Яр буйында бер ҡара эттең һыуға текләп ултырғанын күрҙем. Был хайуан нимәне ул тиклем ҡарай икән тип, мин дә күҙ һалдым. Шул саҡ тулҡындар араһында бер баланың башы күренеп ҡалды. Баланың батып барғанын аңланым. Артынан ташланайым тиһәм, ул тиклем йөҙә белмәйем. Шулай ҙа диңгеҙ эсенә индем. Шунда уҡ көслө тулҡын мине йыға һуҡты һәм мин көскә ярға килеп сыҡтым. Эт юҡ ине. Күҙемә күренгәндер тип, бүлмәмә киттем. Хужабикә мине күреп ҡалды ла, “Һин нимә - сисенмәйенсә һыу индеңме?”-тип һораны. Шул саҡ уның янында теге этте күреп ҡалдым. Мин бутала-бутала барыһын да һөйләй башланым. Хужабикә тынысландырҙы ла, ҡара эттең тарихын һөйләп бирҙе.
Бер нисә йыл элек ял итергә ир һәм ҡатын, уларҙың 6 йәштәр тирәһендәге балаһы килә. Буш йорттар күп булһа ла, эттәре булғанға күрә уларға бер кем дә бүлмә бирмәй. Шул саҡ ир һәм ҡатын талашып китә. Бәләкәй ҡыҙсыҡтың быға бик ныҡ бошоноуын, ә эттең уның артына йәшенеүен күргән хужабикә уларҙы йәлләп бүлмә бирә. Һәм бик үкенә. Сөнки ир һәм ҡатын көн-төн талаша, ә бала бик ҡайғыра. Бер көн ҡыҙҙың әсәһе: “Ҡаҡшаттығыҙ һеҙ мине! Этегеҙҙе ошонда ағыулап ташлап китәм”,-тип ҡысҡыра. Ҡыҙсыҡ йәһәт кенә этен бауға эләктереп ала ла, диңгеҙгә китә. Көслө тулҡындар башланып торған саҡ була. Ҡыҙсыҡ кейемен дә сисмәй, һыуға инеп китә. Күрәһең, ата-әсәһенең талашыуынан ялҡҡан ҡыҙ ысынлап та тормоштан туйған булғандыр. Уларҙы көслө тулҡын ҡаплай. Эт ҡыҙҙы һөйрәп килтереп сығара. Әммә һуң була. Ҡыҙ һыуға сәсәп үлә. Ҡайғыға ҡалған ата-әсә уны тыуған яҡтарына ерләргә ҡайтып китә. Ошонан һуң эт бер аҙнаға юғалып тора. Унан кире килеп хужабикәлә йәшәй башлай.
“Көслө тулҡындар ваҡытында мин дә шул ҡыҙсыҡты диңгеҙҙә күргәндәй булам. Эт һыуға ташлана. Хәле бөткәнсе тулҡындар менән көрәшә. Шунан һуң мин уны тынысландырам. “Һин ғәйепле түгел, һин барыһын да дөрөҫ эшләнең”,-тигәндән һуң ғына тыныслана”,-тип тамамланы ул һүҙен.
Күрәһең, баланың йәне үҙен ошо хәлгә төшөргән ата-әсәһе янында түгел, ә тоғро дуҫы янында ҡалғандыр.