+3 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
11 Марта , 11:38

Ҡолаҡ тешләтеү йолаһы

«Сабыйҙарҙы бишектән йәрәштереү – бишектуй ваҡытында «бата» эскәндәр һәм бәпестәрҙе бер береһенә яҡын килтереп ҡолаҡтарын тешләткәндәр. Был йола һырға һабаҡ тип атала, уны үтәгәндән һуң сабыйҙарҙың ата-әсәләре ҡоҙалашҡан тип иҫәпләнә», — тип яҙа Шәриф Сөнчәләй.

Ҡолаҡ тешләтеү йолаһыҠолаҡ тешләтеү йолаһы
Ҡолаҡ тешләтеү йолаһы

Этнологтар фаразлауынса, ҡолаҡ тешләтеү туғанлашыу, бер ырыуға берләшеүҙе аңлата. Тешләнгән урын ҡыҙҙың хужаһы барлығын күрһәткән. Ә баланың төкөрөгө ҡушылыуҙы аңлатҡан һәм магик роль уйнаған.

Был йола таралған осорҙо билдәләп, «бишектә йәрәштереү йолаһы XIX быуат аҙағына тиклем Урал арьяғында йәшәгән бай башҡорттарҙа һаҡланған», - тип яҙып ҡалдыра билдәле Рәсәй археологы, этнолог һм антрополог Сергей Руденко.

 

https://vk.com/wall-108520876_283634

Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 
Автор:
Читайте нас