+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Көйҙө көйгә ялғай-ялғай, бер егет гармун һайлай..."

Яҙмыш ҡайһы саҡ көтөлмәгән кешеләр менән осраштыра – халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, талантлы баянсы, Нариман Сабитов исемендәге беренсе балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Илгиз Юлдашбаев менән «Тамаша» журналы редакцияһында осраштыҡ.

– Илгиз, журнал уҡыусыларҙы үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.
– Баймаҡ районы, Кәрешкә ауылында тыуғанмын. Атайым Ғаязитдин Сәғәҙәт улы һөнәре буйынса – механизатор-тракторсы. Көнө-төнө ҡырҙа иген сәсә, иген игә. Әсәйем Гөлбикә Әбделғәфәр ҡыҙы бер эштән дә баш тартманы, төрлө эштә ихлас ҡайнап, хаҡлы ялға сыҡты. Һеңлем Гөлназ сәнғәт өлкәһендә эшләй, думбырала оҫта уйнай, Гөлгөнә менән Илзидә уҡыу йорттарында белем үрҙәренә үрләй. Инеш башы бала саҡтан эсеп үҫкән Ташҡоҙоҡ һыуынан юл ала.
– Зауыҡлы концерт залдарын баянсыһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Бөгөнгө көндә тамашасы һине яратып, үҙ итеп өлгөрҙө. Сере ниҙә?
– Эйе, форсаттан файҙаланып, тамашасыма сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Һөнәрем менән үҙемә түгел, тәү сиратта, халҡыма хеҙмәт итәм, тип уйлайым. Гармунда уйнағаныңды өҙөлөп тыңлаған тамашасың, халҡың булмаһа, һөнәреңдең кәрәге юҡ. Мине буй еткергән, уҡытып, белемле, һөнәрле иткән атай-әсәйем алдында баш эйәм. Бала саҡта минең йыр-бейеүгә һәләтемде, барымымды шәйләгәс тә, Сибай ҡалаһындағы махсус урта музыка мәктәбенең баян класына уҡырға бирәләр. Бына шулай, күреүеңсә, бер ниндәй ҙә сер юҡ.
– Тимәк, ижад – бар булмышың?
– Эйе, тап шулай. Сибайҙағы тәүге мөғәллимем – Арсен Ридик улы Фәсхетдинов. Уға ла ихлас йылы һүҙҙәремде еткерәм. Уҡыуымды камиллаштырыу маҡсатында, артабан Өфө ҡалаһының махсус урта музыка колледжына уҡырға индем. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында баян класын да уңышлы тамамланым. Оҫталыҡтың сиге юҡ, тип аспирантурала белем серҙәренә төшөндөм. Уҡыу бит ул – энә менән ҡойо ҡаҙыу! Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Николай Махней класында белем алыу минең өсон оло бәхет булған, тип һанайым. Береһенә лә сер түгел: ундай бәхет барыһына ла тәтемәй. Бөгөнгө көндә ихлас күңелдән Нариман Сабитов исемендәге беренсе балалар музыка мәктәбендә эшләйем. Юл ыңғайы әйтеп үтәйем, эшем менән бик ҡәнәғәтмен. Мәктәп администрацияһына оло рәхмәт һүҙемде белгертәм. Күҙем алдында үҙем дә ошо балалар һымаҡ тырышып-тырмашып уҡып йөрөгән саҡтар, уҡыу серҙәренә төшөнгән матур йылдар, баласаҡ хәтирәләре... Уҡыусыларҙы баян төймәләренә баҫырға ойрәтәм, күңелдәренә тәфсирләп йыр-моңға ойотҡо һалам. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының башҡорт музыка факультетында ла дәрестәр бирергә өлгөрәм.
– Айырым дәрт-дарман менән ҡайнаған «Шоу-бизнес»та үҙ урыныңды, үҙ тамашасыңды табыу ҙа еңелдәрҙән түгел. Әлеге мәлдә ниндәй үрҙәрең, ниндәй ҡаҙаныштарың менән ғорурлана, хатта маһая алаһың?! Тамашасы үҙеңде бик йылы, ихлас ҡабул итеүе береһенә лә сер түгел.
– Мин – оптимист. Минең йәшәү девизын беләһеңме? Белмәһәң, әйтәйем. Үрҙәрем – алда! Йыр, баян, гармун бәйгеләре, лауреат, дипломант исемдәре, телевизион тапшырыуҙар, төрлө мәҙәни саралар – ул һөнәри булмышым. Минең өсөн иң яуаплыһы – ул халыҡ һөйөүө һәм йәмғиәтебеҙгә уңған шәхестәр үҫтереү. Үҙемдең уҡыусыларымдың ҡаҙаныштарынан да мөһимерәк үрҙәр минең өсөн, ғөмүмән, юҡ. Халыҡ һөйөүө менән балалар күңеле аҡсаға һатып алынмай!
