

Бройлер тәпәйҙәрен матур итеп, ап-аҡ итеп йыуаһың бит инде. Мин туңдырып һалып торғайным. Шуны килтереп сығарҙым да, һыу ҡойоп плитәгә ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, һыуын түктем. Тағы һыу набирать иттем дә тағы газға ултырттым. Ҡайнап сыҡҡас, тағы түктем, тип алдаған булаһың
Шаяртам, икенсегә ҡайнап сыҡҡас, тәменсә тоҙ, тумалаҡ борос, лавровый лист, кишер, һуған (тумалаҡ) һалып ултыртаһың. Иҙелгәнсе бешерәһең. Бешкәс, тәпейҙәрҙе алаһың, һурпаһын һөҙәһең. Тәпейҙәрҙең итен һөйәктән айыраһың. Шул килеп сыҡҡан массаға чеснок, борос һалдым. Чеснокты иҙгестән иҙҙем.
Һауыт төбөнә кишер түңәрәкләй турап һалдым, консервированный горошек, укроп һалдым. Шунан теге һөйәктән айырып алған, чеснок, борос ҡушылған ит (ҡойҡа) һалдым. Өҫтөнә һурпаһын ҡойҙом. Һурпаһына әҙ генә желатин (хәләл, валдберизда бар, не валнавайтесь
) ҡуштым. Вдруг ҡойҡаланмай ҡуйһа тип ҡурҡыштан
Шуууул мына. Холодильникка ҡуйғайным, иртәнсәк матур ғына итеп ҡарап ултыралар ине
Тәки, тәки геннәнәки,
Икебеҙгә бер тәпи.
Икебеҙгә бер тәпине,
Ашап бөттөк итәки


https://vk.com/wall-218857238_15488
Дуҫтар, беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ - https://max.ru/tamasharb