+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

«Ҡайҙа Вәхит, шунда – гран-при!»

«Кем ул Вәхит Камалов?» – тигән һорауға әбйәлилдәр төрлөсә яуап бирер ине, моғайын. Берәүҙәр уны бейеүсе тиһә, икенселәре – ҡурайсы, өсөнсөләре шәп режиссер тиер, бәғзеләре йырсы тип тә ебәрер ине. Нимә генә тиһәләр ҙә, һәр береһе үҙенсә хаҡлы буласаҡ. Ул – артист, ниндәй генә сүрәттә сәхнәгә сыҡһа ла, үҙенең ҡарашы, хәрәкәте, һүҙе менән тамашасыны арбау маһирлығына эйә кеше.
Аллаһы Тәғәлә бәндәһенә күп төрлө ижади һәләттәр бирәлер ҙә, уның яҙмышын тегеләй ҙә, былай ҙа борғолап, кәртә-һикәлтәләр ҡороп, үҙе тәғәйенләгән юлға тоғролоғон һынайҙыр кеүек. Бына Вәхит менән дә шулай: ул ауыл хужалығы-техник училищеһында ла уҡыған, Магнитогорскиҙа металлургия комбинатында ла эшләгән, хатта урмансы ла булып алған. Әммә ҡайҙа барһа ла, юлы уны ҡасандыр 1981 йылда аяҡ баҫҡан мәҙәниәт өлкәһенә кире ҡайтарып торған.
– Сәнғәткә, мәҙәниәткә һөйөүем атай-әсәйемдән, Рәҡибә һәм Ғөзәйер Камаловтарҙан килә, – тип хәтирәләргә бирелә геройым. – Заманында уларҙы Амангилде ауыл Советында үткән бөтә туй, юбилей һәм башҡа байрамдарға саҡыралар ине. Атайым ҡурайҙа, скрипкала шәп уйнаны, йырланы, бейене. Үҙе лә йыр сығарҙы. Билдәле халыҡ ижадын йыйыусы Юлай Ғәйнетдинов яҙҙырып алған атайымдың йырҙарын радио, телевидение эфирынан күп тапҡыр яңғыраттылар. Свердлов киностудияһы фильм да төшөрҙө. Унда атайымдың ҡырҙа үҫеп ултырған ҡурайҙы өҙөп алып, музыка ҡоралы яһап, унан һыҙҙырып уйнап ебәреүе әле лә күҙ алдында. Амангилделә әле лә Ғөзәйер Камалов призына ҡурайсылар бәйгеһе ойошторалар.
Әсәйем дә матур йырланы, бейене, смотрҙарҙа башына самауыр ултыртып бейеп йөрөй торғайны. Әммә ул күберәк таҡмаҡ оҫтаһы, сәсәниә булараҡ дан алды. Фольклорсылар килеп, уның халыҡсан ижадын яҙып алып йөрөгәндәре иҫемдә.
Беҙ бай йәшәмәнек, әммә ауылда иң беренсе радио, телевизор, магнитофон нәҡ беҙҙең өйҙә пәйҙа булды, пластинкалар ғәләмәт күп ине. Бына шундай ғаиләлә тыуғас, минең кем булыуым мөмкин ине һуң? Әлбиттә, сәхнә кешеһе...
Вәхит тә иҫ белгәндән ҡурайҙа, гармунда, мандолинала уйнай, малай сағынан йәштәрҙең киске уйындарында «беренсе егет» була. Өлкән кластарҙа үҫмерҙе ауыл клубының бейеү ансамбленә саҡыралар. Осоп-төшөп бейеүенә һоҡланып, барыһы ла ул киләсәктә данлыҡлы бейеүсе булыр, тип фаразлай.
Әммә бындай фаразды шиккә ҡуйған бәлә килә. Вәхит мотоцикл менән йөк машинаһы аҫтында ҡала. Ул ярты йыл ғүмерен ауыр хәлдә Магнитогорск дауаханаһында үткәрә. Аяҡтағы йәрәхәт яңылыш уңалыуы асыҡланғас, йәнә операция яһайҙар.
– Яңынан атларға өйрәнергә тура килде, – ти Вәхит. – Артабан бейеү тураһында һүҙ ҙә юҡ ине. Шулай бер нисә йыл үтте. Бер ваҡыт һеңлемде Өфөгә сәнғәт училищеһына имтиханға алып киттем. Ҡурайҙа уйнауымды белделәр ҙә, үҙемде лә ҡурай бүлегенә алдылар. Тик ғаиләгә ике студентты һөйрәүе ауырға тура килгәс, мин уҡыуҙы ташлап, Магнитогорск ҡалаһына комбинатҡа эшкә урынлаштым. Төнгө сменанан ҡайтып килешләй, хулигандар ҡулына эләгеп, тағы аяҡтан яҙҙым...
Вәхит һылтыҡлап ауылға ҡайта. Ҡаҙанлыҡта оператор булып эшләп йөрөй, кистәрен клубҡа күҙ һалғылай. Унда ҡасандыр үҙе бейегән ансамблдең репетицияларына тап була, тик кенә ултыра алмай, әле тегеһенә, әле быныһына шелтәләр әйтә. «Шәп булғас, улайһа үҙең бейе», – тип, быны сәхнәгә һөйрәп сығаралар. «Ә мин тоттом да, бейенем. Смотр бара ине, район үҙәге Асҡарға сығыш яһарға киттек. Унда мине «күрҙеләр» ҙә Фәйзи Ғәскәров төҙөп киткән данлы «Йәшлек» ансамбленә саҡырҙылар. Шулай мин район мәҙәниәт йортонда эшләй башланым», – тип дауам итә әңгәмәсем.
Вәхит Камалов бейеп кенә йөрөмәй, төрлө мәҙәни сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәй, шаян, оҫта телле кеше булараҡ, концерттар өсөн скетчтар, интермедиялар уйлап таба, уларҙа үҙе лә уйнай, конферансье булып та сығыш яһай.
Бер ваҡыт Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына йыйынған бейеүсе коллегаһы Вәхитте лә үҙе менән саҡыра. Һәләтле егет нимәгә туҡталырға белмәй, шуға ла хореография, музыка ҡоралдары, хор, театр бүлегенә имтихан тапшырып ҡарай һәм... барыһына ла үтә. Ахыры ул бөтәһен дә үҙ эсенә алған клуб саралары режиссеры специальносын һайлай. Училищены яҡшы билдәләр менән генә тамамлап, мәҙәниәт институтына йүнәлтмә тотоп ҡайтып төшә яҡташыбыҙ. Тик көҙөн ике юлдың береһен һайларға мәжбүр иткән һорау тыуа: институтмы, әллә «Йәшлек» менән Германияға гастролме? Бөтә бейеүҙәрҙә солист булған егет һуңғыһын һайлай. «Институт – һуңыраҡ», – тип уйлай Вәхит, тағы аяғы һынып, дауаханаға эләккәс...
Был һынауҙы ла еңергә ярҙам итә сәхнәгә булған оло һөйөү. Төрлө йылдарҙа Вәхит Ғөзәйер улы Амангилде мәҙәниәт йорто директоры, «Ҡараташ» шифаханаһында мәҙәни саралар ойоштороусы, сәнғәт мәктәбендә ҡурай уҡытыусыһы булып эшләй. Дүрт йыл урман ҡырҡыусылар бригадиры булып йөрөгәндә лә сәнғәт менән бәйләнешен өҙмәй: Асҡар мәктәбенең «Алтынай» бейеү ансамбленең егеттәр составын ҙур конкурстарға әҙерләй. Нәҡ шул йылдарҙа «алтынайҙар» балаларҙың «Байыҡ» телеконкурсында беренсе урын, «Ашҡаҙар таңдары»нда Амангилде фольклор ансамбле менән берлектә фестивалдең гран-прийын яулайҙар.
Ғөмүмән, «Ҡайҙа Вәхит – шунда Гран-при » тип ҡыйыу рәүештә белдерә алам мин. 2013 йылда ул коллегаһы Гөлшат Шәйәхмәтова менән «Байыҡ» бәйгеһенең «Дуэт» номинацияһында төп призды яуланы. Вәхит Камалов солист булған «Йәшлек»тең ололар составы ветерандарҙың «Мин яратам һине, тормош!» үҙешмәкәр фестивалендә гран-при алды. Ул йырлаған район мәҙәниәт йортоноң хоры «Звезды Белоречья» конкурсында еңеү яуланы. Вәхит сығыш яһаған ете коллективтың – хор, Әбйәлил ҡурайсылар ансамбле, «Йәшлек» бейеү ансамбле, «Әхирәттәр», «Миләш», «Сәсмәүер» фольклор төркөмдәренең уңыштарында, «Йәйғор» театрының халыҡ театры тигән мәртәбәле исемгә лайыҡ булыуында уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Вәхит Ғөзәйер улы – талантлы ойоштороусы, компетентлы белгес, уның ижади фантазияһының иге-сиге юҡ тиергә була. Йыш ҡына мәҙәниәтселәргә район ауылдары буйлап йөрөргә тура килә, ундай саҡтарҙа геройым водителгә әйләнә. Ул дөйөм эш өсөн шәхси машинаһын да ҡыҙғанып тормай. Бер кем дә унан: «Был минең эшем түгел! Ә ниңә тағы мин?» – тигәнде ишетмәҫ. Ул көн һайын тыуған ауылынан Асҡарға йөрөп эшләй. Был кешенең күңеле оптимизм, юмор, яҡты хистәр менән тулы. Билдәле яҙыусы Николай Островскийҙың «Ижади эш – әйтеп бөтөргөһөҙ ауыр, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес шатлыҡлы хеҙмәт» тигән һүҙҙәре Вәхит Камалов кеүек кешеләр тураһында.
Рәхимә МУСИНА,
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы
Читайте нас: