+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яңы китаптар

«Бөйөк халыҡ йырсыһы»

«Китап» нәшриәтендә РСФСР-ҙың hәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт опера hәм балет театрының тәүге солисы, республикабыҙҙың вокаль башҡарыу сәнғәтенә нигеҙ hалыусыларҙың береhе Хәбир Ғәлимовка арналған «Бөйөк халыҡ йырсыhы» тип исемләнгән китап-альбом нәшер ителде. Унда йырсының ҡатыны Ғәлиә Шәкирйән ҡыҙы ғүмер буйы йыйған hәм ҡыҙы Земфира әҙерләгән иҫ киткес бай hәм йөкмәткеле архив баҫылған (уникаль фотолар, элекке афишалар hәм театраль программалар, замандаштар иҫтәлектәре, газета hәм журналдар мәҡәләләре, телеграммалар, h.б.). Былар бөтәhе башҡорт милли мәҙәниәтенең тарихын тергеҙергә мөмкинлек бирә. Альбом бынамын итеп биҙәлгән (дизайнер – Артур Василов), бөтә материалдар хронологик планда матур итеп теҙелгән. Хәҙер инде республикабыҙҙа Мәғәфүр Хисмәтуллин, Ғабдрахман Хәбибуллин, Баныу Вәлиева, Хөсәйен Мәзитов, Радик Гәрәев, хәҙер бына Хәбир Ғәлимов тураhында ла китаптар бар, тип әйтә алабыҙ.
Был китаптың әhәмиәте иң элек башҡорт опера сәнғәте тарихын өйрәнеүҙә баhалап бөткөhөҙ. Киңерәк планда ундағы материалдар республикалағы 30 – 80-се йылдарҙы үҙ эсенә алған бөтә совет дәүеренең мәҙәни тормошон күҙ алдына баҫтыра. Китаптың был эштә алмаштырғыhыҙ бер сығанаҡ булыуын билдәләп, уның менән танышыу барышында тыуған бер нисә фекеребеҙ менән дә уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Әйтәйек, йырсының классик репертуары бик сикләнгән булhа ла (театр асылғанда башҡарылған «Тирмәнсе ҡыҙ»ҙағы барон менән «Йәшерен никах»тағы Паолино ролдәренән тыш, «Кенәз Игорь»ҙағы эпизодик Овлур менән «Чрезвычайный комиссар»ҙағы Джамал ролдәре генә), башҡорт милли операhын булдырыу hәм үҫтереу юлында Ғәлимов хәл иткес роль уйнаған! М.Вәлиевтең «Һаҡмар» операhындағы Юлай образынан башлап, артабан уның ижадында башҡорт ир-егеттәренең тотош бер галереяhы тыуа: Мәргән менән Азат (А.Эйхенвальдтың hәм Р.Мортазиндың шул уҡ исемле опералары), Шатморат (Н.Чемберджинең «Ҡарлуғас»ы), Тарауыл (А.Спадавеккиа менән Х.Заимовтың «Аҡбуҙат»ы), Йомағол (А.Эйхенвальдтың «Ашҡаҙар»ы), hуғыш ваҡытында Ф.Козицкий менән Х.Ибраhимов ижад иткән «Ватан өсөн» операhында йырсының исеме менән аталған Хәбир образы!
З.Исмәғилевтең «Салауат Юлаев» әҫәрендәге төп герой тураhында айырым әйтке килә, сөнки әҙәбиәттә Хәбир Ғәлимов та, Мәғәфүр Хисмәтуллин да Салауат партияhының беренсе башҡарыусыhы тип иғлан ителә. Опера труппаhы мөдире алып барған сәхнә кенәгәhендә яҙылыуы буйынса, спектаклде тапшырғанда, КПСС Үҙәк комитетының комиссияhы алдында Салауат булып Хәбир Ғәлимов сығыш яhай; икенсе көнө (1955 йылдың 15 апрелендә) опера премьераhында Мәғәфүр Хисмәтуллин йырлай. Х.Ғәлимов был партияны тағы ла ике тапҡыр башҡара: 6 майҙа Өфөлә hәм 29 майҙа Мәскәүҙәге башҡорт әҙәбиәте hәм сәнғәте декадаhында. Билдәле булыуынса, Мәскәүҙән ҡайтыу менән ул Башҡорт дәүләт филармонияhына күсә hәм унда башҡорт халыҡ йырҙарының профессиональ сәхнәлә башҡарыу традицияларын ныҡлап үҫтерә. Композитор Заhир Исмәғилев үҙе әйтмешләй, «Салауат партияhын мин Хәбир ағай өсөн яҙҙым, оҙон зифа буйлы, матур кеше булараҡ, минең өсөн батырыбыҙҙың тере hынланышы – ул ине. Әммә киләсәктә опера сәхнәhендә ысын Салауаттың алмаштырғыhыҙ башҡарыусыhына Мәғәфүр Хисмәтуллин әйләнә». Ә тәүге башҡарыусыны, билдәле, премьера көнө буйынса атайҙар.
2. Китапта йырсының яҡташтары – Салауат районы халҡы исеменән Башҡорт дәүләт опера hәм балет театрына уның исемен биреү тураhында тәҡдим яhалыу хаҡында әйтелә. Бының менән мин ҡәтғи рәүештә риза түгелмен. Театрға, hис шикhеҙ, беренсе башҡорт профессиональ йырсыhы, Башҡортостанда hәм Татарстанда милли опера өсөн көрәшеү хәрәкәте лидеры, Хәбир Ғәлимовтың остазы – Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен бирергә кәрәк. Унhыҙ автономиялы республикала опера театрын ойоштороу кеүек үтә лә ҡатмарлы эш мөмкин дә булмаҫ ине. Разнорядка буйынса улар тик союздаш республикаларға ғына тейеш була, элекке Рәсәй Федерацияhында опера театрҙары өс кенә башҡалала ойошторола: Өфөлә, Ҡазанда hәм Улан-Удела. Ошо ғына факт та Әлмөхәмәтов өсөн кире ҡаҡҡыhыҙ дәлил булып тора.
3. Дөйөм планда китаптың данлау стиле, күрәhең, хәҙерге ваҡыт шауҡымылыр. Әлбиттә, заманына күрә Хәбир Ғәлимов – мәшhүр йырсы, тик китап тышлығында яҙылыуынса, бөйөк микән? Саманан тыш сикhеҙ маҡтау, бындай эпитеттарҙы hаҡhыҙ ҡулланыу сәнғәт күренештәренең ҡәҙерен юҡҡа сығармай микән? Был йәhәттән Баныу Вәлиеваның хәтирәләрен субъектив тип hанайым. Уның кеүек оҙаҡ итеп театрҙа бер кем дә йырламаны, әлбиттә, шулай ҙа Вәлиеванан башҡа ла, Ғәлимовтан башҡа ла театрҙа сопрано тауышлы ла, тенор тауышлы ла йырсылар булды. Быны раҫлауы ҡыйын түгел.
Ризаhыҙлыҡ тыуҙырған ошо моменттар булған хәлдә лә, китап үҙенең тәғәйенләнешен, hис шикhеҙ, үтәр, киләсәк быуындарға үткән быуаттың шанлы ваҡиғаларын еткерер.
Гөлназ Галина
Читайте нас: