+15 °С
Ясно

Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул

Интернет селтәрендә салт йылмайып торған һомғол буйлы ҡыҙҙың фотоһы, һөйкөмлөлөгө, матур милли башҡорт кейеме һәм тағы ла ниндәйҙер бер эске көс ташып түгелеп торған ҡарашы менән иғтибарымды яуланы. Башҡорт исемле, рус фамилиялы булыуы ла ҡыҙыҡһыныуымды уятып, битләүен байҡай башлағайным, бына һиңә, ун ете йәшлек ҡыҙҙар кеүек кенә күренгән Зилә Андрющенко ханым – биш бала әсәһе имеш! Юҡ инде, бындайын да һоҡланғыс ҡыҙ менән бәйләнешкә сығып, яҡындан танышмайса булмай, тип, һаҡ ҡына, руссалап, хәбәр яҙып ебәрҙем. Зилә оҙаҡ көттөрмәне (анау тиклем әүҙем тормош алып барып, бер минут та буш ваҡыты булмаған кешегә хас булмағанса) тиҙ генә, саф башҡортса яуап бирҙе. Был һөйләшеүҙән, кескәй генә мәҡәлә түгел, ә был матур ғаиләнең тормошо хаҡында оло мөхәббәт романы яҙырға булыр ине, әлбиттә.

Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда улАлиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул

Ижад итергә яратыу, сәнғәткә һөйөү һәм уҡырға, өйрәнергә ынтылыу – беҙҙең ғаиләгә хас булған берләштереүсе, алға әйҙәүсе, еңеүҙәргә дәрт биреүсе көс ул, – ти Зилә Рәил ҡыҙы Андрющенко. Юҡҡа ғынамы ни, ул, уҙған йылда илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙә сағыу таланттары һәм ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн «Алиһәләр Алиһәһе» («Богиня Богинь–2025») тип аталған, күп балалы әсәйҙәрҙең Рәсәй кимәлендәге бәйге еңеүсеһе һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға индергән шәхси өлөшө өсөн «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында 2025 йылғы «Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары» Милли премияһы лауреаты булған!

Әлбиттә, донъяла, заман шауҡымына эйәреп, йәштәр бала табырға бик ынтылып бармаһа ла, беҙҙең Башҡортостан ерендә, борон-борондан килгән йола булараҡ, күп балалы, матур, батыр ғаиләләр күп, тип ҙур ғорурлыҡ менән әйтергә була. «Йыл ғаиләһе–2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаусы Зилә һәм Ярослав Андрющенколарҙың ғаиләһе лә бына шундай ғаиләләрҙең береһе. Соломон, Елисей, София, Стефания һәм Феодора исемле биш бала тәрбиәләүсе Зилә ханым, баш ҡалабыҙ Өфөлә, тормош иптәше Ярослав менән сирек быуат ҡулға-ҡул тотоношоп, иңгә-иң терәп, күптәргә өлгө булып йәшәй.

Ғаилә төбәк һәм федераль кимәлдәге бик күп бәйгеләрҙә, сараларҙа наградалар яулаған. Уҙған 2025 йылда Андрющенколар унынсы тапҡыр уҙғарылған «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсында «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеүсе була. Ғаилә башлығы – Ярослав Владимирович әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла, өлкән лейтенант, гвардия десант-штурм полкы составында взвод командиры. Яу яланында яраланып, батырлығы, хәрби ҡаҙаныштары өсөн Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Зилә Рәил ҡыҙы тормош һынауҙарына бирешмәгән тыл батыры, биш балалы ғаилә усағын һаҡлаусы, «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған оло йөрәкле ҡатын.

Зилә Рәил ҡыҙы Әлшәй районы Никифар ауылында, уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Илһөйәр ата-әсәһе бәләкәй саҡтан уҡ балаларында тыуған мөхиткә, туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Атаһы Рәил Рәйес улы – математика уҡытыусыһы һәм мәктәп директоры, әсәһе Тәнзилә Вәлийән ҡыҙы – сит телдәр уҡытыусыһы була, бөтә ғүмерен мәктәптә тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына бағышлай. Үҙе нигеҙ һалған музейҙы етәкләй, килер быуындарға аманат итеп ҡалдырырлыҡ бай экспонаттар туплай.

Зилә лә, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, ата-әсә юлын дауам итеп, юғары уҡыу йортона, математика факультетына уҡырға инә.

