Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, уның беренсе директоры, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уның матди базаһын булдырырға, уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың ныҡлы коллективын тупларға ирешкән, республикабыҙҙа музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ шәхес – Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Абдрахман улы Вәлиев. Директор булып эшләүҙән тыш, ул уҡыусыларына йыр серҙәренә төшөнөргә лә ярҙам итә. Алтмыш йылдан артыҡ үҙенең сихри йырҙары менән халыҡ күңелен дауалаған, уның һөйөүен яулаған мәшһүр йырсының моңон уҡыусылары дауам итә, тип ышаныслы әйтергә була. 1997 йылда асылған был уҡыу йорто юғары уҡыу йортона инеүсе студенттар һаны буйынса республикала алдынғы урында тора. Республикабыҙға сағыу сәхнә йондоҙҙары биргән, быйыл 21 йәшен билдәләгән был уҡыу йортоноң, әлбиттә, үҙ тарихы, традициялары бар. Шулар тураһында колледждың директоры Азат Ғәйнитдин улы КАМБУЛАТОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
– Ниндәй генә уҡыу йортон алып ҡарама – ул уҡытыусылары менән көслө. Колледждың коллективы хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Ул, әлбиттә, шулай. Уҡыу йортоноң һөҙөмтәләре, уҡыусыларыбыҙҙың уңыштары – уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәт емеше. Беҙҙең татыу коллективта 46 уҡытыусы. Бер-беребеҙҙе аңлап, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләйбеҙ. Бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булыу – уңышлы эштең башы, тип уйлайым. Тормош тәжрибәһен, күңел йылыһын мул өләшеп, филиал асылғандан бирле сәнғәткә хеҙмәт иткән коллегаларыма рәхмәтлемен. Римма Лоҡман ҡыҙы Йәрмөхәмәтова, Дилбәр Исмаил ҡыҙы Бәхтизина, Хәйҙәр Хәлидар улы Ғарипов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Мирғәле улы Ҡайыҡбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов, Ирек Әнүәр улы Вәлиев, Азат Нотфулла улы Йәнбәковтар йылдар дауамында йәш быуынды тәрбиәләүгә күп көс һалалар. Эштәрендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләр инем мин уларға.
– Йәш уҡытыусылар ҙа бармы?
– Быуындар күсәгилеше лә – матур күренеш беҙҙең уҡыу йортонда. Колледжды тамамлап, юғары белем алып, үҙебеҙгә эшкә ҡайтҡан йәштәр бар. Ғайса Хәсәнов, Рәйфә Хәббина, Динар Ласынов, Замир Йәнтүрин, Шамил Күсәмишев, Әлиә Кинйәбулатова, Арсен Фәзуллин, Залина Усмановалар ҡанатланып, йәшлек дәрте менән янып эшләйҙәр.
– Уҡыусылар ниндәй бүлектәрҙә белем алалар?
– Иң башта «Вокал» бүлеге асылған. «Башҡорт халыҡ инструменттары» бүлегендә уҡыусылар ҡурайҙа, думбырала, баянда уйнарға өйрәнә. «Фортепиано», «Һынлы сәнғәт» бүлеге эшләй. «Тынлы һәм һуҡма инструменттар», «Актерлыҡ оҫталығы» бүлегендә белем ала уҡыусылар. Тағы ла 2015 йылда «Халыҡ ижады» бүлеге асылды. Ул ике йүнәлештә эшләй – эпостарҙы өйрәнеү һәм хореография буйынса. Уҡыусыларҙың күбеһе колледжға әҙерлекһеҙ килә – музыка, сәнғәт мәктәптәре ауылдарҙа юҡ бит инде. Нотаны ла белмәгән балаға уҡып алып китергә ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Уҡытыусыларға бик ҙур көс һалырға тура килә. Һәр бала үҙенсә талантлы, уларҙы аса, йөрәктәренә асҡыс таба белергә генә кәрәк. Шуны аңлап эш итә беҙҙең уҡытыусылар. Ә дөйөм алғанда – уҡыусылар тәртипле, ғаиләлә һәйбәт тәрбиә алғандар, тип әйтергә була. Тулы булмаған ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Колледжда бөгөнгө көндә барлығы 128 уҡыусы белем ала.
– Ҙур сәхнәгә аяҡ баҫып, сәнғәт күгендә йондоҙ булып балҡыған артистар тәрбиәләп сығарғанһығыҙ. Иҫкә төшөрөп китәйек, кемдәр улар?
