-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Ноябрь 2025, 16:03

Башҡорт хәҙрәте нисек итеп ҡаҙаҡ ҡатынын сихырҙан арындырған

Муллаҡай ауылында ҡаҙаҡтар Ғабдулла исемле көслө бағымсы барын белеп алғас, был яҡҡа йыш килә башлай. Ауырыуҙарҙы бик йыраҡтан, хатта Арал диңгеҙе буйынан алып киләләр. Шулай бер Динебәк бейҙең Айсулпан исемле хәләл ефете ауырып китә. Көндән-көн хәле хөртәйә.Табиптарҙың дауаһы ла, дәрүиштәрҙең ырым-имләүҙәре лә файҙа бирмәй.

Башҡорт хәҙрәте нисек итеп ҡаҙаҡ ҡатынын сихырҙан арындырған
Башҡорт хәҙрәте нисек итеп ҡаҙаҡ ҡатынын сихырҙан арындырған

- Йүнәлтһә, уны тик Бохарала уҡып ҡайтҡан Муллаҡай шәйехе Ғабдулла Cәйеди генә йүнәлтә алыр, - ти ҡаҙаҡ бағымсылары. - Беҙҙең ҡулдан килмәй.

Бына бер саҡ көплө арбаға егелгән пар күк ала аттар Ғабдулла хәҙрәттең ҡапҡаһы төбөнә килеп туҡтай. Аяҡтан яҙған, йөҙө һурылып һарғайған, кәүҙәһе ҡуранысланған ауырыуҙы күтәреп индереп, урындыҡҡа һалалар.

Ауырыуға ҡарау менән был ҡатынға көслө боҙом эшләнгәнен аңлай хәҙрәт. Хеҙмәтселәренә тиҙ генә бер нисә ҡаҙан һыу ҡайнатырға ҡуша. Һыу ҡайнарланғас, уны ун тасҡа һалып, ауырыу тирәләй түңәрәкләп урындыҡҡа теҙеп ултыртып сығырға ҡуша. Эргәһенә йәмкә һалып ҡуя. Үҙе ғәйрәтләнеп ҡатынды өшкөрөргә, кемдер тарафынан ашатылған сихыр ғәләмәтен эсенән ҡыуып сығарырға тотона.

Бер аҙҙан ҡатын уҡшып ебәрә лә ауыҙынан баҡаға оҡшаған бер йән эйәһе атылып килеп сыға. Хәҙрәт уны тиҙ генә йәмкә менән эләктереп алып, эҫе һыулы тасҡа һала. Теге нәмәкәй түңәрәк буйлап, бер тастан икенсе тасҡа һикерә башлай. Шулай һикерәнләп йөрөй торғас, бешеп үлә. Үлгәс, теге баҡа һымаҡ нәмәнең эсен ярып ҡарайҙар. Эсе тулы тырнаҡ,сәс була.

- Ярай ауырыуҙы килтереп өлгөрҙөгөҙ. Тағы бер нисә көндән ҡатынығыҙҙың йәне сихыр ғәләмәтенән таланып үлер ине, - ти хәҙрәт Динебәк бейгә теге хәшәрәт ғилләне күрһәтеп.

- Cихыр бер нисә ай элек эшләнгән. Хәҙер ул йәнләнгән, көсәйгән, үҙаллы йәшәй башлаған. Һеҙҙең ҡатынығыҙҙың йәнен үлтереп, сихыр уның тәненә үҙе хужа булып алмаҡсы иткән. Әгәр ҡатынығыҙҙың йәне үлеп, тәне ошо баҡаға оҡшаш нәмәгә тороп ҡалһа, һеҙ аңды-тоңдо белмәйенсә, шул хәшәрәт менән йәшәр инегеҙ.

Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡарап торған ҡаҙаҡтар ишеткән, күргәндәренә шаҡ ҡатҡан. Әҙәм ышанмаҫлыҡ. Берәйһе һөйләһә, ышанмаҫтар ине, бында барыһы ла уларҙың күҙ алдында эшләнде. Хәҙер инде һәр береһенең башында, был кемдең эше булыр, тигән һорау тыуған. Уларҙың ни уйлауын белеп торған хәҙрәт Динебәккә үҙе һорау биргән.

- Айсулпан эргәһендә бер йәш хеҙмәтсе ҡатын йөрөнөмө? Был шуның эше булыр. Бейҙең ҡатынын үлтереп, аҙаҡ үҙе уға бармаҡсы булған. Бейбисә булырға хыялланған. Әммә ул ҡатын хаталанған. Айсулпан һылыуҙың тәненә йәнләнгән сихыр хужа булып алғас, ул сихырсының үҙен дә Динебәккә яҡын ебәрмәҫ ине. Башта ир кеше белмәйенсә йәнләнгән сихырҙы ҡатыным тип йөрөр ҙә, бер аҙҙан сихыр уның үҙен дә харап итер ине.

Хәлдән тайғансы ҡоҫҡан меҫкен Айсулпанды абыстайҙар ҡултыҡлап өйҙән алып сығалар ҙа әкренләп Һаҡмар буйына алып китәләр. Йыуындырып-сайындырып, өҫтөндәге күлдәк-ыштанын систереп утҡа яғып, өр-яңынан кейендерәләо. Йылға буйынан ҡайтҡас, сихыр зәхмәте менән йән өсөн талашып хәлдән тайған ҡатын тынысланып йоҡлап китә.

- Һауығасаҡ, иншалла!

Хәҙрәт мосафирҙарҙы икенсе өйҙә әҙерләнгән табынға саҡыра. Һүҙ һаман да әлеге зәхмәт хаҡында бара.

- Әстәғәфируллаһә тәүбә, сихыр, боҙом өсөн Аллаһ Тәғәләнең язаһы бик ҡаты, - ти Ғабдулла Cәйеди. - Был донъяла ундай гонаһ эш менән булышҡан әҙәмдәрҙе әхирәттә мәңгелек тамуҡ уты көтә.

Xушлашҡанда Динебәк бей хәҙрәтте үҙҙәренә, Арал диңгеҙе буйына, саҡырып ҡайта.

- Мифтахетдин тигән ағайым бар, ул ҡаҙаҡтар менән бик дуҫ, бергәләп барырбыҙ, - тип ҡала хәҙрәт.

Бер аҙҙан саҡырыу буйынса улар Аҡмулла ағаһы менән ҡаҙаҡ далаларына сығып китә. Айлап йөрөп, аяттар уҡып, бик күп дуҫтар табып, юлдары уңып йөрөп ҡайта улар.

Лира Әхмәт-Яҡшыбаеваның “Халҡыбыҙ изгеләре” китабынан өҙөк.

Автор:
Читайте нас