Данлыҡлы ҡурайсы, фольклорсы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, көрәшсе – Кәрим Мөхәмәҙиә улы Дияров, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Вәлләм Әғзәм улы Мусин, Мәсүрә Барый ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Артур Рим улы Мөхәмәтйәнов, рәссам, юморист Радмир Әҙеһәм улы Хәсәнов, атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре данлыҡлы ҡурайсы, сәсән, фольклорсы, йырсы, һәүәҫкәр композитор Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов, бик күп конкурстар лауреаты, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы, ҡурайсы, халыҡ театры артисы Рәил Сәфәрғәле улы Хәсәнов, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, бик күп китаптар авторы, сәсәниә, шиғырҙар яҙыусы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева һәм башҡа данлыҡлы, талантлы яҡташтары хаҡында илһамланып һөйләне Ниғәмәт ауылының илһөйәр ҡыҙы Нурия ханым.
Ер аҫтының да, ер өҫтөнөң дә байлығы мул булған Баймаҡ еренең, саф һауалы, сылтыр шишмәле Ниғәмәт ауылында, күп балалы Рәғиҙә һәм Фәхретдин Ғәлиевтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә Нурия Ғатауллина.
– Бала саҡтан сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып үҫтем, артист булырға хыялландым сәхнәнән башҡа тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ниндәй генә сара булмаһын һәр саҡ сәхнәлә йырлай торғайным. Моңло, күңелгә үтеп инерлек йырҙарҙы башҡарырға яраттым, тамашасыларҙы мыш-мыш илатып, йырлай инем, – тип, хәтирәләргә бирелә ул.
Сәнғәт һөйөүе Нурияға атаһынан йоҡҡан икән, ул да башҡорт халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған. Атаһының Шәрифә, Ғәрифә исемле һеңлеләре лә оҫта йырсы, таҡмаҡсы булғандар. Сәсәнлек тә ҡыҙыҡайға ана шулай, ғүмерлек һөнәренә нигеҙ булып бүләк ителгән дә инде.
– Ҡулыма аттестат алғас, уйға ҡалдым, әмәлгә ярағандай колхоз рәйесе идараға саҡыртты, буш торған мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә алды. Бер йыл эсендә бик күп саралар, концерттар, төрлө байрамдар үткәрелде. Йырларға, дәртле итеп бейергә, нәфис һүҙ һөйләргә, сценарийҙар яҙырға, концерттарҙы алып барырға ла, театрҙа уйнарға, сәхнәләштерергә лә яратам шул. Бер йылдан колхоз стипендия түләп, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына көндөҙгө театр бүлегенә уҡырға индем. Өс йылдан һуң «Театр режиссеры» дипломы алып, ауылыма эшкә ҡайтып, әле йүнләп быуындарым да нығып өлгөрмәгән көйө, башкөллө егелеп, художество етәксеһе булып эш башланым. Шул уҡ ваҡытта урындағы театрҙың режиссеры вазифаһын да башҡарҙым. Күңел һалып эшләү һөҙөмтәһеҙ буламы, 2004 йылда был коллектив менән Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» исемле драмаһын күрһәтеп, «халыҡ театры» исемен алыуға өлгәштек.
Нурия Фәхретдин ҡыҙы етәкләгән «Һаҡмар» халыҡ театры йыл һайын уҙғарылған үҙешмәкәр коллективтар фестивалендә призлы урындар яулап тора. Унан тыш, талантлы етәксе мәҙәниәт йортонда шулай уҡ «Һаҡмар һандуғастары» һәм «Наза» йыр-бейеү коллективы ойоштора, ир-егеттәрҙән төҙөлгән «Дарман» вокал ансамбленең эшен дә йәнләндереп ебәрә. Бер сара ла ошо ансамблдәрһеҙ үтмәй, бөгөнгө көнгә тиклем был коллективтар мәҙәниәттең йөҙөк ҡашы булып, ауыл халҡын берләштереп, ижадҡа илһамландырып, әүҙем эшләп килә.
2017 йылда мәҙәниәт усағын тергеҙер өсөн Нурия Фәхретдин ҡыҙын Бикеш мәҙәниәт йортона эшкә күсерәләр. Төҙөкләндереү эштәре барған, күп көс һәм иғтибар, хужалыҡ мәшәҡәттәре өҫтөнә, йәш етәксе өр-яңынан өс ансамбль булдыра, үҙешмәкәр театр асып ебәрә. Район кимәлендә үткән төрлө сараларҙа ҡатнашып, был яңы ойошҡан коллективтар ҙа призлы урындар, аҡсалата премиялар алыуға өлгәшә. 4 йыл эсендә мәҙәниәт йорто яңы һулыш алып, гөрләп эшләй башлай.
42 йыл хеҙмәт дәүере эсендә мәҙәниәт йорто директоры, художество етәксеһе, халыҡ театры режиссеры булып та эшләргә тура килә ял белмәҫ, тынғылыҡ тапмаҫ Нурия ханыма. Әлеге ваҡытта ла, күптән инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштарының үтенесен кире ҡаға алмай, Ниғәмәт мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы булып эшләп йөрөй ул.
Тырыш хеҙмәте өсөн ике тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, күп һанлы Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫәпһеҙ-һанһыҙ дипломдар менән бүләкләнә. 2022 йылда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лә лайыҡ була. Нурия Фәхретдин ҡыҙы тураһында гәзит-журналдарҙа төрлө йылдарҙа бик күп мәҡәләләр баҫылып сыға.
Тормошта гел йырлап-бейеп кенә йәшәмәй был көслө ханым. Яҙмышына яҙған әсе һынауҙарҙы ла һынмай уҙғара белә.
Йәшлек йылдарында, ауылдашы, Йәҙгәр исемле егет менән ғаилә ҡороп ебәрәләр. Илгиз исемле улы, Айгизә исемле ҡыҙы донъяға килә. Әммә, гөрләтеп йәшәй башлаған ғаиләгә бәлә килә, тормош иптәше Йәҙгәр мәрхүм булып ҡала. Бергә 5 йыл ғына йәшәп ҡала һөйөшөп ҡауышҡан пар. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тигәндәй, ҡатмарлы тормош юлдары сатында, 26 ғына йәшендә 2 бала менән таянысһыҙ тороп ҡала. Һынмай, бөгөлмәй ул, бәләкәй генә 2 баланы аяҡҡа баҫтырыу өсөн барыһын да эшләй, яратҡан эшен дә ташламай, һағышын эше менән баҫып, кешеләр араһында онотолоп, йәшәргә көс таба.
Ваҡыт яраларҙы дауалай, йәшлек үҙенекен итә, тиҙҙән Нурияға тағы бәхет ҡояшы йылмая – Шәфҡәт Ғатауллин исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Ғаилә усағына йәм өҫтәп ҡыҙҙары Гөлсинә тыуа. Ҡыҙы ла әсәһенән күреп «тун бесә», сәнғәт юлын һайлай. Оҫта итеп бейей, район мәҙәниәт йортоноң «Ирәндек» бейеү ансамблендә бейеп, хәҙер декрет ялында.
Балаларҙың өсөһө лә әсәнең иң ҙур шатлығы булып, ғаилә ҡороп, үҙаллы донъя көтәләр. Эльза, Инсаф, Залина, Алсын исемле ейән-ейәнсәрҙәр бүләк иткән балаларынан ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәй бәхетле өләсәй.
Үҙ эшен яратҡан кеше генә халыҡ хөрмәтенә эйә була бит ул асылда. Һәүәҫкәр артистары хаҡында көндәр буйы һөйләргә лә әҙер Нурия ханым. Уларҙың уңыштары ла етерлек шул.
Ниғәмәт ауыл мәҙәниәт йортонда «Һаҡмар» халыҡ театры уңышлы эшләп килеүе хаҡында әйткәйнек инде.
Театр репертуары бик бай, яңынан-яңы әҫәрҙәр менән байытылып, тамашасылар хөкөмөнә төрлө спектаклдәр тәҡдим итә улар.
– Артистарың кемдәр һуң? – тип һорайым, улар хаҡында шул тиклем дә яратып һәм һоҡланып һөйләгән етәксегә күҙем ҡыҙып.
– Ябай, әммә бөйөктәрҙән-бөйөк, алтынға бәрәбәр ауылдаштарым. Төрлөбөҙ төрлө өлкәлә эшләһәк тә, йыйылыр ваҡыт табып, бөтә мәшәҡәттәрҙе артҡа ҡуйып, репетицияларға йөрөгән кешеләргә ни әйтәһең инде!
