-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли биҙәүестәр - ижад емеше

Рухи байлығыбыҙҙыңбер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибар артҡандан-арта бара, халҡыбыҙҙыңмәҙәниәте һаҡлана, йәштәргә өйрәтеүселәр булғанда киләсәк быуынға ла тапшырыла.

Күңелем нағыштары
МИЛЛИ БИҘӘҮЕСТӘР – ИЖАД ЕМЕШЕ
Йәмле Йөрүҙән буйының иң матур ауылдарының береһе Ахунда йәшәүсе Рәхимә һәм Камил Хәмитовтарҙың ғаиләһендә Рәсимә дүрт баланың тәүгеһе булып донъяға килә.Тәбиғәттең хозурлығынан күңеленә матурлыҡ йыйған, уңған ата-әсәһенән егәрлелек сифаттарын үҙләштергән, туған йәнле булып үҫкән Рәсимә Камил ҡыҙы мырҙалар ырыуына тап төшөрмәй. Мәктәп йылдарынан уҡ ҡатын-ҡыҙға кәрәкле булған тегеү һөнәрен дә үҙләштерә, бейеү түңәрәгенә лә йөрөргә өлгөрә. Ахун ун йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Өфөгә уҡырға килә. Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙерге М.Аҡмулла исемендәге БДПУ) филология факультетына уҡырға инә. Ул йылдарҙа студент тормошо гөрләп тора, башҡа уҡыу йорттары менән матур осрашыуҙар ойошторола. Ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән үҫәргән егете Ғүмәр Ибраһимов менән танышып, ғаилә ҡоралар. Йәштәр егеттең тыуған ауылы Атингәндә (Хәйбулла районы) төпләнәләр, бер нисә йылдан район үҙәге Аҡъярға күсенәләр. Матур итеп йорт һалып сығалар. Ҡыҙҙары Ләйсән юрист белеменә эйә, улдары Айгиз ҡурай уйнауға оҫта, Өфө яғыулыҡ-энергетик колледжының Баймаҡ филиалында белем ала. Рәсимә Камил ҡыҙы балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә, мәктәптең һәр эшендә уҡыусылары менән бергә әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ул – директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары. Йәй көндәрендә лә Рәсимә Ибраһимова уҡыусыларына иғтибар бирергә тырыша. Районда йыл һайын эшләп килгән «Йәйләү» йүнәлешле лагерында ял итеүселәр башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән таныша, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә лә төшөнә. Халҡыбыҙҙың төрлө билдәле шәхестәре, сәнғәт әһелдәре, өлгөлө ғаиләләр менән осрашыуҙар үткәрелә. Башҡорт халҡының милли аш-һыуы менән таныштырыу маҡсатында ҡорот яһау серҙәрен, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтеп, селтәр эшләү алымдары менән дә таныштыра. Ял итеүсе балалар тормошта кәрәкле булған күпме кәсеп-шөғөлдәргә өйрәнә. Мәктәптә «Йәш хәбәрсе» түңәрәгенең етәксеһе лә Рәсимә Камил ҡыҙы. Был түңәрәктә балалар шиғыр яҙыу нескәлектәренә өйрәнәләр, журналистика серҙәренә төшөнәләр. Шулай уҡ ай һайын мәктәп яңылыҡтарын яҡтыртҡан «Мәктәп тормошо» гәзитен дә ихлас сығаралар. Ҡәләм тирбәтеүсе уҡыусылар ҙа байтаҡ. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлегендә «Ағинәйҙәр»гә башҡорт милли биҙәүесе һаҡал буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәрергә лә өлгөрә ул.
Ҡасан һәм нисек тотонған икән Рәсимә Камил ҡыҙы был эшкә, тип мөрәжәғәт иткәс, ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте: «Башҡорт милли биҙәүестәре – тарих төпкөлөнән быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килтерелгән ижад емеше. Башҡорт кейеме, шулай уҡ биҙәүестәре лә халыҡтың йәшәү рәүешенә, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолаларына бәйле кәлепләштереп, тормош ихтыяждарынан сығып барлыҡҡа килтергән күңел емеше.
Һаҡал – күкрәк биҙәүесе. Уны төрлө таштар, тәңкәләр, мәрйендәр менән биҙәп яһар булғандар. Мәрйен һәм таштарҙың төҫө лә мөһим. Мәҫәлән, ҡыҙыл төҫ эшкә һәләтлекте арттыра, ҡан баҫымын яйға һала. Аҡ таштар күҙҙе һаҡлай, осҡорлоғон яҡшырта, йәшел төҫлө таштар тынысландыра. Ғөмүмән, ҡашмау, һаҡал эшләү күңел талабы ғына түгел, уларҙы кейеү һаулыҡ өсөн дә ыңғай тәҫьир итә.Һуңғы ваҡытта рухи мираҫыбыҙ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәренә иғтибар артты.Бынан ике йыл элек Башҡорт академия драма театрына спектакль ҡарарға килдек, унда мин йәш кенә ҡыҙҙарҙың селтәр кейеп йөрөгәндәрен күреп һоҡландым. Үҙем күптән шул биҙәүес менән ҡыҙыҡһына торғайным, Өфөнән үк материалдар һатып алып ҡайттым. Бер нисә айҙан баш ҡаланың Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһе бинаһында үткәрелгән Халыҡ кәсептәре фестивалендә ҡыҙым менән ҡатнаштыҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең ҡулдан йөҙләгән селтәр эшләнде, уларҙы Башҡортостандан, Себер тарафтарынан, Германиянан да заказ менән алдырыусылар булды. Яратҡан шөғөлөм күңел өсөн кинәнес бирә, матди килеме лә бар. Был биҙәүестеэшләү еңел түгел, ваҡыт та кәрәк, һәр береһе өсөн генә ике-өс аҙна ваҡыт китә. Мәрйендәрҙе теҙеү бик оҙайлы һәм ваҡ эш. Тәңкәләрҙе тормош иптәшем Ғүмәр йоморсалап һуғып бирә, күпселек әйберҙәрҙе ҡыҙым менән икәүләп эшләйбеҙ».
Рухи байлығыбыҙҙың бер өлөшө булған кейемдәребеҙгә ҡарата иғтибар артҡандан-арта бара, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте һаҡлана, йәштәргә өйрәтеүселәр булғанда киләсәк быуынға ла тапшырыла.
Рәмилә ФАЙЗУЛЛИНА,
үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте
һәм тыуған-яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.
Читайте нас: