

Һәр нәмә сағыштырыуҙа күренә тигәндәй, Сибай концерт-театр берекмәһендә барлыҡҡа килгән өр-яңы «Тарпан» этно-фолк төркөмөнөң сығыштарын ҡарағандан һуң, һәр тамашасы күңеленә ут һәм дәрт, моң һәм көс, илһам һәм рух алып ҡайтыуына ышаныс ҙур. Бына ул – рухлы төркөм, бына ул – моң көсөнөң илаһилығы, үткәндәрҙең аманаты, ата бабаларыбыҙҙың мәңгелек рухи хазиналары, киләсәгебеҙҙең моң бишеге, бөгөнгөбөҙҙөң асылы!
Төркөмдөң музыкаль етәксеһе һәм идея авторы, республика, халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, йырсы, композитор Йәғәфәр Нәҙершин белдереүенсә, төркөмгә исем һайлау төрлө бәхәстәр тыуҙырған. Ысынлап та, ни өсөн «Тарпандар» һәм этно-фольк төркөмө тип аталған һуң?
– Яуап бирер алдынан саҡ ҡына тарихты барларға тура килә. Күптәр беләлер, оҙаҡ йылдар Сибай концерт-театр берекмәһендә «Тархан» фольклор-эстрада төркөмө эшләп килде. Етәксеһе – Белорет егете Ринат Ғайсин ине. Төркөм башлыса халыҡ рухын күтәреүсе йырҙарға өҫтөнлөк бирә, сөнки улар халҡыбыҙҙың хазинаһы булған йыр-моңон һаҡлап ҡалыуҙы, уны таратыуҙы үҙҙәренең бурысы итеп ҡуя. Төрлө сәбәптәр арҡаһында төркөм юҡҡа сыға, составы ла йылдар дауамында үҙгәрә. Билдәле режиссер, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова филармонияла яңы һулыш бирерлек, боронғо көйҙәрҙән алып заманса эстрада композицияларын тамашасыларға рухлы йүнәлештә еткереү, шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың музыка ҡоралдарында ла уйнау бурысы менән яңы төркөм төҙөү тәҡдимен белдерҙе. Төрлө тәҡдим-фекерҙәр булды, әммә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, ҡурайсы Раушан Ниязғоловтың тәҡдиме барыһының да күңеленә хуш килде. «Сибай тамашасыһы «Тархан»дарға күптән өйрәнеп бөттө, әйҙәгеҙ, уларға яңғырауыҡлы булһын өсөн «Тарпан» тип алайыҡ. Тарпандар – боронғо ҡырағай аттар, иркенлекте һәм азатлыҡты ярата, ҡыр-туғайҙарҙа рәхәтләнеп сабып йөрөй. Беҙ ҙә яңы төркөмдә иркенләп йөҙөп ижад итербеҙ, сағыу сығыштарыбыҙ тамашасыларыбыҙҙы ҡыуандырыр», – тигәне барыбыҙға ла оҡшаны һәм бер тауыштан ошо исемгә туҡталдыҡ. Ә инде уның жанрына килгәндә, этно йүнәлешле булыуы баштан уҡ билдәле ине, сөнки төркөмдә думбыра, һуҡма инструменттар, ҡурай буласағын күҙаллаған инек. Уйлап ҡараһаң, һуңғы ваҡытта фольклор йүнәлешен алған төркөм һәм ансамблдәр ҙә күбәйҙе. Һәм беҙ үҙебеҙсә, яңы стилдә тип әйтергә кәрәк, этно-фолк төркөмө тип алырға булдыҡ. Шулай итеп «Тарпан» этно-фолк төркөмө барлыҡҡа килде.