Коллектив составында эшләп йөрөүселәр – уҡытыусылар, һауынсылар, колхозсылар, йәштәр, пенсионерҙар ҙа бар. Үткән йыл театрыбыҙ үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Театрҙың нигеҙен тәүгеләрҙән булып Мәсүрә, Рим Мөхәмәтйәновтар, Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Альмира, Илдар Күсиевтар, Әнисә, Ғәлләм Мусиндар, Ринат Мансуров, Рәмзиә Хәсәнова, Мәрйәм, Әмир Мөхәмәтшиндар, Рәмил, Рәил Хәсәновтар, Илдар Ғәйзуллин, Шәкирйән Рәхимов, Гөлсәсәк, Рәмил Хәсәновтар, Гөлдәр, Әҡсән Мырҙәғәлиндар, Айгизә Ғәбитова, Ринат Хибатуллин, Гөлйемеш, Тәлғәт Мырҙәғәлиндар, Юлай Рәхмәтуллин, Ишдәүләт Сафиуллин, Әҙеһәм Сәлихов, Усман Мөхәмәтйәнов, Артур Мөхәмәтйәнов, Мәрзиә Бибиниязова, Мәзүнә Яҡупова, Сәлимйән Усманов, Илфат Йәмлихин, Земфира Хәсәнова, Ишбикә Мөхәмәтшина, Фирүзә Ҡаһарманова, Фәнүрә Ғәббәсова, Гөлбикә Кейекбаевалар тәшкил итте. Улар, талантлы, дәртле ауылдаштарым – бик күптәр, һанап бөтөрлөк түгел. 150-нән ашыу артисты тәшкил итә был коллектив. Күбеһе парлы, ғаиләләре менән йөрөйҙәр. Бишбүләк районында үткән РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Имашевтың тыуыуына 115 йыл тулыуға арналған «Театр. Ижад. Талант» ауыл үҙешмәкәр театрҙары зона фестивалендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының дипломына лайыҡ булдыҡ. «Иң яҡшы һәүәҫкәр актер» номинацияһында Рәил Хәсәновтың 3-сө урын яулауы ла ҙур еңеү булды.
Әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар, призлы урындар, аҡсалата премиялар театрыбыҙҙың уңышлы сығыш яһауына асыҡ дәлил булып тора.
Әлеге ваҡытта театрыбыҙҙы Рәил Хәсәнов етәкләй. Бергәләп репертуар һайлайбыҙ, таланттар эҙләйбеҙ, өйрәнәбеҙ эшләйбеҙ. Халыҡ беҙҙең сығыштарҙы көтөп ала, алҡыштарға күмә, күрше ауылдарҙа ла сығыш яһайбыҙ, ҡыҫҡаһы, халыҡ һөйөүен яулағанбыҙ. Районда ғына түгел, республикала ла танылыу тапҡанбыҙ. Костюмдарҙы үҙебеҙ тектерәбеҙ, халыҡтан, бер-беребеҙҙән эҙләйбеҙ, музыканы үҙебеҙ яҙҙырабыҙ, реквизиттарҙы үҙебеҙ табабыҙ, декорацияны үҙебеҙ эшләйбеҙ, мәҙәниәт бүлеге лә ихлас ярҙамға килә.
Ниғәмәт мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Нурия Фәхретдин ҡыҙы Ғатауллина ойоштороп, уңышлы эшләп килгән тағы бер коллектив – «Һаҡмар һандуғастары» вокал ансамбле бар. Был төркөм 2003 йылда ойошторола һәм 2004 йылдан даими эшләп килә. Тәүҙә, ижад юлын башлаған осорҙа, 7-8 кеше генә булһа, әле инде ансамблдең составы тулылана барып, 17 кешегә еткән. Район кимәлендә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша улар. «Таҡмаҡ бәйгеләрендә», йыр конкурстарында ҡатнашып, йыш ҡына 1-2-се урындарҙы яулай. Таҡмаҡтарҙы ансамблдең иң оло йырсыһы Фәрзәнә Йәүҙәт ҡыҙы яҙып бирә икән. Милли кейем парадтарында ла даими ҡатнаша уңған коллектив.
Ауылда үткән бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. 20 йыл эсендә ике йөҙҙән ашыу сарала ҡатнаша улар. Йолаларҙы тергеҙеп, һабантуйҙар, килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, юбилярҙарҙы ҡотлау, туй йолалары күрһәтеү, «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Ҡар һыуына барыу», «Ямғыр теләү» кеүек байрамдарҙы ла улар ойоштороп, әүҙем ҡатнашып йөрөй. Ауылға килен төшһә лә, туйҙар үтһә лә, йолалар менән матур итеп ойошторалар ғаилә байрамдарын.
– Үҙ көсөбөҙ менән ансамблгә кейемдәр тектерҙек. Милли кейемде лә ауылда ғына түгел, районда беҙ беренселәрҙән булып тектереп кейҙек. Уларға, боронғо өлгөләргә ҡарап, селтәр, ҡашмауҙарҙы ла үҙебеҙ эшләнек, камзулдарҙы ла үҙ ҡулдарыбыҙ менән ысын яһау иттек, бөтөнләй табып булмаған саҡта уҡ, француз яулыҡтар табып ябындыҡ.
Ансамблдең репертуары бик бай. Халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, композиторҙарҙың популяр йырҙары. Ансамблдә төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар тупланған (иң олоһона 76 йәш булһа, иң кесеһенә 56 йәш.)
«Һаҡмар һандуғастары» ансамбле үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был турала Башҡортостан, район телевидениеһы ла күрһәтте. Ошо йылдарҙа ансамблгә тоғро ҡалып, йыр-моңдан айырылмай йөрөгәндәргә һоҡланырға ғына ҡала. Халыҡ беҙҙе яҡшы белә, концерттарыбыҙҙы йылы ҡабул итә, уларға рәхмәтлебеҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Нурия ханым.
Ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәр ҙә моңһөйәр шул ул Баймаҡ ерендә. Ойошторорға кешеһе генә булһын! Быны яҡшы аңлаған Нурия Фәхретдин ҡыҙы үҙе эшкә ҡайтҡан саҡта «Дарман» ир-егеттәр вокал ансамбле барлығын белә һәм уларҙы дәртләндереп, ижад усағы яғып ебәрә. Бөтәһе 15 ир-егет йөрөгән был ансамбль ойошторолоуға ла 5 йыл булып киткән. Улар ҙа ауылда ғына түгел, район күләмендә үткән сараларҙа бик әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай. Ир-егет моңон халыҡ яратып тыңлай. Иң йәшенә – 40, олоһона 70 йәш булған дарманлы егеттәрҙең репертуары бик бай, илатырлыҡ та, уйлатырлыҡ та сығыштар яһап, оҫта итеп бейеп тә ебәргән уҙамандарҙы барыһы ла яратып ҡарай.
Йыр-бейеүгә аптырап тормаған талантлы халыҡ йәшәй был яҡтарҙа.
Ауылдың иң оҫта бейеүселәренән 8 ҡатын-ҡыҙҙы туплаған «Наза» бейеү ансамбленә лә – 5 йыл. Уларҙың репертуарында ла халыҡсан 15-тән ашыу бейеү бар. Селтәр ҡашмауҙарҙы, яулыҡтарҙы, кәрәкһә, үҙҙәре һатып ала. Күп саҡта араларындағы оҫта тегеүсе, ҡул оҫтаһы Зилә Абайдуллина сағыу матур кейемдәр тегеп бирә. Ана бит ул, үҙе бейеүсе, бейеүҙәр ҙә һалыусы, тегеүсе лә икән.
Нурия ханымдың эшмәкәрлеге шул тиклем күп яҡлы, тыңлап ултырып иҫең китә. Ә бит бөтә шул эштәрҙе ойошторорға, урын-еренә еткерергә, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәҫлек дәрәжәгә еткәнсе шымартырға, лайыҡлы сығыштар яһар кимәлгә еткерергә һәм еңеп ҡайтырға кәрәк! Күпме йөрәк көсө, күпме ихтыяр көсө кәрәк! Ә Нурия Фәхретдин ҡыҙы, көнбағыш сирткәндәй, еңел генә, һаман ижади коллективтары эшмәкәрлеге, уңыштары хаҡында теҙә генә:
– Дәрт-дарман ташып торған йәш саҡта, 8-10 парҙан торған «Үрнәк» бейеү ансамбле ойоштороп ебәрҙек. Бер нисәүһе парлы ғаиләләр булды. Көслө генә ансамблдең сығыштарын бик яраттылар. Әле һаман ул осорҙоң матур хәтирәләрен һағынып хәтерләп алабыҙ.
Шулай уҡ, заманында районда иң көслө ансамблдәрҙең береһе булып һаналған «Ғәйнизәр» фольклор ансамбле лә эшләп килде.
1982 йылда беҙҙең колхоз (ул ваҡытта колхоздарҙың шәп ваҡыты) Өфөгә фольклор ансамбле менән барып телевидениеға төштөк. Мин боронғо, ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡанда сеңләгән сеңләүҙе сеңләп, хайран иттем. Уны мин атаҡлы ҡурайсы, фольклорсы, уҡытыусы, бик күптәрҙе ҡурай серҙәренә өйрәтеүсе остаз, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылыбыҙҙың ғына түгел районыбыҙҙың, хатта Башҡортостандың билдәле шәхесе, Кәрим Дияров олатайҙың ҡатыны Фәрзәнә инәй Сөләймәнованан отоп алғайным.
– Йәштәр хәҙер ауылдарға ҡайтмай, ә беҙ ижадһыҙ йәшәй алмайбыҙ, – ти, төрлө коллективтарҙа шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр артистарым. Шуға күрә лә күп ваҡыт арып-талыуҙар үҙәккә үтеп китһә лә, ауылдаштарымдың үтенесен тыңлап, әле һаман ижад донъяһында янам.
Теләп йөрөй халыҡ, ихлас өйрәнәләр, конкурстарҙан ҡалмайбыҙ, ҡатнашабыҙ, призлы урындар за беҙҙеке. Һәр береһе йырға ла маһир, бейеүгә лә, нәфис һүҙгә лә. Шулай, мәҙәниәт йортонда ойошторолған ансамблдәр менән бар сараның уртаһында бергә ҡайнайбыҙ. 1990–2000 йылдарҙы, үҙемдең дә кәрле, дарманлы саҡтарымды һағынам. Ул саҡта йәштәр күп, мәҙәниәт йортоноң гөрләп торған сағы ине. Колхоз газеленә тейәлеп, сит ауылдарға йөрөп, 5-6 кешенән торған, 2 сәғәттән ашыу концерт ҡуя торғайныҡ. Шул тиклем дәртле булғанбыҙҙыр инде. Булған бит заманалар, күңелле ваҡыттар. Әле лә бирешмәйбеҙ! – ти, хаҡлы ялда булһа ла, тауҙай эштәр атҡарып йөрөгән Ниғәмәт мәҙәниәт йорто мәҙәни ойоштороусыһы Нурия Фәхретдин ҡыҙы Ғатауллина.
Ғүмере буйы халыҡ менән эшләп, анау тиклем мәҙәни-ағартыу эше алып барып та, шул фиҙаҡәр хеҙмәттең бер ниндәй маҡтаулы исем менән дә баһаланмауын белеп, күҙемә йәш, алҡымыма төйөр килеп тығылды. Их, битарафлыҡмы был, ғәмһеҙлекме, мәҙәниәтһеҙлекме инде был ғәҙелһеҙлек!
Быйыл март айында мәҙәниәт йортонда, матур юбилейы, 60 йәш тулыуы айҡанлы «Нурияның нурлы донъяһы» исемле ҙур кисә үткәрә яҡташтары. Кисәне район һәм Башҡортостан телевидениеһы төшөрә.
– Кендек ҡаным тамған, тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан еремә тоғролоҡ һаҡлап, уның тәбиғәтен, кешеләрен яратып, ауылдаштарымды сикһеҙ ихтирам итеп, уларҙың хөрмәтен, иғтибарын тойоп, уларға кәрәк, терәк булып йәшәүем менән бәхетлемен, – ти 40 (!) йылдан ашыу республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһенә хеҙмәт итеүсе Ниғәмәт мәҙәниәт йортоноң мәҙәни ойоштороусыһы Нурия Фәхретдин ҡыҙы Ғатауллина
Күптәргә үрнәк бит был илһөйәр ҡыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлы. Лайыҡлы үрнәк.
Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА
«Тамаша» журналы, №5-2025