+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Таналыҡ" халыҡ театры - үткәне һәм бөгөнгөһө

2019 – Рәсәйҙә театр йылы «Таналыҡ» халыҡ театры: үткәне һәм бөгөнгөһө

Театр – ул мәҙәниәттең йөрәге, милләттең рухи терәге, ул башҡа сәнғәт төрҙәре менән сағыштырғанда кеше күңеленең иң нескә ҡылдарына килеп ҡағыла торған көскә эйә. Театрҙа ғына тамашасы образ тыуҙырыусы менән күҙгә-күҙ осраша һәм ижад процессында әүҙем ҡатнаша ала. Ғөмүмән, театр кеше күңеленә туранан-тура юл һалыусы сәнғәт һәм ул халыҡ тормошонан башҡа йәшәй алмай. Тап ошоно иҫәпкә алып, райондарҙа халыҡ театрҙары булдырылған да инде.
Хәйбулла районында сәнғәткә ысын күңелдән ғашиҡ һәм йыр-моңға оҫта халыҡ йәшәй. Район мәҙәниәт йортоноң «Таналыҡ» халыҡ театры хаҡында ишетмәгәндәр һирәктер. 80 йыл дауамында район халҡының яратҡан үҙешмәкәр артистарына әүерелде «Таналыҡ»тар, уларҙың сығыштарын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала.
1936–1938 йылдарҙа район мәҙәниәт йорто янында Фәйзрахман Аҡбашев етәкселегендә колхоз-совхоз театры ойошторола. Унда Муса Йомағужин рәссам-декоратор булһа, үҙешмәкәр артистар Сара Аҡбашева, Рәшиҙә, Хәмит Әҙеһәмовтар, Һаҙый Исламов, Гөлсөм, Ғәле Ибатовтар, Ямал, Хәмит Ғәлиевтар, Нәфисә Нураева, Йыһан Мағашева, Маннаф Мағашев, Мәрхәбә Йәноҙаҡовалар үҙ ролдәрен оҫта башҡара. Театр коллективы «Ғәлиәбаныу», «Башҡорт туйы», «Ҡарағол», «Хәйрүш-Фәйрүш», «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәре менән ураҡҡа сығалар. Ул замандарҙа махсус техника булмай. Шуға күрә ҡайҙа йәйәү, ҡайһы саҡта егелгән ат менән баралар. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң райондың мәҙәни тормошо яңынан йәнләнә һәм район мәҙәниәт йорто директоры булып Муса Йомағужин эшләй башлай.
1967 йылдан халыҡ театры режиссеры булып Шәкирә Татлыбаева эшләй. Ул М.Кәримдең «Ай тотолған төндә», «Ҡыҙ урлау», «Яңғыҙ ҡайын» спектаклдәрен ҡуя. Театр төркөмө төрлө һөнәрле 25 кешенән тора. Үҙешмәкәр коллективтың төп бурысы булып киң масса эшселәрҙе художестволы үҙешмәкәргә әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү тора. Артабан район халыҡ ижады театры тәжрибә менән уртаҡлашыу нигеҙендә үҙешмәкәр театрҙы үҫтереү һәм коллективтың художество кимәлен күтәреү өҫтөндә эшләй. Системалы рәүештә спектаклдәр ҡуйыла.
1969 йылдан 1973 йылға тиклем Ғайса Дәүләтсурин халыҡ театры режиссеры вазифаһын башҡара. Ул «Бажалар», Ә.Атнабаевтың «Балаҡайҙарым», «Игеҙәктәр» спектаклдәрен ҡуя.
1975–1983 йылдарҙа режиссер булып Зәйтүнә Нәбиева эшләй. Ул Х.Зариптың «Ҡала ҡыҙы һөйгәнем», Ә.Мирзаһитовтың «Һалдат улы», «Ауыл күренештәре», Н.Асанбаевтың «Һыу юлы», Г.Исхаҡовтың «Яралы яҙмыш» һәм башҡа спектаклдәр ҡуя. Спектаклдәрҙә Айҙар Ҡоҙабаев, Рәмил Аллағолов, Фәрит Ҡоҙабаев, Нәзиә Ҡәипова, Рафиҡ Тулибаев, Кәбирә һәм Ринат Таулыҡаевтар, Иҙрис Иштәкбаев, Рәшит Нәбиуллин, Мансур Үҙәнбаев, Фәйрүзә Рәхмәтова, Файзулла Шәйхисламов, Илнур Йәтимов, Сәфәр Ҡунаҡасов, Нәзифә һәм Раил Ҡыҙрасовтар, Менәүрә Бохарбаевалар уйнай.
1999–2007 йылдарҙа, халыҡ театры менән Сәриә Асҡарова етәкселек иткән осорҙа, М.Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу», Г.Исхаҡовтың «Етеле шәм», И.Йомағоловтың «Ялҡау», З.Биишеваның «Нәҙер» һәм башҡа спектаклдәр ҡуйыла. Уларҙы художник-декоратор Фәнис Сынбулатов биҙәй, үҙешмәкәр артистар Люциә Фәйзуллина, Байрас Әминев, Дамир Дәүләтбаев, Шәмсинур Мәмбәтова, Байрас Теләүғолов, Юлай Аскаров, Фәрзәнә Игебаева, Фәйрүзә Иҫәнтәева, Гөлгенә Кучаковалар үҙ ролдәрен оҫта башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай. Коллектив райондың бөтә ауылдарына, шулай уҡ күрше Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районына гастролдәргә йөрөй.
2008–2009 йылдарҙа режиссер Рәзилә Ҡыуандыҡова Н.Асанбаевтың «Йөрәктәр ҡушҡас», Г.Әхмәтҡужинаның «Әйҙәгеҙ, танышайыҡ» спектаклдәрен ҡуя. Музыка һәм йырҙы Айтуған Акилов аранжировкалаһа, Илнур Рәшитов, Салауат Өмөтбаев, Миләүшә һәм Азамат Ҡыуандыҡовтар, Артур Рәхмәтовтар спектаклдрҙә уйнай. 2009 йылда Азат Ҡотлушин режиссерлығындағы Т.Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар» драмаһын тамашасылар йылы ҡабул итә.
2001–2012 йылдарҙа Сәриә Асҡарова З.Биишеваның «Нәҙер» спектаклен яңынан тергеҙә һәм «халыҡ театры» исемен уңышлы яҡлайҙар.
2012 йылда театр нигеҙ һалыныуҙың 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был йылдар эсендә репертуарҙар, декорациялар, режиссерҙар алмашынһа ла, театр актерҙар составын һаҡлай алды. Уңышһыҙлыҡтар ҙа, ҡаҙаныштар ҙа булды, әммә театрҙың төп бурысы – киң масса эшселәрҙе художестволы үҙешмәкәргә әүҙем йәлеп итеү – ҡала килә.
2012 йылдың сентябренән коллектив менән Ғәлиә Мортазина эшләй башлай. Ул йәштәр өсөн «Серҙәремде һиңә сисәм», Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» спектаклдәрен ҡуйҙы. 2013 йылдың яҙында Т.Миңнуллиндың «Ай булмаһа, йондоҙ бар» драмаһы тергеҙелһә, ошо йылдың көҙөндә «Таналыҡ» коллективы «Таштуғай» спектаклен тамашасыға тәҡдим итә. Был сәхнә әҫәрендә өлкәндәр менән бер рәттән йәштәр ҙә ҡатнаша. Актерлыҡ оҫталығы менән Люциә Фәйзуллина, Айҙар Ҡоҙабаев, Зиннур Бикбулатов, Наил Харисов, Фәрит Ҡоҙабаев, Лилиә Сәлишева, Көнһылыу Ҡыҙрасова, Рифат Күскилдин, Флүр Таулбаев, Илдар Миңлеғәлиев, Лилиә Таймасова, Дилбәр Ирғәлина, Илназ Мәхмүтов, Резида Билалова, Замир Боҫҡонов, Әмир Ҡаҙаҡбаев, Нургиз Таймасов, Айһылыу Илембәтовалар тамашасыны үҙенең ролдәрҙе уйнау оҫталығы менән ҡыуандыра.
«Таналыҡ» халыҡ театры йыл һайын репертуарын яңырта. Район мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар ҙа театрлаштырыла һәм был жанр тамашасыларға бик оҡшай. Өлкәндәр көнөнә «Йәшлегемә ҡайтам…» исемле театрлаштырылған концерт, «Утарбай» тип аталған 1812 йылдағы Ватан һуғышына арналған Һабантуй байрамын театрлаштырып асыу һәм башҡа саралар. Шулай уҡ театр ветераны Айҙар Ҡоҙабаевтың юбилейы айҡанлы «Ғүмер көҙөм яҡынайған һайын, һағындыра йәшлек яҙҙары» тигән бенефисы үткәрелде.
2016 йылдың декабренән театр эшмәкәрлеген Нәзифә Ҡыҙрасова алып бара. Уның тәүге режиссерлыҡ эше – Т.Миңнуллиндың «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр», икенсеһе – «Балаҡайҙарым» спектаклдәре. Һәүәҫкәр артистарҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Улар тыуҙырған образдар характерлы, ышандырырлыҡ булыуҙары менән айырылды. Улар үҙ образдарында йәшәй һәм ысын күңелдән, бирелеп уйнай алыуҙары менән тамашасы күңеленә үтеп инә алды.
Һуңғы йылдарҙа коллективҡа яңы үҙешмәкәр артистар килде һәм театр яңы таланттар асты. Улар театр һөйөүселәрҙе яңынан-яңы тамашалары менән артабан да ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, Хәйбулла районының «Таналыҡ» халыҡ театры әлеге ваҡытта «Волга буйы театрҙары» фестивалендә ҡатнаша.
Рәзилә БАЙҒУСҠАРОВА
Читайте нас: