Һәр хәлдең прототибы була
Ысынында юҡты бар итеп, һауанан алып яҙыу, яҙғанымды уҡымлы, әҙәм балаһын ышанырлыҡ хәлгә еткереү – бик ауыр шөғөл. Шуға ла күпселек әҙәби әҫәрҙәр, йәғни хикәйә, повесть, романдар ысынбарлыҡҡа, йәғни ысын хәл-ваҡиғаларға таянып яҙыла, геройҙарының прототиптары була. Шул уҡ ваҡытта яҙыусының фантазияһына ла күп урын бүленә. Ә бына “булған хәлдәр”ҙе яҙғанда иһә, уны уҡымлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ итеү өсөн аҙ-маҙ ҡабартһаң да, бик үк ситкә тайпылып булмай, нимә күргәнһең, нимә ишеткәнһең, шуны бәйән итергә тура килә. Кемдәрҙер “булған хәл” тигәнгә бик ышанып та бармайҙыр, әммә мин ишетеп-күреп тә белмәгән ауыл, кешеләрҙең исемдәрен атап, был хәл шул ерҙә, шул әҙәм менән булғайны бит, тип әйтеүселәр ҙә етерлек һәм күптәр шул хәл-ваҡиға тураһында һөйләп тә ҡуя. Ҡайһы берҙәрен күп серия итеп яҙып та булыр ине хатта.
Үҙемә генә түгел, “булған хәл”дәрҙе баҫып сығарған гәзит-журналдарҙың редакцияларына ла хат менән мөрәжәғәт итеүселәр булды. Мәҫәлән, “Йәшлек”тә “Башҡорт Робинзоны” донъя күргәс, төп герой Миңъямал апайҙы күреп белгән бер ағай, уның хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, фотоларын да ебәргәйне, һәм улар минең яҙмамдың дауамы һымаҡ гәзиттә баҫылып сыҡты. Ә бына “Мәмерйәлә тыуған мөхәббәт” донъя күргәндән һуң унда яҙылғандарға оҡшаш бер нисә ваҡиға тураһында ишетергә тура килде һәм мин яҙмамды юҡҡа ғына “Ҡасҡын бисәләре” тип атаманым.
Еләккә барған еренән урланып алып кителеп, мәмерйәлә ҡасҡын бисәһе рәүешендә тотолған Ғәлимә исемле ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы хаҡындағы яҙмам гәзиттә сығып, ай самаһы ваҡыт та үтмәне, фатирыма оло йәштәге бер ағай килеп инде. “Мәләүез районынан Хаммат исемле кеше булам” тип таныштырҙы ул үҙен.
– Редакцияға шылтыратып, унан адресыңды алып, һине күрәйем, тип килеп сыҡтым. Бына бында һин яҙған Ғәлимә – минең әсәйемдең һеңлеһе бит ул, – тине ағай, сумкаһынан “Йәшлек” гәзитен сығарып.
Беҙ Хаммат ағай менән байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Ул апай тейешле кешеһенең фотоһын да алып килгәйне, шуны күрһәтеп, артабанғы яҙмышы хаҡында һөйләп алды һәм аҙаҡ: “Ниңә ысын исемен күрһәтеп яҙҙың?” – тип үпкәһен дә белдереп ҡуйҙы. Быныһы инде аптыратты. Яҙмамда һүрәтләнгән ваҡиғаны байтаҡ йылдар элгәре ишетеп, урланған ҡыҙҙың исемен бөтөнләй онотҡайным һәм яҙғанда башҡа килгән тәүге исемде ҡуйған һымаҡ инем. Уларҙың тап килеүе ғәжәпкә ҡалдырғайны мине.
Яр-Бишҡаҙаҡтағы күршем Илһамға Мәләүез районынан ҡайныһы килгеләп китә ине. Бер килгәнендә ул яныма уҡ инеп, ике ҡуллап күрешеп:
– Һинең кем икәнеңде белмәйерәк йөрөгәнмен. Бына кейәү әйткәс, бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тип шатланып уҡ киттем. Һинең “Мәмерйәлә тыуған мөхәббәтең”де уҡығас, их, үҙен бер күреп, шуға оҡшаш бер нисә ваҡиғаны бәйән итһәң ине, тип күптән хыяллана инем. Әгәр тыңларға теләһәң, һөйләйем, – тине лә, яуабымды ла көтөп тормайынса, үҙе әйткән ваҡиғаларға күсеп китте.
Ҡыҙ һөлдәһе
Ағайҙың һөйләгәндәре, минең хәтергә һеңгәне түбәндәгеләрҙән ғибәрәт ине:
– Үҙең күреп беләһең, беҙҙең Нөгөш буйҙары, бигерәк тә Бөрйәнгә яҡын ятҡан ерҙәре ифрат тыныс бит. Кеше аяғы һирәк баҫа был ерҙәргә. Ҡасып-боҫоп йөрөгән бәндәләргә бик тә ҡулай инде. Инеп йәшеренәм тиһәң, мәмерйәләре лә етерлек, ҡуйы урмандары ла буйтым. Шуға ла һуғыш осоронда был яҡтарҙы ҡасҡындар үҙ иткән, байтаҡ кеше йәшеренеп ятҡан Нөгөштөң аръяғында. Шул тирәләге ауыл халҡына ла байтаҡ зыяны тейгән. Малдарын да, ваҡ-төйәк әйберҙәрен дә сәлдергәндәр. Йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла урлап алып киткәндәр.
Беҙҙең ауылда Зәйни мулла (исемдәр үҙгәртеп алынды – авт.) йәшәй ине. Ҡырҡ өсөнсө йылдың йәйендә Әминә исемле буй еткергән ҡыҙы Нөгөшкә һыуға киткән еренән юҡҡа сыға. Яр буйында күлдәге менән калуштары ғына ятҡанын күргәс, һыу инергә төшөп батҡандыр, тип уйлап, йылғаның аҫ яғынан мәйетен дә эҙләп ҡарағандар, әммә тапмағандар. Зәйни муллаға ҡыҙына йыназа уҡыуҙан башҡа сара ҡалмай. Әммә илле беренсе йылда, бар кешене аптыратып, Әминә өйөнә ҡайтып инә. Уның ҡайҙа, нишләп йөрөгәнен бер кемгә лә һөйләмәйҙәр. Ул ваҡыт нәҡ Зәйни мулланың һеңлеһе Зарифа апай Урта Азиянан ҡунаҡҡа ҡайтҡан сағы була. Әминә, атайҙары йортонда аҙна-ун көн генә йәшәп, Зарифа апайға эйәреп китеп тә бара. Шунан бирле ауылда уның хаҡында бер хәбәр ҙә ишетелгәне юҡ.
Ҡыҙы киткәс, Зәйни мулланың таяҡҡа таянған килеш йыш ҡына Нөгөш аша сығып, урманға инеп киткәнен күргәндәр. Ҡарттың унда нишләп йөрөүен бер кем дә белмәне. Аҙаҡ, үҙе үлгәс кенә, Сабир бер саҡ Зәйни мулланың Ҡырластау мәмерйәһенең ауыҙынан йыраҡ түгел ике бәләкәй генә ҡәбер алдында торғанын күреүен һөйләне. Шунан һуң халыҡ араһында “Әминәне ҡасҡындар урлап алып китеп, мәмерйәлә тотҡан, уның ике балаһы тыуып үлгән икән” тигән хәбәр таралды. Был дөрөҫлөккә яҡындыр, тип уйлайым. Их, барыһын да төпсөнөп белеп яҙһам, ниндәй матур хикәйә килеп сығыр ине.
