Йөрәге моңло, күңеле йырлы
«Рәсимә Мостафина Миәкә районы Бикҡол ауылында тыуып үҫкән. Тәбиғәте матур был ауылдың. Сылтырап аҡҡан шишмәләре, сәскәле туғайҙары, ярайһы ғына бейек тауҙары бар. Эргәһенән генә йырлы Миәкә йылғаһы аға. Рәсимә һылыу – ошо тәбиғәт балаһы. Йөрәге моңло, күңеле йырлы уның. «Бәллүр күңел» китабын уҡып сыҡҡас, Рәсимәнең күңел донъяһы ла әлеге сылтырап аҡҡан шишмәләргә, сәскәле туғайҙарға бай икәнлеген тояһың. Тормош гел тигеҙлектәрҙән генә тормаған кеүек, шиғырҙары ла уның шып-шыма ғына түгел, һикәлтәләр, соҡор-саҡырҙар ҙа бар. Әммә һәр яңы тыуған шиғыры менән ул тауға үрләй, юғары ынтыла. Иң мөһиме – уның шиғырҙарында хис бар. Хисле шиғырҙар йәшәүсән була», – тип яҙған Рәсимә Ғабдрахим ҡыҙының сираттағы китабы сыҡҡас, педагогия хеҙмәте ветераны, яҙыусы, М.Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Түләк Ғирфанов.
Рәсимә ханым мине башта шиғырҙары менән аптыратһа (биш китап авторы ул һәм тағы ла яҡташтары ижады менән бергә ике йыйынтыҡта шиғырҙары донъя күргән), ҡул оҫтаһы булыуы менән дә һоҡландырҙы. «Ҡулдарынан гөл тама» тиҙәр ундай кешеләр тураһында. Мосолман магазины тотҡан, ауылдаштарына, ҡунаҡтарға рухи һәм күңел аҙығы өсөн бик тә кәрәкле әйберҙәр менән һатыу иткән эшҡыуар апайҙың ҡулында йә бәйләм, йә төҫлө таҫмалар, йә иһә пластик һауыттар менән ҡайсы. Бер минутын да бушҡа уҙғармай ул. Һатып алыусылар йәки хәл-әхүәл белешергә инеүселәр менән матур мөғәмәлә итеүенә лә иҫең китер. Шуғалыр ҙа ул тауар артынанмы, баш ҡалаға йомошҡамы, берәй сарағамы юлланып, магазинында бер-ике көн күренмәһә лә, ауылдаштары уны юҡһына башлай. Күңел йылыһы шулай яҡын итәлер уны һәр кемгә. Ул бит кешеләрҙе лә насарға-яҡшыға, байға-зарлыға айырып ҡарамай, аҡыл да өйрәтмәй. Ә бит яҙмыш уны гел генә иркәләп тормай...
Әхирәтенә ҡунаҡҡа барғанда, Рәсимә уның бер йәше тулған ҡыҙына бүләккә ҡурсаҡ алып килә. Ул кистә ғаиләнең дуҫы өс йәшлек ҡыҙы менән килеп инә. Ҡыҙсыҡ: «Миңә лә ошондай ҡурсаҡ кәрәк», – ти. Рәсимә уға ла матур ҡурсаҡ алып килергә вәғәҙә итә. Баланың атаһы әхирәтенең тормош иптәшенең дуҫы, коллегаһы Радик исемле ир-уҙаман була.
Әсәйһеҙ ҡалған өс йәшлек сабый иҫенә төшкән һайын, йәш ҡыҙҙың йөрәгенә ҡан һауғандай була. Күп тә үтмәй, ул вәғәҙәһен үтәй, дуҫтарына бара. Радикты тағы саҡыралар. Тик бүләкте ул алмай, ә Рәсимәнең үҙенең алып барып тапшырыуын һорай. Уңайһыҙланһа ла, ҡыйыу ҙа, изге лә йөрәкле ҡыҙ бара уның йортона. Сабый уның ҡаршыһына йүгереп килә, ҡулдарын һоноп, ҡурсаҡҡа түгел, Рәсимәнең ҡосағына ынтыла. Өләсәһе: «Балаҡайым, әллә инде әсәйең ҡайтҡан?!?» – ти ҙә, күҙ йәштәрен күрһәтмәҫкә тырышып, ситкә борола. Радик тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға була. Оҙаҡламай ил өҫтөндә тағы ла бер ғаилә ҡорола. Уңған ҡатын ире алдында ла, яҙмыш һынауҙары алдында ла бирешмәй, эшләргә, йәшәргә тырыша. Бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килә. Йәштәр бер тиҫтәнән ашыу йылдар Татарстанда йәшәп алалар. Бик кәрәге сыҡҡас, Рәсимә машина йөрөтөү таныҡлығына ла эйә була. Балалар менән гел генә транспорт көтөп мохтаж булғанға ҡарағанда, тимер атты ҡороҡлап үҙе йөрөтөүҙе хуп күрә.
Тыуған яҡтар тарта. Улар Миәкәлә төпләнергә ҡарар итә. Магазин асалар. Дин юлына баҫырға ҡарар итеп, икеһе лә ошо йүнәлештә китаптар уҡый. 2009 йылда хажға барып ҡайталар. Рәсимә ханым Ҡазан ҡалаһының «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Радик ағай ҙа Өфөнөң Туҡай урамындағы мәсеттә ойошторолған дәрестәргә йөрөп белем ала.
«Май сүлмәге тышынан билдәле» тигәндәй, уларҙың йорт-ҡаралтыһы – сынъяһауҙай. Дүрт ҡыҙҙарына, ейән-ейәнсәрҙәренә ышаныслы терәк кенә түгел, ысын өлгө улар. Рәсимә апай – ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзаһы, сәсән телле, киң күңелле, ҡыҙыҡһыныусан, бар нәмәгә лә өлгөрөргә тырыша. Ә инде уның оҫталығы, ижадҡа маһир булыуы тураһында ихаталары, картиналары, ҡул эштәрен һүрәтләгән фотолар асыҡтан-асыҡ һөйләп-күрһәтеп тора.