Фольклор ансамблдәре хәҙер бәләкәй генә ауыл клубтарында ла бар. Әбйәлилдә һәр хәлдә шулай. Уларҙы ойоштороу район мәҙәниәт бүлеге тарафынан да талап ителә. Хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар милли кейемдәр тектереп, йырлап-бейеп, милли йолалар сәхнәләштереп йөрөйҙәр. Был ансамблдәр, әлбиттә, күп осраҡта бер-береһенә һыу тамсылары кеүек оҡшаш. Ләкин мин бөгөн улар араһынан берәүһенең республика кимәлендәге конкурстарҙа гран-при яулап, халыҡ-ара этник проекттарҙа ҡатнашып, шул рәүешле «халыҡ ансамбле» тигән дәрәжәле исемгә тиклем күтәрелә алыуы хаҡында һөйләргә теләйем.
– Бер бәләкәй ауылда йыр-бейеүгә маһир кешеләр шулай күпме? Һеҙ нисек бындай уңышҡа ирешә алдығыҙ? Сәбәбе нимәлә? – тип һорайым мин Әбйәлил районы Үтәгән клубының «Суҡмуйыл» халыҡ фольклор ансамбленең ағзаларынан.
– Юҡ, эш талантта ғына түгел, – тиҙәр бер тауыштан коллектив ағзалары. – Беҙҙең арала ошо эш өсөн, ауылыбыҙҙың даны өсөн ысын күңелдән янып-көйгән, ваҡытын да, аҡсаһын да, көсөн дә йәлләмәгән энтузиастар бар...
Әлбиттә, «энтузиаст» тигәндә суҡмуйылдар тәү сиратта ансамблдең элекке етәксеһе, мәғариф ветераны Гөлсәсәк Фәхрисламованы күҙ уңында тота. 1968 йылда Сибай педагогия училищеһын тамамлап, унда училищеның да, ҡала мәҙәниәт йортоноң да ансамблдәрендә бейегән ҡыҙ, тыуған ауылына уҡытыусы булып ҡайтҡас та, сәхнә менән араны өҙөп ҡуя алмай: кистәрен ауылдың һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарын йыйып, йыр-бейеүҙәр өйрәтә.
Зикамал, Зифа Йәнбирҙиналар, Ғәшүрә, Сәлимә, Мөъминә Йәһүҙиналар, Зәкирә Дәүләтшина, Мәфтуха Ялмырҙина, Сәкинә Фәизова, Рәшиҙә Хажина, Хәтирә Хисмәтова – тәүге төркөмдөң ағзаларынан хәҙер береһе лә иҫән түгел инде. Әммә илле йыл дауамында уға яңы кешеләр килә, улар олоғая һәм йәшерәктәре сәхнәгә баҫа тора – Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы башланғыс мәктәп директоры вазифаһы менән бер рәттән ансамблде етәкләүен дауам итә. Дөрөҫ, үтәгәндәр оло сәхнәләргә ынтылмай, үҙҙәрендә, күрше ауылдарҙа ҡуйған концерттарҙа, спектаклдәрҙә, төрлө ижади кисәләрҙә, һабантуйҙарҙа сығыш яһап йөрөйҙәр.
Г. С. Фәхрисламова, хаҡлы ялға сыҡҡас та, мәктәптә лә уҡытып, йәмәғәтселек эштәрендә лә ҡатнашып йөрөй әле. Тик йылдан-йыл олоғайыла, һаулыҡ та самалы, ейәндәрҙе лә ҡарашырға кәрәк, шуға ансамбль менән эште дауам итерлек кешене ҡайҙан табырға тип борсолоп йөрөгәндә, Үтәгәнгә шәп бер килен төшә. Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы Дилә Мусина, уҡытыусы булһа ла, мәктәптә урын булмау сәбәпле, клуб мөдире булып эшкә ингәс, уның, берҙән, бейеү оҫталығына хайран ҡалып, икенсенән, ижади булмышын, ныҡышмал, алдына алғанды ҡуймай торған характерын күреп, Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы: «Бына ул – мин эҙләгән кеше!» – тип әйтә, һәм һис яңылышмай. Дилә Надир ҡыҙы, Үтәгән ҡатындарының сәхнә тип йән атып тороуын күреп, бындай һәүәҫкәр артистар менән юғарыраҡ кимәлгә ынтылырға ниәт итә. Тәүҙә ансамблгә ҡулайлы исем ҡушырға кәрәк. Үтәгәндең иң матур тәбиғәт мөйөштәренең береһе – Суҡмуйыл сабынлығының атамаһын алһаҡ, матур ҙа яңғырай, коллективтың бер тәлгәштең емештәре кеүек, берҙәм, татыу булыуына ла ишара тигән фекергә килә улар.
Йәш етәксе ансамблдәге бөтә ижади процестарҙы ҡулына алып, элеккеһе уға ойоштороу мәсьәләләрендә ярҙам итеп, йөктө бергә һөйрәй башлайҙар. Һәм ошо урында мин ансамблдең уңышына ҙур өлөш индергән тағы бер кеше тураһында әйтергә тейешмен. Ул – күрше Амангилде ауылынан мәғариф ветераны Фәүҡинур Сафина, Гөлсәсәк апайҙың бер туған һеңлеһе. Быға тиклем амангилделәрҙең әллә күпме республика, төбәк бәйгеләре лауреаты булараҡ дан алған «Сәсмәүер» халыҡ фольклор ансамбле ағзаһы булған Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы ауылдаштарына ярҙамға килә. Ул матур бейей ҙә, йырлай ҙа, төрлө музыка ҡоралдарында ла уйнай. Әммә уның төп ҡиммәте – сәсән телендә, ҡобайырҙар, мөнәжәттәр, бәйеттәр, шиғырҙар, таҡмаҡтар сығарыу оҫталығында. Ә «Суҡмуйыл» хәҙер нәҡ боронғо йолаларҙы, уйындарҙы сәхнәләштереүгә, уларҙы таҡмаҡлы бейеүҙәр менән башҡарыуға йөҙ бора.
Мәҫәлән, Дилә Надир ҡыҙына элек атаһы һамаҡларға яратҡан таҡмаҡ тынғы бирмәй.
Иртән тороп тышҡа сыҡһам,
Һин дә туҡ та, мин дә туҡ.
Һуғыш йылдарында күп башҡорт ауылдарын ас үлемдән ҡотҡарған әтлек үләне (Әбйәлил диалекты буйынса әттек) тураһында был дүрт юллыҡҡа Фәүҡинур Сафина яңы куплеттар өҫтәп яҙа һәм суҡмуйылдар уларҙың һәр береһенә сәхнә күренештәре, бейеү хәрәкәттәре уйлап сығара, һуңынан билдәле хореограф Рәис Низаметдинов ярҙамы менән бейеү камил бер сәхнә әҫәренә әүерелә. Был композиция – бөгөн ансамблдең йөҙөк ҡашы булып тора. Уны үтәгәндәр хатта быйыл Ҡырымда үткән «Алтын майҙан» интерпроектының гала-концертында ла башҡарҙы.
Ә был сара тураһында айырым әйтергә кәрәк. Рәсәйҙең, Татарстандың, донъяның башҡа илдәренең ижади коллективтарының тәжрибәһе һәм ҡаҙаныштары менән уртаҡлашыу маҡсатында татар фольклорсылары менән берлектә йыл һайын ойошторолған «Алтын майдан – Крым» халыҡ-ара фольклор фестиваль-конкурсын ойоштороусылар «Суҡмуйыл»ды интернет киңлектәрендә йөрөгән видеороликтарҙан күреп, адреслы саҡырыу ебәрәләр. Йәйҙең ҡыҙыу эш мәлендә ун көн ваҡытты алған, былай ҙа аҡсаһыҙ ауыл кешеһенең кеҫәһенә ныҡ ҡына һуҡҡан сәфәрҙән ансамблдең егермегә яҡын ағзаһының исмаһам береһе баш тартһасы!.. Уларҙан тыш, бер нисә кеше яҡташтары өсөн «ауырырға» барырға теләк белдерә. Кемеһе һарығын, кемеһе башмағын һуйып һатып, кемеһенә балалары ярҙам итеп, кемеһе эшенән түләүһеҙ отпуск алып, алыҫ юлға сығалар. Үҙҙәре менән башҡа урындарҙа эшләп йөрөгән талантлы ауылдаштары Азат Атанғолов менән Ласын Мәғәфүровты ла алалар. Бөтәһе 94 ижади коллективтан 1,5 мең кеше ҡатнашҡан һәм күп төрлө ярыштарҙан ғибәрәт булған был саранан «Суҡмуйыл» күп һанлы дипломдар менән ҡайтып төштө. «Хореография. Фольклор-йола бейеүҙәре. Ансамбль» , «Донъя халыҡтары йолалары. Этно-кис» номинацияларының икеһе буйынса ла Ҡырым Республикаһы мәҙәниәт министрлығының беренсе дәрәжә дипломдарынан тыш, ҡурайсы Ласын Мәғәфүров һәм гармунсы Азат Атанғолов инструменталь музыка буйынса бәйгеләрҙә икеһе лә беренсе урындарҙы яулай. Ә инде ансамблдең солисы Зарема Ғайсина «Хореография. Фольклор-йола бейеүҙәре. Соло» номинацияһында беренсе урынға сығып ҡына ҡалмай, ә 17 милләт ҡыҙы ҡатнашҡан конкурста «Һабантуй һылыуҡайы» исемен яулап, башҡорт ҡыҙҙарының эске һәм тышҡы матурлығын тағы бер раҫлай. Әле булһа, суҡмуйылдар ошо сәфәр тәьҫораттарынан айнып бөтә алмай, айырыуса башҡорт йолаларына арналған «Этно-кисә»лә беҙҙеңсә тыпырлатырға өйрәтеп, йөҙәрләгән кешене «Өс таған» һәм «Ебегән»де ихлас бейетә алыуҙарын, Ласын Мәғәфүровтың «Урал» йыры Ҡара диңгеҙ өҫтөнә һибелгәндә барса халыҡтың өнһөҙ ҡалып тыңлауын ғорурланып һөйләйҙәр.
«Суҡмуйыл»дың еңеүҙәре бының менән генә сикләнмәй әле. 2016 йылда «Байыҡ» республика конкурсында «Милли уйын», «Йыртыш» бейеүҙәре менән ул лауреат булды. 2017 йылда иһә Стәрлетамаҡта үткән «Ашҡаҙар таңдары» республика фольклор байрамында «Йыртыш»тың йола варианты менән гран-при яуланылар. Былтыр суҡмуйылдар Шаран районында үткән туй фестивалендә ҡыҙ оҙатыу, килен төшөрөү йолалары күрһәтеп, икенсе урын алдылар. Ветерандарҙың «Мин яратам һине, тормош!» фестиваленең Хәйбулла районында үткән төбәк бәйгеһендә лә беренсе урынға сығып, Өфөләге гала-концертҡа үттеләр. Былтыр шулай уҡ «Суҡмуйыл» коллективы лайыҡлы рәүештә «халыҡ» исеменә лайыҡ булды. Ансамблдең репертуарындағы Кино йылына бағышланған «Һинд таҡмаҡтары», «Наза», «Әйләнегеҙ кругом» композициялары ла төрлө концерт-кисәләрҙә тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителде.
Күптән түгел Өфөлә филармония сәхнәһендә Башҡортостандың 100 йыллығына арнап Әбйәлил халыҡ таланттарының концерты булғайны – шунда райондың иң-иң шәп коллективтары иҫәбендә «Суҡмуйыл» да баш ҡала сәхнәһен биҙәне, яҡташтарының көслө алҡыштарына күмелде.
«Суҡмуйыл»дың райондағы башҡа юғары исемле коллективтарҙан айырмаһы нимәлә? Үҙәктә урынлашып, тирә-яҡ ауылдарҙан иң һәләтле кешеләрҙе туплаған, махсус белемле, оло тәжрибәле белгестәр етәкләгән ансамблдәрҙән айырмалы, ул бәләкәй генә төпкөл бер ауылдың кешеләренән төҙөлгән һәм уны уҡытыусылар етәкләй. Дилә Мусина ла хәҙер Ҡаҙмаш урта мәктәбенә йөрөп башланғыс класс балаларын уҡыта. Ансамблгә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһы – йәштәр, күбеһе уҡытыусы, тик ауылда хәҙер мәктәп булмағас, тирә-яҡҡа йөрөп эшләйҙәр. Эш шунда: Үтәгәндә дәррәү, татыу, берҙәй сәнғәтте яратҡан ихлас кешеләр йәшәй. Фатима, Хәтирә, Вәсилә Мансуровалар, Сәриә, Ғәфүрә Йәһүҙиналар, Зифа Хисмәтова, Халиса Төхбәтова, Гөлнара Солтанова, Рәйлә Әминева, Флүзә Булатовалар «Суҡмуйыл»дың төп көсөн тәшкил итә. «Солистарҙың да, массовкала ҡатнашыусыларҙың да дөйөм уңыш өсөн берҙәй көс һалыуы арҡаһында ансамбль бөгөнгө юғарылыҡҡа иреште», – тиҙәр ойоштороусылар.