Ә был хәл инде яңыраҡ була. Ырымбурҙа эшләгән бер төркөм нимес белгестәре Нөгөш һыу һаҡлағысына ял итергә килә. Һыу һаҡлағыстың арғы, таулы-урманлы яғы бигерәк матур бит инде. Былар шул тирәне күреп килергә теләк белдерә. Уларҙы оҙатып йөрөгән кеше был яҡтарҙы белмәгән, күрәһең. Йөрөй торғас, аҙаша былар. Ул да булмай, ҡараңғы ла төшә. Фонарҙар менән яҡтыртып, ҡайтыр юлды эҙләп йөрөгәндә ишек ғәләмәте сереп бөткән бер землянкаға тап булалар. Ҡыҙыҡһынып, эскә инеп ҡараһалар, кәртәнән эшләнгән һикелә оҙон ҡара сәсле ҡыҙ һөлдәһен күрәләр. Иҙәндә ҡаҙан, бер нисә һауыт-һаба ла туҙышып ятҡан була. Көс-хәл менән былар быуаға килеп сыға һәм нимәгә юлыҡҡандарын һөйләй. Әммә землянкаға ҡайһы ерҙә тап булғандарын теүәл генә аңлата алмағас, уны эҙләргә ебәрелгән милиционерҙар ҙа бер ни тапмай буш ҡайта. Унда ла шул ҡасҡындар алып киткән ҡыҙҙың һөлдәһе ятҡан булғандыр инде.
Ҡасҡын мөхәббәте
Быныһын инде Түбәнге ауылдан беҙгә ҡоҙаса тейешле Мәрфуға апай һөйләгәйне. Ул ауылда Сәбилә исемле ҡатын йәшәгән. Һуғыш башланғанда айыуҙай таҙа кәүҙәле, шаҙра табаҡ битле Сәбилә егерме алтыһын тултырып инде ултырған ҡыҙға әүерелгән була. Уға сырхау әсәһе менән генә донъя көтөп, тормоштоң әсеһен күп татырға тура килә. Йәшләй генә бисәләр эшен дә, ирҙәр эшен дә бер үҙе атҡарып, ауырлыҡ менән көн күрә.
Сәбиләләрҙең бесәнлеге ауылдан ун саҡрым самаһы ятҡан Кирән урманындағы бер аҡланда була. Һуғыш башланғандың икенсе йылында бесән әҙерләп йөрөгән ерендә Сәбилә бер ҡасҡын менән таныша. Уныһы урта йәштәрҙәге ерән сәсле урыҫ кешеһе булып сыға.
“Кәбән төбөнә тамаҡ ялғарға ултырғайным, яныма тетелеп бөткән һалдат кейемендәге һаҡал-мыйыҡ баҫҡан сибек кенә кәүҙәле кеше килде. Өҫ-башына ҡарап, сразы уны ҡасҡын икән, тип уйлап ҡурҡҡайным, йәбешә-нитә ҡалһа, бөгәрләп кәбән аҫтына тыҡтым ҡуйҙым, тип үҙемде тынысландырҙым. Күҙҙәрен мөлдөрәтеп ашарға һорағас, йәлләп киттем, бахырҡайҙы”, – тип һөйләне Сәбилә, тигәйне Мәрфуға апай.
Аҙаҡ ҡасҡын менән ҡыҙ бер-береһенә эҫенеп китә. Сәбилә, халыҡҡа һиҙҙермәй генә төйөнсөгөн төйнәп, урыҫы янына барып йөрөй. Тик оҙаҡҡа һуҙылмай уларҙың ғишыҡ-мишығы. Нисектер белеп ҡалып, ҡасҡынды тотоп алып китәләр. Ә Сәбилә икенсе йылына ерән сәсле бер малай таба. Үҙе күптән вафат, ә малайы Мәләүездә йәшәй, тип һөйләгәйне Мәрфуға апай.
– Бына шулар инде минең ҡасҡын бисәләре тураһында ишеткән-күргәндәрем. Үҙеңсә матурлап хикәйә-фәлән яҙһаң, тигәйнем, – тине ағай, һөйләгәндәрен йомғаҡлап.
– Яҙып булыр ине, әлбиттә, әммә бер балыҡ башын күп сәйнәһәң, тәме китә бит, – тинем мин уға, һәм унан ни ишеткәнмен, шуны ғына яҙырға булдым.
Бына шулай, булған хәлдәр булып тора һәм булыр әле. Артабан да мин “булған хәлдәрҙе” яҙып, һеҙ уҡып кинәнерһегеҙ әле, тим.
Мөҙәрис БАҒАЕВ.
2021 й.