+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Ул - минең яҙмышым, бөтә булмышым"

Сибай сәнғәт колледжының «Ҡурай» бүлеге уҡытыусыһы Нурғәле Мирғәле улы Ҡайыҡбирҙин – республикала билдәле шәхес. Ул дүрт тиҫтә йылдан артыҡ ғүмерен халҡыбыҙҙың уйын ҡоралы – ҡурайға бағышлаған.

«Ул – минең донъям, бөтә булмышым...»
Ошо өлкәлә ассистент вазифаһында эшләй башлап, өлкән уҡытыусы, доцент, профессор исеменә лайыҡ булған, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Ҡайыҡбирҙиндың уҡыусылары – инде хәҙер үҙҙәре ҙур уңыштарға ирешкән ҡурайсылар, уҡытыусылар, башҡарыусылар – республиканың ҡала, райондарында эшләйҙәр.
– Нурғәле Мирғәле улы, халҡыбыҙҙың илатҡан да, йырлатҡан да ҡурайы менән яҙмышығыҙҙы ҡасан бәйләнегеҙ?
– Атанан күргән уҡ юнған, тигәндәй, атайымдың ҡурайҙа уйнағанын күреп-ишетеп үҫтем. Мин үҙем Бөрйән ырыуынанмын. Баймаҡ районының Йылым ауылында тыуғанмын, ун йәшемдән алып Йылайыр районы Матрай ауылында йәшәнем. Алтынсы класты бөткән йәйҙә, Йылайыр районы Сәләх ауылында бесән сапҡанда, бер ҡосаҡ ҡурай киҫеп алып ҡайттым. Атайым көлә: «Улым, был бит айыу көпшәһе», – ти. Минең ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуымды күреп, атайым ныҡлап өйрәтә башланы. Һыҙғыртырға өйрәнгәндә хатта башым әйләнгәнсе өрә торғайным. Шулай апаруҡ уйнарға өйрәнеп алдым ҡурайҙа. 1974 йылда Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай класына уҡырға инеп, Ғата Сөләймәновта, һуңғараҡ Азат Айытҡоловта белем алдым. Уҡыуҙы тамамлағас, дәртләнеп, филармонияға эшкә барырмын, тип йөрөгәндә, бөйөк остазым, Ғата ағай: «Ҡустым, һинән башҡа ла артистар күп ул, һин уҡытыусы булырға, ҡурайҙың ғүмерен оҙайтырға тейешһең», – тине. Уның ошо фатиха кеүек әйткән һүҙҙәре ғүмерлеккә йөрәгемә һеңеп ҡалды. Йылайыр районы Матрай ауылына юллама менән барып, хеҙмәт юлын башлап ебәрҙем, унда ҡурай класы астым. Ошонда 18 йыл балаларҙы ҡурай уйнау серҙәренә өйрәттем. Һуңынан Сибайҙағы Өфө педагогик институтының филиалына эшкә саҡырҙылар. Сәнғәт колледжы асылғас,1998 йылда «Башҡорт халыҡ инструменттары» бүлегендә эш башланым. Биш йыл ошо бүлектең мөдире булдым, уҡытыуымды хәҙерге көнгәсә дауам итәм.
– Һеҙҙең өсөн нимә ул – ҡурай? Ғүмерегеҙҙе бағышлаған эшегеҙҙән һеҙ ҡәнәғәтме?
– Ҡурай – минең донъям, яҙмышым, бөтә булмышым, тип әйтер инем. Һайлаған профессиямдан бик ҡәнәғәтмен, яҙмышыма рәхмәтлемен. Минең уҡыусыларым билдәле ҡурайсы, үҙ һөнәрҙәренең оҫтаһы булып китте. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙур шатлыҡ бармы икән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Өфө дәүләт филармонияһы солисы Марсель Сәйетов, бик күп конкурстар лауреаты Илшат Солтангәрәев. Ул Мәләүез ҡалаһының культура бүлеге етәксеһе булып эшләгәйне, быйыл Сибай ҡалаһында шундай уҡ вазифаға тәғәйенләнде. Республика конкурстарында күп тапҡырҙар гран-при яулаған Рәмил Ҡотдосов, Юнир Һағынбаев, Венер Йылҡыбаев (Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы), Стәрлетамаҡ филармонияһы солисы Динар Абдуллин (Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурста быйыл гран-приға лайыҡ булды). Йылайырҙа уға бүләккә тай бирҙеләр. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы ҡурайсы, йырсы Рәмил Туйсин – минең класта уҡып бөттө Сибай институтын. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Сибай филармонияһы солисы Рушан Ниязғоловтар менән сикһеҙ ғорурланам, һәр уңыштарына ҡыуанам. Барыһы ла лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр, үҙ исемдәре бар. Юлай Ғәйнетдиновтың: «Нурғәле Мирғәле улының уҡыусылары көслө ҡурайсы булып һанала» тиеүе – минең эшемә юғары баһа ул.
– Үҙегеҙ конкурстарҙа ҡатнашаһығыҙмы? Уҡыусыларығыҙ еңеүсе булғанда, ниндәй хистәр кисерәһегеҙ? Иң иҫтә ҡалғаны?
