+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Октября 2025, 06:52

Аҙаҡҡы туй

Кешенең үҙ ғүмерендә өс туйы була – бәпес, никах һәм һуңғы юлға оҙатыу туйы. 

Аҙаҡҡы туйАҙаҡҡы туй
Аҙаҡҡы туй

Теләһәк, теләмәһәк тә һәр беребеҙҙең аҙаҡҡы туйы буласаҡ. Донъяға беҙ ҡунаҡ ҡына булып килгәнбеҙ, ти бит динебеҙ. Вафат булғас, дини йоланы үтәп, мәрхүм ер ҡуйынына оҙатыла. Ер йөҙөндә йәшәп, Әхирәткә күскән кешегә ҡарата хөрмәт һәм ихтирамдың билдәһе итеп ҡабул ителә ерләү. Мәйеттәргә әһәмиәт бирмәгән милләттәр мәҙәни халыҡ була алмай, ти дин ғалимдары.
Үлеү кеше өсөн бик мөһим һәм ҡатмарлы ваҡиға. Оҙатыусыларға ла еңел түгел ул. Был хаҡта хәҙер бик күп китаптар яҙылған, хәҙистәрҙән дә уҡырға була. Күҙәтеүҙәремә ҡарағанда, дини белеме булған кеше был хәлдәрҙе еңелерәк үткәрә, ҡайғыһында доға ҡылып йыуана. Мөьмин булмаған кешегә (Ҡөрьәнде өйрәнмәй, Ҡиәмәт көнөнә ышанмай, ғибәҙәттәр ҡылмаһа) үлемде кисереү бик ауыр. Динебеҙ өйрәтеүенсә, өсөнсө – һуңғы туйыбыҙға беҙ һәр саҡ әҙер булырға тейеш. Совет осоронда беҙҙе был турала уйламаҫҡа өйрәттеләр. Атеистарҙың бер мәҡәләһен уҡығаным хәтерҙә. Америкала балаларҙы дөрөҫ тәрбиәләйҙәр, имеш, унда балалар баҡсаларында уҡ үлем тураһында, ул ваҡытта үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында, үлгәс, йәндең ҡайҙа барыуы, ахырызаман тураһында ла бөтә мәғлүмәттәр өйрәтелә, имеш. Эйе, үлем йәшен, ҡартын һайлап тормай. Төрлө хәлдәр килеп сыға. Бәләкәйҙән ғилем инһә, бала, моғайын, был ерҙә беҙ ваҡытлыса ғына йәшәүебеҙҙе аңлап үҫер ине.
Ә беҙҙең күңелдә был миңә, минең яҡындарыма түгел, сит кешегә ҡағыла, тигән фекер йәшәй. Йәше олоғайғас, ваҡыты килеп етә башлағас ҡына кеше башында төрлө уйҙар тыуа. Ошо уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша башлаһа, йәштәр иғтибар итмәй, юҡты һөйләй, тип кенә ҡуя. Оло кеше: “Мин үлгәс”, - тигән һүҙҙәр әйтә башлаһа ла, әле тереһең бит, тип ауыҙын ябып ҡуялар. Ә бит беҙ өлкән кешене ошо һүҙҙәребеҙ менән бик ҡыйырһытабыҙ. Мин дә шундай булдым. Аҙаҡ үкенгән булабыҙ, ни тип әйтергә булған икән, тип илайбыҙ. Үлем хәле ваҡытында үҙеңде тотоу мәҙәниәте тураһында Р.Моудиҙең китабын уҡығас ҡына үҙемдең күҙем асылды, ләкин һуң ине инде, бар туғандарым вафат булып бөткәйне ул ваҡыт.
