+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Апрель , 15:09

Әнүәр Нурғәлиев: «Үҙ бүлмәңдә бикләнеп ултырырға ярамай»

Әнүәр Нурғәлиев һүҙҙәренсә, Өфөлә сәхнәләштәр бер-береһенең концерттарына бик һирәк йөрөй, ә Ҡазанда хәл киреһенсә.

Әнүәр Нурғәлиев: «Үҙ бүлмәңдә бикләнеп ултырырға ярамай»
Әнүәр Нурғәлиев: «Үҙ бүлмәңдә бикләнеп ултырырға ярамай»

«Фекерҙәрем менән уртаҡлашаһым килә. Әле беҙҙең концерттар бара, кисә минең концертыма дуҫтарым Рөстәм Зөлҡәрнәйев һәм Илнар Ғилманшин килде. Мин ни әйтергә теләйем? Башҡортостанда артистарҙың сәхнәләге коллегаларының концерттарына йөрөү практикаһы юҡ. Белмәйем, был ни менән бәйлелер. Ә бына Ҡазанды алһаң, унда теләһә ниндәй кимәлдәге йырсы башҡа артистарҙың концерттарына йөрөй. Йәш артисмы, әллә танылғанмы — мөһим түгел. Мин быны дөрөҫ тип һанайым, шунда ғына үҫеш була бит.

Һәм минән: «Башҡортостанда артистар бер-береһенә ярҙам итмәйме ни», - тип һорайҙар. Минеңсә, һин хеҙмәттәштәреңдең концерттарына йөрөгәндә үҫәһең, үҙең өсөн ниндәйҙер плюстар йәки минустар таба, үҙ программаңа ниндәйҙер ҡыҙыҡлы элементтар өҫтәй алаһың. Үҙ бүлмәңдә бикләнеп ултырырға, үҙ концерттарығыҙ менән генә йәшәргә ярамай. Үҙем мөмкин тиклем коллегаларымдың концерттарына йөрөргә тырышам, миңә был бик ҡыҙыҡ», — тип билдәләй Башҡортостандың халыҡ артисы.

Сығанаҡ: «Ҡыҙыл таң» гәзите.

https://kiziltan.ru/articles/kultura/2026-04-01/z-b-lm-d-bikl-nep-utyryrga-yaramyy-4634847

 

Автор:
Читайте нас