– Сибай сәнғәт колледжын тамамлап, артабан юғары белем алып, республикабыҙҙың ҡала–райондарында уңышлы эшләп йөрөгән белгестәрҙең барыһын да әйтеп китеү мөмкин түгел. Күптәр улар, бына ҡайһы берҙәре генә – Баязит Байназаров, Радмир Туйсин, Ғаяз Ғәйетбаев, Раян Алтыншин, Марсель Ҡотоев, Артур Ҡәйепҡолов, Юнир Һағынбаев, Рөстәм Хәсәнов, Иҙел Аралбаев, Айнур Асҡаров, Айнур Әминев, Винер Йылҡыбаев, Рәмил Ҡотдосов, Рәфис Сирусин, Әлиә Исҡужина һәм башҡалар. Улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, студенттарға өлгө булып тора был артистар.
– Белеүебеҙсә, һеҙ беренсе профессияғыҙ буйынса – бухгалтер, Азат Ғәйнитдин улы. Был өлкәлә алған белемегеҙ ярҙам итәме эшегеҙҙә?
– Эйе, армияға тиклем Сибай тау-байыҡтырыу техникумында бухгалтер-экономист һөнәре алдым. Һуңынан БДУ-ның Сибайҙағы филиалында уҡыным. Иҡтисад һәм идара итеү квалификацияһы буйынса Силәбеләге сәнғәт академияһын тамамланым. 2000 йылда «Сулпан» театрына директор урынбаҫары булып эшкә килдем. Шул йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө сәнғәт училищеһының Сибай ҡалаһындағы филиалы етәксеһе Камил Абдрахман улы Вәлиев мине колледжға эшкә саҡырҙы. Был филиалда «Сулпан» балалар театры өсөн актерҙар бүлеге асылғайны. Шуға күрә балалар театры филиал менән тығыҙ бәйләнештә ине. Камил Абдрахман улы миңә күҙ һалып йөрөгән икән. «Бик эшлекле, егәрле күренәһең, – тине миңә директор. – Әлеге көндә филиалдың тәүбашлап аяҡ баҫҡан көндәре. Уның киләсәге бар, Урал аръяғы райондары һәм милли сәнғәтебеҙ өсөн әһәмиәте бик ҙур буласаҡ. Киләсәктә Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалы айырым үҙаллы уҡыу йорто булып үҫеп етәсәк. Шуның өсөн миңә һинең кеүек урынбаҫар кәрәк», – тип мөрәжәғәт итте. Күп уйлап тормай, мин был тәҡдимгә риза булдым. Үҙенең матур йылы йылмайыуы, тыныс тауыш менән әйтелгән һүҙҙәре, өгөт-нәсихәттәре, аҡыллы кәңәштәре, мөләйем ҡарашы, олпатлығы менән, атайҙарға ғына хас ҡарашы менән арбаны мине етәксем. 2001 йылдан алып 2007 йылға ҡәҙәр мин директорҙың административ-хужалыҡ эштәре урынбаҫары булып эшләнем. Ысынлап та, эшләйһе эштәр күп ине ул йылдарҙа. Филиалдың матди базаһын нығытыу, юридик яҡтан документтарын юллау, яңы инструменттар һатып алыу, биналарҙа ремонт эштәрен башҡарыу һәм башҡаһы. Балансҡа бирелгән ике бина ла бик насар хәлдә ине. Камил Абдрахман улының әйткән һүҙе буш булманы. Уның тырышлығы арҡаһында 2005 йылда Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы уҡыу йорттары араһында Сибай сәнғәт колледжы иң беренсе булып колледж статусын алды. Әйткәндәй, 2007 йылдан, Камил Абдрахман улы хаҡлы ялға киткәс, 2009 йылға тиклем директор вазифаһын башҡарыусы булып эшләнем. 2012 йылдан – директормын. Бухгалтер-экономист белемем бик ярап ҡалды, тип уйлайым.
Сибай сәнғәт колледжы – Башҡортостандың үҙаллылыҡ яулауының бер емеше ул. Һуңғы йылдарҙа уҡыу йорттарына ҙур матди ярҙам күрһәтелә, бик күп ремонт эштәре башҡарыла, яңы музыка ҡоралдары һәм уҡыу әсбаптары һатып алыуға финанс яҡтан өлөшләтә ярҙам ителә.
Беренсе алған профессиям сәнғәт өлкәһенән алыҫ булһа ла, йыр, моң, музыка һәр ваҡыт күңелемдә, йөрәгемдә булды – сәнғәткә ғашиҡ йәнмен. Атайым Ғәйнитдин боронғо йырҙарҙы йырлай торғайны. Моңо ла миңә күскәндер – йырлайым, ҡурайҙа уйнайым. Уҡытыусым һәм остазым Камил Абдрахман улы Вәлиевҡа сикһеҙ ҙур рәхмәтем. Яҙмышыма рәхмәтлемен ошо юлға илткәне өсөн.
– Милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм сәнғәтте үҫтереү эшендә ҙур уңыштар, колледжға һәләтле балалар күберәк килеүен теләп ҡалабыҙ.