Буласаҡ тормош иптәше Ярослав менән дә юғары уҡыу йортонда таныша, икеһе лә Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, аспирантурала уҡыйҙар. Яратышып ҡауышҡан йәш ғаиләлә шатлыҡ арттырып, бер-бер артлы мөхәббәтән яралған балалар донъяға килә. Социология фәндәре кандидаты булған атай кеше демография фәне буйынса диссертация яҡлай. Халыҡ һаны тураһындағы фәнде теорияла ғына өйрәнеп ҡалмай улар, ҙур ғаилә ҡороу темаһын практик рәүештә лә тормошҡа ашыралар. МХО-ға киткәнсе Ярослав Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы демографик тикшеренеүҙәр бүлеге менән етәкселек итә, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Зилә ханым да, күп балалы әсәмен, тип, тик өй эшенә генә йомолмай, аспирантура тамамлай, «Логика» фәне буйынса профилле темаларға ете ғилми баҫма баҫтырып сығара, шулай уҡ инглиз теленән тәржемәсегә, хисапсы һөнәренә һәм хореография түңәрәге етәксеһе булараҡ өҫтәмә белем ала. Сөнки ул студент сағында уҡ, сәхнәгә, бейеү донъяһына ғашиҡ булып, уҡыу йортоноң «Ирәндек» бейеү ансамблендә шөғөлләнә.

– Минең өсөн күп балалы әсәй булыу – ул, донъям түңәрәк булып, йәшәүемдең тулылығын тойоу. Күп балалы әсә иле хаҡында лайыҡлы шәхестәр тәрбиәләй. Һәр бала – үҙенсәлекле таланты, яҙмышы менән беҙҙең тормоштоң дауамы булған тарихты яҙыусы бит ул. Ғаиләбеҙ ишлерәк булған һайын, беҙҙең зат-ырыуыбыҙ, илебеҙ ҙә көслөрәк була. Үҙемдән һуң тормош, ғаилә ҡиммәттәребеҙҙе дауам итеүсе киләсәк ҡалдырыуыма бик шатмын, – ти Зилә Андрющенко. Әсәй кеше, ҡатнаш ғаиләлә үҫкән балаларында Башҡортостан мәҙәниәтенә хөрмәт тәрбиәләй, милли йолалары менән ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплай һәм өйҙә балалары менән башҡорт телендә һөйләшә.

Зилә Рәил ҡыҙы үҙенең ата-әсәһе үрнәгендә, шундай уҡ ныҡлы ғаилә төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ярослав иртә етем ҡала, бала саҡта уҡ әсәһен юғалта, хәҙер атаһы ла ысын донъяла инде. Зиләнең ата-әсәһе йәш ғаиләнең бөтә тормош һынауҙарында терәк булып тора. Улар күптән хаҡлы ялда, хеҙмәт ветерандары, ғүмер буйы балалар менән эшләгән кешеләр булараҡ, һигеҙ ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүҙә ихлас булыша, һәр йәһәттән баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Зилә һәм Ярослав күп балалы ғаилә төҙөүҙән һис тә ҡурҡмай. Ата-әсәлек бурысын аңлы рәүештә, дөрөҫ, аҡыллы итеп алып бара улар. Килешеп, аңлашып донъя көтөүҙең һөҙөмтәле булыуын уларҙың балаларының уҡыуҙағы һәм тормоштағы төрлө йүнәлештә, төрлө йәһәттәге уңыштары дәлилләй. Өлкән улдары Соломон, Мәскәү финанс-технология институтының 4-се курс студенты, бик күп гранттар эйәһе. Ул математика һәм информатика буйынса күп кенә Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалар еңеүсеһе. Информатика фәне буйынса берҙәм дәүләт имтиханында 99 балл йыйып, иҫ киткес белеме менән таң ҡалдыра. «Яндекс»та йәш стажер ул. Быйыл үҙенең тырышлығы, ныҡышмалылығы менән ул тағы ла бер үрҙе яулай – бик ҙур IT-компанияның мәғлүмәттәрҙе анализлау мәктәбенә имтиханды уңышлы тапшырып, уҡырға инә. Соломон Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн «Рәсәй ғорурлығы» ордены менән бүләкләнә.