Хәҙистәрҙә әйтелгән, мәңге йәшәгән һымаҡ донъя көтөгөҙ, иртәгә үләм тигән кеүек ғибәҙәт, изгелектәр ҡылығыҙ, тип. Тимәк, донъя ҡыуғанда ла иртәгәһен һис тә оноторға ярамай. Иҫән сағыңда вариҫтарыңды теүәлләргә, үлем һандығы әҙерләргә, зыяратта урын билдәләргә, әйтер һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға кәрәк.
Мәсеттәребеҙҙә хеҙмәт иткән муллалар “ахырғы туйҙы” нисек башҡарырға уҡығандар һәм рәтен белеп эш итә. Шулай ҙа төрлө хәлдәр булып тора. Ғүмеремдең шундай мәле килеп етте, көндән көнгә тигәндәй тиңдәштәрҙе, бергә эшләгән хеҙмәттәштәрҙе теге донъяға оҙатырға барырға тура килә. Ошо осорҙа бер үк мулланың 3 йыназа алып барғанына шаһит булырға тура килде. Аҙаҡҡыһында мин уны элекке коммунистар йыйылышында берәйһен ярһып, фаш итеүсегә оҡшаттым. “Улай ярамай ҙа, былай ярамай!” – тигән һүҙҙәре менән йорт хужаларының кәйефен төшөрҙө, ә уларҙың бит былай ҙа ҡайғы кисергән мәле. Бармаҡтары менән янай-янай беҙҙе, артта ҡалған аңһыҙҙарҙы (уныңса), аҡылға өйрәтте ул. Өҫтәүенә, нимә һөйләһә, береһе-бер дөрөҫ түгел. Зыяратҡа ҡатындар бармай, улар тәһәрәтһеҙ, тип тә ҡысҡырҙы. Ҡайҙа яҙылған ул зыяратҡа тәһәрәтле кереү тураһында. Мин белгәндәр тәһәрәтһеҙ ике эш ярамай – намаҙ уҡыу, Мәккәлә тәүәф ҡылыу. Мәсеткә лә инергә ярай, тик намаҙ уҡый торған ергә инергә ярамай. Ҡөрьән уҡығанда ла китапты тотоп уҡымаһаң, ярай. Хеҙмәттәшем (ирен ерләүсе ҡатын): “Хәҙрәт, миңә һәм ҡыҙыма ғына рөхсәт ит инде, иремде аҙаҡҡа тиклем оҙатайым”, - тип үтенә. Хәҙрәт ҡәтғи ҡаршы. Мин дә һуңғараҡ ипләп кенә, дуҫымды йәлләп, хәҙрәткә шул уҡ һорауҙы бирҙем. Ул миңә ҡатынына ҡысҡырған кеүек ҡысҡыра башланы. Мәйет өҫтөндә шулай яраймы һуң, тигәс кенә туҡтаны.
Ҡатын-ҡыҙға зыяратҡа оҙатырға барырға ярамағанының сәбәбе икенсе – ул уларҙы ҡайғыртыу, уның сәләмәтлеген һаҡлау (бигерәк тә йәштәргә). Түлдән ҡалған оло йәштәгеләргә ундай ҡәтғи тыйыуҙың кәрәге бармы икән? Һәр эште аҡыл менән эшләү хәйерлерәктер. Мулла тағы үҙ вәғәзендә беҙҙе өс ус тупраҡ һалыу ярамай, ул христиандарҙан күскән йола, тип әрләне. Хәҙистәрҙе ҡабатлап уҡыным. Унда Мөхәммәт с.ғ.с. өс ус тупраҡ һалған һәм һәр ырғытҡанында ниндәй доға уҡыуы хаҡында яҙылған. Ошондай кәрәкмәгән нәмәләрҙе һөйләп, мулла башыбыҙҙы ҡатырҙы. Сәскә, веноктар ярамай, гонаһ, исраф ҡына, тип ҡысҡырғас, хужалар уларҙы әллә ҡайҙа йәшереп бөткән. Ҡала хакимиәтенән килгән кешеләр ҙә шып-шым йөрөп, машиналарына ултырып, ҡайтып китте. Һөйләргә рөхсәт булмағандыр, ахыры. Аҙаҡ, әлбиттә, сәскә, веноктарҙы илтеп ҡуйғандар, унда ҡала хакимиәтенән дә венок булған икән.
