+23 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
29 Октября 2025, 04:41

“Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”

Миңлебай үҙенең ҡатыны менән яланда эшләп йөрөй. Уларҙың бәләкәс кенә улдары Һарығолаҡ исемле эт менән бергә ялан ситендәге ағас аҫтында серем итеп ята.Ата-әсә ағас эргәһенә килгәс, ҡурҡыныс күренешкә шаһит була: уларҙың бәләкәс балаһы салҡан ята, ә Һарығолаҡ ҡанға буялып, ҡыҙғаныс төҫ менән бала эргәһендә ултыра.

“Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”“Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”
“Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”
Миңлебай, Һарығолаҡ сабыйға тейгән, тип уйлап, эттең башына салғыһы менән һуғып ебәрә. Эт шундуҡ ҡанһырап ергә йығыла.
Сабыйҙарының тыныс йөҙ менән килеп тороуына ата-әсә бигерәк тә аптырай. Ә баланың эргәһендә ятҡан үлек йыланды күргәс, ата-әсә бик ныҡ яңылышҡанын аңлай: Һарығолаҡ, сабыйҙы ҡотҡарам, тип, йылан менән алышҡан булған икән...
Әгәр ҙә Миңлебай тәүҙә үк асыуын ҡабартмай, тыныс тотһа икән үҙен! Бәйғәмбәр ҙә бит хәҙисендә шулай тип иҫкәрткән кешеләрҙе: “Уйлап эшләнгән эш – Аллаһтан, ашығып эшләнгәне – шайтандан”.
 
Дуҫтар, беҙҙең МАХ-тағы каналға рәхим итегеҙ - https://max.ru/tamasharb
Автор:
Читайте нас