Кесе улдары Елисей ҙа студент, Мәскәүҙәге МИСИС милли тикшеренеү технология университетында (НИТУ МИСИС) уҡый. Ул да өлкән ағаһы кеүек үк, мәктәптә уҡыған ваҡытта ла, хәҙер ҙә технологиялар өлкәһендә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Ҡыҙҙары – София, Стефания һәм Феодора – әлегә мәктәптә уҡыйҙар, Өфөләге физика-математика лицейы уҡыусылары булған кескәй ҡыҙсыҡтарҙан да, илебеҙ көсөн арттырырлыҡ аҡыллы, интеллект кимәле юғары белгестәр үҫеп сығыр әле, Алла бойорһа.

– Минең тормош юлым – ябай ауыл ҡыҙының әсәлекте юғары сәнғәткә әйләндереүе тураһында тарих. Эйе, мин дә күптәр кеүек, башта хеҙмәт карьераһы хаҡында хыялландым, профессиональ бейеклектәргә ынтылдым. Әммә яҙмыш миңә икенсе төрлөрәк һуҡмаҡ әҙерләне, ул – әсәлек ҡото менән нурланыу. Ғаиләбеҙҙә һәр бала беҙҙең изге ниәтебеҙ, көтөп алынған татлы өмөтөбөҙ булып донъяға килә.

Миндә бала саҡтан тәрбиәләнгән яуаплылыҡ тойғоһо һәм һөҙөмтәгә ынтылыш, мөхәббәтемде һәм иғтибарымды «өлөштәргә» бүлергә рөхсәт бирмәне. Мин балаларымдың һәр береһен берҙән-бер бала кеүек тәрбиәләп үҫтерҙем. Музыкаль белем, сәнғәт һәм спорт буйынса белем биреп, мин тәрбиәне аристократик традициялар кимәленә күтәрергә ынтылдым. Күп балалылыҡ – бурыс ҡына түгел, ә минең бөтә ғүмеремдең иң бөйөк эше, намыҫ эше булды. Беҙҙең балалар, музыка, спорт, сәнғәт һәм программалау буйынса һәләттәрен күрһәтеп, күп тапҡыр юғары үрҙәр яулай. Улар һәләтле балалар өсөн «Сириус» белем биреү үҙәге һәм легендар «Артек» сменаларында ҡатнаша. Беҙҙең республикала күп балалы ғаилә булыу хөкүмәт тарафынан хупланып, уларға ярҙам һәм таяныс булырлыҡ күп ҡарарҙар ҡабул ителгән. Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров та «Тормошта иң мөһиме – яҡындарың менән бергә уңыштар яулау», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡәҙерле «Тамаша» журналы уҡыусылары! Үҙем татыған ошо бәхетте, оло кинәнесте һеҙгә лә ысын күңелдән теләйем. Ауыр саҡтарҙа мөхәббәтле ғаилә, һис нимәгә ҡарамаҫтан, бер-береһенә мотлаҡ таяныс була, – ти, биш балалы бәхетле әсәй, йорт йылыһын, мөхәббәт, тәртип һәм ҙур хыялдар хакимлыҡ иткән донъяһын үҙ иңендә тотоп торған ҡатын – Зилә Рәил ҡыҙы. 

Уларҙың ғаилә девизы: өҫтөңә күберәк йөкләмәләр алған һайын, күберәк өлгөрәһең! Тәүҙә улдары, ә хәҙер ҡыҙҙары ла дөйөм мәктәптә уҡыуҙан тыш, скрипка, фортепиано класы буйынса музыка дәрестәрен берләштереп алып бара, сәнғәт мәктәбендә һәм спорт секцияларында шөғөлләнә. Малайҙар йөҙөүгә һәм бал бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөһә, ҡыҙҙар – художестволы гимнастика һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнә. Сәнғәттең төрлө өлкәләрендә үҙҙәре лә йәштән яратып шөғөлләнеүсе атай менән әсәй, шулай, балаларының да мәҙәниәтле, белемле, тәүфиҡлы булып үҫеүенә булышлыҡ итә.

Андрющенколарҙың ҙур ғаиләһенең киләсәктә тағы ла матур ғәмәлдәре, һоҡланғыс еңеүҙәре менән таң ҡалдырырына бер шигем дә юҡ. Ерҙә тыныслыҡ, илебеҙҙә именлек урынлашып, халҡыбыҙҙың һоҡланғыс егеттәре, ҡыҙҙарының оло уңыштарына бергәләп ҡыуанырға насип итһен Аллаһы Тәғәлә.

Нурия ҠЫҘРАСОВА,

"Тамаша" журналы, №3-2026 й.

Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Алиһәләр Алиһәһе беҙҙә – Башҡортостанда ул
Автор:
Читайте нас