Эйе, исламда мәйет өсөн мал исраф итеү тыйылған. Мәрхүмгә уларҙың кәрәге юҡ, тип ҡарала. Ләкин беҙ бит мосолман илендә йәшәмәйбеҙ. Беҙҙә төрлө конфессия вәкилдәре бер-береһе менән тыныс йәшәй. Татар-башҡорт, бәлки, уларҙы килтермәҫ тә ине, ә эшләгән ерҙән рәсми рәүештә, башҡа милләттәге дуҫ-иштәр ҙә һинән һорап тормай бит, ғөрөф-ғәҙәткә кергән. Улар мәрхүмде нисек ихтирам иткәндәрен күрһәтеп, аҡсаларын йәлләмәй, тотоноп өлгөргәндәр. Уларҙы һанға һуҡмау, кәмһетеү кәрәкмәҫ ине. Был мулла ерләшкән өс мәрхүм дә етәксе, йә дәүләт учреждениеһында эшләгән кешеләр ине бит.
Элекке саҡта ауылда кешене ерләүҙәре иҫкә төшә. Был ваҡытта мәйет ятҡан өйҙә генә түгел, урамда ла ҡысҡырып һөйләшмәҫтәр ине. Вәғәз һөйләүсе ярты тауыш менән генә яҡындарының күңелен тынысландырырлыҡ хәбәрҙәр һөйләй. Бөтә кеше тәһлил әйтеп ултыра, мулла ла доғанан туҡтамай. Әле лә күп муллалар шулай эшләй.
Кешене ихтирам итмәй, үҙ мәнфәғәттәрен генә уйлап, үҙен әүлиә тип йөрөткән бер мулла мәжлестәргә күп ваҡыт һуңлап йөрөй. Әле яңыраҡ береһе Ҡөрьән мәжлесенә сәғәт 3-кә саҡырылып, тик 4.30-ҙа ғына килеп етте лә, аяттарҙы тиҙ генә уҡып, хәйер алғас та, аштан, сәйҙән баш тартып, сығып та китте, тағы бараһы урын бар, тине.
Хужа кеше, бала-саға, йәштәр донъянан үткәндәр өсөн доға уҡыу кәрәк икәнен белһен, күңелгә ятҡан вәғәздәр ишетһен, тип бөтә көсөн һалып, тырышып өҫтәл әҙерләй. Ҡунаҡтарҙың да күңеле ки-телде мулланың был ҡылығына. Ул мулланың үҙе урынына уҡыусыларын ебәргәне лә мәғлүм. Уҡыусылары ла хәйер алғас та ҡайтып китәләр.
Ошондай күренештәрҙең шаһиты булараҡ, уйға ҡалдым. Аллам һаҡлаһын, минең аҙаҡҡы туйымда бындай муллалар тап килмәһә ярар ине. Туйым матур, тыныс үтһен, ҡатнашыусыларҙың күңеле ҡырылмаһын, йәнем тыныс булһын, доға ҡылыусылар булһын ине, тип теләктәр теләйем. Мосолман ҡәрҙәштәремә әйтер һүҙем шул: бәлә килһә, рухығыҙҙы йыйып, ашыҡмай, ары-бире сапмай, белгәнерәк кеше менән кәңәшләшеп, кәрәк мулланы табығыҙ. Оҙатыусы оло ҡайғыла ҡала, шуға муллаларға ла был оло эште еренә еткереп, күңел йылыһы һалып эшләү ҡамасауламаҫ. Кеше ғүмерендә бер генә булған был һуңғы юлға оҙатыу мәле еренә еткереп үткәрергә тырышайыҡ, аҙаҡ үкенергә тура килмәһен.

Зәйтүнә КӨҪӘПОВА.

Автор:
Читайте нас