– Бихисап гармунсылар, баянсылар үҙҙәре йыр-моң ижад итә, үҙҙәре үк башҡара. Ошо күренешкә шәхси ҡарашың? Бәлки үҙең дә тәүәккәлләгәнең барҙыр?
– Эйе, ундай композиторҙар бик күп. Баянсылар бит ул тәбиғәттән тәрән белемле. Гармун, баян – илаһи музыка ҡоралдары, тип әйтер инем. Уларҙа мөмкинлектәр ҙә байтаҡ. Һул ҡул менән бас партияһын уйнаһаң, уң ҡул менән аккорд баҫып, тәңгәләй бергә ҡушып уйнап була. Үҙем дә йыр ижад итәм, яҡын киләсәктә йырсыларға ышанып тапшыра алам. Әлегә был эш йүнәлешем барыһы өсөн дә сер, әлбиттә. Ижад кешеһенең күңеле лә, йөрәге лә йыр-моңдан азат була алмай. Һәр ижадсының үҙенә генә хас моңо, кисерештәре була. Мин дә йырлап, моңланып, хисләнеп алам.
– Профессиональ, йәғни классикаға әүерелгән композиторҙар ижадын дәррәү алҡыштар солғай. Һәүәҫкәр ижадсыларҙың йыр-моңон күҙаллап нимәләр әйтер инең?
– Бөгөнгө көндә, билдәле булыуынса, профессиональ композиторҙар менән һәүәҫкәр ижадсылар ҙа әүҙем эшләй. Халыҡ йылы ҡабул итә. Классикаға әүерелгән, халыҡ куңелен яулаған Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ҡобағошовтарҙан өлгө алып, үҙешмәкәр композиторҙар халыҡсан, зауыҡлы моңдар менән ҡыуандыра. Төрлө моң була, төрлө хис-күңел, башҡарыусылар. Ҡайсаҡ, халыҡ ихлас ҡабул итеп, күккә сөйөп, мәңгелек йөрәктә уйылып ҡала. Ҡайһы берҙә кеше күңеленә һеңмәй, онотола бара.
– Бәлки, ижадсыға Хоҙай Тәғәлә тарафынан бирелгән тәбиғи һәләт кенә лә етәлер? Музыка йүнәлештә уҡыу мотлаҡмы?
– Әлбиттә, иң беренсе – тәбиғи һәләт. Аллаһтан һәләт бирелмәһә, ғүмер буйы уҡыуҙың да файҙаһы булмаясаҡ. Әммә остазым әйтмешләй: «Бер процент һәләт бирелһә, туҡһан туғыҙ проценты иһә тырышлыҡтан, таҫыллыҡтан, аң-белем кимәленән тора». Миҫал килтереп үтәм, бер музыка уҡыу йортонда ла белем тупламаған Абдулла Солтановтар кеүектәрҙе, тәбиғәт академияһын тамамлаған, тиҙәр бит.
– Сер түгел, әле ауылдарҙа гармун тауыштары һирәгәйҙе. «Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң», тип йырҙарҙа ла йырлана. Тыуған ауылың күркәм Кәрешкәгә ҡайтып, гөрләтеп, ауылдаштарыңдың күңелен күтәреп, уларҙы дәртләндереп, илһамландырып концерт ҡуйғаның бармы һуң?!
– Уйлаған уйҙың ҡап уртаһына баҫтың. Эйе, уй-ниәтем – ауылыма ҡайтып ҙур тамаша ойоштороу. Алла бирһә, бойомға ашырыу мөһим! Ғөмүмән әйткәндә, концерт менән, әлбиттә, ауылыма ҡайтҡаным бар. Шөкөр, һабан туйҙарҙы ҡалдырғаным юҡ. Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй ауыл урамдары бушап ҡалыуына, интернет селтәренең дә ауыл, ғөмүмән, халыҡ тормошона шауҡымы ифрат көслө. Һәр яңылыҡтың фәҡәт яҡшы яҡтарын ғына һөҙөп алыу зарур. Яңылыҡтың ыңғай яҡтары булған кеүек үк, үкенескә ҡаршы, кире күренештәре лә бар. Был күңелһеҙ хәлдәргә, әлбиттә, интернеттың да ҡыҫылышы юҡ түгел. Хатта халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ һыҙатын да заман еле елпей кеүек, ҡайҙалыр аҙаштыра төҫлө. Ысынлап та, ауылдағы саҡырышыу, уйын-көлкө, шаярыу-мәрәкәләшеүҙәр һағындыра... Элегерәк егеттәрҙе әрме сафына ла күмәк ауыл, туған-тыумаса, күрше-күлән, ҡарты-йәше шау-гөр килеп, йырлап-бейеп, дәррәү оҙатҡан бит. Үкенескә ҡаршы, ауылда йыр-моң, гармун тауыштары тымды, һыу буйҙарында усаҡтар һүнеп бара...
