-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2025, 19:53

Тылсымлы һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ

Элек ерҙә йәй генә булған. Еләкле болондар йәйрәп ятҡан, ағас ботаҡтары бешкән емештәренән ергә тиклем һәленеп төшөп торған. Кешеләр еләк-емеш менән генә туҡланып йәшәгән. Кис еткәс, ҡараңғы төшкәс инде, рәхәтләнеп сәскәләр араһында ғына йоҡларға ятыр булғандар.

Тылсымлы һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ
Тылсымлы һүҙҙәрҙе йәлләмәгеҙ
Тормош елдәй елә, халыҡ артҡандан-арта, үҙ сиратында, ерҙә яуызлыҡ та күбәйгән. Хоҙайҙың быға асыуы килгән. Ул кешеләргә яза ебәрергә булған. “Биргәндәремдең бөтө­нөһөн дә юҡ итәм, ризыҡһыҙ, һыуһыҙ, йылыһыҙ, ҡояшһыҙ ҡалдырасаҡмын мин һеҙҙе”, – тигән. Күктән эре-эре боҙбор­саҡтар яуҙыра башлаған. Кеше­ләр ышыҡтарға ҡасып бөткән. Ә борсаҡтар һаман яуған да яуған. Еләкле болондарҙы, йылғаларҙы ҡаплаған улар, ағастарҙың емештәрен бәреп төшөргән. Әҙәм балалары йәшенгән ерҙәренән сығырға ҡурҡып ултырыуын дауам иткән. Өшөгәндәр, асыҡҡандар. Ә боҙборсаҡтарҙың яуыуы тынмаған. Аслыҡтан, һыуыҡ­тан бөтөнләй хәлдәре ҡалмағас, бер аҡһаҡал ҡыҙына былай тигән:
– Хоҙай бөтөнөбөҙҙө лә юҡ итергә булған. Ғәйеп – беҙҙә, яуызлыҡҡа юл ҡуйҙыҡ. Беҙҙе йәлләмәһә лә, һәләтле йәштәрҙе лә һәләк итерме икән ни? Һинең тауышыңа, ҡыҙым, бөтәһе лә һоҡлана ине. Әйҙә, йырла, һандуғасым. Үлһәк, йырлап үлербеҙ. Ә, бәлки, Хоҙай йәш һәләттәрҙе ҡалдырырға булыр.
 
Ҡыҙ әкрен генә йыр баш­лаған. Яйлап тауышы асыла, көсәйә төшкән. Уның моңло тауышы күктәргә барып олғаш­ҡан. Ҡыҙҙы ишетеп, уға башҡа матур тауыштар ҙа ҡушылған. Күктән яуған боҙборсаҡтар бәләкәсәйә төшкән һымаҡ булған. Быны күреп, инде барыһы ла йырлай баш­лаған. Боҙборсаҡтар һаман бәләкәсәйә барған. Бына улар бөтөнләй йомшарып ҡар бөр­төгөнә әйләнгән. Ә ҡар бөртөк­тәре талғын ғына, өйөрөлөп-өйөрөлөп ергә төшкән. Кешеләр йәшенгән урындарынан сығып, бер урынға йыйылған. Бер-береһен күреү шатлығынан ҡыуанышып, төрлөсә сәләм­ләшкән. Матур һүҙҙәр күктән яуған, ҡарға һеңгән.
 
Бынан һуң ҡар бөртөктәре, матур биҙәктәргә әйләнеп, бәләкәй генә йондоҙҙар булып ем-ем итеп янған.
 
Бына шулай моң кешеләрҙе, донъяны ҡотҡарған, бөтә нәмәне юҡҡа сығарырға тейеш ҡыш­тың ҡоралдарын – боҙбор­саҡтарҙы матур биҙәк ҡарйон­доҙҙарға әйләндергән. Әле лә кешеләрҙең изге теләктәре, йылы һүҙҙәре, матур йырҙар йыһанда юғалып ҡалмай, һыуға, болоттарға һеңеп, йәй көнө шифалы ямғыр булып яуып, сәскә таждарын аса, ҡышҡыһын йондоҙ-ҡарҙар булып бөтә донъяны биҙәй.
 
Йыл һайын беҙгә ҡыш килә. Йондоҙ һымаҡ емелдәп ынйы-ынйы ҡарҙар яуа. Тышҡа сыҡ та күктән яуған ҡар бөртөгөн ҡулыңа тотоп ал. Ул берәү генәме? Күрәһеңме, ниндәй матурҙар? Кемдең матур һүҙе уға һеңгән икән? Һинең әсәйеңә әйткән рәхмәт һүҙеңме? Ә бәлки, уның һиңә әйткән иркәләү һүҙелер. Бәлки, ҡар бөртөктәре икәү-өсәүҙер? Икәү булһа – “ҙур рәхмәт”, “рәхим итегеҙ”, “зин­һар өсөн”, өсәү икән – “ярҙам итегеҙ әле”, “әгәр мөмкин булһа...” һәм башҡа шундай күп тылсымлы һүҙҙәр һеңгән уларға. Әйҙә әле, белгәндәреңде иҫләп ҡара. Ә бәлки, усыңа килеп төшкән ҡар бөртөктәре күмәк­тер? Тимәк, был ҡар бөртөк­тәренә берәй матур йыр оялаған.
 
“Донъяны матурлыҡ ҡотҡа­расаҡ”, тигән боронғолар. Бына һин дә тәбиғәттең матурлығына ҡарап, уйҙарыңды таҙарт, күңелеңде изге теләктәр менән генә тултыр. Шулай итеп, һин һаулығыңды нығытырһың, ни эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш буласаҡ.
 
Һыуҙың һеңдереү көсөн фай­ҙаланырға өйрән! Һыу эсәһеңме, сәйме, һутмы – сынаяғыңа эйел дә матур һүҙҙәр шыбырҙа, шунан һуң ғына эс. Көн һайын шифалы һүҙҙәр әйтелгән һыуҙы эсһәң, көслө, матур, етеҙ, һәләтле булырһығыҙ!
Автор:
Читайте нас