Хәҙер ҡыҙ булып кейәүгә барыусылар һирәгәйә тиҙәр. Беҙҙең заманда был ныҡ оло позор ине. Шуға күрә исем сығыуҙан бигерәк ҡыҙ үҫтергән әсәйҙәрҙең ҡото осоп тора ине.
"Килендәшең бар ерҙә көндәшем юҡ тимә" тигән әйтемде күреп ҡалдым да үҙемдең баштан үткәнде яҙырға булып киттем.
Ҡалаға уҡырға барып индем. Ауылға попуткалар менән ҡайтып йөрөйбөҙ. Йыраҡ райондан булғас, юл йөрөүе үҙе бер ғазап ине. Килеп ул попуткаларҙа башым әйләнеп, йөрәк болғанып яфаланам. Бер ҡайтҡанымда етмәһә эсе ныҡ һөрөмлө "бобик" тура килде. Туҡтатам да ҡоҫам, туҡтатам да ҡоҫам. Атайымдың ағаһы күрше ауылда йәшәй ине. Хәл ҡалмағас, шуларҙа йоҡлармын тип төшөп ҡалдым. Көс-хәл барып еттем. Ашай ҙа алмайым, сәй генә эстем дә, сығам да ҡоҫам.
Иртәгәһенә йәйәүләп ҡайтып киттем.
Уҡып сығып кейәүгә сыҡҡас ҡына күп йылдар үткәс әсәйем бахыр шул хәлде иҫкә төшөрҙө. Килендәше уға мине ауырлы, ҡоҫто ла ҡоҫто тип һөйләгән икән. Мине ҡыҙ түгел тип хәбәр таратҡан булған. Үҙҙәренең балалары бик тәртипһеҙ ине, насар уҡынылар. Ул әсәйемә генә түгел, хатта миңә лә көндәш булған икән. Әле шул әйтемде уҡығас саҡ башыма барып етте.
Хәҙер мәрхүмә инде ул бисә. Рәнйемәҫкә тырышам, бәндәселеге өсөн Хоҙай ғәфү итһен. Ул бәлки шул ғәйбәттәр өсөн миңә яҡшы ир биргәндер , һәйбәт йәшәйбеҙ, күҙ теймәһен.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!