-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ноябрь 2025, 12:11

ҺАБАҠ

Булған хәл

ҺАБАҠ
ҺАБАҠ

Әлфиәнең әле шундай тылсымлы, шундай бәхетле һәм сибәр мәле - бәпәй көтә. Йөҙөн тут алһа ла, зифанан да зифа буйы ҡалынайһа ла, сибәрем тип кенә тора бит ире лә.
Йөрәк аҫтында тулап хәбәр биргән бәбекәйен тынысландырып һыйпап ала, оҙағыраҡ туламай торһа, ниңә тынып ҡалдың әле, тип бер аҙ хафаланып та ала. Уныһы әсәһенең шулай тип әйткәнен көтөп кенә торғандай йәнә иркә генә тибенеп ҡуя).
Бөгөн ул буласаҡ әсәләр дәресенә һабаҡ алырға барырға йыйына.
Көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты ла, артыҡ күренеп ятып бәбекәйемә күҙ тейеп ҡуймаһын тип түш тапҡырынан киҫеп бөрмәләп тектергән киң күлдәген кейеп алды - ана бит, үҙенә лә яйлы, бәпесе лә ҡурсыулы.
...Һабаҡҡа ҡала үҙәгенә барырға кәрәк.
Таксист та итәғәтле булып сыҡты, йөклө ҡатын сыҡҡанын күргәс, етеҙ генә барып артҡы ишекте асып, инергә ярҙам итте, көрт баҫып таңҡы-тоңҡоға әйләнгән юлдың да тигеҙерәк еренән барырға тырышты.
... Бөгөн ярайһы ғына йыйылғандар. Элек күренмәгән 1-2 ҡатын да килгән. "Бала табыуға әҙерләү" тип аталған курстың лекторы оло йәштәге бик мөләйем табиб Сәриә апай уларҙың һәр береһенә "ҡыҙым" тип кенә өндәшә, һәр һорауына, Әлфиә ҡарамағына хатта сәйер кеүек тойолған һорауҙарға ла төплө итеп, йор һүҙҙәр табып яуап бирә, тынысландыра.
Бөгөн дә ул шаян табышмаҡ рәүешле һорау менән әңгәмәһен асты:
- Йәгеҙ әле ҡыҙҙар, әйтегеҙ, ни өсөн миңә бөгөн бер ир баланы алһыу йүргәккә төрөп килтергәндәр?
Әҙерәк уйланып шымып ҡалдылар. Шунан бер ҡатын көлөп ебәреп:
-Тимәк, уның апаһы бар, - тине.
Ябай ғына яуапҡа гөр килеп көлөшөп алдылар.
Һәүетемсә барған әңгәмәне бер ситтәрәк ултырған ҡатындың һулҡылдауы боҙҙо. Бөтәһе лә һиҫкәнеп, уның яғына боролдо.
- Нимә булып китте, ҡыҙым, - тип йомшаҡ ҡына тауыш менән һораны Сәриә апай.
- Юҡ, бер ни ҙә булманы.
Ә үҙе һулҡылдапмы-һулҡылдай. Көтмәгәндә уға йәнә бер нисәү ҡушылып китте, Әлфиәнең дә күҙенән йәш атылып сыҡты.
Сәриә апалары иһә өҫтәл артына барып ултырҙы ла бер аҙ көтә биргәс, ҡулын еңелсә генә сәпелдәтеп алып:
-Йә, ярай, етте, балаҡайҙар, илағығыҙ килһә әҙерәк илап та алығыҙ, тик бәпестәрегеҙҙе лә артыҡ борсомағыҙ, - тигәс, буласаҡ әсәйҙәр шунда уҡ бәпестәрен иҫтәренә төшөрөп, шып туҡтап та ҡуйҙылар.
- Йә, шулай ҙа әйт әле проблемаңды, бәлки берәй ярҙам күрһәтә алырбыҙ, - тине табиб.
-Юҡ, уңайһыҙланам...
Һабаҡҡа килгән ҡатындар ҙа тегене сер сисергә өгөтләй башланы.
Ҡатын, ниһайәт, тынысланып, үҙен борсоған уйын әйтергә булды:
- Минең апайҙарым күп, һәр береһенең балалары бар. Шулар үҙҙәренең балаларынан ҡалған кейем-һалымды тота ла киләләр, ә мин балама үҙем яңы әйберҙәр алғым, күңелемә ятҡанын һайлап алғым килә. Мине шул шатлыҡтан мәхрүм итәләр, - тип йәнә һыҡтарға булып китте.
Баҡһаң, башҡа ҡатындарҙың да шундай туғандары бар икән, улар ҙа зарланыша башланы. Әлфиә лә был йәһәттән яңғыҙ түгел дә, уға ла ваҡ-төйәк килтерә башлағандар инде, тик өндәшмәне, йылмайып ҡына ҡуйҙы. Яҡшылыҡ эшләргә тырышып торған туғандарыңдың күңелен ҡыйып, кәрәкмәй, тип тороп булмай ҙа инде.
- Иий, балаҡай, ҡайһылай юҡҡа көйәләнәһең, улары ла кәрәк булыр, үҙең дә һайлап алырһың, - тип көлөп ебәрҙе Сәриә апалары. - Мин үҙем балаларымды памперсһыҙ үҫтергәс, йүргәк, ползункиҙар ҡайһы саҡ хатта саҡ кибеп өлгөрә ине. Артыҡ памперсҡа һалышыу ҙа яҡшы түгел тип уйлайым.
Инде тынысланып бөттөк тигәндә икенсе мөмйөштә һулҡылдау ишетелде:
- Ә минең әйбер килтерер бер кемем дә юҡ...
Ире менән дә йәшәмәйҙәр икән.
Ҡатындар, ғәжәп, был юлы илауға ҡушылманы, киреһенсә уны йыуатырға, мотлаҡ уның менән бүлешергә вәғәҙә итергә тотондолар.
... Әлфиә иһә ҡайһы апаһының, еңгәһенең ниндәй әйберҙәрен был яңғыҙ ҡатынға алып барырын күҙаллай башлағайны инде.
Иншә Аллаһ, икебеҙгә лә етер, олатайымды ҡарт өләсәйем сөрөк онона һалып үҫтергән әле, гел генә, йән биргәнгә йүн биргән, тип кенә торалар, тип уйланы.
Эйе, йән биргәнгә йүн биргән... Уның уйын ишетеп торғандай, Сәриә апалары ла шул һүҙҙе ҡабатлап, уларҙы оҙатып ҡалды.

Гүзәл Ситдиҡова

Автор:
Читайте нас