалала йәшәй.
– Әлеге ваҡытта театр-концерт берләшмәһе ни хәлдә?
– Мәғлүм булыуынса, беҙҙә биш төркөм – башҡорт драма театры һәм филармонияға ҡараған дүрт төркөм (Бейеү театры, «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө, «Сәрби» сыуаш эстрада-фольклор ансамбле, музыкаль әҙәби лекторий) эшләй. Ижади коллективтар һәр ваҡыт эҙләнеү, үҫеш, камиллаштырыу юлында, тип әйтер инем. Ижади миҙгел әйләнәһенә халыҡты план буйынса 280 спектакль, 400 концерт программаһы менән тәьмин итергә бурыслыбыҙ. Тамашасыларға яңынан-яңы спектаклдәр, төрлө темаларҙы үҙ эсенә алған концерттар тәҡдим итәбеҙ. Бигерәк тә 2017 йылдан алып «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының мәҙәни проекты буйынса эшләү һәр яҡлап оло ярҙам булды. Ошо көнгә тиклем бөтәһе биш спектакль сығарыу менән бер рәттән матди-техник база ла ярайһы уҡ яңыртылды. Шулай уҡ республика кимәлендә иғлан ителгән әһәмиәтле даталарҙы – Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын һәм М.Кәримдең 100 йыллығын билдәләү маҡсатында ла планлы эш алып барылды. М.Буранғоловтың «Ашҡаҙар» тарихи драмаһы менән М.Кәримдең «Өс таған» повесы, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә» трагедиялары үрҙәгеләргә асыҡ дәлил.
– Һуңғы ваҡытта бик әүҙем эшләп киткән «Сәнғәт» милли проектының ярҙамы һеҙгә тейәлер?
– Мәҙәниәт министрлығы тарафынан төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә. Коллективҡа яңы автобус, декорациялар ташырға йөк машинаһы ҡайтарылды. Артистар өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырабыҙ. Әйткәндәй, 2021 йылда бинабыҙҙа ҙур ремонт планлаштырыла. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең, бигерәк тә мәҙәниәт бүлегенең терәк-таянысын тойоп ижад итәбеҙ.
– Үтеп барған Театр йылы Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе өсөн бик уңышлы йыл булды. Төрки телле театрҙарҙың VII халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивалендә гран-при яулап, данға күмелеүегеҙ ни тора.
– Эйе, беҙҙең өсөн бик матур йыл булды. Коллектив тырышып, әүҙем эшләне. Спектаклдәрҙән тыш «Түңәрәк өҫтәл»дәр, лабораториялар ойошторолдо, әйтеп үтеүемсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты буйынса күп эштәр башҡарылды. Башҡа театрҙар менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Гастролдәргә лә күп йөрөлдө. «Туғанлыҡ» фестивалендә Мостай Кәримдең «Өс таған» спектакле гран-приға лайыҡ булыуы – барлыҡ театр һөйөүселәр өсөн оло ваҡиғаға әүерелде. Шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле», сценографтар Антон Федоров менән Лилиә Сөләймәнова «Иң яҡшы сценография» номинацияларында еңеүсе булды.
Ҡазан ҡалаһында Ғ.Камал исемендәге татар дәүләт академия театрында үткән «Наурыҙ» XIV Халыҡ-ара театр фестивалендә «Өс таған» спектакле өсөн коллектив диплом менән бүләкләнде.
– Белеүебеҙсә, «Өс таған»ды Мәскәүҙән саҡырылған режиссер Антон Федоров, ә «Ай тотолған төндә» трагедияһын яҡут режиссеры Сергей Потапов ҡуйған сәхнәгә. Ситтән режиссерҙар саҡырыу традицияға инеп китте шикелле.
– Үҙебеҙҙең башҡорт режиссерҙары менән дә бик тығыҙ эшләйбеҙ. Айрат Абушахманов, Рөстәм Хәкимов, Илдар Вәлиевтар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үҙебеҙҙең егеттәр Айҙар Зарипов менән Зиннур Сөләймәнов ҡуйған спектаклдәр ҙә тамашасы күңелен яулай. Ситтән режиссер саҡырыу ул беҙҙең театрҙы сит ерҙәрҙә лә белһендәр, таныһындар, тигән маҡсат менән эшләнә. Һәр эштә үҫеш булырға тейеш. Үҫеш булмаһа, бер урында тапаныуҙан ары китмәйһең. Киләсәктә лә был эште дауам итергә, үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Үҙеңде танытыу өсөн тағын фестивалдәрҙә ҡатнашырға кәрәк. 2020 йылда бер нисә фестивалдә, хатта Рәсәй кимәлендә лә, ҡатнашырға тип планлаштырып торабыҙ.