Ә инде «Тарпан»дар менән яҡыныраҡ танышҡанда, командала бөтәһе һигеҙ кеше. Төркөмдөң музыкаль етәксеһе һәм йырсы Йәғәфәр Нәҙершинды йыр һөйөүселәр күптән үҙ итеп тә өлгөрҙө. Сибай концерт-театр берекмәһендә вокал артисы булып эшләүенә күп тә түгел, әммә үҙенең «Беҙҙең самый йырлар саҡ» тигән шәхсән концертын ҡуйып та өлгөрҙө. Бөрйән егете бәләкәйҙән йырларға ярата, үҙе йырҙар ҙа ижад итә. Хеҙмәт юлын мәҙәниәт өлкәһендә башлаһа ла, Йәғәфәр Сәфәрғәле улының иңендә 15 йыл педагогик стажы ла бар. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында ҡатнашып, лауреат исемен яулай һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән баһалана. Ябай уҡытыусынан директор вазифаһына тиклем үрләп, аҙаҡ кире яратҡан шөғөлө – йырларға, тамашасыларға йыр-моң өләшергә сәхнәгә ҡайта. Һәм дәртләнеп ижад итергә тотона ул. «Тарпан» этно-фолк төркөмөнөң тәүге сығыштарынан уҡ халыҡ күңеленә барып етеүҙә тап уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Әйткәндәй, Йәғәфәр Нәҙершин ғаиләһендә өлгөлө атай ҙа. Ҡатыны Рәсилә Ғәзизйән ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләй. Илйәм, Әлихан, Райман, Заһиҙә һәм Зөбәйҙә исемле балалары үҫә.
«Тарпан»дың солисы булараҡ Йәғәфәр Нәҙершиндың йырҙарын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала.
Төркөмдә шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы, оҫта ҡурайсы Раушан Ниязғоловтың булыуы оло табыш. Ҡасандыр ул «Тархан» төркөмөндә лә эшләгән, бөгөн уның әйткән һәр фекере йәштәр өсөн бигерәк тә фәһемле. «Һәр быуындың үҙ тамашасыһы бар, тигән фекер менән тулыһынса килешәм. Бөгөн концертта бары тик халыҡ йырҙарын башҡарып йә иһә ҡурай моңдарын уйнап ҡына тамашасыны йәлеп итеп булмай. Бөгөн һәр артист үҙенсә эҙләнә, яңы алымдар эҙләй, үҙен асырға тырыша. Шул иҫәптән төркөмдәргә лә был күренеш ят түгел. Беҙ «Тарпан» төркөмөн булдырғанда уҡ үҙебеҙгә шундай бурыс ҡуйҙыҡ: халыҡ музыкаһын хәҙерге заман тыңлаусыһы өсөн ҡыҙыҡлы һәм аңлайышлы итеп башҡарыу, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен фолк жанрында эшкәртеү һәм стилизациялау, ретро йырҙарҙы сығарыу, шулай уҡ халҡыбыҙҙың онотола барған һәм һирәк башҡарылған йырҙарына яңыса һулыш биреү, халыҡ йолалары элементтарын күрһәтеү (сеңләү, өзләү һәм башҡалар)», – ти Раушан Ниязғолов.
Һуҡма инструменттар оҫтаһы Сергей Филиппов төркөмдөң төп таянысы һәм биҙәге. Тап һуҡма музыка ҡоралының булыуы төркөмгә яңы биҙәк өҫтәй. Сөнки этно-фолк тип атау менән күптәр күҙ алдына ҡурай менән ҡумыҙҙы ғына килтерә, ә музыкаға үҙенең көслө тауышы менән килеп ингән һуҡма инструмент (дөңгөр) нисектер икенсе төрлө һулыш өҫтәй,сығыштарҙы тағы ла тулыландыра һәм сағыуыраҡ итә. «Башҡорт телен белмәү төркөмдә эшләү өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаймы?» – тигән һорауыма: «Музыка өлкәһендә тел белмәү ҡамасаулыҡ килтермәй. Хәйер, күп кенә башҡорт төркөмдәрен алһағыҙ, барыһында ла тиерлек һуҡма музыка ҡоралдары менән рус милләтенән булған кешеләр ултыра. Ҡайһы саҡта үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китә», – ти ул.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, баянсы Дим Шәрәфиевһеҙ бер ниндәй ҙә концерт булмауы көн кеүек асыҡ. Уның ҡулдары баянды ҡулына алыу менән, ысын мәғәнәһендә, илаһи моң тыуҙыра, йырсы үҙе лә һиҙмәҫтән баян моңона ҡушылып, йыр башлай.
