Бөтә яңылыҡтар

"Ижад кешеләренә белем биреү - оло шатлыҡ"

«Ижад кешеләренә белем биреү – оло бәхет»

Сибай сәнғәт колледжының «Театр» бүлеген Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкләй.
– Үҙегеҙ менән таныштырып китһәгеҙ ине, Римма ханым.
– Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында тыуып үҫтем. Бәләкәйҙән сәнғәткә ылыҡтым, артистка булырға хыялландым. 1974 йылда Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, Сибай театрына эшкә килдем, шул уҡ ваҡытта балалар сәнғәт мәктәбенең «Театр» бүлегендә лә уҡыта инем.
– Сәнғәт колледжы асылғас, унда эшкә килдегеҙме?
– Бер ваҡыт Камил Абдрахман улы Вәлиев шылтырата: «Сибайҙа уҡыу йорто асабыҙ, уҡытыусылар эҙләйбеҙ», – ти. Ышанып та етмәнем. «Урал аръяғында ниндәй уҡыу йорто булһын инде», – тип уйлап ҡуйҙым. Ҙур тырышлыҡ менән асылды бит был уҡыу йорто – Өфө сәнғәт училищеһының филиалы. Беренселәрҙән булып ойошторолған «Вокал» бүлегендә актерлыҡ оҫталығы дәрестәре бар ине. Шунда эшкә саҡырҙылар. Уҡыта алырмынмы икән, тип икеләнеп кенә 1997 йылдың сентябрендә эшкә килдем. Ҡарайым: йәш ҡарағайҙай матур егеттәр килгән уҡырға. Телдәре бай, саф башҡорт телендә һөйләшәләр. Баязит Байназаров, Ғаяз Ғәйетбаев, Радмир Туйсиндар ­ уҡыған көслө курс ине. Оҡшанылар миңә уҡыусыларым, ең һыҙғанып эшләй башланым.
– «Театр» бүлеге ҡасан асылды инде?
– 2000 йылда «Театр» бүлеген асҡас, мине етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Беренсе йылда бында уҡырға теләүселәр һаны күп булды – бер урынға ун кеше ине. 10 кешене һайлап алдыҡ. Килгән балалар кире ҡайтмаһын, тип түләүле бүлеккә 15 уҡыусы ҡабул иттек. Һуңынан дүрт йылға бер студенттар алырға булдыҡ. Ҡышҡы сессияла уҡыусыларҙы Өфө сәнғәт институтына йөрөтөү традицияға инеп китте. Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, курсташым, төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Студенттарҙың аралышыуы, сәнғәт әһелдәренең асыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуы, сәхнә теле, актерлыҡ оҫталығы тренингтары – былар барыһы ла баһалап бөтөргөһөҙ тәжрибә туплау ул.
– Ғорурланырлыҡ, исемдәре танылған уҡыусыларығыҙ хаҡында ла ишетке килә.
– Беренсе сығарылыштан үҙебеҙҙең Сибай драма театрында Юнир Мансуров, Римма Саникина, Айгөл Зәйнуллиналар уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Ошо уҡ театр актрисаһы, «Театр яҙы» фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеүсе Залина Усманова беҙҙең бүлектә дәрестәр бирә. «Башҡортостан» киностудияһы режиссеры, «Еңмеш» фильмының авторы Айнур Асҡаров беҙҙең бүлекте тамамланы.
– Танылыу алған, өмөтлө йырсы Иҙел Аралбаев та һеҙҙең бүлектә уҡыған шикелле.