– Һүнгән усаҡ, һүнгән ҡуҙҙы нисек ҡабыҙырға?! Йәш-елкенсәктең күңеленә нисек илһам өҫтәргә? Ысулдар бармы һуң?!
– Бар, тип уйлайым. Тик бер кешенең генә көсө етмәй. Хөкүмәт башлыҡтары ярҙам итеп, ауыл советы халыҡ менән күберәк йыйындар үткәреп, аралашып, әүҙемләшеп, ярҙам ҡулы һуҙһалар, эш күпкә ыңғай һәм һөҙөмтәле буласаҡ. Йәштәргә берҙәм булыу мөһим. Әлбиттә, берҙәмлек ғаиләнән башлана. Халҡыбыҙға ғаилә институтын үҫтереү зарур. Балалар тәрбиәһе был һорауҙа шаҡтай урын алып тора. Йәһүд, кавказ халҡы балаларын ни кимәлдә тәрбиәләй, беләһеңме? Мәжлестә балалар иң түрҙә. Бәләкәйҙән балаларын матур, затлы кейендереп үҫтерәләр. Беҙҙең халыҡта балаларҙы үтә тыйып, тыйнаҡ, хатта баҙнатһыҙ итеп тәрбиәләйҙәр. Тыйнаҡлыҡ, әлбиттә, күркәм сифат. Әммә тыйнаҡлыҡ баҙнатһыҙлыҡҡа күсмәһен ине...Балаларыбыҙ ҡунаҡ мәлендә ҡайҙа? Эйе, ситке өйҙә! Рифат, күреүеңсә, уйланырға урын бар. Әгәр ҙә бала ғаиләлә оло баһа, ҡәҙер-хөрмәт күреп үҫһә, ул осҡанда ла шул кимәлдә донъя иңләйәсәк. Киләсәктә үҙ ғаилә усағын ҡабыҙғанда ла тәү нәүбәттә бала ихтыяжы күҙәтеләсәк. Үкенескә ҡаршы, бөгөнгө көндә йәш ғаиләләр тарҡалыуы йыш күҙәтелә. Ысынлап та, был бик аяныслы һәм ҡыҙғаныс күрененеш!
Беҙ үҫкән саҡта айырылышыу төшөнсәһе бөтөнләй сит-ят күренеш ине. Был кире яҡтарҙың үҙенә күрә сәбәптәре лә бар, әлбиттә. Торлаҡ мәсьәләһе, ҡәйнә-ҡайны менән бергә тороуҙар, холоҡ-фиғелдең тап килмәүе һәм башҡалар, һәм башҡалар... Ошо хаҡта көләмәс тә бар: егет менән ҡыҙ өйләнешкәндәр. Йәш ғаиләнән дуҫтары һорай: «Атай-әсәйегеҙ менән тораһығыҙмы?». «Юҡ, улар беҙҙән иртәрәк торалар», – типяуаплағандар.
Бала саҡтан ғаиләлә тыуған телгә, ҡурай моңона аһәң, ихтирам тәрбиәләнһә, киләсәгебеҙ өмөтлө. «Өмөтһөҙ – шайтан». Аллаға шөкөр, ауылым тарафынан оло эштәр башҡарыла: мәктәп, балалар баҡсаһы гөрләй, матур йорттар төҙөлә, урамдар йәшелләнә, киңәйә, юлдар тигеҙләнә, малсылыҡ кәсебе арта, баҡсалар үҫтерелә, күркәм мәсет сафҡа инә... Ағинәйҙәр ойошмаһы, егеттәр ҡоро йәнле ойошторолған. Сәләмәт, айныҡ тормош киң яҡтыртыла. Ауылдар араһында спорт ярыштары, бихисап бәйгеләр уҙыуы, әлбиттә, маҡтауға лайыҡ. Бөгөнгө көндә «Ауылымдың айлы кистәре» исемле ифрат бай йөкмәткеле, матур тамаша тергеҙелә. Был ихлас теләк мине шул тиклем ҡыуандырҙы! Бик шатмын, әлбиттә, ҡайтып, күңел асып, дәрт-илһам таратасаҡмын. Минең булмышым ил гиҙеп, халҡыма хеҙмәт итеү. Исемем есемемә тап килә, минеңсә.
– Ғаилә хаҡында фәлсәфә бик тә мауыҡтырғыс. Эйе, тулыһынса килешәм. Тик үҙең әле өйләнмәгән түгелме? Йәш бара бит! Әллә күңелеңә ятҡаны осрамаймы?
