-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Февраль , 21:08

Әсәй, көн дә яҙ миңә!

Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!”  тигән яҙыуҙарыңдан телефон тулды. Йомошоң булған да ғына яҙ. Яңылыҡтар булмаһа, яҙма. Бесәйҙәрең тураһында уҡып ултырырға минең ваҡытым юҡ... Артур асыуланып әсәһенә теҙеп әйтте лә телефонын ситкә ҡуйҙы.

Әсәй, көн дә яҙ миңә!
Әсәй, көн дә яҙ миңә!

Егеткә – 35 йәш. Ул әйҙәүсе программист булып эшләй. Ә әсәһе Вәлимә Хәйрулловна Артур йәшәгән ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәшәй. Улы телефон бүләк иткәс, ватсапты өйрәнеп алды ла, “ҡалай хәбәр ебәреүгә йәтеш”, - тип көн дә берҙән-бер улына иртәле-кисле хәбәр ебәреп торҙо. Яңғыҙлығын шулай еңә ине ул. Таң атыу менән улына хәйерле иртә, матур көн теләй, ә йоҡлар алдынан “тыныс йоҡо” тип ебәрә. Тәүҙә улы ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ смайликтарға күсте. Бөгөн иһә бөтөнләй әрләп ҡуйҙы. Бушамайҙыр улы... Эше етди. “Яңылыҡ булмаһа, яҙма” ти бит... Эйе шул, ниңә яҙаһың? Бигерәк улын маҙаһыҙлап ташлаған шул. Бына тышта ямғыр яуа. Бесәйе Барсик сысҡан тотҡан. Күрше ҡатын почтальон менән ирешкән. Ҡан баҫымы күтәрелгән... Әййй, былар, ысынлап та, Артурға нимәгә?

Вәлимә Хәйрулловна ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, яулыҡ осо менән күҙенән сыҡҡан йәштәрҙе һөрттө һәм телефонын комодҡа һалды. Артурҙың телефоны тынып ҡалды. Ул тыныслыҡҡа кинәнде. Мәғәнәһеҙ видеолар, юҡ-бар стикерҙар килеүҙән туҡтаны. Ниһәйәт, аңланы әсәй, тип уйланы ул.

Эш менән аҙна үтте. Йома кис дуҫтары менән кафеға барҙы. Һүҙ араһында бер дуҫы телефонына: “Әсәйем ҡыяр тоҙларға өйрәткән видео ебәргән”, - тип көлөп ҡуйҙы. Уға башҡалар ҡушылып көлдө. Шул мәл Артур телефонына күҙ һалды. Уның әсәһе инде бер аҙна бер ни ебәрмәй. Статусында ла: “Был(а) в сети: 6 дней назад” тип яҙылған. Артур һискәнеп китте. Әсәһе бер аҙна тиерлек интернетҡа ла инмәгәнме ни?! Артур әсәһенә шылтыратты. Гудок бармай. Артур ҡабат шылтыратты, яуап биреүсе булманы. Тиҙ генә тороп кафенан сыҡты ла машинаһына ултырып ҡасабаға йүнәлде. Төн етеп килеүгә ҡарамаҫтан, юлда күрше инәйгә шылтыратты.

- Инәй, минең әсәй күренмәнеме?

- Уй, Артур, Вәлимә күптән күренмәй шул. Ике көн элек ишеген шаҡығайным, асманы, бер ҡайҙа киткәндер тинем.

Артур тиҙлеген арттырҙы. Солан ишеген бер-ике ҡаҡты ла, асыусы булмағас, солан тәҙрәһен ватып, ҡулын эскә тығып, ишекте асты. Дөбөр-шатыр барып ингәндә әсәһе йоҡлап ята ине. У л тертләп китте:

- Улым, бер нәмә булдымы әллә? Ҡурҡыттың бит.

Артур тәрән итеп тын алып яйлап сүкәйеп ултырҙы. Ҡалтырай ине ул.Әсәй, нишләп телефоныңды алмайһың?

- Үҙең әйттең бит юҡҡа маҙаһыҙлама тип. Телефонды ни шунда һалғайным, һүнеп яталыр.

Артур комод янындағы телефонға күҙ һалды. Ысынлап “үлеп” ята  икән. Янында блокнот. Унда һәр көн хәбәр яҙылып барған: “Шишәмбе. Бөгөн ҡояшлы көн. Артур, һинең менән паркта йөрөгән саҡтар иҫкә төштө. Бәләкәй инең әле. Шунда туңдырмаңды яңылыш төшөрөп ебәрҙең дә иланың. Иииий, яратам, улым”.

“Шаршамбы. Ҡан баҫымы шаяра. Дарыу эстем. Һиңә әйтеп тормайым, ҡамасаулағым килмәй. Эшең күп бит һинең. Тик бел: мин һинең менән ғорурланам, балам!”

“Кесе йома. Төшөмдә атайыңды күрҙем. Һиңә сәләм әйтте, үҙен һаҡлаһын тине”.

Артур был юлдарҙы уҡыған һайын тулҡынланды, үҙенең иҫәрлегенә көйҙө. Әсәһә бит көн дә смс-хәбәр ебәреп үҙенең иҫәнлеген, улын яратыуын белдереп барған. Был йәшәү пульсы булған. Ә Артур ул пульсты туҡтатып маташҡан. Ә инсульт булһа шунда? Белмәй ҙә ҡалыр ине бит.

Артур ялға әсәһендә ҡалды, ҡоймаларҙы, телевиҙорҙы йүнәтте, яңы ҙур экранлы телефон алып бирҙе әсәһенә.

- Әсәй, көн дә хәбәр ебәреп тор, йәме, - тине китер алдынан.

- Нимә ебәрәйем, улым?

- Нимә булһа ла! Бесәйҙәреңде, открыткаларыңды, һауа торошон, пирог рецептарын. Көн һайын. Ишетәһеңме? Һәр таң. Һәр иртәң хәйерле икәнлеген белеп торғом килә. Был минең өсөн мөһим. Стикер килә икән, тимәк, һин бар, әсәй!

Артур юлға сыҡты. Шул саҡ телефонына хәбәр килеп төштө: унда ромашкалар тотҡан бесәй тора ине һәм “Хәйерле юл!” тип яҙылған. Артур яуап яҙҙы: “Рәхмәт, ӘСӘЙ!”

 

Әхлаҡ:

Ата-әсәләрҙән килгән хәбәрҙәр спам түгел. Был уларҙы һеҙҙең донъя менән бәйләгән берҙән-бер еп. Уны өҙмәгеҙ. Бер көн телефонығыҙ мәңгелеккә өндәшмәҫ, һәм һеҙ “хәйерле иртә” тип яҙылған бер открытка өсөн бар донъяғыҙҙы бирергә әҙер булырһығыҙ, әммә уны бер кем дә ебәрмәҫ.

 

Интернеттан Резеда Вәлиеваның ирекле тәржемәһе.

https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2026-01-26/s-y-k-n-d-ya-mi-4551241

 

Автор:
Читайте нас