– Театрҙың йөҙөн булдырған артистар тураһында бер-нисә кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Театр асылған йылдарҙан эшләгән артистар: Башҡортостандың халыҡ артистары Ниса Бакирова, Рафиға һәм Рауил Галиндар, Физәлиә Рәхимованың, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илһам Рәхимов, Зөлфиә Хәлилова, Ләйсән Кәримованың,театрҙың художество етәксеһе Айҙар марат улы Зариповтарҙың исемдәре театр сәнғәте күгенә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Йәштәр күпләп килә театрға – был бик яҡшы күренеш. Тимәк, театр йәшәй, ижад итә, йәшәйәсәк, тигән өмөт уята.
«Уйналаһы ролдәр алда әле»
Стәрлетамаҡ театры асылған йылдан бирле ошонда эшләп, күп ролдәр тыуҙырып тамашасы һөйөүен яулаған, сәхнәгә, ижадҡа тоғро йәндәрҙең береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театр-концерт берләшмәһе директоры урынбаҫары Илһам Ринат улы РӘХИМОВ:
– 1991 йылда, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас, ошо уҡ йылда асылған Стәрлетамаҡ театрына эшкә килдем. Дөрөҫөрәге, дүрт кеше – йәш ижади көстәр булып, дүрт курсташ килдек эшкә. Азамат Хәлилов, Фәһим Әхмәтйәнов, тормош иптәшем, курсташым Физәлиә Рәхимова һәм мин. Театрыбыҙ ҡуйған беренсе спектакль «Көтөр кешем бар» булды. Мин унда Ғәҙелхан ролен башҡарҙым.
«Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» маҡтаулы исемде 2001 йылда, тәүге башҡорт сериалы «Ай ҡыҙы»ндағы Айҙар роле өсөн бирҙеләр.
– 2007 йылда сәхнәләштерелгән «Ҡыҙ урлау» комедияһында һеҙ ниндәй роль башҡарғайнығыҙ? Быйылғы премьералағы ролегеҙ? Төрлө ваҡытта ҡуйылған әҫәрҙәр бер-береһенән айырыламы?
– Беренсеһендә йәш егет Мөхәмәтша ролен яратып башҡарҙым. Ә быйылғыһында инде Әжмәғол ҡарт ролендә уйнайым. Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, тәү ҡуйған спектаклдә яйыраҡ, заманына күрә, һәүетемсә генә, тамашасы күңеленә ятышлыраҡ итеп уйнарға тырышҡайныҡ. Быныһында инде шәберәк ритм, динамика өҫтөнлөк итә, күңеллерәк кеүек. Йәштәрҙең дәрттәре ташып торғаны һиҙелә.
– Тормош иптәшегеҙҙең дә сәнғәт өлкәһендә эшләүе һеҙгә нисегерәк тәьҫир итә? Өйҙә эш тураһында һөйләшәһегеҙме? Балаларығыҙ һеҙҙең юлдан китмәнеме?
– Икебеҙҙең дә ижад кешеләре булыуы, әлбиттә, һәйбәт күренеш. Бер-беребеҙҙе дәртләндереп, илһамланып эшләйбеҙ. Образдарҙы артабан үҫтереү, роль өҫтөндә эшләү – улар бөтәһе лә эйәреп ҡайта ла инде, өйҙә лә ижад тураһында һөйләшмәй булмай. Тормош шуның менән йәнләнеп киткән кеүек була. Ике бала үҫтерҙек, улыбыҙ тәртип һаҡлау өлкәһен үҙ итте, ҡыҙыбыҙ техник һөнәр һайланы – Өфө дәүләт авиация университеты студенты.
– Әлеге көндә нимә өҫтөндә эшләйһегеҙ?
– Әлеге көндә Яңы йыл сараларына тулы әҙерлек бара. Шулай уҡ Физәлиә менән икебеҙҙең юбилей кисәләрен уҙғарыуҙы ла планлаштырабыҙ. Ҡыҫҡаһы, пландар күп, уйналаһы ролдәр алда әле.
Тәғзиә ЮЛЫБАЕВА,
Гөлдәр СОБХАНҒОЛОВА
Читайте нас: