-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2025, 18:51

Бер фото тарихы

Был тарихи рәсемдә Белорет районы Йөйәк ауылы һунарсылары Нөғәмән менән Ғариф Салауатовтар һәм Иҡсан Сәғәҙәтов. Улар дүрт айыу алғандан һуң фотоға төшкән.

Бер фото тарихы
Бер фото тарихы

Ә тарих былайыраҡ. Көҙөн мал тәләфләп, ауыл халҡын бик ныҡ йонсотҡан айыуҙы һаҡлап-һаҡлап та ала алмағас, ауыл һунарсылары уны өңгә "ятҡырған" икән. (“Ятҡырыу” - айыуҙы тәүге ҡарҙа юлынан юллап, өңө ҡайҙа икәнлеген белеү). Айыу йоҡоға талғас, уны уятып сығарғандар. Өңдә ике балаһы менән инә айыу һәм тайлаҡ була. Өс һунарсы уларҙы атып ала, итен бар ауылға тарата. Фотоға төшкәндә иһә айыуҙарҙы күҫәк менән терәтеп ултыртҡандар. Был хәл 60-сы йылдарҙа була.

Тыңлаусыларыбыҙ төшкө тапшырыуҙарҙың береһендә уртаҡлашҡан тарихты ниңә тап бөгөн иҫкә төшөрҙөкмө? 13 декабрҙә Айыуҙар көнө билдәләнә икән. Ә һеҙҙең айыу менән осрашҡанығыҙ булдымы?

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-4647320_703224

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 

Автор:
Читайте нас