Думбырасы Альмира Баймырҙина Сибай сәнғәт мәктәбендә балаларға белем биреүгә ҡарамаҫтан, «Тарпан»дарға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.
Билдәле композитор, йырсы Азат Исҡужин да төркөмдә үҙе ижад иткән йырҙары менән сығыш яһай, шулай уҡ башҡа йырҙарҙы ла башҡара. Бала саҡта күреү бәхетенән мәхрүм булһа ла, Хоҙай тарафынан иҫ киткес рух ныҡлығы һәм музыкаль һәләт бирелгән Азат Исҡужинға. Күп яҡлы ҡыҙыҡһыныуы был тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, кемдеңдер ярҙамына мохтаж булмай, бар ерҙә үҙаллы һәм кәрәкле булып үҫергә ярҙам итә. Уның тормошҡа һөйөп һәм ышанып бағыуы, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәүе, хатта сәләмәт кешеләрҙе лә көнләштерерлек. Азатты «Тарпан»дарҙың йәнә бер аҫылташы тип тә атарға була, үҙенең йырлауы һәм йырҙар ижад итеүе менән төркөмдө үҙенсәлекле һәм халыҡсан итә.
Шуныһы ҡыуаныслы: төркөм йәш көстәр менән тулыланған. Ҡурайсы, республика фестивалдәре лауреаттары Буранбай Исҡужин һәм моңло тауышлы йырсы Наҙгөл Ултраҡова коллективҡа яңы һулыш өҫтәгән. Әйткәндәй, Буранбай менән Наҙгөл икеһе лә Хәйбулла районынан, хеҙмәт юлын район мәҙәниәт йортонда башлап, сәстәрен сәскә бәйләп, ҡулға-ҡул тотоношоп Сибай сәхнәһен яуларға килгән дәртле һәм талантлы йәштәр. Буранбай Исҡужин һыҙҙырып ҡурайҙа уйнаһа, Наҙгөл матур итеп йырлай. Шулай уҡ Наҙгөл Ғәлимйән ҡыҙы төркөмдөң думбырасыһы ла, йәштәрҙең бергә башҡарған дуэттарын да тамашасылар яратып ҡабул иткән.
– Буранбай менән Наҙгөлдөң төркөмгә килеп эләгеүе – үҙе бер табыш булды, – ти Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов. – Улар өсөн «Аҡһаҡ ҡола» әйтешен индерҙек, был эпостан өҙөктө йәштәр икеһе шул тиклем оҫта башҡара, әйтерһең дә, тап улар өсөн ижад ителгән кеүек. Башҡа бер ҡайҙа ла был әйтеш яңғырағаны юҡ. Репертуарыбыҙға шулай уҡ сеңләү жанрын индерҙек, уны ла Наҙгөл Ултраҡова башҡарҙы. «Тарпан»дарҙың сығыштарына килгәндә, халҡыбыҙҙың ауыҙ тел ижадынан алынған «Ҡуңыр буға», «Соҡан батыр», «Томан», «Уйыл» кеүек халыҡ йырҙарын да тамашасыларға тәҡдим итәбеҙ. Ҡурай моңдарына ҡумыҙ, думбыра, дөңгөр ҡушыла, уларҙы баян дауам итә һәм тотош оркестр барлыҡҡа килгәндәй илаһи музыка тыуа. Йырсыларыбыҙ Йәғәфәр Нәҙершин менән Азат Исҡужиндың көслө аһәңле йырҙарын халыҡ тыңлап рәхәтләнә. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына концерттар менән барһаҡ та, «Тарпан» этно-фолк төркөмөнөң сығыштарын ҡарарға килегеҙ! Көтөп ҡалабыҙ!
Әйткәндәй, март айында Өфөлә Сибай концерт-театр берекмәһенең «Тарпан» этно-фолк төркөмөнөң ҙур концерты буласаҡ.
Кәримә УСМАНОВА,
Сибай ҡалаһы
«Тамаша» журналы, №1-2026 йыл