+21 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
31 Августа , 17:00

Я на солнышке лежу...

Көн битендә ятып тороу төшкә лә инмәй хәҙер. Был бензин мәсьәләһе тамам үҙәккә үтте. Булған ғына яғыулыҡты яндырып төшкө ялым заправканан заправкаға сабып үтеп китте. Һуңғы осор иң популяр булып киткән "Ҡайҙа бензин бар?" чатында баяғы ғына үҙәк АЗС-та ҡоялар тип яҙа инеләр - бөтөп тә ҡуйған. Асҡар осондағыһында яғыулыҡ бушатыусы бензовозға өмөт итеп һыу буйы сират теҙелгән. Эштән һуң килермен тип кире боролдом. Тау урамынан үтеп барғанда юл буйындағы һыу ятҡылығында ни күрәм:

Я на солнышке лежу...Я на солнышке лежу...
Я на солнышке лежу...

тәгәрмәс өҫтөндә ҡояшҡа ҡыҙынып гөбөргәйел ята! Хас теге мультиктағыса! Иҫ китмәле!
Асҡар тирәһендә дөйәләр, урам араһында айыу йөрәгәненә хәҙер "өйрәнеп" тә бөттөк инде, ә бына һыуында табалай ҙур ташбаҡа күрермен тип кем уйлаған! Бына кемгә рәхәт был көндә: ашығыр ере, бензин тигән ҡайғыһы, эше-көшө юҡ тип ҡуҙғалырға уйлаған ерҙә күҙем урта тирәләрәк икенсе покрышка өҫтөндә ятҡан тағы бер ташбаҡаға төштө. Ыстағый, улар икәү ҙәһә! Бәлки, ирле-ҡатынлыларҙыр ҙа.
Ҡайҙан хасил булған йылы яҡ ҡунаҡтары? Өйҙәрендә ташбаҡа тотоусылар уйнатып ялҡҡан уйынсыҡ һымаҡ сығарып ташлағандармы? Балыҡ, селбәрә, сүмешбаштар менән туҡланып йәшәйҙәр, күрәһең. Һыуҙы ҡыйлап ятҡан иҫке тәгәрмәстәр, әйтерһең, ошо мәхлүктәрҙе уйлап ырғытылған тиерһең. Ҡояшлы көндәр торғас, утрауҙарында рәхәтләнеп ҡыҙыналар ана!
Тик "Все лежу и лежу, и на солнышко гляжу" тиер көндәр һанаулы ғына ҡалып килә. Беҙҙә өй шарттарында ғына тереклек итә алған эҫе тропик климатлы яҡтарҙан килгән экзотик рептилиялар һыуыҡтар төшөү менән һәләк буласаҡ. Бына кемгә рәхәт тигән фекеремдән кире ҡайттым. Яҙмыш ҡосағына ташланған ташбаҡаларға еңел түгел. Ниндәйҙер сара күрер кәрәк. Алып ҡайтығыҙ тётя Мотяларығыҙҙы!

Журналист булып ҡалам. Гөлнара Күсәрбаева блогы

Автор:
Читайте нас