– Уҡыусыларым бәйгеләрҙә ҡатнашҡанда, ныҡ тулҡынланам, еңеүсе булһалар – шатлыҡтан күңел тула хатта. Йыл һайын Октябрьск ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге конкурс уҙғарыла. Быйыл 18-се тапҡыр үткәрелде был Ҡурай байрамы. Уҡыусым Рәмил Ҡотдосов минән алда, 2009 йылда гран-при яуланы ошо бәйгелә. Үҙем 2010 йылда ҡатнашып, автомобиль менән бүләкләндем. 2011-ҙә – уҡыусыларым Илшат Солтангәрәев, 2012-лә Венер Йылҡыбаев гран-приға лайыҡ булдылар. Быйылғы йылда ла беҙҙең колледжды тамамлаған ҡурайсы Айнур Әминев алдынғылыҡты бирмәне. 2011- се йылда Хәйбулла районында үткән Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Республика ҡурайсылар бәйгеһендә гран-при алыуым иң иҫтә ҡалғанылыр, моғайын (бүләккә тай бирҙеләр). 2013-сө йыл да уңышлы һәм иҫтәлекле булды – Йылайыр районында ҡурай класы асыуыма 35 йыл тигәндә Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булдым. Шуныһы үтә ҡыуаныслы – мин гран-при алғанда уҡыусыларым үксәмә баҫып, тигәндәй, сәмләнеп ярышалар. 2012 йылда Көйөргәҙе районында, француз яуының 200 йыллығына бағышланған сарала уҡыусыларым менән «Аллаяр батыр» тигән көйҙө бергә уйнау күңелдә уйылып ҡалған.
– Хәҙер ниндәй генә материалдан эшләмәйҙәр ҡурайҙы. Һеҙгә ниндәйе нығыраҡ оҡшай?
– Ансамблдә, оркестрҙа уйнағанда, бер үк тауыш сыҡһын өсөн – шпондан эшләнгәне уңайлы. Еҙ ҡурай, тимер ҡурай – һаулыҡ өсөн зарарлы. Пластмасса, алюминийҙан, хатта телескопик ҡармаҡтың бер быуынын алып яһайҙар ҡурайҙы. Үҙебеҙҙең тәбиғи үлән ҡурайға етмәй инде.
– Яуланаһы үрҙәр бармы әле? Әллә тауҙың иң башына менеп етеп, тирә-йүнде күҙәтергә генә уйлайһығыҙмы? Ниндәй пландар менән алтын көҙҙө ҡаршылайһығыҙ?
– Ҡурайсы ғүмер буйы өйрәнергә тейеш. Шулай булмаһа, ул артабан үҫеүҙән туҡтап ҡала. 40 йылдан ашыу ҡурайҙа уйнаһам да, нимәнелер белеп бөтөрмәгән кеүекмен. Ете тапҡыр Ҡаҙаҡстан республикаһының төрлө төбәктәрендә үткәрелгән халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә ҡатнашып ҡурайыбыҙҙы данланым. Алла бирһә, сит илдәргә барып ҡурай моңон ишеттерергә пландар бар. Халҡыбыҙҙың бай хазинаһы – өйрәнелмәгән көйҙәр күп әле. Шуларҙы өйрәнеү – үҙе ҙур шатлыҡ. Ноябрь айында, юбилейымда, уҡыусыларым менән бергә уйнарға уй бар. Башҡорт халыҡ йыры «Шафиҡ» күңелемә яҡын. Властарҙан ҡасып, ҡатыны менән шишмә янында осрашып йөрөй ул. Ҡатыны күнәген сылтыратһа, йәшенгән еренән сығыр булған. Хыянатсылар ярҙамында ул тотоп алына һәм Себергә ебәрелә. Йырҙың һүҙҙәре лә йөрәккә үтеп инә.
Таңғы йоҡоларымдан уяндым,
Сылтыр-сылтыр иткән күнәк тауышына.
Уҙып ҡына барған ғүмеремде
Оҡшатамын йылға ағышына.
– Юбилей тиһегеҙ, йәш күренәһегеҙ. Уңайһыҙ булһа ла, һорайым әле: нисә йәш һеҙгә?
– Алтмыш йәш тултырам, алла бирһә.
– Ҡурайсыларҙың, ҡурай йәшәртә, тигәне ысынға тап килә түгелме?
– Әлбиттә, ҡурай йәшәртә, ғүмерҙе лә оҙонайта. Күкрәк киреп ҡурайҙа уйнау күп көс талап итә бит. Сәләмәт тормош, позитив тулҡында булыу, йәштәр менән эшләү ҙә эҙһеҙ ҡалмай, тип уйлайым. Күңелдең сафлығы, уйҙарҙың аҡлығы ла йөҙгә сыға, тип иҫәпләйем. Алма кеүек өс ҡыҙым, ике улым да йәшәргә, ижад итергә көс бирә, ҡанат ҡуя.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Яҡынлашып килгән юбилейеғыҙ менән тәбрик итеп, һеҙгә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, ижад ҡомары, ғаилә бәхете теләйбеҙ, Нурғәле Мирғәле улы.
Тәғзиә ХӘБИРОВА әңгәмәләште
Читайте нас: