Ҡыуанысымдың сиге юҡ, әллә ҡайҙа ситтә лә башҡорт урам яңғыратып башҡортса һөйләшә! Эй, туған телем! Күңелемә йылы, рәхәт булып китте. Тауыш килгән яҡҡа киттем. Ә унда, туҡталыштың артында, минең ике башҡортом - типһә тимер өҙөрлөк ике ир-уҙаман - бер шешә араҡыны урталарына ҡуйып, көлөшә-көлөшә, саф башҡортса һөйләшеп, эсеп ултыра имеш. Баш остарында себен-серәкәй өйөрө. Уларға иҫтәре лә китмәй. Үҙҙәре иркенләп башҡортса гәп һата. Һөйләшеүҙәренең эстәлеге иһә тағы ла мәғәнәһеҙерәк.
- Бына, эштә саҡта матур ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарап күҙ өйрәнә лә, ҡайтҡас, үҙебеҙҙекеләргә ҡарағы ла килмәй. Беҙҙәге ҡатындар ҡыҫҡа буйлы, ҡара йөҙлө, кәкре аяҡлы.
- Ҡатындар ғына түгел, ирҙәр ҙә шулай. Башҡорттар матур түгел. Ҡап-ҡара, тәпәш кәүҙәле.
Был ике мәхлүк себер уртаһында араҡы эсә-эсә үҙ халҡын күпме һүгер ине икән...
- Их, һеҙ...Тыуған ерегеҙҙән меңәр саҡрым алыҫлыҡта үҙ халҡығыҙҙы яманлап, кәмһенеп ултыраһығыҙ! Оят та түгел! – Ошо юҫыҡта арыу ғына тетмәләрен теттем. Һуңғараҡ был икәү менән йыш ҡына осрашырға ла тура килде. Башҡа ундай һүҙ ишетмәнем.
Яңы ергә эшкә килгәс, бәләкәй генә вазифалы түрәгә индем. Ҡуңғырт йөҙлө, ҡара ҡуйы сәсле әҙмәүерҙәй 40 йәш тирәһендәге ир-уҙаман телефондан һөйләшә.
- Һеҙ башҡорт мәллә?- тип һорайым.
- Эйе, башҡорт, - тип яуапланы.
Ҡыуанып:
- Үҙ телебеҙҙә һөйләшербеҙ улайһа, - тигән булһам, тәкәбберлеген йөҙөнә сығарып, һөҙөп ҡараны ла:
- Посмотрим, тип ҡуйҙы.
Әммә мин башҡаса башҡортса һүҙ ҡушырға йөрьәт итмәнем.
Тағы бер коллегам бар - Силәбе башҡорто. Башҡорт телен аңлай. Бала саҡтан күсеп киткәндәр ҙә сит өлкәгә, теле русса асылған.
Ошо өс миҫалдан шундай фекергә килдем: үҙ телеңде һаҡлар өсөн дөрөҫ тәрбиә бирергә лә кәрәк икән балаға. Дөрөҫ тәрбиә алмаған холоҡһоҙ бала башҡорт телендә нисек кенә таҙа һәм матур һөйләшмәһен, үҙ милләтен холҡо менән дә ҡылыҡһырлай. Баланы – баштан тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Баланы үҙ милләтенең лайыҡлы киләсәге итеп тәрбиәләү - беҙҙең иңдә. Шул саҡта ғына телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һаҡлап ҡала алырбыҙ.
Сания ВӘЛИТОВА
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!