

Ҡайһы яҡта нисек атала?
Ҡартаталары алып ҡайтып биргәс, терпекәй, тиеп шөрләй биреп торҙолар ейәндәрем. Бер көләмәсте иҫкә төшөрөрлөк хәлгә лә тарып бөттөм инде, кескәйҙәргә тау ризығын ашатам тиеп...
Быҙауын тәүге тапҡыр үләнгә алып сыҡҡан берәү, бына ошолайтып ашайҙар үләнде, тиеп, тик торған быҙауына имгәкләп йөрөп ашап күрһәткән, ти. Шуның шикелле мин дә, бына ошолайтып өҙөп алаһың да ашайһың, бер ниндәй ҙә терпе түгел ул, тиеп, теге ике балаға ашап күрһәтеп ултырамсы, ураҙалы икәнемде лә онотоп.
Әсе һутлы ҡуҙғалаҡ тәме генә инде...
Миләүшә Ҡыҙрасова