– Бөтәһен дә борсоған бер һорау бар инде. Туғандарым да, коллегаларым да, таныш-белештәр ҙа мине өйләндерә алмай йонсой. (Көлә). Ашыҡмайым. Ашыҡҡан, ашҡа бешкән, тигәндәй. Өлөшөмә төшкән көмөшөм, үҙемә яҙғаны ҡайҙалыр көтәҙер әле. Иң мөһиме – Хоҙай Тәғәлә менән яратылған икенсе яртың булыуы зарур. Бер ҡараштан аңлашып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү, әлбиттә, киләсәккә уй-ниәтем, яҡты хыялым. Хоҙай Тәғәлә һәр кемде пары менән ярата. Үкенескә ҡаршы, замана ҡыҙҙары күберәк матди яҡты шәйләй, торлаҡлы, аҡсалыларға өҫтөнлөк бирә. Аҡыллы, тыйнаҡ, һөйкөмлө, мөләйем, оҙон сәсле, зифа буйлы, ихлас, аш-һыуға оҫта ҡыҙҙар күңелемә яҡын. Шөкөр, бирешмәйем, тырышам, эшләйем, бойоғоп, балтаны һыуға төшөрөп йөрөгән юҡ әле. Сабыр төбө – һары алтын, ти беҙҙең аҡыллы халыҡ. Түҙәйек, ваҡыты етер. Икенсе тапҡыр интервью алғаныңда, мотлаҡ хәләл ефетем, балаларым менән ҡаршы алырмын. Ишле ғаилә башлығы булыу, Алла бирһә, алда әле. (Көлә).
– Иншаллаһ, уй-ниәттәреңматур. Амин, хыялың бойомға ашһын!Һинең тамашасыларың булған кеүек үк, беҙҙең дә үҙ тамашасыларыбыҙ бар. Тамашасыбыҙ – ул беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, журналды яратып яҙылыусылар, беҙҙе таратыусылар. Беҙҙең тамашасыларыбыҙға, йәғни журнал уҡыусыларға ниндәй теләктәрең бар? Ситтә ҡалған, ҡағылмаған, әйтелмәгән һүҙең ҡалманымы?
– Иң тәүҙә саҡырыуығыҙ өсөн оло рәхмәт һүҙемде белдерәм. Әлбиттә, халҡыма, йәштәргә әйтер һүҙҙәрем бихисап. Йәштәр, һеҙ үткер һәм сос булығыҙ! Йылы мөхит, әҙер уңайлыҡтар көтмәһен ине йәш-елкәнсәк, дәртләнеп файҙалы эштәр ҡыйратығыҙ! Үҙегеҙҙе үҙегеҙ яҡлағыҙ, ҡурсалағыҙ! Баҙар иҡтисады заманында үҙегеҙгә үҙегеҙ юл һалығыҙ, юл ярығыҙ! Бәхеткә ҡаршы тип әйтәйемме, үкенескә ҡаршы, тиергәме, әҙергә – хәҙер осоро үтте. Эйе, үкенескә ҡаршы тип әйтеү – ул артыҡ көсәргәнмәй, тир түкмәй генә йәшәргә теләүселәргә ҡайтып ҡалһа, бәхеткә ҡаршы тигәнем – замана менән бергә атлаусыларға иҫ китмәле мөмкинселектәр аса. Алда әйтеп үтелгән интернет селтәренең был осраҡта кире түгел, ыңғай яҡтарын дәлилләп була. Хәҙер бихисап эшлекле, зиһенле йәштәр өйҙән дә сыҡмай интернет аша ғына оло эш ҡыйрата: белем алыу даирәһе, эш алып барыу мөмкинлектәре, алып-һатыу ысулдары, төҙөлөш-архитектура мөхитенә ҡағылышлы һыҙмалар ебәреп, төрлө проекттарҙа ҡатнашыуҙар...
Ғилем алыу, замана йәштәренә ҡағыла, – көнүҙәк талап. Уҡыу, аң-белем кимәлен күтәреү зарурлығы көндән-көн киҫкенләшә. Йәштәр заман һулышы менән бергә һуларға, заман менән бер тәңгәлдә, йәнәшә атларға бурыслы! Йәштәр, ҡабатлап әйтәм, үткер һәм сос булығыҙ!
«Тамаша» – мәҙәниәтте сағылдырыусы республика кимәлендәге күркәм журнал. Уҡымышлы кеше - мәҙәниәтле кеше тигән һүҙ! «Тамаша» журналын алығыҙ, яратығыҙ! «Тамаша» журналын уҡығыҙ, таратығыҙ!
– Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Хыялдарың тормошҡа ашһын! Яңынан-яңы үрҙәр, яңы офоҡ киңлектәре һиңә юлдаш булһын! Халҡыбыҙ күңелендә ҡабынған яҡты йондоҙ нурҙары һүнмәһен, һүрелмәһен! Уңыштар һиңә, Илгиз!
Рифат ЙӘМЛИХИН
Читайте нас: