Элегерәк ауылдарҙа халыҡ күп ине, йәштәр усаҡ яғып таңға ҡәҙәр уйындар уйнап, гармун көйөнә бейешә, боҙ өҫтөнә һалам кеүек, ҡоро үлән ҡуйып, шуға ут төртөп ебәрер ине.
Ошо йоланы иҫкә төшөрөп Һөләймән ауылының ,,Ихлас" коллективы Әй йылғаһы буйына ,, Боҙ оҙатыу" йолаһын атҡарыу маҡсатында сыҡты.
Рәзилә Вәрис ҡыҙы доғалар уҡып, илебеҙгә тыныс тормош килһен, ир- егеттәребеҙ иҫән- һау тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтһын, бар кешелек һау- сәләмәт булһын, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ менән һәр кем бәхеттә-шатлыҡта ҡыуанып йәшәһен-тине.
Гармун моңона бейешеп, йырлашып та алды улар.
Муллыҡ, бәрәкәт теләп йылғаға бойҙай һибелде.
,,Боҙҙар менән яман сирҙәр бөтһөн, яҙғы ташҡын кеүек ярһып- ташып, шаулап тыныс тормош дауам итһен"- тигән теләктәр менән таралышты ағинәйҙәр.