– Эйе, Иҙел Аралбаев беҙҙең «Театр» бүлеген тамамланы, ләкин ул йыр буйынса китте – Өфө сәнғәт институтының вокал факультетында белем алды. Иҙел тураһында күп һөйләргә була. Тәртипле, итәғәтле ғаиләлә тыуып үҫкән ул. Бер ваҡыт дәрескә килмәне бит егетебеҙ. Беҙҙә ата-әсәләрҙең телефондары бар бит инде. Тоттом да шылтыраттым Иҙелдең әсәһенә: «Улығыҙ дәрескә килмәне, йоҡлап ҡалды», – тип. Шул шылтыратыуҙы бик етди ҡабул итеп, барлыҡ ғаилә ағзалары, туғандары килеп еткән. «Беҙҙең Иҙел шулай иртән тороуға ауыр инде ул, – ти әсәһе. – Минең шул насар ғәҙәтем улыма ла күскән. Һеҙ уны ғәфү итегеҙ инде». Шулай аңлашып алдыҡ. Ата-әсәләр балаларын яҡлап-һаҡлап, бәләкәй генә уңышына ла шатланып, дәртләндереп тора икән, бала үҫә, аҙымдары ышаныслы була. Ата-әсәләр менән эшләгәндә, шуны иҫтәренә һәр ваҡыт төшөрөп торам.
– Римма Лоҡман ҡыҙы, һеҙ дини кеше лә икәнһегеҙ. Был уҡытыусылыҡ эшендә ҡамасауламаймы?
– Дин юлына баҫыуыма биш йыл. Кешеләргә төрлө һынауҙар бирелә. Ҡайһы берәүҙәр ҡыйынлыҡтар алдында юғалып ҡала, баш эйә, икенселәре, үҙҙәрен еңеп, дингә килә. Дин һәм сәнғәт юлы – бер үк юлдыр, тип иҫәпләйем. Сәнғәт өлкәһендә лә кешенең рухи донъяһы менән эшләйһең. Балаға рухи байлыҡ биреү – иң мөһимелер, тип уйлайым. Шулай булғас, беренсеһе икенсеһенә ҡамасау итмәй, шәхесте ижади үҫтереүҙә бер-береһен тулыландырып, байытып тора. Колледж етәкселеге, коллектив минең дин юлына баҫыуымды ыңғай ҡабул итте. Рәхмәтлемен уларға. Мәрхүм булған уҡытыусылар рухына йыл да аят уҡытабыҙ.
Минең өсөн йәштәр менән эшләү, уларҙың йылыһын тойоп үҙемдең дә һәр ваҡыт үҫеш юлында булыуым, ижад кешеләрен тәрбиәләүем – оло шатлыҡ, ҙур бәхет, һәм Хоҙай ошонан айырмаһын, тип теләйем.
– Ниндәй пландар менән йәшәй «Театр» бүлеге?
– Әлеге көндә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм ҡала хакимиәте грантына ижади эш проекттары иҫбатлана. Ике эшебеҙҙе тәҡдим итәсәкбеҙ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса «Беҙ бөтәбеҙ ҙә бала-саҡ иленән» тигән этюд спектаклен әҙерләй башланыҡ. Шулай уҡ икенсе проект – «Урал батыр» эпосы нигеҙендә пластик спектакль. Киләһе йылда барлыҡ сығыштарыбыҙ, проекттарыбыҙ өс әһәмиәтле датаға – Башҡортостан Республикаһының, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланасаҡ.
– Белеүебеҙсә, быйылғы йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Артабанғы һорауым: һеҙҙең өсөн нимә ул – ғаилә?
– Минең өсөн ғаиләм һәр ваҡыт беренсе урында торҙо. Карьера эшләйем, тип тә йән атманым. Иптәшем хәрби кеше булғас, балаларымды үҫтереүҙе, уларға тәрбиә биреүҙе мөһимерәк эш һананым. Әйткәндәй, ирем Ильяс Иҙрис улы менән беҙ Баймаҡ интернат–мәктәбендә бер класта уҡыныҡ. Әле ул – хаҡлы ялдағы полковник, яратҡан шөғөлө – баҡса үҫтереү менән мауыға. Ике ҡыҙ үҫтерҙек. Өлкәне Гүзәл Ҡазанда йәшәй, балетмейстер булып эшләй, өс балаһы бар. Кинйәбеҙ Юлиә – техник белемле, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәтендә архитектура буйынса баш белгес вазифаһында. Уның бер улы бар. Балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең бәхет-шатлыҡтарын ғына күрергә яҙһын. Һәм журнал уҡыусы дуҫтарыбыҙға ла ошо изге теләктәрҙе теләп ҡалам.
Рената ЮЛУБАЕВА әңгәмәләште.
Читайте нас в