-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

«Тыуған еребеҙ менән бәйләгән бер көс бар»

Татарстандың Яр Саллы ҡалаһына тыуған яҡтарынан айырылып, төрлө йылдарҙа Камаз төҙөлөшөнә килеп, ошонда төйәкләнгән башҡорттар хаҡында һүҙем.
Башҡортостандың район-ҡалаларынан төрлө юлдар, төрлө сәбәптәр менән килеп урынлашҡанбыҙ. Һәр кемдең үҙ һөнәре, яратҡан шөғөлө бар. Әммә беҙҙе бергә туплаған, тормошобоҙға сағыу төҫтәр өҫтәгән, тыуған еребеҙ менән бәйләгән бер көс бар. Ул – йәмле Башҡортостаныбыҙ, туған телебеҙ, туған мәҙәниәтебеҙ. Ошо көс күңелдәребеҙҙе әсир итә, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн илһам бирә.
Сит ерҙәрҙә йырҙар ҙа моңлораҡ, бейеүҙәр ҙә дәртлерәк, һүҙҙәр ҙә яҡыныраҡ, һағышлыраҡ төҫлө бит ул. 1990 йылдар башында мәҙәниәтебеҙҙе һөйөүселәр берләшеп, Яр Саллы ҡалаһындағы Халыҡтар Дуҫлығы йортон үҙ итте. Башҡорт йәкшәмбе мәктәбенә нигеҙ һалыусы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова башҡорт ойошмаһының (башта ул «Юлдаш» исемле ине) эштәрендә лә әүҙем булды. Ул Башҡортостанға ҡайтып киткәс, уның эшен Луиза Ғәбит ҡыҙы Әсфәндиярова, Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы Исҡужина, Рауза Мотойғулла ҡыҙы Мусиналар дауам итте. Йәкшәмбе мәктәбе уҡытыусылары «Шоңҡар» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең активистары ярҙамында Яр Саллы ҡалаһындағы башҡорт балаларын 11 урта дөйөм белем биреү мәктәбендә туплап, 2004 йылда башҡорт мәктәбе асыуға иреште. Йәш белгес Айгөл Илдар ҡыҙы Бәләғотдинова ең һыҙғанып балалар менән эшләй башланы. Ул тәрбиәләгән балалар бер генә саранан да ситтә ҡалмайҙар. Йыр, бейеү, шиғыр уҡыу, рәсем төшөрөү конкурстарында һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтәләр. 2018 йылдан йәкшәмбе мәктәптәре «Шишмә» Халыҡтар Дуҫлығы йорто ҡарамағына күсерелде.
Яҡташтарыбыҙ үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрендә лә башҡорт мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Ойошмабыҙҙың бар эштәрендә лә әүҙемлек күрһәткән Зөлхизә Хәйбулла ҡыҙы Рәйемғужинаның ейәнсәре Лениза бик ҙур теләк менән «Милли ҡурсаҡ» конкурсында ике тапҡыр ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды. Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы Йосопованың ейәнсәре Алина, Айгөл Бәләғотдинованың ҡыҙҙары Лия һәм Сәмирә башҡорт ҡурсаҡтарын иң талантлы һәм иң матурҙар рәтенә сығарҙылар.
Башҡорт милли-мәҙәни ойошмаһының рәйестәре Рәмил Әхәт улы Мырҙағолов, Лира Хәтмулла ҡыҙы Дәүләтшина, Кәрим Барый улы Шакиров,Фәниә Сәғдиәхмәт ҡыҙы Шәрипова, Зөлфиә Аманулла ҡыҙы Фәйрүзова, Миңдулла Миндиәхмәт улы Әминов, Рәмилә Рамаҙан ҡыҙы Йосопова кеүек башҡорт рухлылар 1992 йылдан хәҙерге ваҡытҡаса туған мәҙәниәтебеҙҙе ҡалабыҙҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙға, башҡа милләт вәкилдәренә күрһәтеүселәрҙән булдылар.
25 йыл дауамында беҙҙең ойошма Яр Саллы халҡына күп төрлө саралар тәҡдим итте. Ҡалабыҙҙа ойошторолған бер генә байрам да беҙҙең «Гөлнәзирә» башҡорт фольклор халыҡ ансамбленән башҡа үтмәй. Күп яҡташтарыбыҙҙы бергә йыйған саралар араһында башҡорт йырҙарынан һәм бейеүҙәренән төҙөлгән концерт программалары, башҡорт халыҡ йолалары «Башҡорт туйы», «Ҡарға бутҡаһы», «Ҡаҙ өмәһе», «Башҡорт йыры» конкурстары, «Һаумыһығыҙ, яҡташтар!» исемле осрашыу кисәләрен атарға була. ТНВ каналы әүҙемлегебеҙгә иғтибар итеп, «Аулаҡ өй» һәм «Ҡарауан» программалары беҙҙең ижади эштәребеҙҙе видеотаҫмаға төшөрөп, тамашасыға күрһәтте.
Тыуған яҡтарыбыҙҙа ла беҙҙең таланттар үҙҙәренең ижады менән билдәлелек яулай. «Ашҡаҙар таңдары» фестивалендә ҡатнашып, 2-се һәм 3-сө дәрәжәле дипломдарға эйә булдыҡ.
Ҡумыҙсы егетебеҙ Риф Мортаза улы Аралбаев ике йыл рәттән ҡумыҙсыларҙың региональ конкурсынан призлы урындар алып ҡайтты. Тиҙ арала Риф үҙен ҡумыҙ яһау оҫтаһы итеп тә танытты, үҙ аллы ҡурайҙа ла уйнарға өйрәнде. Яҡташтарыбыҙ йәшәгән Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә лә беҙҙекеләр әүҙемлек күрһәтә. Рәмилә Йосопова Екатеринбургта үткәрелгән «Башҡорт йыры», Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй» конкурстарында үҙен оҫталарҙың оҫтаһы итеп танытты.
Эйе, оҫталар, талант эйәләре күп беҙҙең арала. Ысынлап та, ысын башҡорт ҡайҙа ғына йәшәмәһен, үҙ иленә, үҙ теленә тоғро ҡалып, башҡорт рухын һаҡлап йәшәй белә. Улар араһында – ансамблдең алыштырғыһыҙ бейеүсеһе Фәриҙә Багауова, быйыл үҙенең 70 йәшен ҡаршылаған Мөхәмәтйән ағай Вәлиев һәм Башҡортостанда сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе булған Рауза Мусина, алып барыусыларҙан Минзәлә Ғүмәрова, ансамблдең һандуғасы Әнисә Тихоненкова. Үҙҙәренең шаян номерҙары менән Әнфисә Бикбулатова һәм Зөлхизә Рәемғужина тамашасының мөхәббәтен яуланы. Улар күрһәткән скетчтар бик актуаль, шуға күрә тамашасылар уларҙы көслө алҡыштарға күмә. Ә бына Ғәйнетдин ағай Хисамов – күп яҡлы талант эйәһе, ул сәхнәгә сығыу менән тамашасы гөрләтеп ҡул саба башлай. Кәрәк икән – гармунсы ул, кәрәк икән – йырсы һәм бейеүсе. Ниндәй генә роль бирһәң дә уңышлы башҡарып сығыусы Люциә Султанова ойошмаға улы Вилдан менән йөрөйҙәр, бик тә башҡорт рухлылар үҙҙәре.
Беҙҙең татыу коллективҡа яңы талантлы көстәр өҫтәлде. Гөлүзә Буранбаева, Клара Ишкилдина, Ғәзинур Хасаншиндың ойошмабыҙға килеүе тормошобоҙҙо тағын да йәмләндереп, йәнләндереп ебәрҙе. Башҡортостанда йырсы, композитор, музей эшмәкәре, әҙәби берләшмә етәксеһе булараҡ танылған Бөрйән ҡыҙы Гөлүзә Буранбаева ойошмабыҙҙа шиғыр яҙыусылар байтаҡ икәнен күҙ уңында тотоп, әҙәби берләшмә ойоштороуҙы үҙ ҡулына алды. Яҡташыбыҙ, Көйөргәҙе егете Рәҡит Аллабирҙе ярҙамы менән, яҙылған шиғырҙарыбыҙҙы бергә туплап, китап сығарыуҙы барыһы ла хупланы.
Туған иленән ситтә йәшәгәндәр өсөн милли рух, тыуған яғына ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ сифаттары хас. Күрше Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ быны яҡшы аңлай, тоя һәм хыялдарын тормошҡа ашырып йәшәй.
«Беҙҙең уй-теләктәр бер»
Минең бала саҡ Башҡортостандың иң матур төбәгендә – Урал тауҙарының итәгендә, Архангел районының йәшеллеккә күмелгән Тирәкле ауылында үтте. Әле лә хәтеремдә: Баҫыу йылғаһының һалҡын саф һыуында өшөгәнсе ҡойоноп, таштарына ятып йылына инек. Иң бәхетле бала сағым әле лә төштәремә инә. Ҙур ғаиләлә татыу, йырға-моңға ғашиҡ атай-әсәй менән үҫтек. Мин үҙемде белгәндән бирле йырлайым, шикелле. Беҙ үҫкәндә ауылда радио ғына бар ине. Өфөнән тапшырылған концерт ваҡытын көтөп ала инем. Шунда йырланған йырҙарҙы отоп алып, гел йырлап йөрөнөм.
Урта мәктәпте бөтөргәндән һуң, мине атайым менән әсәйем ағайымдар янына, Камаз төҙөлөшөнә ебәрҙеләр. Тик мин килгәнсе ағайымдарҙы БАМ-ға эшкә ебәргәндәр ине. Шулай итеп мин, институтҡа уҡырға инергә тип килгән ауыл ҡыҙы, япа-яңғыҙ ҡалдым. Башта институт эҙләнем, һуңынан эшкә урынлаштым. Шундай һағындыра ине тыуған яҡ. Гәзит-журнал киосктарынан «Башҡортостан ҡыҙы», «Ағиҙел» журналдарын эҙләнем, тик таба алманым. Ошо ҡалала тормош ҡороп, балалар үҫтерермен, тип кем уйлаған. Тыуған яҡтарға гел генә ҡайтып тороп булмай ине. Ошо һағыныуҙар йыр, шиғыр булып күңелемдән урғылып сыҡты.
Был тормоштоң урау юлын үтеп
Татыным мин ҡайғы, һағыштарын.
Мең доғалар уҡып юйыр инем,
Яҙмышымдың әсе яңылыштарын.
Иҫкә алам, онотмайым һәр саҡ
Тыуған яҡтың зифа ҡайындарын.
Уйламаным сит ерҙәрҙә ҡалып,
Үтәрмен тип донья ҡанундарын.
Һибелгәндәр халҡым йыры моңо,
Ынйы бөртөгөндәй сит ерҙәргә.
Бәхетлемен тейеп әйтер инем,
Һөйләй алһам ситтә үҙ телемдә...
Хәҙерге ваҡытта Яр Саллы башҡорттары менән халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙә, балаларыбыҙға туған телебеҙҙең матурлығын күрһәтеүҙә, мәҙәниәтебеҙҙе күтәреүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур эш алып барабыҙ. Алда әйтеп үтеүемсә, «Гөлнәзирә» халыҡ фольклор ансамбле, «Аманат» шиғриәт берләшмәһе эшләп килә. «Йәйғор» йәкшәмбе мәктәбе балалары менән тығыҙ элемтәлә торабыҙ. Хәҙерге көндә мин «Шоңҡар» башҡорт ойошмаһын етәкләйем.
Рәмилә ЙОСОПОВА, Яр Саллы ҡалаһы
Читайте нас в