+15 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
11 Октября 2025, 07:09

НИСЕК МИНЕҢ АТАЙЫМ ТҮГЕЛ?!

Булған хәл

НИСЕК МИНЕҢ АТАЙЫМ ТҮГЕЛ?!НИСЕК МИНЕҢ АТАЙЫМ ТҮГЕЛ?!
НИСЕК МИНЕҢ АТАЙЫМ ТҮГЕЛ?!

Юлда йөрөгәндә төрлө хәлдәр була, бөтөнләй ят кешеләр менән осрашаһың. Әле мин һөйләйәсәк тарих булған хәлдән алынған. Уны бер оло ғына, бик телсән апай һөйләне.
Улар ғаиләлә 11 бала үҫкән. Атайҙары һуғыштан һуң өйләнеп, татыу ғүмер кисергәндәр.
Ҡалған яғын әңгәмәсем һөйләгәнсә бәйән итәм.
Тәбиғәте менән атайым бик баҫалҡы, аҡыллы, эшкә шәп кеше булды. Ә әсәйебеҙ йорттоң тотҡаһы, ғаиләнең , атайымдың таянысы, бар эште бергә эшләнеләр. Әсәйҙең майлы күмәстәре, бәлештәре, тәмле ҡоймаҡтары бер ваҡытта ла онотолмай. Уның һуғыш ваҡытынан ҡалған өлөштө тигеҙ бүлеү оҫталығы ғаиләбеҙҙә матур йола булып һаҡланып килде. Ул йәш кенә көйөнсә 14-15 йәшендә баҫыуҙа эшселәргә өйрә бешергән, шуны бар кешегә тигеҙ өләшергә тейеш булған. Көнөнә 15-20 өшә һалма йәйгән ул. Яландағы эштәр бөтөүгә урман яғына ағас ҡырҡырға йөрөгән, унда ла аш-һыу менән булышҡан, иртә таңдан ҡар кисеп, урман ситендә барып, сәй ҡайнатыр булған, сөнки етәкселәр өй тирәһендә ут яғырға рөхсәт итмәгәндәр. Күрмәгәнде күреп, нужа ҡаласын ашап үҫкәнгә, һәр бер һүҙҙе, эште, аш-һыуҙың ҡәҙерен белә ине. Беҙҙең, балаларҙың өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ, шат булып үҫтек. Заманына күрә, бәләкәйҙән эшкә өйрәндек, бесән саптыҡ, картуф утаныҡ, утын ҡырҡтыҡ, ҡул-араһына инеп, эшкә бик иртә өйрәндек. Ә кискеһен атай гармун һуҙһа, әсәй ҡушылып йырлай, беҙ түңәрәккә төшөп бейейбеҙ. Беҙҙең йыр-моңға әүәҫлек атай-әсәйҙән күскән. Ололарҙың әкиәт һөйләгәнен тыңлап, йоҡоға талыр инек. Уҡыу йәшенә еткәс, мәктәпкә бергәләшеп гөрләшеп сығып китәбеҙ, ҡайтып ашап алғас, кискә тиклем тышта уйнап-аунап үҫтек. Ауылда балалар күп булды ул саҡта, һәр ғаиләлә 9-11 бала. Хәтергә иң ныҡ һеңеп ҡалғаны – яҙғы уйындар. Тыштан инмәй уйнауҙан ҡулдар сепейләнеп китә хатта. Ағай-апайҙар үҫә төшкәс, яйлап ҡанат нығытып оса торҙолар.
Ағайым менән булған бер хәл хәтеремә ныҡ уйылып ҡалды, уға ул мәлдә 16 йәш булғандыр. Военкоматҡа саҡыртҡайнылар, иртә менән сығып китте лә, кис ҡайтманы. Икенсе көнө өйөбөҙгә военкоматтан, ағайымды һорап, кешеләр килделәр. Өс көн үткәс кенә ул арып-талып ҡайтып инде лә карауатта оҙаҡ илап ятты. Кискеһен атай ҡайтып ингәс, уның түшенә барып һыйынды ла:
- Атай! Һин нисек минең атай түгелһең? Миңә башҡа атай кәрәкмәй, әсәй, әйт әле. Мин ышанмайым, юҡ-юҡ, ул мөмкин түгел. Бына ошо ғына кеше минең атайым, - тип, тағы буҫлығып илай башланы.
Атайбыҙ уны ҡыҫып ҡосаҡланы ла:
- Эйе, һин минең улым, - тине, йыуатып, башынан һыйпаны.
Әсәйем бер ни өндәшмәне, әммә күҙҙәре йәшләнде, беҙ йоҡлағанда ул шым ғына балауыҙ һыҡты. Мин әсәйҙән бының сәбәбен һорарға уңайһыҙландым. Тиҙҙән ағай хеҙмәткә алынды, апай ҡырға уҡырға китте. Атай ныҡ ҡына ауырып түшәккә ятты. Әсәйҙең һамаҡлағаны һаман ҡолаҡ төбөндә:
- Атаһы, һин инде бер үк үлә күрмә, мин Хәлит улыма нисек аңлатырмын. Уға әрменән ҡайтырға күп ҡалманы, түҙ инде бер ярты йыл.
Мин шым ғына атайым янында ыуаланам, әсәйҙең һүҙҙәрен ҡеүәтләйем. Ул түшәктә ярты йыл ятты. Үлеренә бер көн ҡалғас, һиҙенгәндер инде, мине саҡырып, эргәһенә ултырырға ҡушты. Әсәй сығып киткәс, әкрен генә һүҙ башланы:
- Күпкә бармам, балам, әйтеп өлгөрмәһәм, ағайыңа әйт, ул минең улым булып йәшәһен. Эйе, әсәйегеҙ миңә тиклем тормошҡа сыҡҡан, ире фронтҡа китеп ҡайтмаған. Мин ҡайтҡас, бер-ике күреп һөйләштек тә ижәб уҡытып йәшәп киттек. Ағайың ныҡ бәләкәс ине, мине күреү менән, атайым ҡайтҡан, тип муйынымдан һыға ҡосаҡлап алды. Мин баланың күңеленә боҙ һалманым. Военкоматта шуны белгәс, ағайың, минең атайым берәү, ул да булһа өйҙә, тип ҡаңғырып бөткән бит.
Тыныс ҡына тыңланым. Әйтергә вәғәҙә иттем. Иртән тороуға көн матур, бер нәмә лә булмаҫ кеүек ине. Әммә ул көн атайым телдән яҙҙы. Төш етеүгә ағайым хеҙмәттән ҡайтып төштө, атайҙы ҡосаҡлап алды. Атай күҙҙәрен асып ҡараны ла, йылмайҙы, биш минуттан беҙҙе ташлап, әхирәт ҡапҡаһын асып инде.
Ағайым оҙаҡ һөйләшмәй йөрөр булып киткәс, атайҙың һуңғы һүҙҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙем. Ағайымдың йөҙө нурланып китте, асылды. Ул тәүге атаһының исемен йөрөтһә лә, беҙҙең атайҙы ауыҙынан төшөрмәй, ул минең атайым, тип һөйләй. Хәҙер инде үҙе атай, әммә атаһын онотмай.
Әйтәләр бит: тыуҙырған менән көткән араһында айырма берәү – тыуҙырып та, көтмәгән бар, тыуҙырмаһа ла, көткәне бар. Аяҡҡа баҫтырған, уҡытҡан, тормош юлына баҫтырған, ҙур тормош диңгеҙендә батмай йөҙөп китергә өйрәткән генә атай-әсәй була ала. Ана шуларҙың береһе ине беҙҙең атай!

Сәфинә Фәтхетдинова -Хәкимова, (Хәкимә)
Магнитогорск ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас